Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август , 16:17

"Ағиҙел" журналының август һанына күҙәтеү

Журналдың август һаны сәсмә әҫәрҙәргә бай – 

"Ағиҙел" журналының август һанына күҙәтеү
"Ағиҙел" журналының август һанына күҙәтеү

талантлы проза оҫтаһы Ғәлим Хисамовтың “Шакиров” сәйәси романы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда” әҫәре, яҙыусы-педагог Гөлнур Аҙнабаеваның “Штрафбат һалдаты” хикәйәһе, йәш яҙыусы Тимур Рәхмәтуллиндың уймаҡ хикәйәләре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Яралы тынлыҡ” махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда күргән-ишеткән ваҡиғаларға нигеҙләнгән хикәйәттәре реаль геройҙары, һүрәтләнеше менән күңелгә үтеп инә.

“Шиғриәт” рубрикаһында һәләтле шағирҙар Айгөл Ишемғужина һәм Нурлан Ғәниевтең шиғри шәлкемдәре үҙенсәлекле образдары һәм стиле менән арбай.

“Үкенескә күрә, улар икеһе лә баҡыйлыҡта. Мәгәр береһе – үҙе тыуҙырған һындарҙа, икенсеһе мәшһүр ижадсының ҡағыҙға уйылып ҡалған яҙмаларында йәшәй, сөнки Рәйес әйткәнсә, тик үҙ халҡын өҙөлөп һөйгән генә, даръя төбөнәнме, уттанмы таба батырҙарҙың һүҙен, төҫөн, һынын...” – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова байтаҡ башҡорт яҙыусыларына һәйкәл ҡойоп, исемдәрен мәңгеләштергән күренекле скульптор, тормош иптәше Хәйҙәр Ғариповҡа арналған “Һәм үҙ халҡын өҙөлөп һөйгән генә” иҫтәлектәрендә һәм Рәйес Түләктең сәнғәт эшмәкәре хаҡындағы “Булыр илдең балаһы...” мәҡәләһен тәҡдим итә.

“Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында – Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова менән әңгәмәһе, “Әҙәби тәнҡит”тә Флүр Сибәғәтовтың “Жанрҙар системаһына яңы ҡараш” мәҡәләһе урын ала.

Был һанда Белорет районы Татлы ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостан менән йәштәш һәм оло хөрмәткә эйә булған, үткән замандарҙың әсеһен-сөсөһөн татыған инәйҙәрҙең йырҙары, сеңләүҙәре лә (Таулы ҡалаһынан Франгиль Ғәлиев яҙып алыуында) тәҡдим ителә.

Миҙгелдәр алмашына тора, әммә рухи ҡиммәттәр үҙгәрмәй... Һеҙ тоғро ҡалған “Ағиҙел” журналы ла рухи донъяға нур, яҡтылыҡ һирпеп, яҙыусыларҙың әле генә йылы ҡәләменән сыҡҡан әҫәрҙәре менән таныштыра бара, берсә тарихҡа күҙ һалып, берсә көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғатып, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә юл яра.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: