

Мин киләсәк менән һөйләшәм
Сафуан ағай миңә бала саҡтан таныш, яҡын булды. Йәш хәбәрсе булдым. Күптәр Әлибайҙы йырсы-шағир, балалар яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ белде. Ә беҙ остаз, таяныр ағай итеп күрҙек. Салауат Әбүзәр, Зәки Әлибаев, Зөлфиә Ханнанова, Марат Кәбиров кеүек тиҫтәләгән шағир- яҙыусы, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Фаил Фәтхетдинов, Рәйсә Абдуллина, Янис Ра- мазанов һ.б. күп, бик күп журналистар – Сафуан ағай мәктәбен үткән, кәңәшен тотҡан шәхестәр. Эйе, беҙгә, ҡасандыр әҙәбиәт, журналистика иленә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килеп ингән йәш хәбәрселәргә, бигерәк тә ҡәҙерле кеше. Зиһенебеҙҙә осҡон уятыусы, дәртебеҙгә дарман биреүсе, ҡулыбыҙға ҡәләм тоттороусы бер ағай ине. Тиҫтә йыл буйы “Башҡортостан пионеры” гәзитен (хәҙерге “Йәншишмә”) етәкләгән шәхес күп, бик күптәргә ижад юлын һайларға фатиха биреп кенә ҡалманы, етәкләп үҙе менән бергә алып барҙы. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында йыш үткәрелгән йәш хәбәрселәр слетын, йәш яҙыусылар семинарын шағир ихлас ойошторор, ҡом араһынан ынйы табып ҡыуаныр ине. Күңеле киң, теләге изге, әйткәне- өйрәткәне тормошта хәл иткес булды. Һалмаҡ ҡына тыныс тауышы менән күңелебеҙҙәге шик-шөбһәне, борсолоуҙарҙы һыпырып ҡына ала ла, йөрәгебеҙҙә тормошҡа ышаныс, әҙәбиәткә һөйөү уята ала ине Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы диплом лауреаты, Ғ. Сәләм исемендәге рес- публика премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Са- лауат Юлаев ордены кавалеры Сафуан Әлибай.
Уның ике кәңәше миңә иҫ киткес тәьҫир итте. Тормош юлында ла, әлеге һөнәремдә лә. Беренсеһе мәктәп йылда- рында булды. Бер семинарҙа ул беҙгә, бер ҡасан да мәҡә- ләгеҙҙе “мин”, йә “беҙҙең” тип башламағыҙ, башҡаларҙың уны уҡығыһы килмәйәсәк, тине. Һәйбәт һабаҡ ине, хәҙер ҙә үҙемдән бигерәк башҡалар- ҙың хеҙмәтен, мәртәбәһен һәйбәтерәк күрәм. Икенсеһен “Йәшлек”тә эшләп йөрөгә- немдә әйтте. “Гәзит електе һура, эйе, кәрәк эш. Ләкин ижадыңды нығыраҡ ҡара. Киләсәк һинән нисә гәзит һаны сығарҙың тип түгел, халҡыңдың рухын, сәнғәтен байытыр өсөн күпме әҫәр яҙҙың, тип һораясаҡ”, – тигәйне ул. Был кәңәште лә үҙемсә тотҡан булам, зиһен яҡты саҡта ҡулымда ҡәләм була.
Ул – ысын мәғәнәһендә йырсы-шағир. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар халыҡ араһында киң танылыу тапты. Күптәре ярты быуат элек яҙылһа ла, һаман да хит, һаман да һәр ерҙә яңғырап тора. Шағирҙың күңеленән йыр һәр саҡ урғылып торған. Бала саҡтан уҡ йырларға яратҡан Сафуан. Уны күптәр йырсы тип тә белә ине. Сафуан ағай менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән атаҡлы журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина апай менән Сафуан ағайҙы иҫкә алғанда йыш ҡына ошо хәлде кинәнеп һөйләй ине: “Мин эшкә килеп, яҙып-һыҙыу эше менән булам. Туғыҙҙарҙа баш мөхәрриребеҙ Сафуан ағай эшкә килгәне ишетелә. Эйе, ишетелә. Ул һәр саҡ йырлап килә. Тауышы моңло. Лифттан сыҡҡас та коридорҙың теге ба- шынан көйләй-көйләй үҙенең бүлмәһенә үтеп китә. Был моңдан беҙҙең дә кәйефтәр күтәрелә, тимәк, иртә хәйерле. Ошо күренеш хәтергә төшһә, уй- ланып китәм. Кеше тормошонда бит төрлө хәлдәр була: иртән гел йырларлыҡ кәйефте нисек тапҡандыр?! Ә, бәлки, шулай ҡыйын саҡта ла йыр менән үҙенең күңел торошон ыңғайға көйләгәндер... Бигерәк матур йырлай ине шул ағай...”
Ҡасандыр Сафуан ағай тураһында СССР-ҙың халыҡ артисы, мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев былай тигәйне: “Сафуан йөҙөндә башҡорт йыр сәнғәте мәшһүр йырсыны юғалтып, Әлибай йөҙөндә башҡорт әҙәбиәте оло шағир тапты”. Эйе, төп һөнәре итеп башҡа юлды һайлай ул. Уның менән күренекле композиторҙар Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытовтарҙы ныҡлы ижади ептәр бәйләй.
– Барыһынан бигерәк Рим дәртле ине. Төн уртаһында ла шылтыратып уята торғайны ул. Сафуан ағай, йыр бар, срочно, таңға һүҙҙәр кәрәк, тип бо- йороп та ебәрә. Кәрәк икән, яҙам. Күп йырҙарыбыҙ шулай тыуҙы, – тип һөйләне һуңғы осрашыуыбыҙҙа Сафуан ағай. Ул осрашыу хаҡында ентекләп һөйләрмен дә.
Ул – ысын мәғәнәһендә балалар яҙыусыһы. Әйткәндәй, балалар әҙәбиәте бөгөн ауыр мәл кисерә, балалар өсөн ятып уҡырҙай әҫәрҙәр юҡ. Сабыйҙарҙың күңеленә, үҫмерҙәрҙең зиһененә үтеп инерҙәй Сафуан ағайҙар, Динис Бүләковтар, Рәйес Ғабдрахмановтар, Фәрит Иҫәнғоловтар, Миңлегөл Хисмәтуллиналар, Кәтибә Кинйәбулатовалар, Наил Ғәйетбайҙар етешмәй. Улар балалар тураһында яҙып ҡына ҡалманы, ә балалар өсөн бала булып яҙа белде. Нимә уларға ҡыҙыҡ, нимә менән улар йәшәй, нисек уйнай, нисек һөйләшә, хатта нисек уйлай – барыһын белеп, тойоп эшләнеләр. Сафуан ағай студент йылдарында уҡ “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләй. “Балалар баҫмаһында бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, тиҫтә йыл баш мөхәррир булдым. Ижад итеп йәшәү – оло бәхет ул. Ә балалар өсөн яҙыу айырыуса ҙур ҡыуаныс. Йәш быуын бит – киләсәк. Улар менән минең яҙғандарым да киләсәккә инәсәк. Балалар өсөн яҙам икән, тимәк, мин киләсәк менән һөйләшәм”, – тип һөйләгәйне шағир миңә бер интервьюһында.
Шөкөр, Сафуан ағайҙың әҫәрҙәрен, ысынлап та, әле лә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып уҡый. Күптәр хәҙер онотоп та баралыр: уның үткән бы- уатта башҡорт телендә баҫылған “Тылсымлы шар”ы “Донъялағы иң яҡшы китаптар исемлеге”нә индерелгән. Башҡорт әҙәбиәте тарихында был ҡабатланмаҫ күренеш. Ошо китабы өсөн Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ- ара почетлы диплом лауреаты ла булды ул. Сафуан ағай менән осрашыуҙарҙа булырға тура килде. Ул алсаҡ ине, ҡайҙа барһа ла, ихлас йыл- майып килеп инер ҙә бар тамашасыны үҙенә йәлеп итер, ҡаратыр ине. Серһеҙ, керһеҙ күңелде халыҡ тиҙ үк ҡабул итә бит ул. Йәнле, рухлы шиғырҙары менән кешеләрҙе бер уйландырып ебәрһә, моңо менән һиҫкәндерер, уятыр булды. Мәктәп, балалар баҡсаһына барғанда балалар уны бер Ҡыш бабай кеүек, тылсым эйәһе кеүек күрер ине. Сабыйҙар менән дә, малай-ҡыҙҙар менән дә ҡыҙыҡлы итеп һәм, иң мөһиме, тиң күреп һөйләшә белде ул. Бар булмышында балалыҡҡа ҡайта алыу тылсымы бар. Шуға уның янында рәхәт тә, тыныс та ине.
“Сафуан үтә тыйнаҡ кеше булып хәтерҙә ҡалған. Бер ваҡыт Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ултырышында Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге әҙәби премияға кандидаттар күрһәтеү ҡарала. Тәүгеләрҙән Сафуан Әлибайҙың исеме әйтелде. Уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы баҫылып сыҡҡайны. Әммә үҙе ҡаршы төштө. Идара ағзалары төрлөсә итеп уны көскә ризалаштырҙыҡ. Сафуан Әлибаев шул йылда ошо премияға лайыҡ булды. Уның ниндәйҙер наградалар, премия- лар, исемдәр өсөн дәғүәләшеп йөрөгәне хәтерҙә юҡ. Сафуандың күңел донъяһы йыр-моң, хис-тойғо менән мөлдөрәмә тулышҡан була торғайны”, – тип яҙып сыҡты уның хаҡында йәштәше, оло ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов.
Сафуан Әлибаев ғүмер буйы эш кешеһе булды, бик яуаплы вазифалар башҡарҙы. 1966 — 1985 йылдарҙа “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир, 1986 — 1991 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары,
1995 йылдан Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, 1998 — 2002 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булды. Быйыл уға 85 йәш тулған булыр ине.
Осоп китте бер ҡошсоҡ
Шағир менән һуңғы осрашыуыбыҙ 2010 йылдың февралендә булды. Сафуан ағайҙың ауыр сир менән ятҡанын күптән ишеткәйнек. Паркинсон ауырыуы ыҙалата ине шағирҙы. Шуға, хәлен беләйек, тип шағир Дамир Шәрәфи менән әле уҡый ҙа белмәгән, ләкин Сафуан бабаһының Әхмәт хаҡындағы бер нисә шиғырын яратып тыңлаған, һуңынан уны үҙенсә һөйләгән Йәдкәр улым – өсәүләп фатирына юлландыҡ.
Ишек ҡыңғырауына баҫам. Йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәгән, сибәр Фәрҙиә апай (хәҙер ул да мәрхүмә инде) ишекте асып, ҡояштай балҡып ҡаршы алды. Тәүҙән үк улымды ҡосаҡлап, иң ҙур ҡунаҡ килгән дәһә, тип арҡаһынан һөйөп алды.
- Сафуан бабаһы бәләкәй балаларҙы ярата инде ул, әйҙә, үтә тороғоҙ, – тип хужабикә түргә саҡырҙы. – Ятып торғайны, кейендереп, һыйпаштырып сығарғансы әҙерәк сабыр итерһегеҙ.
Залға үтәбеҙ. Бер яҡ стена тулы китап. Рус, башҡорт әҙәбиәтенән башҡа, татар, украин һәм башҡа сит телдә сыҡҡан китаптар ҙа урын алған. Шағирҙың яңы ғына сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең икенсе томлығы теҙелеп киткән. Бер мөйөштә ике ҡабырғаһы йәшникле боронғо ауыр өҫтәл тора. Тик уның ниңәлер тояҡтары юҡ. Унда бары минең улыма ғына яҙышыуы уңайлы. Өҫтөндә папка-папка ҡағыҙҙар, шағирҙың ҡулъяҙмалары, тип фаразлайбыҙ.
Ҡайын урманын һүрәтләгән балаҫ янында Сафуан ағайҙың төҫлө портреты эленгән. Унда ул, һәр ваҡыттағыса, ихлас йылмайып, балҡып тора. Заманса диван янындағы эленгән кәштәләрҙә төрлө сувенирҙар күҙҙең яуын ала. Монголия, Голландия, Алтай һәм башҡа тарафтарҙан ҡайтҡан улар. Шағирҙың юл сәфәрҙәре иҫтәлектәре, буғай.
- Атай, ҡош һайраймы ул әллә? – улым ҡолағын һағайтып ҡуя. Тәҙрә төбөндәге ҡорған менән ҡаплана биреп ҡуйылған ситлектә тутыйғошто күреп тә ҡала.
- Шағир өйөндә ҡош һайрарға тейеш, – шулай тигән булам.
- Нишләп? Атай, ҡара әле, ул әүһәләйгә баҫып һайрай ҙа ул.
- Илһам өсөн. Ҡош һайраһа, шағирға шиғыр яҙыуы рәхәтерәк, – Дамир аңлатыуҙы кәрәк тип тапты.
- Икәү инеләр, берәүһе осоп сыҡты ла аҙашты... – Фәрҙиә апай, яурынынан ипле генә ҡосаҡлап, Сафуан ағайҙы алып сығып килә икән. Аҙымдары бигерәк талымһыҙ ағайҙың, йөрөшө бик тә самалы. Дамир менән сәбәләнеп киттек, шағирҙы ҡулдарынан тотоп, яйлап ҡына диванға ултыртабыҙ. Артына мендәр ҡыҫтырабыҙ.
- Һеҙ аҙашмағыҙ, ҡанаты ҡайырылмаһа, ҡоштар ҡайтыр ул, – тим, Сафуағай менән күрешеп. Ағай ябыҡҡан, күҙҙәре эскә батҡан, илаһи йылмайыуы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Ҡыйын булып китте. Ул миңә ҡарамай, ҡош янында мәж килгән улыма бармағын төртөп күрһәтә. Улымды яныбыҙға саҡырҙым, шағир үҙенә һыйындырып, уны һөйөп алды. Уң яҡ күҙенән йәш бөртөгө һығылып сығып, бите буйлап ағып китте. Тик дүрт йылдан шағир үҙе лә күктәргә осто ла… ҡайтмаҫ ерҙәргә китте.
Фәрҙиә апай ағайҙың күҙен һөртөп ҡуйҙы:
- Ҡартайҙы. Ана, боронғо эш өҫтәле кеүек, хәҙер үҙе лә аяҡтан яҙып бара. Уныһын тегеләй-былай күсереп йөрөтөп, аяҡтарын һындырып ҡуйҙылар. – Өҫтәлде әйтеүе.
- Нисауа, – тип ҡуйҙы Дамир. – Буш ҡына өҫтәл хәжәтһеҙ, ҡулъяҙмаларҙы күтәрә бит, тимәк, кәрәге бар.
- Сафуан ағай, баҫыуың егеттәрсә үк булмаһа ла, ултырыуың бик ҡарттарса ла түгел әле. Нисек хәлдәр? – тим. Оҙаҡ ҡына тынлыҡ урынлашты. Бер аҙ торғас, хәлһеҙ генә тауыш сыҡты:
- Йәшәйбеҙ әле.
- Ижад итеп буламы? Күңелегеҙгә шиғырҙар киләме? – шағирға был һорауҙы бирмәйенсә лә булмай. Тағы тынлыҡ. Бер аҙҙан тағы хәлһеҙ тауыш:
- Күңел һулымай, әҙ булһа ла шиғыр бар.
Ижад шундай оло көс, күрәһең, мейеңде ҡыҫып килгән әллә ниндәй шештәр ҙә уны еңә алмайҙыр, моғайын. Сафуан ағай ҙа, ауыр хәлдә булһа ла, эшләүен дауам итә икән. Әле күренекле шағирҙың “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”енең ике томлығы баҫылып сыҡты. Әҫәрҙәрен үҙе барлаған, һайлаған, томлыҡтарҙы башынан аҙағына тиклем үҙе төҙөгән. Яңыраҡ драматургиянан торған өсөнсө томын тапшырған.
- Эштән айырылмаҫҡа тырыша. Тик барыһы ла ауыр бирелә хәҙер. Үткән ҡыш “Аҡ ҡарҙың тыуған ере” исемле шиғырҙар шәлкеме яҙҙы, – тип аңлата Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙы. – Яҙ, тип кәңәш бирмәйем, мейеһенә көс төшөп ҡуймаһын, тип тә борсолам. Шулай уҡ бик тыймайым да, ижад ләззәтенең ни икәнен уның йәш саҡтағы эшмәкәрлегенән дә беләм бит инде. Онотолоп китә. Һыҙланыуҙары юғала.
- Нисек эшләй, ятыпмы?
- Ултырып та, ятып та. Хәҙер күп уҡый ул, телевизор ҡарай, һис тә донъянан артта ҡалмай.
- Йәштәргә әйт, – тынлыҡты боҙоп, Сафуан ағайҙың тауышы ишетелде. Ул яй һәм оҙаҡ әйтә фекерен. Беҙ уның әйткән һәр һүҙен өндәшмәй генә көтөп ултырабыҙ. – Әҙәбиәт менән шөғөлләнһәләр, тик ижадҡа ғына буйһонһондар. Ул аҡсанан да, ваҡыт, заман зарынан да өҫтөнөрәк. Шунда ғына ижад ысын һәм мәғәнәле була ала.
- Был кәңәшме, әллә өлкән шағирҙың йөрәк һүҙеме? – Сафуан ағайҙың күҙенә ҡарайым. Һыҙланыу, бөтөрөнөү баҫҡан ҡараштан бер осҡондо шәйләгәндәй булам. Тағы тынлыҡ. Тағы өҙөк-өҙөк кенә хәлһеҙ тауыш:
- Теләк. Ижад аҡсаға ҡоролһа, әҙәбиәттең бәҫе китәсәк.
- Заманы шулайыраҡ бит.
Тағы тынлыҡ. Көсөргәнеште еңеп, шағирҙың тауышы тағы уйға һалды.
- Һылтанмағыҙ заманға. Ижад – йөрәк эше, – хәлһеҙ тауыш менән өҙөк-өҙөк кенә килһә лә, был һүҙҙәр бик мәғәнәле ине.
Сафуан ағайҙың эсендәге эйәрһеҙ-ҡамытһыҙ саптарға тирә-яҡтан ҡыҫып килгән шеш-һыҙланыуҙар әле генә тышау һала алмаҫ кеүек ине ул саҡта. Тик барыбер беҙ күреп өйрәнгән һәр саҡ көләс, һәр саҡ көр күңелле, мыҡты ағайҙы былай күреүе ҡыйын ине. Унан һуң да тағы дүрт йыл йәшәүенә әле ғәжәпләнеп тә, һөйөнөп тә ҡуям. Фәрҙиә апайҙың хәстәрлекле тәрбиәһе, мөхәббәте шулай ғүмерен оҙайтты уның. Фәрҙиә апай хәҙер үҙе лә мәрхүмә инде. Ауырыу Сафуан ағайҙы һуңғы көндәренә тиклем сабыйҙарса әпәүләп ҡараны ул шулай. Шағир мәңгелек донъяһына күскәс, Сафуан ағайҙың “Бел ҡәҙерен ғүмереңдең” исемле китабын әҙерләп баҫтырҙы, һуңынан шул китаптың презентацияһы һәм шағирҙың хәтер кисәһен үткәрҙе лә, бер аҙнанан һуң уның артынан эйәреп китте лә барҙы. Шулай хәстәрлекле мөнәсәбәтен күрһәтеп, оло мөхәббәттәрен йыр итерлек бейеклеккә күтәрҙе Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙы.
- Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары. Уҡырға инергә йөрөйбөҙ. Йүгереп китеп бара инем, бер егет туҡтатты ла китабымды һораны. Биреп тор әле, кире ҡайтарырмын, ти, – тип хәтирәһе менән уртаҡлашҡайны ул көндө Фәрҙиә апай. Ә Сафуан ағай тын ғына тыңлап ултырҙы. Күҙҙәрен балҡытып йылмайырға ла тырышты. Йәшлеген юҡһыныуы булғандыр. – Ҡарап-ҡарап торҙом да бирҙем. Йәлләнем үҙен. Шул тиклем дә йәмһеҙ кеше була икән донъ- яла, тип уйланым. Ауылда эшләп килгән арыҡ малай, ябыҡ, ҡыҫыҡ күҙҙәре эскә батҡан, бахырҡайымдың. Эйе, Сафуан ине ул. Һуңынан өйләнешкәс: “Ә һин минең турала нимә тип уйланың?” – тип һорайым Сафуандан. Ул, был ҡыҙ уҡырға инһә, мотлаҡ минеке буласаҡ, тип нәҙер әйттем, ти.
- Һуңынан нимәһе менән арбаны һуң? Шағирлығы менәнме? – миңә лә ҡыҙыҡ булып китте.
- Мин үҙем дә шиғыр яҙған ҡыҙ инем заманында. Сафуан бик иғтибарлы, кеселекле булды. Миңә лә, башҡаларға ла. Йәш, артымдан йөрөгән саҡта ғына түгел, ғүмер буйы шулай. Йөрәгендәге йылылығын эҫе килеш еткерә белде. Шулай арбаны күңелемде. Ҡатын-ҡыҙ өсөн тағы ни кәрәк инде?!
Дүртенсе курста студенттарҙы Сулея станцияһындағы элеваторға эшкә ебәрәләр. Сафуан ағай ауылына яҡын булғас, бөтә курсты үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта. Һәҙиә апай менән Әфтәх ағай бик йылы ҡаршы ала уларҙы. Кар- туф ҡаҙырға ла, һыу ташып мунса инергә лә өлгөрә талиптар.
- Һуңынан ҡәйнәм һөйләй. Ҡыҙҙарығыҙҙың буй-һындарын, тотошта- рын-ҡыланыштарын энә күҙәүенән үткәрҙем дә, барыһын да оҡшаттым, тине, – тип һөйләй Фәрҙиә апай. – Тик шулай ҙа Сафуаныма Флүрә тигәнен һайланым. Иңенә көйәнтәһен һалыуы оҡшағайны, биҙрәһе мөлдөрәмә, бер тамсыһы һирпелһәсе. Тик беҙҙең өлөшкә төшкән көмөш, насибы һин булғанһың икән, килен. Көмөш кенә түгел, алтын, тип арҡамдан һөйә торғайны ҡәйнәм.
Яҙмыш түгелме ни был? Флүрә исемле һылыу профессор Әхмәт Сөләймәновтың тормош иптәше булып китәсәк. Әйткәндәй, Сафуан ағайҙарҙың университетты тамамлаған төркөмө лә бик көслө, данлыҡлы исемдәргә бай. Күренекле шағир, ғалимдарҙың бер нисәһен генә телгә алып китәйек: Сафуан ағай үҙе, Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Әхмәт Сөләймәнов, Миңлейәр Дилмөхәмәтов һ.б.
...Шағир менән оҙаҡ, бик оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырғыбыҙ килә лә, тик ауырыу хәленә инмәйенсә лә булмай. Тәмләп сәй эсеп алғас, ҡайтырға йыйынабыҙ.
- Сәй эсеп алғас, күҙеңә нур керҙе әле, Сафуан ағай, – тим.
- Сәй түгел, һеҙҙе күреп йәшлек нуры һемерҙем, – тип оҙаҡ һөйләмен йыйғас, ҡулын һуҙҙы шағир. Шунан Йәдкәр улымды ҡосаҡлап йылмайҙы.
Ҡуҙғалырға йыйынғанды күреп, шағир, туҡта әле, тип ҡулы менән эргәһенә әйҙәне. Яңынан ултырҙым. Шунан өҫтәлдән китап алып бирергә ҡушты. “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томы ине ул. Ҡулын ҡалтырата- ҡалтырата оҙаҡ итеп яҙҙы ла, китабын һуҙҙы. Оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан һуң: “Бар яҡтан да шәп бул, йәме! Рәхмәт килеүегеҙгә”, – тине. Дамир менән Йәдкәргә яҙырға хәле етмәне шикелле, уларға китапты былай ғына бүләк итте. Улыма төҫлө, донъяны шаулатҡан “Тылсымлы шар” эләкте. Беҙҙең өйҙә ул китап бар ине лә, хатта улым ундағы Әхмәт исемле малай хаҡындағы бер нисә шиғырын яттан да белә ине, тик сабый ҙа шағирҙың ауыр хәленә инеп, һуҙған ҡулын мәхрүм иткеһе килмәне булыр, рәхмәт, тип бүләкте ихлас ҡабул итте. Беҙҙеке бындай бар, тип баш тартманы.
Эйе, был китабына ҡултамғаһын ҡуйғанда Сафуан Әлибай ауырый ине. Шуға яҙыуының бик рәте лә юҡ кеүек. Ә уның почергы ла, ғөмүмән, тормош, ғүмер яҙыуы ла бик сағыу һәм мәғәнәле булды.
Ҡайтҡас, автографлы китапты асып ҡараным да, балалар ҡулы менән яҙылған кеүек, кәкре-бөкөрө теркәлгән: “Мөнир! Шәп ир!” тигән юлдарҙы уҡығас, шатлыҡтан бигерәк, нишләптер илағы килде...
Мөнир ҠУНАФИН.