Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь , 22:47

“Ағиҙел” журналының 10-сы һанына күҙәтеү

"Ағиҙел" журналының октябрь һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

“Ағиҙел” журналының 10-сы һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 10-сы һанына күҙәтеү

Журналдың октябрь һаны шағирәләр Мәрйәм Күсмәева һәм Айгөл  Айытҡолованың шиғри шәлкемдәре менән асыла.

“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың “Башҡорт Монте-Кристоһы” ретро-романының аҙағы, Рәшит Хәкимовтың “Яҡтылыҡҡа оҙон-оҙаҡ юл” документаль повесы урын ала.

Октябрь айында ғүмер байрамын билдәләгән ғалимә, әҙәбиәт белгесе, профессор Гөлфирә Гәрәеваның мәҡәләһендә һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналында донъя күргән романдар, повестар һәм хикәйәләргә байҡау яһала.

Шағир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Аҫылғужа Баһуманов хаҡындағы (Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай “Аҫыл ағайыбыҙ ине...”), шағирә, педагог Рәсимә Ураҡсина тураһындағы (Миңзәлә Хәлилова “Туғаным!” тип беҙгә кем өндәшер?”, Гөлфирә Ғәскәрова “Ул бар булмышы менән уҡытыусы ине”) иҫтәлектәр ҙә бик уҡымлы.

“Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында шағирә Эльмира Сәсәниәгә 75 йәш тулыу айҡанлы әҙибәнең шиғырҙары һәм уның ижады хаҡында шағирә, журналист, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимованың мәҡәләһе урын ала.

Октябрь айы – халыҡ шағиры Мостай Кәрим айы. Өфө ҡалаһының 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Игелекованың “Мостай ҡушҡан исем” мәҡәләһе эксклюзив факттары менән иҫтә ҡала.

Шағирә, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Михнәтле Мәхнүт һәм уның дуҫтары” әкиәти хикәйәһе балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә бик ҡыҙыҡлы.

“Ағиҙел”дең был һанында бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән “Һәнәк”тәрҙең ижад емештәре лә тәҡдим ителә.

“Күңел ынйылары” рубрикаһында яҙыусы, педагог Рим Исхаҡовтың “Китеүҙәр бар, ҡайтыуҙар бар...” тигән тормош һабаҡтары шулай уҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 110 һумға ғына (30 октябргә тиклем – 99 һум) яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: