Был һан Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған мәҡәлә, яҙыусының ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина менән әңгәмә, күҙәтеүҙәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар (Йомабикә Ильясова “Аҡҡош киткән юлдан аҡ ҡар яуа”, Гөлнара Хәлфетдинова “Һин – минең ҡыҙым, “Аҡбуҙат иһә - улым”) менән асыла.
“Уның кеҫәһендә һәр саҡ кәнфит ята. Теге көләмәстәге ирҙеке кеүек. Эштә инде сәйләргә ултырһаҡ, ҡай саҡ өҫтәлдең фәҡир сағы ла була, шул саҡ Әхмәр ағайыбыҙ (был юлы шулай тип өндәшәйек) кеҫәһенән йә эш өҫтәле тартмаһынан кәнфиттәр килтереп сығара ла тигеҙ генә өлөшләп таратып сыға, сәйебеҙгә лә, күңел-кәйефкә лә тәм-йәм өҫтәй. Ваҡытында килеп ингән һыйҙан да, яҡшы хәбәрҙән дә татлы әйбер бармы икән донъяла? Һөйөндөрә белеү ҙә – оло маһирлыҡ ул. Әхмәр был фанилыҡҡа һөйөндөрөр өсөн һәм үҙ заманы менән, йәшәгән йылдары менән, үткән менән киләсәкте тоташтырыр өсөн донъяға килгән кеүек миңә”, – тип яҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин шағир, яҙыусы, журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға арналған “Дәүерҙәрҙе тотоп тороусы көмөш сынйыр” тигән мәҡәләһендә. Әҙиптең кешелек сифаттарын асҡан әҙәби портрет бик йылы тондарҙа яҙылған.
Һөйөнсөләрлек ваҡиға ла бар! Өр-яңы роман - Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Буранбай" донъя күрҙе.
Шағирәләр Нәфисә Смаҡованың, Олеся Әхмәтрәхимованың шиғырҙарында заманыбыҙҙың уйландырырлыҡ һәм тетрәндергес ваҡиғаларына ҡараш ташлана.
“Әҙәби мираҫ” рубрикаһында шағир Рәшит Әхтәриҙең быға тиклем бер ҡайҙа баҫылмаған поэмаһы донъя күрҙе. Әҫәрҙең кемгә арналыуын белгегеҙ килһә, мотлаҡ уҡып сығырға тәҡдим итәбеҙ.
Был һанда алтмыш йәшенә етмәй, үткән йылдың декабрь аҙағында вафат булған ҡәләмдәшебеҙ Рәлис Ураҙғоловтың "Өй эйәһе" тигән хикәйәһе баҫылды. Халҡыбыҙҙың рухлы, намыҫлы заты ине. Халыҡсан һәм тормошсан әҫәрҙәре менән
ҡабатланмаҫ әҙип, заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләрен ҡурҡмай күтәргән, аҫыл ҡомартҡылар ҡалдырған данлы журналист, әҙәпле ғаилә башлығы һәм абруйлы атай булараҡ хәтеребеҙҙә ҡалыр.
Яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдинов “Ҡош юлынан барам” эссеһында үҙенсәлекле шәхестәр, ҡатмарлы ваҡиғалар менән таныштырыуын дауам итһә, Гөлсөм Мостафина “Донбасс” хикәйәһендә заман өйөрмәһенә эләккән яҙмыштарҙы һүрәтләй.
“Сатира һәм юмор” рубрикаһында билдәле яҙыусылар Сәғит Агиштың, Марат Кәримовтың кинәнеп уҡырлыҡ әҫәрҙәре урын алһа, “Балалар әҙәбиәте”ндә иһә шағир Ринат Хәйриҙең шиғырҙары тәҡдим ителә.
“Ағиҙел” журналы ошо һандан башлап бик ҡыҙыҡлы проект тәҡдим итә. Һәр яҙыусының шәхси фотоальбомы бар. Ана шул ҡәҙерле ҡумтанан иҫтәлекле алты-ете фотоны һайлап алып, шул мәлдең тарихын һөйләр яратҡан яҙыусыларыбыҙ. Фотоларҙа яҙыусының тормошо, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы, республикабыҙҙы шаулатҡан ваҡиға, уҡыусылар күңелендә ҡалыр мәлдәр, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тарихтар ҙа булыуы шарт, тип уйланыҡ. Фотоларға ҡарап һағыш та кисерәйек, балҡыш та тояйыҡ. “Фотоларҙа – тарих та, балҡыш та, һағыш та...” рубрикаһында ҡәҙерле фотолары һәм шул фото тарихтары менән күренекле яҙыусы, драматург, дәүләт эшмәкәре, шахматсы Наил Ғәйетбай бүлешә.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!