Журналдың апрель һаны шағирәләр Миңлегөл Хисамова һәм Миләүшә Ғилманованың шиғри шәлкемдәре менән асыла.
Быйыл 20 апрелдә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тула. Әмир Әминевтың “Урау-урау юлдарҙан... Ҡаршылыҡтар аша” мәҡәләһендә олуғ әҙиптең тормошо һәм ижадына байҡау яһала. Шулай уҡ был һанда Талха Ғиниәтуллиндың тәүге тапҡыр “Миләшлетау” хикәйәһе (Ә. Әминев тәржемәһендә) тәҡдим ителә. Был хикәйәлә һағыш, үткән ғүмерҙең бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын аңлау, үкенес, геройҙың ҡасандыр кендеге ҡырҡылған ергә бәхетле бала сағы өсөн бөтмәҫ рәхмәте лә, ата-әсәһенә бирә алмаған, биреп өлгөрә алмаған ҡәҙер-хөрмәте лә бар...
Билдәле булыуынса, журналдың “Ижад усағының саҡматашы” рубрикаһы (авторы – шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова) яҙыусыларға ижад итергә илһам һәм көс биргән кешеләр менән таныштырып килә. Был юлы рубриканың ҡунаҡтары – яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың ҡәҙерләп үҫтергән берҙән-бер ейәнсәре Алһыу Хамматова.
Ошо уҡ һанда әҙибә Зөһрә Үтәғолованың “Яныбай Хамматов шиғырҙар яҙғанмы?” тигән бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһе лә донъя күрҙе.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында Миңзилә Садиҡова-Хәкимованың “Йондоҙҙар яҡын ине” романының аҙағы урын алһа, яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова премияһына фантастик әҫәрҙәр конкурсына был юлы Ринат Шәйбәковтың “Өйташ” хикәйәһе тәҡдим ителә.
Журналист, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары һөйләй” яҙмаларында тетрәндергес яҙмыштар һәм ваҡиғалар бәйән ителә.
Яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Ҡош юлынан барам” әҫәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
“Сатира һәм юмор” рубрикаһында урын алған Хәлисә Мөҙәрисованың хикәйәләре лә бик ҡыҙыҡлы.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!