Был һан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған мәҡәләләр, күҙәтеүҙәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле факттар (Ҡәҙим Аралбай “Кеше. Шағир. Шәхес”, Шәүрә Ғилманова “Милли идея – ул милләт яуаплылығы”, Рита Фәтҡуллина “Араларҙы бәйләп осҡан хаттар”, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай “Өсөнсөһөн ташлап ҡуйма...”, Факил Мырҙаҡаев “Мостай Кәрим афоризмдары”) менән асыла.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың “Антоновка еҫе” повесының икенсе өлөшө (тәүге өлөшө 1-се һанда донъя күргәйне) урын ала. Журналдың был һанында шулай уҡ яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Ҡош юлынан барам” эссеһы дауам итә.
“Шиғриәт” рубрикаһында шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙар шәлкеме үҙенсәлекле образдары һәм стиле менән арбай.
“Был сәфәремдә мин унда, ғөмүмән, илемдә, кеше күңелдәрендә барған үҙгәрештәрҙе, кисерештәрҙе яугирҙәр күҙлегенән бирергә тигән бурыс ҡуйҙым. Йәғни ике-бер йыл буйы дары еҫкәп, көн дә үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, илен гуманистик кешелекте аңһыҙ маймыл (был йәнлекте кәмһетеү һымаҡ әле) өйөрөнә әйләндерергә ынтылған фашист-нацистарҙан һәм уларҙың мәғәнәһеҙ юлына эйәргән НАТО берләшмәһе илдәренә ҡаршы һуғышҡан ир-азаматтар һөйләр, серҙәрен уртаҡлашыр, илар-көлөр был юлъяҙмала”, – ти яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин “Уттарға буталып алмалар яуғанда...” тигән әҫәрендә. Авторҙың МХО биләмәһенән юлъяҙмаһы реаль геройҙар һәм ваҡиғалары менән күңелгә үтеп инә.
Яугир яҙыусы Булат Арсалдың “Асфальттағы таҫмалар”, “Валерканың тыуған көнө” хикәйәләрендәге ваҡиғалар ҙа Мариуполдәге аяуһыҙ ысынбарлыҡтан алынған.
Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Блокада” поэмаһында үткән һәм бөгөнгө проблемалар бергә һүрәтләнә, заманыбыҙҙың тетрәндергес ваҡиғаларына ҡараш ташлана.
Ғалимә Айһылыу Вахитованың “Матурлыҡ Арҡайымын эҙләүсе шағир ине” мәҡәләһендә талантлы шағир Рәйес Түләктең ижадына байҡау яһала.
Ә Луиза Кирәева иһә “Хәйер, бөгөн барыһы ҡатмарлыраҡ...” тигән яҙмаһында, тәнҡиттең һирәк осрай торған әҙәби әңгәмә формаһын ҡулланып, 60 йәшен билдәләгән шағир һәм эшҡыуар Азамат Юлдашбаев ижады хаҡында һүҙ алып бара.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!