Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Декабрь , 09:30

"АҒИҘЕЛ" журналының яңы һаны донъя күрҙе

Тәбиғәттең көмөш төҫтәргә мансылған йәмле бер мәлендә журналдың яңы һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!

"АҒИҘЕЛ" журналының яңы һаны донъя күрҙе
"АҒИҘЕЛ" журналының яңы һаны донъя күрҙе

Журналдың тәүге биттәре тарихҡа алып ҡайтыр,  журнал хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән бик йөкмәткеле әңгәмәһе (“Ҡоролтайҙың ҡиммәте лә, һиммәте лә – халҡыбыҙҙы туплауҙа, башҡортлоҡто һаҡлауҙа”), Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәримдең, Рауил Бикбаевтың шиғырҙары, шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың  “Ҡоролтай” поэмаһы ҡаршы алыр.

Декабрь һаны сәсмә әҫәрҙәргә лә бай – яҙыусылар Рәшит Солтангәрәевтең “”Йондоҙ ҡашҡа”, Мирас Иҙелбаевтың ”Зәңгәр свитер“ хикәйәләре, Гөлназ Ҡотоеваның “Һуңғы һулыш”, Ринат Шәйбәковтың “Атай ҡыҙы” повестары, Миләүшә Ғәйфуллинаның “Ҡыҙ урлау” хикәйәләре урын ала.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Ижад донъяһының тылсымлы көсө", Ғәҙилә Бүләкованың “Тау ҡатайҙары бәйәнсеһе”, Луиза Кирәеваның “Рухты нығытыр моң барҙа” мәҡәләләре лә йөкмәткеле.

Декабрь һанында “Ағиҙел” журналының Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә иғлан иткән “Ирҙең даны – иленән” тип аталған шиғри конкурсына килгән материалдар ҙа – Миңлегөл Хисамова, Ринат Сөләймәнов, Рәсимә Ильясова, Лилиә Миниязова шиғырҙары һәм поэмалары донъя күрҙе.

“Донъяның режиссеры булһам” рубрикаһында Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Әкрәм Ҡәйепҡолов менән “Сәйҙе һөтһөҙ эсәм... Һыйырҙы әсәй иткем килмәгәнгәлер” тигән бик ҡыҙыҡлы әңгәмәһе һәм журнал дуҫының шиғырҙары менән танышырға мөмкин.

Был һанда шулай уҡ “Ағиҙел” журналының йыллыҡ йөкмәткеһе, 2026 йылға юбилярҙар исемлеге, “Беҙҙең календарь” рубрикаһы бирелгән.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 110 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас