Бөтә яңылыҡтар

“Ағиҙел” журналының 5-се һанына күҙәтеү

Яҙғы матур көндәрҙә журналдың яңы һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!

“Ағиҙел” журналының 5-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 5-се һанына күҙәтеү

Быйыл Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл. Ата-бабаларыбыҙ илде, донъяны фашистарҙан аралап, ҡотҡарып, дан менән ҡайтты. Рәсәй бөгөн дә ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта тарихта ҡалырҙай осор кисерә. “Ағиҙел” журналының май һаны ла еңеү, батырлыҡ, фиҙакәрлек темаларын күтәрә, ошо данлы һәм шанлы ваҡиғаларға арнала.

Яҙҙар һайын хистәр яңырғанда

Яңыралар иҫке яралар.

Олатайым һүҙе сыңлап китә:

“Һеҙгә ҡала илем, балалар”.

Васыяты ошо олатайҙың:

“Һеҙгә ҡала, улым, киләсәк!”

Именлеге илдең – беҙҙең иңдә,

Беҙ һаҡларбыҙ һине, Ер-Әсә!

Шағирә Айгөл Айытҡолованың “Еңеү көнө” шиғырында шул рәүешле үткән, бөгөнгө һәм киләсәк киҫешә, хәтер яңыра.

Талантлы яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың киң ҡоласлы итеп яратып яҙа башлаған “Муса” романы – ҡаһарман яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә арналған әҫәре – тамамланмай ҡалды. Әле уның файлдарҙа ғына ҡалған, әммә һәр бер һүҙе, ваҡиғалары, образдары уйланылған һәм тәфсирләп һүрәтләнгән өлөштәрен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Билдәле дәүләт эшмәкәре, публицист-яҙыусы Тәлғәт Сәғитовтың “Ватаныбыҙ күгендә – үлемһеҙ ыласын” мәҡәләһе яҡты һағыш та, ғорурлыҡ хистәрен дә яңырта... “Батырҙың үҙ ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр, хәтирә-ваҡиғалар булғанғамы икән, ябай ихлас яҙылғанғамы, беҙҙең быуын рәхәтләнеп, яратып уҡый торғайны был китапты. Улдарыбыҙға – ә улар Муса Гәрәевте танып та, белеп тә үҫте, кесе улымдың бөгөн дә уның ғаиләһе менән бәйләнеше бар – был китапты уҡытырға тырыштыҡ, ейәндәребеҙгә лә”, – тип яҙа ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең “Штурмовиктар һөжүмгә бара” китабы  хаҡында һәм бөйөк шәхес тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

“Танһыҡ әҫәр” рубрикаһында яҙыусы Шакир Янбаевтың “Йәнекәй ҡарт” хикәйәһе һәм шағир Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” әҫәре урын ала.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле фоторәссам, ваҡытында республиканың рус драма театры директоры йөгөн тартҡан легендар шәхес Вячеслав Стрижевский “Онотолмаҫ тәүге алышым” мәҡәләһендә һуғышты беренселәрҙән булып Брест крепосында ҡаршылаған яугир Рәшит Сәлих улы Исмәғилев хаҡында бәйән итә. “Төнгө икелә йоҡларға яттыҡ. Ике ҡатлы карауаттың өҫкөһөнә мендем, йоҡланыммы, юҡмы – хәтерләмәйем. Ҡапыл... ҡот осҡос шау-шыу, бер-бер артлы ҡеүәтле шартлау. Шунан бирле етмеш йылға яҡын ваҡыт уҙҙы, ләкин мин ул дәһшәтте бер ваҡытта ла онотманым...” Фронтовиктың һөйләгәндәрен тыныс ҡына уҡып та булмай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙенең масштабы һәм ҡанҡойғос булыуы менән Берлин операцияһы айырылып тора. Уның барышында утлы һуғыш юлдарын имен-аман үткән 78 мең 291 совет яугиры һәләк була. Луиза Кирәеваның “Батырлыҡ онотолмай” мәҡәләһендә Берлиндағы рейхстагка иң беренселәрҙән булып байраҡ ҡаҙаған ҡаһарман яҡташыбыҙ Ғази (Ғизи) Заһитовтың тормошо һәм яҙмышы яҡтыртыла.

Дәүләт эшмәкәре, ғалим Миҙхәт Мәмбәтов “Хәтерҙәгеләр әле лә бирмәй тынғылыҡ” мәҡәләһендә атаһы – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, 275-се полк артбатареяһы технигы һәм политругы ярҙамсыһы Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтовтың һуңғы төйәгенә барып, туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалып, баш эйеүе, шунда әсә ҡәберенән тупраҡ һибеүе, атай ҡаны һеңгән изге тупраҡты тыуған төйәгенә ҡайтарыу бурысын үтәүе хаҡында тетрәндергес итеп бәйән итә.

“Күренекле яҙыусы, атаҡлы журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның һуғыш балалары, һуғыш яралары хаҡындағы китаптарын көтөп алам. Сираттағы дүртенсеһен дә берсә уйланып, берсә тетрәнеп, берсә ҡыуанып уҡып сыҡтым”, – тип яҙа яҙыусы Мөнир Ҡунафин һәм өлкән ҡәләмдәшенең китаптар серияһына байҡау яһай.

Был һанда шулай уҡ әҙибә Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары һөйләй” яҙмалары урын ала.

“Егет үҙе үлһә лә, һүҙе ҡала, тиҙәр. Шуны раҫлар өсөн миллиондарса ҡорбан араһында юғалып ҡалған яугир олатайымдың яу яланынан яҙған хаттарын, йылдар төпкөлөнән килгән бер ауаз булһын тип, һүҙмә-һүҙ тигәндәй күсереп һеҙгә еткереп ултырыуым”, - тип яҙа Сибай ҡалаһынан журналист Фәрит Әхмәров “Өскөл хаттар” мәҡәләһендә. Йылдар аша килеп еткән ҡомартҡылар, ҡатмарлы яҙмыштар хаҡындағы тарихтар бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың “Кирәгә” поэмаһы МХО-ла батырҙарса һәләк булған, вафатынан һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелгән яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә арнала.

Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина “Янып көлгә ҡалыуҙың ғазабын белә тик көл...” тигән мәҡәләһендә МХО-ла батырҙарса һәләк булып ҡалған яугир-яҙыусы Сабит Фазлыев хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Шулай уҡ был һанда яҙыусы Сабит Фазлыевтың “Беҙ һуғышҡа барғанда” тигән 2022 йылда яҙылған хикәйәһе лә урын ала.

Яҙыусы Әлиә Саматованың “Атайым “селтәрҙә” хикәйәһе яҡты һағыш менән һуғарылған.

“Ағиҙел” журналы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә “Ирҙең даны – иленән” тип аталған шиғри конкурс иғлан иткәйне. Был юлы шағирә Айзилә Мортаеваның шиғри шәлкеме менән танышырға мөмкин. 

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: