Дөйөм мәҡәләләр
29 Апреля , 18:08

Бәхилләшеү

Уймаҡ хикәйә

БәхилләшеүБәхилләшеү
Бәхилләшеү

Фәүҡинур инәй өйгә ыш та тыш ҡайтып инде лә телефонға үрелде.
-Әлеү, ҡыҙым, дауахананан саҡ ҡайтып индем, врач бәхилләшергә ҡайтарҙы. Тиҙ генә апай, ағайҙарыңа шылтырат.Ҡайтып етегеҙ инде, иҫән саҡта күреп ҡалайым үҙегеҙҙе!-тине лә ҡыҙының яуҙыра башлаған һорауҙарына яуап та бирмәйсә телефондан икенсе номерҙы йыйырға тотондо.
Шулай бер нисә кешегә шылтыратҡандан һуң көйһөҙләнеп диванға барып ултырҙы ла телевизорҙан “Ҡурай” каналын ҡуйҙы. Фәрит Бикбулатовтың:
”Үтеп кенә барған был ғүмерҙең
Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм...” тигән йыры яңғыраны. Табиптың һүҙҙәрен оноторға теләп яндырғайны ла ул, йөрәк яраһын һыҙлатҡан йырҙы ишетеү менән кәйефһеҙләнеп телевизорҙы һүндерҙе. Маңлайындағы барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтар уны тағы ла олоғайтты. Ҡалтыранған ҡулдары менән телефон төймәләренә йәнә баҫа башлағайны ла ул арала күрше урамда йәшәгән оло ҡыҙы менән кейәүе, артынса банкта эшләгән улы борҡолдап килеп инде. Уларға эштең ниҙә икәнен аңлата башлауға кесе ҡыҙы ишектә күренде.
Ул арала Фәүҡинурҙың телефоны зыңғырҙаны. Зыңғырҙаны түгел йөрәкте бошондороп йәмһеҙ тауыш бирҙе.
-Йә хоҙайым, улым, телефон алып биреүен биргәс, исмаһам, тауышын рәтләп бирер инең?-тине лә үкенгәндәй өҫтәп ҡуйҙы.- Хәйер, хәҙер уның ни кәрәге, үлер мәл еткәс...
Телефонына яуап бирҙе:
-Әлеү!.. Кем был? Әй әттәгенәһе, Барый ҡустым! Һиңә аят ҡайғыһы, үҙемә кем ясин сығыр икән? (тыңлап торғандан һуң). Эйе, бәхилләшергә ҡайтарҙылар...Эй-й-й, шулай шул ҡустым, Хоҙай ғүмерен йәлләгәс, ни...
Тамағына төйөр тығылғандай, һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ҡулы хәлһеҙләнеп, телефонын төшөрөп ебәрҙе.
Асыҡ ишектән фатирға күршеһе килеп инде лә уның һуңғы һүҙен ишетеп ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.
-Тәүбәкәйем!Ни һөйләүең был, күршекәйем!Ни булды?
Фәүҡинур:
-Ни ишеттең шул инде.
Йәш килен яулығын сисеп, ауыҙын ҡапланы.
-Бушты һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын! -Инәй, ҡуйсы, ҡурҡытма мине. Һин бит ҡәйнәм үлгәндән һуң миңә әсәй урынына ҡалған иң яҡын кешем бит, ташламасы мине.
-Шулай ҙа ул, беҙ бит бары алла ҡоло ғына, тәҡдирем шулдыр...
-Аңлатып һөйләһәңсе, Фәүҡинур инәй, бәлки бик үк ҡурҡыныс та түгелдер хәлең.
-Юҡ-юҡ, врач бәхилләшергә ҡайтарҙы, ул яңылышмаҫ. Йә, ярай , риза булып ҡалығыҙ, балалар! Минән һеҙгә васыят: татыу йәшәгеҙ, намыҫлы булығыҙ, тик шуныһы үкенесле, улым, һине генә башлы-күҙле итеп өлгөрмәнем инде- тип күҙҙәре йәшкәҙәп, өнһөҙ генә ултырған улына өндәште.
Албарғып ҡалған кесе ҡыҙы илап ебәрҙе:
-Әсәй-й-й-й!Юҡ һин йәшәйһең әле. Етмәһә, минең һиңә бирә торған 40 мең бурысым тора, ҡалайтам инде...
-Уй-й-й, әсәкәйем, һине быйыл ял йортона алып барырмын тип уйлап йөрөгәйнем, ул нисек инде, путевкаһы ла бына-бына әҙер булырға тора- тип оло ҡыҙы әсәһен ҡосаҡлауға, ҡалғандар ҙа әсәһенә һырынды. Кесе улы буталған уйҙарынан арынып, саҡ аңына килгәндәй:
-Туҡтағыҙ әле. Мин барыбер бер ни ҙә аңламаным. Ниндәй диагноз, ул ниндәй белдекһеҙ табип һиңә үлем хәбәрен әйтергә баҙнат итте?
-Әлләсе, шунда бер йәш кенә егет ине.
-Туҡта әле, әсәй, булмаҫ! Әйҙә әле, киттек шул табипҡа!
-Мин дә барам!-тине кесе ҡыҙы кейәүе менән.
-Мин дә!
Барыһы ла тейәлешеп дауаханаға йүнәлделәр.
Бәхеттәренә күрә, табипҡа сират юҡ ине. Улы ишекте асып рөхсәт һораны ла, әсәһен алдан үткәрҙе, шунан үҙе үтте. Ауыҙын асып һорарға ла өлгөрмәне, теге табип әбей янына үҙе килде.
-Ну, что бабушка, где ваши бахилы?
-Эй, балам, бәхилләшеп бөттөм инде...

Әлнисә Алдырханова

Автор:
Читайте нас