Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль , 09:29

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндәрҙә журналдың яңы һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Быйыл Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл. Ата-бабаларыбыҙ илде, донъяны фашистарҙан аралап, ҡотҡарып, дан менән ҡайтты. Рәсәй бөгөн дә ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта тарихта ҡалырҙай осор кисерә. “Ағиҙел” журналы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә “Ирҙең даны – иленән” тип аталған шиғри конкурс иғлан итте. Февраль һанында ижади бәйгене шағир Фәнзил Санъяров “Етер тиҙҙән Еңеү парадыбыҙ” тигән шиғри шәлкеме менән асып ебәрә лә инде.

“Шиғриәт” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың бер ҡайҙа ла баҫылмаған “Изолятор” тигән бик йөкмәткеле поэмаһы менән танышырға мөмкин.

Февраль һаны сәсмә әҫәрҙәргә лә бай – яҙыусылар Фәнис Янышевтың “Сасҡау” хикәйәһе, Хәйҙәр Тапаҡовтың “Мәсет” повесы, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Буранбай” тарихи-фәлсәфәүи романы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

“Тере хәтер” рубрикаһында ғалимдар Зәкиә Мырҙағолованың “Гвардия исемен сикһеҙ батырлыҡтары менән яулап алдылар”, Ғилман Ҡашҡаровтың “Яуҙан еңеп ҡайтһалар, ир-егеттәр ҡалҡан төйәләр” тигән мәҡәләләре яңы мәғлүмәттәр биреүе менән иҫтә ҡала.

“Ҡәләмдәштәр төҫө” рубрикаһында был юлы талантлы шағир Ғилман Ишкининдың шиғырҙары, Рита Фәтҡуллинаның уның хаҡындағы хәтернамәһе, ғалим Ҡамса Мортазиндың шағир Рамазан Шәғәлиев хаҡындағы яҙмалары урын ала.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: