Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь , 20:51

“Ағиҙел” журналының 11-се һанына күҙәтеү

Яңы һанды ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

“Ағиҙел” журналының 11-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 11-се һанына күҙәтеү

Журналдың “Ижад усағының саҡматашы” рубрикаһы (авторы – шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова) яҙыусыларға ижад итергә илһам һәм көс биргән кешеләр менән таныштырып килә. Был юлы рубриканың ҡунаҡтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, публицист, топонимист, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Закир улы Шәкүровтың аҫыл ҡыҙҙары Шәүрә менән Гөлдәр.

“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың “Антоновка еҫе” тигән повесть-трилогияһының өсөнсө өлөшө, яҙыусылар Ринат Шәйбәковтың “Атай ҡыҙы” повесының башы, Заһит Мурсиевтың “Умырзая” хикәйәһе менән танышырға мөмкин.

Шағирә Ғәлиә Кәлимуллина иһә серле шиғриәт донъяһына саҡыра.

“Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында яҙыусы, журналист, тәржемәсе Факил Мырҙаҡаевҡа 75 йәш тулыу айҡанлы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың мәҡәләһе һәм юбиляр-әҙип тәржемәһендә яҙыусы Василий Шукшиндың хикәйәләре урын ала.

“Ҡәләмдәштәр төҫө” рубрикаһында был юлы яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас хаҡындағы хәтирәләре менән бүлешә. Ошонда уҡ шағирҙың шиғри шәлкеме менән дә танышырға була.

“Ҡәҙер һәм хәтер” рубрикаһында ғалим Ғиниәтулла Ҡунафиндың “Маяҡ булырҙай шәхес” (Әҙәбиәтсе-ғалим Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына – 100 йыл), педагог-ғалим Фәнзил Санъяровтың “Үҙ уҡытыусыһын ололаған йәннәттең түрендә булыр” (Телсе-ғалим Марат Зәйнуллиндың тыуыуына – 90 йыл) тигән мәҡәләләре тәҡдим ителә.

“Дуҫлыҡ күперҙәре” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтең Дағстандың халыҡ шағиры, нескә зауыҡлы тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе, етәксе һәм йәмәғәт эшмәкәре, үҙ милләтенең, республикаһының патриоты,  Әҙәбиәт институты буйынса иптәше Магомед Ахмедов хаҡындағы иҫтәлектәрен уҡырһығыҙ.

Ирек Ишмәтовтың “Һуғыш йылдары хәтирәләре” лә бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Гөлдәр Яҡшығолованың иһә “Кейәү”, “Тел һаҡсыһы” юморескалары сатира-юморҙы үҙ итеүселәрҙең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 110 һумға ғына яҙылырға була.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: