БЕР БӘЙЕТ ЯҘМЫШЫ. КЕМ УЛ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ЯҠУПОВ?

– По вагонам! – ҡысҡырҙылар Башҡорт балаларына...

БЕР БӘЙЕТ ЯҘМЫШЫ. КЕМ УЛ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ЯҠУПОВ?БЕР БӘЙЕТ ЯҘМЫШЫ. КЕМ УЛ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ЯҠУПОВ?
БЕР БӘЙЕТ ЯҘМЫШЫ. КЕМ УЛ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ЯҠУПОВ?
  1. Бала саҡтан белгән бәйет

Бирге яҡта иҫкән елдәр

Арғы яҡта иҫерме?

Иҫкән елдәр сәләмемде

Илемә алып китерме?

Ҡыҙылармеец Яҡупов

Башҡортостан иленән,

Яҙам ошо бәйетемде

Яраланғас билемдән...

Был бәйет юлдары миңә бала саҡтан яҡшы таныш.  Ул 6-сы класс уҡыусыларының башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә ингән ине. Бәйеттең ав- торы күрһәтелмәгән, ваҡиғалар Яҡупов фамилиялы ҡыҙылармеец исеменән яҙылған һәм уның исеме лә, сығышы менән ҡайһы яҡ кешеһе икәнлеге лә билдәһеҙ. Унда: “1942 йылда һуғыш ҡырында Али Карнай килеп юлыҡҡан һалдат яҙмаларынан” тигән иҫкәрмә генә бар. Шуға күрә, мин бала аҡылым менән бәйетте ятлаған сағымда, авторы беҙҙең ауыл кешеһелер, тип фараз ҡылдым, сөнки Икенсе Этҡол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Яҡуповтар күп кенә һәм уларҙың бер нисәүһе һуғыш яланында ятып ҡалған. Ундай фекергә килергә, бәлки, бәйеттең ошо юлдары ла сәбәпсе булғандыр:

Комэскадрон Ибраһимов

Беҙгә команда бирҙе:

– Эскадрон, атакаға! – тип

Яңғыратып ялан ерҙе...

Атайымдың бер туған ағаһы Ғәйнислам Сөләймән улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була һәм уның яҙмышы оҙаҡ йылдар беҙҙең өсөн билдәһеҙ ҡалды. Бәйетте ятлаған саҡта, комэскадрон Ибраһимов, бәлки, минең һуғышта ятып ҡалған Ғәйнислам олатайымдыр, тип тә уйлай инем, әммә яңылышҡан булып сыҡтым. 1989 йылда уның яҙмышы асыҡланды – рядовой Ғәйнислам Сөләймән улы Ибраһимов 1943 йылдың 6 июнендә Бел- город өлкәһенең Разумное ҡасабаһын азат иткәндә батырҙарса һәләк булған.

Бер һүҙ менән әйткәндә, “Дон далаларында” тип аталған был бәйетте бала саҡтан хәтеремдә йөрөттөм. Шуға ла 2018 йылда, 33 йыл ғүмер үткәндән һуң, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1943 йылдың 11 майы һанында ошо әҫәргә юлыҡҡас, уны бер нисек тә иғтибарһыҙ ҡалдыра алма- ным. Гәзиттә баҫылған вариант мәктәп дәреслегендә бирелгәнгә ҡарағанда күпкә күләмле икәнлеге шундуҡ күҙемә салынды. Авторы бында ла билдәһеҙ. Уҡый башлағас та, күләме яғынан ғына түгел, йөкмәткеһе бу- йынса ла бик бай әҫәр икәнлеге аңлашылды. Шуға күрә лә, текстағы һәр һөйләмгә, һәр һүҙгә ҙур иғтибар бүлеп, хәҙерге белемем һәм тәжрибәмде файҙаланып, әҫәрҙе бик ентекле өйрәнергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем.

  1. Ҡыҙылармеец Яҡуповтың исеме кем?

Данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһының хәрби юлы тураһында башҡорт һәм донъя әҙәбиәтендә бихисап әҫәрҙәр бар, ә бының уникаллеге шунда – ул шиғри юлдар менән бик халыҡсан итеп ябай һалдат күҙлегенән яҙылған. Бәйеттә һүҙҙең 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның яугирҙәре хаҡында барыуын аңлауы еңел; унда телгә алынған ваҡиғалар, фамилиялар, географик ерлек – барыһы ла Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихи юлын һүрәтләй. Билдәһеҙ автор дошманды аяуһыҙ ҡырған яуҙаштарының, ҡаты алыштарҙа һәләк булған дуҫтарының исемен мәңгеләштереү өсөн халыҡ ижадында киң билдәле һәм популяр жанрҙарҙың береһен – бәйетте файҙаланып, әҫәрҙең ҡиммәтен бермә-бер арттырған ғына. Ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижадында ир-егеттәрҙең төрлө замандағы батырлыҡтарын сағылдырған бәйеттәр күп. Мәҫәлән, “Салауат бәйете”, “Француз яуы бәйете” һ.б. Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында ла был жанр бик популяр була. Һалдаттар ғына түгел, улдарын яуҙан көткән әсәйҙәр ҙә бәйет сығарған. Мәҫәлән, Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауы- лында йәшәүсе Мәрзиә Уразаеваның берҙән-бер улы Сабитулла яу ҡырында ятып ҡала. Әсә кеше үҙенең ҡайғыһын, аһ-зарын бәйеткә һала. “Сабитулла бәйете” телдән-телгә таралып, ҡағыҙҙан-ҡағыҙға күсеп, һуғыш осоронда бик күп әсәйҙәр тарафынан урыны-урыны менән көйләнеп, йә яттан һөйләнеп, киң таралған әҫәргә әйләнә.

“Дон далаларында” бәйетенең тап Али Карнайҙың ҡулына килеп эләгеүен бәхетле осраҡ тип һанарға кәрәк. Билдәле булыуынса, Али Карнай 1942 йылдан алып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы органы – “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең яуаплы мөхәррире була. Минеңсә, ул бәйет ҡулына килеп эләккәс тә, авторын табыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған. Шул ниәттә әҫәрҙе республикала киң таралған “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып сығарыуы ла бик ихтимал, сөнки мәҡәләнең аҙағында ошондай иҫкәрмә бирә:

“Был бәйетте беҙ Дон далаларында 1942 йылдың ноябрь аҙаҡтарында немец оккупанттарына ҡаршы Башҡорт кавдивизияһы тара- фынан алып барылған ҡаты һуғыштар ваҡытында бер блиндаж янында табып алғайныҡ. Бәйет ябай дәфтәргә яҙылған һәм бер өлөшө авиабомбамы, минамы ярсығы тейеп йыртылған, телгеләнгән. Аҙаҡҡы бите бөтөнләй юҡ ине. Күрәһең, авторҙың тулы исеме лә, адресы ла шунда яҙылғандыр. Ләкин, үкенескә ҡаршы, авторы табылманы. Хәҙер ҡайҙа ул? Иҫәнме, әллә һуғыш яландарында ятып ҡалғанмы? Беҙ был билдәһеҙ һалдаттың иҫтәлеге итеп уның бәйетен тулыландырып, төҙәтеп, матбуғатҡа сығарырға булдыҡ.

Али Карнай”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп тә үтмәй, 1943 йылдың 16 июнендә башҡорт әҙәбиәтенең талантлы яҙыусыһы, хәрби журналист Али Карнайҙың ғүмере фажиғәле өҙөлә.

Бәйеттең төп өлөшө дивизияның алышҡа ингән тәүге мәлдәрен һүрәтләүҙән башлана:

– По вагонам! – ҡысҡырҙылар

Башҡорт балаларына.

Май башында килеп төштөк

“Е” ҡалаһы янына.

Гәзит вариантында “Е” ҡалаһы тип бирелгән, ә дәреслектә “Ефрим” ҡалаһы тип күрһәтелгән ине. Ефрим – хәҙерге Тула өлкәһенә ҡараған Ефремов ҡалаһы. Тарихта шул билдәле: 1942 йылдың 17 апрелендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһын эшелондарға тейәп, Дим станцияһынан Мәскәү – Донбасс тимер юлының Ефремово станцияһына тиклем оҙата башлайҙар. Белеүебеҙсә, 112-се дивизия составында 275-се, 294-се һәм 313-сө кавалерия полктары була. Бәйеттең авторы ҡайһы полк составында һуғышты икән? Әҫәрҙә был турала һүҙ бармай, әммә ул хеҙмәт иткән полктың тәүге алышта уҡ Ефремов станцияһы эргәһендәге ауылдарҙың береһендә фашистарҙы ҡырып һалыуын автор ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итә:

Һандуғастар һайрай ине

Ул ерҙең урманында.

Фашистарҙы ҡырып һалдыҡ

Шул ауыл урамында.

Артабанғы алыштың Олым йылғаһы буйында дауам итеүе хаҡында ла бәйеттә бик матур итеп әйтеп кителә:

Олым буйы матур икән

Арыш етеп килгәндә.

Күп немецтең башына еттек,

Беҙгә ҡаршы килгәнгә.

Артабан автор “Уттай янып япраҡтар һарғайғанда, көҙ көнө, ҙур походҡа” китеүҙәрен, “бик күп илдәр үтеп, далаларға етеүҙәр”ен, “фронтты өҙөп, дошмандың артына төшөп алыуҙары һәм осраған һәр бер ерҙә немецте ҡырып һалыуҙар”ын бик матур итеп тасуирлай, дивизияның “яланды ҡар ҡаплаған саҡта Дон йылға буйына” барып етеүҙәре тураһында яҙа. Һуғыштың бик ҡаты барыуын, һалдаттарҙың батыр командирҙар – Күсем һәм Маҡай улы етәкселегендә ҙур алыштарға инеүен, тыуған ил өсөн күп егеттәрҙең үҙен ҡорбан итеүҙәрен һәм шулар иҫәбендә командирҙар Һиҙиәтов, Ғафаров, Хәйруллиндарҙың да булыуын бик әсенеп яҙа билдәһеҙ автор.

Бәйеттә фамилиялар бик күп осрай. Ҡыҙылармеец Яҡупов 30 һалдаттың

– 30 батырҙың йә фамилияһын, йә исемен телгә ала. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, үзбәктәр, төркмәндәр һәм башҡалар. Ҡайһы берҙәренең хәрби дәрәжәләрен, звание- ларын да бәйеттә әйтеп үтә: комэскадрон Мәмбәтҡолов, политрук Сәғитов, капитандар Сәйфи Хәбиров, Гәрәев, Нагаев, йәш лейтенант Столбов, зам- полит Сағуманов, помполит Аҙнағол, наводчик Фәруҡшин, связист Фәтхиев, разведчиктар Кашапов, Крепак, Миначов, Кәрим Нарбеков.

Бәйеттең тулы вариантын уҡыған саҡта иң тәүҙә: “Был бәйетте һалдат Яҡупов госпиталдә дауаланып ятҡанында яҙманымы икән?” – тигән фекер тыуҙы, сөнки әҫәрҙәге:

“Алты румын һалдаты Ҡыуаҡлыҡтан сыҡтылар, Алтыһы ла миңә ҡарап, Автоматтан аттылар. Винтовка, ҡылыс, граната Барын да эшкә ҡуштым.

Күпме һуғышҡанмындыр – Унан яҙғанмын һуштан. Ауыртыуҙан иҫемә килһәм, Күҙемде асып ҡараһам Туҙылышып яталар,

Алты румын һалдаты”,

тигән юлдар ҙа, бәйеттең башында уҡ әйтеп кителгән “Яҙам ошо бәйетемде, яраланғас билемдән” тигән һөйләм дә уның яуҙа яраланыуы хаҡында һөйләй. Әммә Али Карнай “бер блиндаж янында табып  алдыҡ” тигән иҫкәрмә яҙа... Миңә ҡалһа, бәйет бер нисә ай ижад ителгән һәм ошо ваҡыт арауығында, ихтимал, ҡыҙылармеец Яҡупов яраһынан ҡабат аяҡҡа баҫып, фронттағы юлын дауам иткән. Шуға күрә лә ябай дәфтәргә яҙылған был әҫәр блиндаж эргәһендә табыла инде.

Бәйетте уҡыған саҡта бик иғтибарлы булырға кәрәклеген дә, бәләкәй генә факттың да әҫәрҙең авторын табыр өсөн дөрөҫ асҡыс булыуы ихтималлығын мин, әлбиттә, аңлайым. Ҡабаланмай, һәр юлды бик иғтибарлап уҡыйым һәм... табышҡа юлығам. Бәйеттең гәзиттә донъя күргән тулы вариантында “Бибиасма” тигән исем телгә алына.

“Биби Асма, минең өсөн

Бик ҡайғырма, бошонма!” – тип яҙа автор.

Кем ул Бибиасма? Ҡатынымы, һөйгән йәреме? Һорауыма шундуҡ яуап та табылды. Артабан бәйеттә Яҡупов “ҡәҙерле балаларым” тип тә өндәшә. Тимәк, ҡатыны! “Балаларым” тиеүе – тимәк, уның кәмендә ике балаһы бар!

Иптәшем Биби Асма! Ҡәҙерле балаларым! Ағиҙел буйы, тауҙар Һәм урман, далалары! Йөрәктәге хистәрҙе, Ялҡынлы уйҙарымды Һөйләйһем килә һеҙгә, Йырлайһым килә һеҙгә!

Бындай мәғлүмәттәргә эйә булғас, ҡыҙылармеец Яҡуповтың исемен табырға мотлаҡ кәрәк, тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә. Бәйеттә Яҡупов һуғышҡа тиклем колхозда бригадир булып эшләүен дә телгә алған.

Мин колхозник – бригадир Һуғышып йөрөнөм ошонда. Тимәк, ауыл кешеһе.

2018 йылдың майында Яҡуповтың эҙенә төшөү маҡсаты менән эш баш- ланым. Тәү ҡарамаҡҡа, тиҙ һәм еңел генә табырмын тигән ышанысым да бар ине. Ҡулымда факттар ҙа етерлек кеүек: 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында һуғышҡан. Ҡатыны – Бибиасма. Һуғышҡа тиклем икәү, ә, бәлки, күберәк тә балалары булған. Колхозда бригадир булып эшләгән. 1942 йылдың көҙөндә яраланған, аҙаҡ ҡабат стройға баҫҡан.

Эҙләү эштәрен республиканың Хәрби дан музейының филиалы булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейынан башланым. Музей хеҙмәткәрҙәре миңә был дивизия составында барлығы ун һигеҙ Яҡупов һуғышҡанын әйтте һәм исемлек бирҙе. Ошо исемлек буйлап Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағында булған, Бөйөк Ватан һуғышына ҡараған “Халыҡ батырлығы” электрон документтар банкы сайтына индем һәм унан Яҡуповтар тураһында мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Фамилияларҙа һәм исемдәрҙә йыш ҡына осраған хаталар эште ҡатмарлаштырһа ла, һуғышта һәләк булған дүрт Яҡуповтың ҡатындарының исемен белдем. Улар араһында Бибиасма исемле кеше осраманы. Шул уҡ ваҡытта үҙемә: “Бәлки, ул һуғыштан тере ҡайтҡандыр?” – тигән һорау ҙа биреп ҡуям. Ҡалған ун дүрт Яҡуповтың береһе хәрби врач булып сыҡты, береһе – рус милләтенән. Эште тағы ла шул ҡатмарлаштырҙы: Яҡуповтарҙың күбеһе һуғыш яланында ятып ҡалған, ә бына уларҙың һәләк булыуын хәбәр иткән “ҡара ҡағыҙ”ҙың кем исеменә ебәрелгәне сайтта күрһәтелмәй. Үҙемде кәбән араһынан энә эҙләгән кеше кеүек хис итһәм дә, барыбер өмөтөмдө өҙмәйем. Ваҡыты- ваҡыты менән сайтҡа инәм. Һәр Яҡупов өсөн айырым картотека эшләнем һәм уларҙың фамилияһын, исемен, атаһының исемен күрһәтеп, тыуған йылдарын, ҡайһы военкоматтан һуғышҡа саҡырылғанын яҙып алдым. Хәрби дәрәжәләрен дә өҫтәнем. Айына бер, ҡайһы осраҡта хатта өс-дүрт айға бер сайтҡа инәм дә, яңы мәғлүмәттәр сыҡһа, баяғы картотекаға яҙып ҡуям. Ә бит ҡалған ун ике Яҡуповтың араһынан береһен дә төшөрөп ҡалдырып булмай, ярамай, ул ун ике һалдаттың һәр береһе бәйет авторы булып сығыуы ихтимал. Хәҙер берҙән-бер әмәл булып һәр береһенең тыуған районына, ауылына яҙып, йә шылтыратып туғандары, ауылдаштары аша мәғлүмәт эҙләү сараһы ғына ҡала. Был эшкә тотонорға форсат сыҡмайыраҡ торҙо.

  1. Осраҡлы табыш

2022   йылда   Башҡортостан   Республикаһы   халыҡ   шағиры   Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнде. Ошо айҡанлы билдәле ре- жиссер Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмының премьераһы үтте. Октябрь айында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған  сайт төҙөү эшен башланы һәм  миңә, фильмдың  сценарий  авторҙарының  береһенә, ярҙам  һорап мөрәжәғәт иттеләр. Оло ихласлыҡ менән мин дә ул эшкә ҡушылдым. Рәми Ғарипов, талантлы шағир булыу менән бер рәттән, талантлы журналист та. Ваҡытлы матбуғатта уның бик күп мәҡәләләре донъя күрә. Көндәрҙең береһендә республиканың Милли китапханаһына барҙым. Үҙем менән студенттарҙы ла алдым. Маҡсатым: студенттарҙы башҡорт телендә донъя күргән  журналдар  менән  таныштырыу.  Эште  “Ағиҙел”дән  башланыҡ. Журналдың “Әҙәби Башҡортостан” тип атап йөрөтөлгән осоронан алып һәр йылдың һәр номерын барлай торғас, 1968 йылдың 2-се һанына ла барып еттек. Күҙемә бик матур мәҡәлә салынды. Авторы – Мөхтәр Сәғитов. Мәҡәлә үҙе “Ҡайғы, нәфрәт, еңеүгә ышаныс” тип атала һәм ошондай юлдар менән башланған: “Был бәләкәй генә мәҡәләлә мин һуғыш осоро өсөн ғәҙәттәге бер күренеш булған, ә хәҙерге көндә ҡиммәтле ҡомартҡыға әүерелгән бер нисә һалдат хаты һәм бер әсәнең фронтта һәләк булған улына сығарған бәйете хаҡында ғына һөйләйәсәкмен. Башҡорт һалдаттары ауыр һуғыш яландарынан, ут эсенән туғандарына дошманды еңәсәктәренә тулы ыша- ныс, тыуған илен һөйөү, дошманға ҡаты нәфрәт, тыныс тормошто һағыныу тойғолары менән һуғарылған өсмөйөшлө хаттар яҙҙылар. Шуныһы мөһим: уларҙа ауырлыҡтарға зарланыу, рух төшөнкөлөгө юҡ. Был йәһәттән Мәсетле районы егете Дәүләт Яҡуповтың хатын тулыһынса килтереү урынлы булыр. Ябай башҡорт егете Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән, белем алған, ғаиләле булған. Ҡатыны Бибиасма уға береһенән-береһе

матур ике ҡыҙ, бер ул табып биргән...” Яҡупов... Ҡатыны – Бибиасма...

...Был бит мин эҙләгән Яҡупов! Таптым! Хис-тойғоларыма хужа була ал- майынса, китапхананы тултырып, ҡысҡырып ебәрәм. Бер нәмә лә аңламаған студенттарымдың етеһе лә миңә бер юлы һораулы ҡараш таш- лай. Уларға түкмәй-сәсмәй ҡайһы Яҡуповты эҙләгәнемде һөйләп бирәм. Күмәкләшеп журналда баҫылған хатты уҡый башлайбыҙ...

“Һаумы, Асма! Һиңә ҡыуаныслы сәләмдәремде күндереп, Дәүләтбай. Минән күп итеп һөйөклө балаларыма – Венераға, Фәнилгә, Розаға, туғандарыма, барлыҡ ауылдаштарға сәләм әйт. Хатты мин окоп эсенән яҙам. Бөгөн 1 Май көнө. Көн шундай матур, ҡояшлы. 1 Май байрамын элек нисек һәйбәт үткәрә инек. Ә бына бөгөн беҙ бөйөк тантана көнөн ут-ғәрәсәт эсендә ҡаршылайбыҙ. Һуғыш ҡаты бара. Беҙҙең егеттәр бик сая һуғышалар. Немец фашистәрен үҙ өңдәренә табан ҡыуабыҙ. Дошманға үлемесле яра һалынған, тик шулай ҙа ул ҡурҡыныс әле. Беҙ, ил намыҫын, Урал иркен һаҡлап, дошманды өңөндә дөмөктөрәсәкбеҙ.

Шуныһы үкенесле: һабан һөрөп, иген сәсеп йөрөр ошо көндә беҙ ҡан ҡоябыҙ. Тир түгеп һабан һөрөүе лә ҡәҙерен белгән кешегә ҙур бәхет бит. Ҡоштар һайрауын  ләззәтләнеп  тыңлау  урынына  бер  туҡтауһыҙ  бомба,  снаряд шартлағанын ишетәбеҙ.

Асма, мин аңлайым, һиңә унда балаларҙы ҡарауы, донъя көтөүе бик ауырҙыр. Бөтәбеҙгә лә ҡыйын мәл. Илгә килгән ауырлыҡты иңебеҙ менән күтәрәйек. Еңеү таңы килер, ауырлыҡтар бөтөр, хәҙергә түҙергә тырыш. Һин бит көслө кеше. Мөмкин тиклем бәрәңгене күберәк ултыртырға тырыш. Ҡиммәтлерәк нәмәләрҙе һат, балалар аслыҡтан хитланмаһындар. Һеҙҙең барығыҙҙы ла бик һағындым. Асма, дошман әле еңелмәгән. Уны тамам еңгәнгә тиклем байтаҡ ҡорбандар буласаҡ. Бына әле артподготовка бара. Тиҙҙән атакаға ташланасаҡбыҙ. Кем белә, бәлки, миңә Тыуған ил өсөн баш һалырға тура килер. Һиңә үтенесем шул: балаларҙы нисек булһа ла үҫтерергә, Совет иленә яраҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыш инде.

Ғәйепкә алма инде, мин бер-ике генә йыр яҙам. Һин уны балаларға йырларһың: “Атайыңдың һеҙгә яҙған йыры”, – тип әйтерһең. Ашығыс булды, иҫән булһам, тағы ла яҙырмын әле.

Һары күбәләк уйнай, Һары күбәләктәй йәнем Гел генә һеҙҙе уйлай.

Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар, Оса Ленинградҡа; Балаларымды оҡшатам Бешкән виноградҡа.

Асма,  тағы  шуны  ла  әйтке  килә:  балаларым,  Тыуған  илем  алдында намыҫым аҡ булды. Һеҙгә минең ҡылған эштәрем өсөн оялырға тура килмәҫ.

Үҙ хәлегеҙ менән таныштырып хат яҙ. Колхоз быйыл яҙғы сәсеүҙе нисек башланы? Һеҙҙе 1 Май байрамы менән ҡотлап, Дәүләт. 1 Май, 1944 йыл”.

  1. Ни өсөн тап Дәүләтбай Яҡупов?

Хатты уҡып бөткәс тә телефонымды алам һәм университетта бергә уҡыған курсташтарыма: “Миңә тиҙ арала Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында йәшәгән Яҡуповтарҙы, бик булмаһа, ошо ауыл кешеләренән кемдең дә булһа номерын табып бирегеҙ әле”, – тигән үтенес яҙып ебәрәм. Тәүлек үтеүгә Дәүләтбай Яҡуповтың ейәне, өлкән ҡыҙы Венераның улы Булат Ридмир улы Баевты табып, уның менән телефондан һөйләшә инек. “Ҡартатайымдың бер шиғыры һаҡланған беҙҙә”, – тигән хәбәрен ишеткәс, иртәгә үк осрашырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ.

Өфө ҡалаһының 92-се коррекция мәктәбендә директор булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Булат Баев, әйтерһең дә, ҡасан да булһа кемдер килеп, уның ҡаршыһына ултырып, ҡартатаһы хаҡында һүҙ башларын көткән. Ҡәҙерләп кенә, бик ҙур һаҡлыҡ менән бәләкәй тимер сейфты аса һәм миңә: “Ордендың үҙе музейҙа һаҡлана”, – тип Дәүләтбай Яҡуповтың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән оло батырлығы өсөн бирелгән 3-сө дәрәжә Дан орденының танытмаһын сығарып күрһәтә. Та- нытма эргәһендә артыҡ ҙур булмаған гәзит киҫәге ята. “Теге шиғыр, моғайын, ошолор”, – тип уйлап та өлгөрмәйем, Булат Ридмир улы уны миңә тотторҙо ла һүҙен дауам итте: “Был шиғырҙың ҡайҙа һәм ҡасан баҫылғанын теүәл генә белмәйбеҙ. Ҡартатайым әнкәйемә фронттан хат аша һалған.

Ҡатынына яратып “Иркәм” тип өндәшер булған. Шиғырына ла “Иркәмә” тип исем биргән. Бибиәсмә әнкәйем һуңғы һулышын алғанда ла ымлап ошо шиғырҙы һорап алды. Ошо гәзит киҫәген тотҡан килеш донъя менән хуш- лашты тиергә лә була...”

Мин,  ғалим  кеше,  ҡулыма  ниндәй  хазина  килеп  эләккәнен  яҡшы аңлайым. Шиғырҙы уҡып та тормайынса, тәүге һорауға яуапты эҙләй баш- ланым:   “Был   Бөйөк   Ватан   һуғышында   баҫылып   сыҡҡан   “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите түгел. Ул гәзиттең шрифы икенсерәк. Ә, бында бит, редакцияның  адресы  күрһәтелгән!  Полевая  почтовая  станция!  Тимәк, “Ҡыҙыл атлылар” гәзите булырға тейеш... Һеҙ миңә был шиғырҙы бирегеҙ, Милли китапханала ул гәзиттең  бер нисә һаны һаҡланған. Шулар менән сағыштырып ҡына ҡарайым. Бер ниндәй ҙә шик ҡалмаһын өсөн...” – тип үтендем Булат Ридмир улынан. Ул минең был тәҡдимемә ыңғай яуап бирһә лә, бер сәғәт элек кенә танышҡан ниндәйҙер Саламатоваға ғаиләләре өсөн бик ҡәҙерле һаналған әйберҙе ҡапыл тоттороп ебәрергә ҡыйынһынды ши- келле, сөнки заманында Дәүләтбай Яҡуповтың фронттан шиғыр юлдары менән яҙған хаттарын йә ғалимдар, йә журналистар һорап алып киткәндәр ҙә, береһе лә кире ҡайтарып бирмәгән. Араларында бары Мөхтәр Сәғитов ҡына   вәғәҙәһен   үтәгән.   Матур   мәҡәлә   яҙып,   “Ағиҙел”   журналына тапшырған. Шиғырҙы ҡулға төшөрөү бәхете мине ныҡ ҡыуандырҙы, сөнки ул – “Дон далаларында” бәйетенең авторы Дәүләтбай Яҡупов тигән асы- шымды  дәлилләп  торған  тағы  ла  бер  иҫбатлаусы  яҙма. Ҡыҙылармеец Яҡуповтың шағир икәнлегендә хәҙер инде шик бөтөнләй юҡ, тиергә лә була. 2021  йылда  беҙ  билдәле  журналист,  Башҡортостандың  атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәйсә апай Абдуллина- Ҡазбулатова менән исеме оҙаҡ йылдар онотолоуға дусар ителгән ғалим, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижады хаҡында диссертация яҙған Зәбих Исҡужин хаҡында документаль фильм эшләгәйнек. Шул саҡта мин Рәйсә Рәйес ҡыҙының талантына ғына түгел, бик ғилемле кеше икәненә хайран ҡалдым. Үҙем өсөн киләсәктә лә уның менән ошондай фильмдар мотлаҡ эшләргә кәрәк, тигән һығымта яһап ҡуйғайным. Булат Ридмир улы менән хушлашҡас та Рәйсә Рәйес ҡыҙына шылтыратам һәм Дәүләтбай Яҡупов тураһында һөйләй башлайым. Минең оҙон һәм оҙаҡ итеп һөйләгәнемде бик ихлас тыңлай белгән Рәйсә апай: “Фильм.  Әйҙә,  фильм  эшләйек”, –  ти.  Ең  һыҙғанып  эшкә  тотонабыҙ. Дәүләтбай Яҡуповтың тыуған ауылы Яңы Мишәргә барабыҙ. Уның ҡыҙҙары Роза апай Солтанова, Земфира апай Әбделғәлимова менән осрашабыҙ, Арыҫлан  Мөбәрәков  исемендәге  Сибай  башҡорт  дәүләт  драма  театры актерҙары ҡатнашлығында оҫта оператор Римзат Билалов менән докумен- таль фильм төшөрә башлайбыҙ. 2023 йылдың 9 майына фильм әҙер булды һәм уны БЮТ каналы бөтә республика халҡына тәҡдим итте. Ҡыҙылармеец Д. Яҡупов образын бик уңышлы итеп Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Сөнәғәтов кәүҙәләндерһә, Бибиәсмә роленә талантлы актриса Залина Усманованы алдыҡ.

Бибиәсмә балаларын ас итмәйем тип көндөҙ колхоз баҫыуында бил бөкһә, төндәрен ауылдаштарына тегеү машинаһында күлдәктәр теккән. Ҡәҙерле иренең төҫө итеп үҫтергән дүрт балаһына ла белем алырға ярҙам итә ул. Венера, Роза, Земфира – уҡытыусылар, Фәнил – нефтсе. Венера Дәүләтбай ҡыҙы Яҡупова “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары наградаға эйә булһа, Фәнил Дәүләтбай улы – СССР-ҙың “Почет Билдәһе” ордены кавалеры. Роза Дәүләтбай ҡыҙы Солтанова 40 йылдан ашыу илебеҙгә фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеп, тормош иптәше Миңләхмәт Иш- булды улы Солтанов менән республикабыҙға лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтереп биргән, оло ихтирамға лайыҡлы шәхестәр. Земфира Дәүләтбай ҡыҙы иһә хаҡлы ялға тиклем Балаҡатай районының Үтәш урта мәктәбендә тарих дәрестәрен уҡыта. Дәүләтбай Яҡупов хатында яҙғанса, “Балаларҙы нисек булһа ла үҫтерергә, Совет иленә яраҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыш инде...” тигән васыт үтәлә. Тағы ла бер асыҡлыҡ индереп китергә кәрәктер. 1944 йылдың 1 майында яҙған хатында Д. Яҡупов өс балаһын ғына телгә ала, ә дүртенсе ҡыҙы Земфира 7 май көнө тыуа, алты көндән тағы ла бер тапҡыр атай буласағын Дәүләтбай Яҡупов әлегә белмәй.

Дәүләтбай Яҡупов тураһында эҙләнеүҙәр алып барғанда яҙмыш мине тағы ла бик матур бер кеше менән осраштырҙы. Ул – Дәүләтбай Яҡуповтың тағы бер ейәне, Мәсетле районының почетлы гражданы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры, биология фәндәре кандидаты, дәүләт эшмәкәре Ирек Жиһанур улы Яҡупов. Д. Яҡупов тәүҙә Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында тыуып үҫкән Шәһиҙә исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың 1933 йылда Жиһанур исемле улдары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртаҡ яҙмыштары килеп сыҡмай, Жиһанур өс йәшенән алып Дәүләтбайҙың әсәһе Миңлеямал ҡарамағында үҫә. Заманында данлыҡлы Темәс педагогия училищеһын тамамлаған Жиһанур Дәүләтбай улы артабан КПСС Үҙәк ко- митеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбендә белем ала. 30 йылдан ашыу Мәсетле районының Яңы Мишәр урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен уҡыта.

Тәүге осрашыуҙа уҡ бына нимәләр һөйләне миңә Ирек Жиһанур улы: “Ғаиләбеҙ менән был әҫәрҙе уҡыған һайын ҡартатайыбыҙ Дәүләтбай

Мәүлетбай улы Яҡупов менән оҡшашлыҡтарҙың, биографик факттар менән күп өлөштәренең тура килеүен күреп гел ғәжәпләндек. Бигерәк тә бәйеттәге:

Пушкаларҙан да аттыҡ беҙ, ПТР-ҙан да аттыҡ беҙ.

Ҡаршы килгән танкыларҙы Селпәрәмә ваттыҡ беҙ! –

тигән юлдар ҡартатайыбыҙҙың хәрби юлына тап килә, сөнки Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡланған документтарҙа гвардия өлкән сержанты Яҡупов Дәүләт Мәүлет улы башта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадроны ҡылыслылар бүлексәһе командиры, тип күрһәтелә, ә артабан дивизияның Дон буйындағы алыштарында Д. Яҡуповтың ПТР взводында бүлексә командиры булып хеҙмәт итеүе хаҡында мәғлүмәт бар. 3-сө дәрәжә Дан орденының на- градлау битендә лә, ПТР отделениеһы командиры, тип яҙылған.

И. Ж. Яҡупов ҡартатаһының наградаларын тулыһынса барлаған. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, “3-сө дәрәжә Дан ордены” һәм “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән наградланған булған ҡартатайыбыҙҙың ғүмере Бөйөк Еңеүгә 17 көн ҡалғас өҙөлә. Ул 1945 йылдың 23 апрелендә Берлин эргәһендәге стратегик әһәмиәткә эйә булған Креммен ҡалаһы өсөн барған аяуһыҙ алыштарҙа батырҙарса һәләк була”, – тип һөйләне ейәне.

Ирек Жиһанур улы бәйеттәге “Комэскадрон Ибраһимов”тың кем икәнен дә асыҡлаған. Ул- өлкән лейтенат Хөсәйен Ибраһимов, 313-сө кава- лерия полкының 2-се эскадрон командиры. Тимәк, Д. Яҡупов 313-сө полк составында һуғышҡан булып сыға.

Дүрт тиҫтә йыл күңелемдә йәшәгән ошо бәйетте уҡыған  һайын  асыш  яһайым.  Мәҡәлә  яҙылып бөтөлөп, инде баҫмаға китте, тигән мәлдә тағы ла бер  тапҡыр  уҡып  сығырға  булдым.  Был  юлы ниңәлер тыныш  билдәләренә  айырыуса  иғтибар бүлдем һәм шаҡ ҡаттым. “Комэскадрон Ибраһимов” ҡа арналған өлөшө дүрт юлдан түгел, ә алты юлдан тора икән бит!

Комэскадрон Ибраһимов

Беҙгә команда бирҙе:

Эскадрон атакаға! – тип

Яңғыратып ялан ерҙе.

Йыртҡыс фашист пуляһы

Ғүмерен өҙҙө батырҙың.

Быға тиклем һуңғы ике юлды бәйеттә артабан телгә алынған лейтенант Столбов менән бәйле, тип ҡабул иткәнмен. 313-сө кавалерия полкының 2- се эскадрон командиры, өлкән лейтенант Хөсәйен Ибраһимов тураһында мәғлүмәт эҙләйем. Тәүҙә интернет селтәре аша, аҙаҡ китапханаға йүгерәм. 1909 йылда Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Һайран ауылында тыуған Хөсәйен Абдулла улы Ибраһимов һуғышҡа тиклем Ҡазан ҡалаһында хәрби училище тамамлаған. 1942 йылдың ноябрендә хәбәрһеҙ юғала. Бөтә сығанаҡтарҙа ла бер үк мәғлүмәт – “хәбәрһеҙ юғалған”. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға тиҙҙән 81 йыл тула. Ошо йылдар эсендә миллионлаған яугирҙәрҙең яҙмышы асыҡланды, ә тотош эскадрон менән етәкселек иткән батыр яугирҙең яҙмышы документтарҙа һаман да билдәһеҙ булып ҡала. Юҡ, ул билдәле! Уның яҙмышы 1942 йылдың ноябрендә үк билдәле булған! Хөсәйен Ибраһимов командаһы аҫтында дошманға ҡаршы аяуһыҙ атакаға ташланған Дәүләтбай Яҡупов уның исемен үҙ ҡулдары менән ташҡа баҫып ҡалдырған. Хөсәйен Ибраһимов яуҙа батырҙарса һәләк булған һәм уның шаһиты бар!

Бәйеттең авторы Дәүләтбай Яҡупов икәнен иҫбатлап торған тағы ла бер дәлил – унда ҡулланылған диалект һүҙҙәр. Бәйеттә:

“Беҙҙең ғәзиз еребеҙҙе

Немец табаны таптаған”, –

тигән юлдар бар. Автор көнсығыш диалекты өсөн хас булған “таптаған” һүҙен файҙалана. Д. Яҡупов шулай уҡ башҡорт теленең көнсығыш варианты өсөн хас булған ҡалын вариантты файҙаланып, “Бибиәсмә”не “Бибиасма" тип яҙа. Ошоға ҡарап та, бәйеттең авторы башҡорт теленең көнсығыш диа- лектында һөйләшкән, тип билдәләргә була, йәғни Башҡортостандың Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан райондарында тыуып үҫкәндәрҙең береһе.

“Дон далаларында” тип аталған һоҡланғыс бәйеттең авторы Дәүләтбай Яҡупов икәненә тамам инанғас, был автор ниндәй уҡыу йортон тамамлаған икән, тигән ҡыҙыҡһыныу ҙа уянды. Минең ҡарамаҡҡа, ул юғары белемгә эйә кеше булырға тейеш кеүек тойолдо. Партия ағзаһы булһа, уның хаҡында Башҡортостан Республикаһының Милли архивында мәғлүмәт булырға тейеш, тип фараз иттем һәм архивҡа ошо хаҡта мәғлүмәт һорап ғариза яҙҙым. Ике тәүлек үтеүгә ыңғай яуап килде. Милли архивта Дәүләтбай Яҡуповтың шәхси эше (личное дело – С.Г.) һаҡлана, әммә ул коммунистар партияһы ағзаһы ла, партияға ағзалыҡҡа кандидат та булмай сыҡты. Ә шәхси эш район ҡулланыусылар йәмғиәте, йәғни РайПО, хеҙмәткәре булараҡ асылған. Дәүләтбай Яҡупов 1942 йылдың 20 декабрендә ҡаты яраланғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип табыла һәм тыуған ауылына ҡайта. Тап ошо ваҡытта уны район ҡулланыусылар йәмғиәте ҡарамағындағы эшкә тәғәйенләйҙәр – ул Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында сельпо рәйесе булып эш башлай. Биографияһы бик ҡыҫҡа ғына бирелгән. Унда бары ошондай мәғлүмәттәр бар: Яҡупов Дәүләт (Дәүләтбай) Мәүлетбай улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуған. Белеме – башланғыс дүрт класс. 1930 йылдан – Фрунзе исемендәге колхоз ағзаһы. 1933–34 йылдарҙа Яңы Мишәр ауыл советында хисапсы булып эшләй. 1934–1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1936–1941 йылдарҙа Яңы Мишәр ауыл советында секретарь вазифаһын башҡара. 1941 йылдың 10 декабрендә фронтҡа алына. 1942 йылдың 20 декабрендә ҡаты яралана.

Белеме 4 класс тип кенә бирелгән. Әммә, тәжрибәмә таянып, ошондай һығымта яһарға батырсылыҡ итәм: Д. Яҡуповтың 4 класс белеме – ул Совет мәктәбендә уҡыған 4 йыл булырға тейеш, сөнки һуғыштан килгән хаттары барыһы ла латин графикаһында яҙылған. Ә уға тиклем мәҙрәсәлә белем алыуы ла бик ихтимал. Үҙ заманында Башҡортостан мәҙрәсәләрендә бик төплө белем биреүҙәре хаҡында хәбәрҙармын. Шәкерттәрҙе халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә тәрбиәләү менән бер рәттән, ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә француз теле, төрки халыҡтарының әҙәбиәте, телмәр мәҙәниәте, хатта актер оҫталығы дәрестәре лә уҡытылған. Д. Яҡуповтың юғары йәиһә махсус урта белеме булмаһа ла, белеме йәһәтенән дә бик төплө кеше булыуы күренә.

1943 йылдың башында тыуған яҡтарына ҡайтҡан Д. Яҡупов шул уҡ йылдың көҙөндә ҡабат фронтҡа юллана. Яралары төҙәлеп тә бөтмәйенсә фронтҡа кире китеүенең сәбәбен хәҙер теүәл генә әйтеүе лә ҡыйын. Сәбәптәрҙең бер нисәү булыуы ла ихтимал. Минеңсә, ижад кешеһенә, кисәге һалдатҡа, илдә ҡаты һуғыш барған саҡта төп ваҡиғаларҙан ситтә йөрөү, күрәһең, ауыр булған. Ул үҙен фронттың алғы һыҙығында күргән. Тыуған яҡтарына ҡабат әйләнеп ҡайта алмаясағын да һиҙгән ул. “Балала- рымды һаҡлағыҙ! Барыһын да ғилемле итергә тырышығыҙ” – һалдаттың васыяты ошо була. Атаһын ауыл ҡапҡаһына тиклем оҙата барған өлкән улы Жиһанурға затлы итеген ҡомартҡы итеп ҡалдырып китә. Шул итектәрҙе кейеп Жиһанур Дәүләтбай улы Яҡупов 1950 йылда үҙе тыуып үҫкән Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан 700 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Баймаҡ районының данлыҡлы Темәс педагогия училищеһына уҡырға китәсәк.

5. “Иркәмә” шиғырының авторы кем - Дәүләтбай Яҡуповмы, Әхтәм Ихсанмы?

Был мәҡәлә әгәр бынан ярты йыл элек баҫмаға әҙерләнгән булһа, мин ошо урында ҙур нөктә ҡуйыр инем дә, бер нисә йыл алып барған эҙләнеүҙәремдең осона сыҡҡан бәхетле кеше булараҡ, тормошомдоң Дәүләтбай Яҡупов ижадына бәйле бер битен ябып та ҡуйыр инем. Әммә... Әммә ошо йылдың июнь айында осраҡлы рәүештә Әхтәм Ихсановтың 1968 йылда донъя күргән “Минең шатлығым” тип аталған китабына юлыҡтым.

Һәм 43-сө биттә “Иркәмә” тип аталған шиғырҙы осраттым. Был шиғыр миңә яҡшы таныш. Мәҡәләмдең башында мин тап ошо шиғыр тураһында һүҙ алып барам. Бер үк исем менән донъя күргән был шиғырҙар йөкмәткеһе һәм яҙылыу стиле менән бер-береһенә бик яҡын булһалар ҙа, теге йәки был строфаларҙа айырмалар бар. Иң ғәжәпләндергәне шул – ике шиғыр ҙа Әсмәгә төбәп яҙылған. Ул юлдар һүҙмә-һүҙ тура килә. Дәүләтбай Яҡупов:

Ай яҡтыһы ергә ятҡан мәлдә

Мискәләрҙә ҡымыҙ әсетеп,

Көт һин мине, Әсмә, мин ҡайтырмын

Фашистарҙы бөтөрөп, юҡ итеп,

тип яҙһа, Әхтәм Ихсанов:

Ай яҡтыһы ергә ятҡан саҡта,

Мискәләрҙә ҡымыҙ әсетеп,

Көт һин мине, Әсмә, мин ҡайтырмын

Фашистарҙы ҡырып, юҡ итеп, – тип өндәшә. Күреүегеҙсә, бары ике һүҙҙә генә айырма, синонимдар ғына айырып тора.

Был табыш мине ҙур борсоуға һалды. Мин Д. Яҡупов тип  ышанып йөрөгән шиғыр башҡа авторҙың йыйынтығына ингән. Дәүләтбай Яҡупов ҡатыны Бибиәсмәгә хат аша “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә донъя күргән башҡа авторҙың шиғырын ебәрҙеме икән ни? Иң тәүге һорау: “Әхтәм Ихсановтың да ҡатыны Әсмә исемлеме икән?” Асыҡлыҡ индереү өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли архивына мөрәжәғәт иттем. Архивтағы документтарға ярашлы, Ә. Ихсановтың ҡатыны Зоя Зангараевна булып сыҡты. Бер улдары менән бер ҡыҙҙары барлығы ла яҙылған.

Әхтәм Ихсанов һуғыш ваҡытында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы органы – “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең яуаплы мөхәрриренең урынбаҫары була. Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағында булған “Халыҡ батырлығы” электрон документтар банкы сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, өлкән лей- тенант Ә. Ихсанов 1944 йылдың июнендә хәбәрһеҙ юғалған. Был турала иҫкәрмә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ихсанова Зәкирә Заянгәрәй ҡыҙына ад- реслана. Шулай ҙа ул иҫән булып сыға, 1944 йылдың ноябрендә штрафротаға эләгә, ә һуғыш тамамланғас тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтып төшә.

Был шағир ҡайһы бер ҡәләмдәштәренең хәтирәләренә лә ингән. Әммә яуҙаштары һәм ижадташтары уның шәхесенә ҡарата төрлөсә фекерҙәләр. Яныбай Хамматов “Башҡорттар китте һуғышҡа” тип аталған романында уның прототибын кире образ итеп биргән. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының    Милли    архивында    һаҡланған     документтарҙа Ә. Ихсандың һуғышҡа тиклем, 1936 йылда БАССР Яҙыусылар союзына алы- ныуы, 1946 йылдың 30 декабрендә союздан кире сығарылыуы хаҡында ла мәғлүмәт бар.

Ә. Ихсанов тураһындағы документтарҙы өйрәнгәс, уның шәхесенә ҡарата булған фекерҙәр менән хәбәрҙар булғас, шиғырҙарын ҡабаттан уҡып сыҡҡас, үҙем өсөн “Иркәмә” шиғыры был авторҙыҡы түгел икәнлегенә ныҡлап төшөндөм. Минең өсөн был шиғыр – тик Дәүләтбай Яҡуповтыҡы.

Журнал уҡыусыларына ике авторы булған бер үк шиғырҙы тәҡдим итәм. Шулай ҙа һуңғы һүҙҙе әҙәбиәт теорияһы белгестәре ҡарамағына ҡалдырам.

Дәүләтбай Яҡуповтың “Иркәмә” тигән шиғыры:

Ҡаяһына баҫып Урал тауҙың

Оҙатып ҡалдың, иркәм, киткәндә,

Бәғереңдең мине һөйөүе итеп

Ҡул болғаның оҙаҡ иркәләп!

Керпектәрең талып арығансы

Тәрән текләп минең күҙемә:

Хуш бул, – тинең ҡайнар йөрәгеңдән,

Батыр тауыш, асыҡ йөҙ белән!

Хуш бул, – тинем, мин дә ҡабатланым

Вагондарҙың шауы аҫтында.

Айырылыуҙың һуңғы минуттары

Хистәреңде күмһә ялҡынға,

Бошма, иркәм, бошма, һис кенә лә,

Уй баҫмаһын күркәм битеңде.

Тик көт мине, иркәм, мин ҡайтырмын

Ҡояш көлөп торған бер көндө.

Баҫыуҙарға барып игендәр сәс,

Ҡош тауышын тыңла таң белән.

Шул саҡта ла, иркәм, көт һин мине,

Мин ҡайтырмын һинең яныңа.

Заводҡа бар, эшлә самолеттар,

Осһон улар күктә ҡағынып.

Шул саҡта ла, иркәм, көт һин мине,

Мин ҡайтырмын һине һағынып...

Ай яҡтыһы ергә ятҡан мәлдә

Мискәләрҙә ҡымыҙ әсетеп,

Көт һин мине, Әсмә, мин ҡайтырмын,

Фашистарҙы бөтөрөп, юҡ итеп.

Кәүҙәм ҡалыр, бәлки, алыҫтарҙа,

Ҡәберем өҫтөн ҡосар көн еле.

Шул саҡта ла йөрәк дуҫың итеп,

Һылыуым, иркәм, көт һин, көт мине!

Мин ҡайтмаһам, бөйөк Еңеү ҡайтыр,

Көләс нурға күмеп илемде.

Еңеүҙәрҙең данлы ҡояшы һәм

Бәхет белән солғар үҙеңде!

Әхтәм Ихсановтың “Иркәмә” тигән  шиғыры:

Иркәм,

Иркәм, ебәк керпегеңдә

Йәш бөртөгө күрҙем киткәндә,

Йөрәгемдең яҡын дуҫы итеп,

Күкрәгемә ҡыҫып үпкәндә.

Күҙеңдәге ҡайғы күле аша

Ҡараның да миңә, көрһөндөң.

Ҡулдарыңды бирҙең,

Хуш бул! – тинең,

Ай йылмайҙы, ә һин үкһенең.

Хуш бул! – тинем,

Мин дә ҡабатланым.

Вагондарҙың йыры аҫтында.

Һин ауылда ҡалдың,

Яҙмыш мине

Алып китте йыраҡ сал Донға. Мин фронтта.

Иркәм, һин бошонма,

Уй баҫмаһын алһыу битеңде.

Тик көт мине, иркәм,

Мин ҡайтырмын

Ҡояш көлөп торған бер көндө.

Баҫыуҙарға барып игендәр сәс,

Ҡош һайрауын тыңла таң менән.

Яланда ла, иркәм, көт һин мине,

Бер ҡайтырмын һинең яныңа!

Заводҡа бар, эшлә самолеттар,

Осһон улар күктә, ашҡынып.

Цехта ла көт, иркәм, көт һин мине,

Бер ҡайтырмын һине һағынып...

Ай яҡтыһы ергә ятҡан саҡта

Мискәләрҙә ҡымыҙ әсетеп, Көт һин мине, Әсмә,

Бер ҡайтырмын, Фашистарҙы ҡырып, юҡ итеп!

Кәүҙәм ҡалыр, бәлки, алыҫтарҙа,

Ҡәберем өҫтөн ҡосор көн еле.

Шул саҡта ла яҡын дуҫың күреп,

Йән киҫәгем, иркәм, көт һин, көт мине!

Мин ҡайтмаһам,

Бөйөк еңеү ҡайтыр,

Көләс нурға күмеп илемде.

Ҙур еңеүҙең данлы ал байрағы

Бәхет белән солғар үҙеңде!

1942 йыл, Кадное.

Дәүләтбай Яҡуповтың затлы тоҡомо, уның ике ҡыҙы, тиҫтәләгән ейән- ейәнсәре, үҫеп килгән матур бүлә-бүләсәләре менән яҡындан танышҡас, уның шәхесенә ҡарата һоҡланыуым тағы ла нығыраҡ артты. Минеңсә, башҡорт әҙәбиәте тарихында Дәүләтбай Яҡупов тигән талантлы ижадсының исеме үҙенең лайыҡлы урынын биләп торорға тейеш. Ул быға хаҡлы.

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,

филология фәндәре кандидаты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Автор:
Читайте нас