«Йәшәү йәмен белгәндәргә генә һәр яңы көн бәхет өләшә»

Шағирә Фирүзә Абдуллинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Йәш быуынды тәрбиәләүгә оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән мөғәллимә, ябай ҙа, үҙенсәлекле лә стиле менән айырылып торған шиғырҙары, радио-телевидение тулҡындарында йыш яңғыраған йырҙары менән танылыу тапҡан һүҙ оҫтаһы, Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби берекмәһен ойоштороуға күп көс һалыусы йәмәғәт эшмәкәре – бөгөнгө әҙәбиәт донъяһында иң әүҙем әҙибәләрҙең береһе.  

«Йәшәү йәмен белгәндәргә генә һәр яңы көн бәхет өләшә»«Йәшәү йәмен белгәндәргә генә һәр яңы көн бәхет өләшә»
«Йәшәү йәмен белгәндәргә генә һәр яңы көн бәхет өләшә»

“Мәктәбебеҙҙең халыҡ шағирәһе булды ул”

Фирүзә Абдуллина, үҙе әйтеүенсә, беренсе шиғырын өсөнсө класта уҡығанда уҡытыусыһы ҡушыуы буйынса әсәйҙәр көнөнә арнап яҙа. Ул шиғыр һаҡланмаған, әммә эҙе ҡала. Күңелендә ҡабынған ижад осҡоно бәләкәй генә ҡыҙыҡайға тынғы бирмәй һәм ул шиғыр яҙыу шөғөлөнә мөкиббән бирелә. Етенсе класта уҡығанда Баймаҡ районы гәзите “Октябрь байрағы”нда тәүге ижад емешенең донъя күреүе лә ныҡ ҡанатландыра уны. Яҡташы, яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай шул йылдар хаҡында былай ти: “Фирүзә Байтурина менән Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә бергә белем алдыҡ. Уны беҙ “мәктәбебеҙҙең халыҡ шағирәһе” тип йөрөттөк. Бигерәк һөйкөмлө һәм һәләтле Фирүзәгә бар егеттәр ғашиҡ ине”. Байтаҡ йылдар үткәс, Әхмәр Ғүмәр улы мәктәп йылдары дуҫына шиғыр ҙа арнап яҙа:

Хәтеремдә мәктәп коридоры, Эх, күренһә, тиеп йөрөүҙәр...

Беҙ уҡыған Сыңғыҙ мәктәбенең Һин ҡояшы булдың, Фирүзә!

Хистәреңде ҡайҙан инде әйтмәк?! Бәхет ине һине күреү ҙә.

[…]

Һиңә ҡарап ябайлыҡтың бөйөк Булғанлығын белдем, Фирүзә!

Үҙ ғаләмең эҙләп күтәрелдең, Ҡул болғашып ҡалдыҡ беҙ ерҙә.

Беҙ барыбер ижад арбаһында Бергә барабыҙ бит, Фирүзә...

Фирүзә Абдуллина Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған йылдарында айырыуса әүҙем яҙыша. Нәфис әҙәбиәтте һыу кеүек эскән, ижад донъяһында ҡайнаған йәш ҡыҙ һис икеләнеп тормай, тел-әҙәбиәт өлкәһен һайлай, мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының фи- лология факультетына уҡырға инә. Студент ваҡыттарында “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй. Шиғырҙары ингән тәүге китаптар – “Йәш көстәр” йыйынтыҡтары ла (1982, 1984) тап шул йылдарҙа донъя күрә. Ошо йәшлек йылдарын күҙ алдына килтереү өсөн шағирә Сулпан Миңле- баеваның хәтирәләренә күҙ һалайыҡ: “Ишбулды Ғиниәт улы беҙҙең етәксебеҙ булды. Бик ярҙамсыл, изге күңелле, үтә лә талантлы шәхес ине ағайыбыҙ. Түңәрәк ағзаларының да исеме күңелемә мәңге юйылмаҫлыҡ булып яҙылған. Бына улар – элекке “Ашҡаҙар” түңәрәгенең иң әүҙем, та- лантлы ағзалары: Әсләм Камалов һәм Зөһрә Кашапова (хәҙер – Оморҙаҡова) – Әбйәлил районынан, минең яҡташтарым, оҙон толомло, сибәр йөҙлө Белорет районы ҡыҙы Фәриха Вәлиуллина менән ыҡсым ғына кәүҙәле, терегөмөштәй хәрәкәтсән Зөһрә Кинйәбаева (хәҙер – Үтәғолова) – Белорет районынан, гел “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүсе Фирүзә Бай- турина (хәҙер – Абдуллина) – Баймаҡ районынан (бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй), гел генә йылмайып йөрөүсе, һәр кем менән дә тиҙ генә уртаҡ тел табыусы матур ҡыҙ Гөлфиә Абдуллина – Күгәрсен районынан, Руша Ҡәҙербәкова – Ейәнсуранан, Хәнә Иҙрисова – Ишембайҙан, Розалия Зарипова – Стәрлебаш районынан, Нурия Ибраһимова – Бишбүләктән һ.б. […] Әҙәби түңәрәк ағзалары йыш ҡына Өфө ҡалаһына төрлө конференцияларға, ижади семинарҙарға йөрөй торғайны. Ишбулды Ғиниәт улы күбеһенсә беҙҙе – өс ҡыҙҙы: Фирүзә Байтуринаны, мине, Гөлфиә Абдуллинаны ебәрер ине. Түңәрәктә иң әүҙем шөғөлләнеүселәр беҙ булғанбыҙҙыр, моғайын” (“Стәрлетамаҡтың әҙәби йылъяҙмаһы”, Стәрлетамаҡ, 2015, 56-сы бит).

Күреүебеҙсә, йәш, әүҙем ҡыҙға әҙәби-мәҙәни мөхиткә лә, фәнгә лә юл асыҡ кеүек. Әммә яҙмыш юлдары Фирүзә Дәүләтша ҡыҙын мәғариф өлкәһенә алып китә – мөкиббән бирелеп уҡытыусылыҡ эшенә сума ул...

Институтты тамамлағанда уҡ кейәүгә сығып, йәш ғаилә Стәрлетамаҡ районының Айыусы, Ейәнсура районының Юлдаш мәктәптәрендә уҡыта. Ә һуңыраҡ Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында төпләнәләр.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы мәктәптә 35 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыға.

Уҡытыусы белем бирә, Ул – кәңәшсе, ул – терәк. Ауыл  уҡытыусыһына Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!

Изге һәм олуғ һөнәргә арналған “Уҡытыусы”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Яра- май һәм тейеш” шиғырҙарын кем генә белмәй икән? Шағирәнең ҡайһы бер шиғырҙарында өгөт-нәсихәт, тормош ҡанундарын аңлатырға тырышыу урын ала икән – ғүмер буйы тоғро ҡалған, ҡаныңа һеңгән һөнәреңдән, уҡытыусылыҡтан ул.

Донъя мәшәҡәттәре, яратҡан эш менән йылдар артынан йылдар үткәне лә һиҙелмәй. Шулай ҙа күңел төбөндәге ижади ялҡын үҙенекен итә, бер шиғырында әйтеүенсә:

...Юҡ, үҙемде әле юғалтманым! Мин батманым әле даръяла, Дарманым бар, үҙ һүҙемде әйтеп Йәшәй алам әле донъяла.

“Әгәр интернет булмаһа...”

“Әгәр интернет булмаһа, тормошом элеккесә шым, тыныс ҡына барыр ине, моғайын. Шиғырҙарымды ла бер кем дә белмәҫ, ғөмүмән, Фирүзә Аб- дуллина тигән шағирә булмаҫ ине. Ошо интернет мине күпме шәп кешеләр менән таныштырҙы. Берәүҙәре менән ихлас ҡатнашам, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Икенселәрен ситтән генә күҙәтеп өлгө алам, һоҡланам. Өсөнсөләре өсөн борсолам, шатлыҡтарына шатланам, ҡайғыларына көйөнәм”, – ти шағирә йыш ҡына осрашыуҙарҙа, әңгәмәләрҙә. Бәлки... Эйе, “интернет шиғриәте” тигән күренеш бар, уны хәҙер бер нисек тә инҡар итеп булмай. Тиҫтәләрсә йыл эсендә уның үҙенең стиле, жанрҙары формалашты, хатта үҙенең уҡыусылары ла барлыҡҡа килде. Әйтергә кәрәк: “баҫма китап шиғриәте”нән ул шаҡтай айырыла ла. Әҫәреңдең уҡыусыға шунда уҡ барып етеү мөмкинлеге үҙе үк өндәшеү, күҙмә-күҙ аралашып ултырғандағы кеүек темаларҙы һәм образдарҙы, ҡыҫҡалыҡ, тапҡырлыҡ алымдарын алғы планға сығарҙы.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә шағирәнең “Ғәжәп донъя” (Фирүзә Аб- дуллина ижады) тип аталған шиғри төркөмө бар. Был төркөмдә ул шиғриәтен һөйөүсе дуҫтары менән әүҙем аралаша, ижад емештәре менән әүҙем бүлешә. “Ғәжәп донъя” – интернет ҡулланыусылар араһында киң популярлыҡ яулаған төркөм. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Фирүзә Абдуллина – шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге “Беҙ Баймаҡтар бит әле!” төркөмөн ойоштороусы ла.

Интернет мөмкинлектәрен ныҡлап ауыҙлыҡлаған шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары республика баҫмаларында – “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә башлай.

Шиғриәтен үҙ итеүселәр үтенесе буйынса, шиғыр йыйынтыҡтарын тәүҙә ул үҙ иҫәбенә ҡағыҙ баҫмала нәшер итеп тарата – 2015 йылда “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Рәхмәтлемен һиңә, әсә- йем!”, 2016 йылда “Ихлас күңелдән!”, 2021 йылда “Бәхет бар ул!” исемле ки- таптары донъя күрә. Китап уҡыусылар ара- һында улар бик тиҙ та- рала. Авторҙың “Йәйғор сатыр”   (2017),   “Әсәйем һабаҡтары” (2023) тип аталған “Китап” нәшриә- тендә баҫылып сыҡҡан шиғыр китаптары ла кибет кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.

“Тыуған йорттоң тупһаһына баҫһам, йөрәгемдә яңы йыр тыуа...”

Шулай тип әйткәйне бер шиғырында шағирә. Үҙен ижадҡа тыуған ере менән торған ере илһамландырыуын йыш билдәләй ул. Шуғалыр ҙа ижадының бер тилбер ҡанаты – йырҙар.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына Юлай Моратов, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Рәмил Туйсин, Йәғәфәр Нәҙершин, Дамир Солтанов, Иҙел Нурғәлин, Хәлил Биктимеров, Вилүр Мәүлетов һәм башҡа композиторҙар тарафынан йөҙҙән ашыу йыр ижад ителгән. Уларҙы республикала танылыу яулаған йырсылар Алһыу Бәхтиева, Зилиә Бәхтиева, Рәмил Туйсин, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Иҙел Нурғәлин, Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов, Рауил Харрасов, Флүрә Шәрипова, Илдар Абдуллин, Гөлфиә Хәләфетдинова һ.б. башҡара.

Бер йыл элек Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе замандашыбыҙ Илнур Биктимеров башҡорт атына бағышланған иң шәп йырға конкурс иғлан иткәйне. Был башланғысты бөтә халыҡ дәррәү күтәреп алды. Йәмғеһе ике йөҙләп йыр яҙылды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән булған ҡатнашыусылар араһында олоһо ла, кесеһе лә, танылған һәм бөтөнләй билдәле булмаған авторҙар бар ине.

Былтыр сентябрҙә Баймаҡ районы Граф күле янында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә шул конкурста еңеп сыҡҡан “Йәшәһен башҡорт аты” йыры яңғыраны, ошо гимн яңғырауы аҫтында аттар парады үтте. Гимндың авторҙары – шағирә Фирүзә Абдуллина һәм йырсы, композитор, Башҡортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

Атлы башҡорт – затлы башҡорт, Ат яратыр ир заты.

Терәк булып, кәрәк булып Йәшәһен башҡорт аты.

Илебеҙ еңел булмаған осорҙар кисергәндә шағирә йөрәге лә тыныс түгел. Үҙешмәкәр композитор Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың Фирүзә Абдуллинаның “Ҡайтығыҙ” шиғырына яҙылған йырының бөгөн киң даирәгә сыға барыуы – шуға дәлил.

Сит ерҙәрҙең еле уҫал икән, Електәргә үтә әсеһе.

Еңеү менән ҡайтҡан һәр батырҙы Көтөп алһын ине әсәһе,

Көтөп алһын ине әсәһе.

Сере нимәлә?

Фирүзә Абдуллинаның кинәт балҡып килеп сығыуы, уҡыусыларҙың күңелен тиҙ арала яулап алыу сере нимәлә? Ҡапыл телгә килгән һүҙ – халыҡсанлыҡ. Шағирәнең яратҡан алымы – халҡыбыҙ араһында киң таралған әйтемдән, йә һүҙҙән дә тотош бер сюжет ҡойоп ҡуйыу. “Әсәйем һабаҡтары” китабының ошо уҡ исемдәге беренсе бүлеге тотош ошондай композиция са- раларына ҡоролған. Шиғырҙарҙа ҡулланылған әйтем-мәҡәлдәрҙе һанап сыҡҡанда ла: “Әсәң ҡәҙерен белмәҫһең, үҙең әсәй булмайса” (“Әсәй ҡәҙере”), “Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмә, балаҡайым” (“Төкөрмә, балаҡайым”), “Терһәк яҡын – тешләп булмай, артҡа тибер кеше юҡ” (“Терһәк яҡын – тешләп булмай”), “Балаңды үҙең маҡтама – кешеләр маҡтаһындар” (“Балаңды үҙең маҡтама”), “Һөйгәнемдең хаҡына һөймәҫемде һөйәмен” (“Һөймәҫемде һөйәмен”), “Тартай теленән таба” (“Тартай теленән таба”) һ.б.

Шағирәнең бындай типтағы әҫәрҙәре уй йомғағын таратып һалған аҡыл һабағына тиң. Бына “Һөймәҫемде һөйәмен” шиғырындағы юлдарҙы ғына алайыҡ:

Әсәйемдең “һөйә” торған Кешеләре күп ине:

Өс килен һәм ете кейәү, Һәр береһе “шәп” ине.

Кеше алдында әсәйем Һәммәһен маҡтай ине:

“Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙы миңә Хоҙай һайлаған”, – тине.

Ирҙән зарланырға булып, Сер һөйләнем бер заман.

Һүҙ тейҙермәне иремә: “Һин, балам, үҙең яман!”

Тотош бер тәрбиә дәресенә торош ошондай сюжеттар бихисап Фирүзә Аб- дуллина ижадында. Әсә тураһында шиғыр яҙмаған шағир бармы икән? Юҡтыр! Шуға күрә лә әсә тураһында яҙыуы ауыр ғына түгел, яуаплы ла. Яңыса әйтеп булырмы һуң? Шағирә Фирүзә Абдуллина шиғырҙарын уҡыйһың да аңлайһың – уның Әсә образы шул тиклем күңелгә яҡын. Һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә, һәр кемгә был һабаҡтар таныш кеүек. Әсәй-өләсәй, яҡының һүҙе булып өндәшкән шиғырҙар психологик яҡтан яңғыҙ булмышыңды имләргә, ығы-зығылы тормошҡа башҡаса ҡарарға булышлыҡ итә лә баһа.

Бәхетле ҡартлыҡ асҡысы

Һәр кешенең үҙендә: Нимә күрергә теләйһең – Күрһәт шуны үҙең дә! –

тигән һүҙҙәр халыҡ араһында йөрөгән әллә күпме хикмәттәрҙе, хикәйәттәрҙе иҫкә төшөрә, халыҡ педагогикаһы хаҡында уйландыра.

Лирик героиняның ябайлығы, “аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына” булып ҡыланмауы ла арбайҙыр уҡыусы күңелен. Ниндәйҙер көсөргәнеү, үҙеңдән һығып сығарыу ят нәмә уның өсөн.

Үҙем беләм: холҡом еңел түгел, Үкендерә гелән аҙаҡтан...

...Тик белегеҙ: йәште һөртөрмөн дә, Йылмайырмын һеҙгә ҡабаттан!

Ҡайһы берҙә тормош мәшәҡәттәренән арып-талсығып, ҡатмарлы һәм аяуһыҙ ысынбарлыҡтан, яһалмалыҡтан биҙеп киткәндә лә, ошондай һиҫкәндергес “аҡыл сыбығы” кәрәк булып китә бит.

Кешеләргә ҡарап йылмайһа ла, Батыр йәндә усаҡ-ут дөрләй, Ысын хәсрәтлеләр сабыр түҙә, Буш мискәләр нығыраҡ дөбөрләй!

– ти ул “Янған йөрәк менән” шиғырында.

Кешенең эске торошон анализлауға ҡоролған әҫәрҙәр, психологик хәл- торош аша фекер үткәреү хас лирик героиняға. Әҙибә беҙгә таныш булған донъ- яны образдар аша тасуирлап, уның нескәлеген һәм тәрәнлеген күрһәтергә ынтыла.

Шағирәнең төп һүрәтләү объекты – кеше. Йәшәү барышында һәр кем шат- лана, ғазаплана, һөйә, нәфрәтләнә, кисерә... Заман елдәренә, йәшәйештең ҡаты ҡанундарына ҡаршы тороу өсөн үҙ-үҙеңә бәреп әйтергә, талапсан булырға ла тура килә. “Көрәш”, “Үпкәләрһең бары үҙеңә”, “Фани донъяларҙан арыу юҡ”, “Былай ҙа бит”, “Зарланмайым”, “Ҡулдан килһә”, “Туҡталырға ҡурҡам” – исемдәре үк лирик героиняның тормошто үҙ ҡулдарына алған булмышын күрһәтә.

Хаҡлыҡ, хәҡиҡәт яҡлы булғанда, үҙеңдең позицияларыңды яҡлағанда уны кешеләрҙең күңеленә уйып һалырлыҡ тапҡыр һүҙҙәр ҙә табырға кәрәк бит әле. Иң мөһиме һәм иң ҡыйыны ла – ошолор.

“Йәшәү йәмен белгәндәргә генә һәр яңы көн бәхет өләшә...” – ти шағирә Фирүзә Абдуллина. Йәшәү йәмен татып артабан да ижад итергә, әҙәбиәт тигән ғәжәп донъяның серҙәрен асырға насип булһын киләсәктә уға!

Автор:Луиза КИРӘЕВА, филология фәндәре кандидаты.
Читайте нас