Һиҙмәй генә ҡалаһың шул,
Төркөм-төркөм ҡоштар осто.
Ҡоштар менән йәнәш айҙар,
Яҙҙар осто, ҡыштар осто, –
ти шағир Ринат Шакир (Финат Шакирйәнов) журналдың 9-сы һанындағы яңы шәлкемендә. Уның шиғырҙарында лирик геройҙың һағыштары ла, өмөтө лә, үтелгән юлдарға моңһоу ҡарашы ла ла, мөхәббәте лә урын алған.
Йондоҙҙар ҙа яуа икән,
Яуа икән нур булып.
Таң атыуға күңелемдә
Тороп ҡалмаҫ бер болот –
тип яҙған шағир Ринат Сөләймәновтың яңы шиғырҙары ла уҡымлы ғына.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында яҙыусы Ғәлим Хисамовтың журнал уҡыусылар яратып уҡыған “Аҫаба” исемле өр-яңы романының аҙағы (башы 7-8-се һандарҙа донъя күрҙе) менән танышырға мөмкин.
“Тормошома зарланмайым, ҡарсығым менән һәйбәт йәшәнек, балаларым да бына тигән итеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә хәҙер үҫеп еттеләр инде. Ғүмер буйы оҫталыҡ эшендә булдым, күптәрҙе өйлө итеп, бәхет өләштем. Ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа, эшемде ауылыма дан булһын тип башҡарырға тырыштым! Тик ғүмер буйы алыҫта ҡалған мөхәббәтемде һағынып йәшәнем, барып күрә алманым, шуныһы үкенескә ҡалды...”
Ринат Шәйбәковтың мауыҡтырғыс сюжетлы “Үкенес” хикәйәһе геройының башынан үткәндәрҙе уҡып ҡарағыҙ әле, дуҫтарым.
Быйыл сентябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте ойошторолоуға – 105 йыл. Шул айҡанлы нәшриәт ветераны Динә Мырҙаҡаеваның “Китап – рухиәт ҡәлғәһе” тигән бик йөкмәткеле мәҡәләһе урын ала. “Китаптарҙа – кеше яҙмыштары, кешеләрҙә – китап яҙмыштары, тигән ғибәрә бар. Раҫлау хаҡтыр: китаптар ҙа, кешеләр кеүек, билдәле бер ваҡытта донъяға килә, тыуған сабыйҙарға исем ҡушылғандай, китап та үҙ атамаһы менән нәшерләнә, уның да туған теле була. Китаптар ҙа, кешеләр кеүек, ҡайһы берҙә йәберләнеүгә, эҙәрлекләүгә дусар ителә – ҡырҡыла, тураҡлана, яндырыла, юҡҡа сығарыла, берәүҙәре тоғро юлға саҡыра, икенселәре аҙаштырырға маташа, ҡайһылары яҡшылығы, икенселәре яманаты менән таныла”, – авторҙың ошондай фекерҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ә филология фәндәре кандидаты, шағир-педагог Фәнзил Санъяровтың “Ҡулыңда китап – башыңда ғилем” тигән эссеһында нәшриәттә баҫылып сыҡҡан өр-яңы китаптарға байҡау яһала.
Филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимовтың “Тарих һөйләй һәр яҙма ҡомартҡы” тигән мәҡәләһендә уҡыусылар иғтибарына һуғыштан һуң Шакир Насиров тарафынан Ғафури районы ауылдарында йәшәгән кешеләрҙән яҙып алынған бәйет, шиғыр һәм йырҙар тәҡдим ителә. “Шуныһын да әйтергә кәрәк: Шакир Насиров, һәр фольклор әҫәрен дәфтәргә теркәгәндә, һөйләп йәки йырлап ишеттергән кешеләрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен, хатта диалект һүҙҙәрен дә һаҡлаған”, – тип билдәләй автор.
“Ҡәләмдәштәр төҫө” рубрикаһында был юлы ғалим Рәүеф Шаһиевтың күренекле журналист, яҙыусы, ғалим Ризуан Хажиев хаҡындағы иҫтәлектәре урын ала.
Сентябрь һанында уҡыусыларға шулай уҡ яҙыусы, журналист, ғалим Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Ҡош юлынан” роман-эссеһы тәҡдим ителә. Автор әҫәренә инеш һүҙендә, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, шулай ти: “Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, уҡыусылар! Яйыҡ-йорт һылыуы менән ҡырҡ һигеҙ йыл бергә йәнгә йән булып, иңгә иң терәп йәшәнек. Йәнәшәм ғүмере буйы кешеләргә гел яҡшылыҡ ҡына ҡылды, ҡырҡ йылдан ашыу балалар уҡытты, йәш быуынға математиканан төплө белем бирҙе. Киләсәккә лә пландары ҙур ине. Көтмәгәндә аяуһыҙ ковид ғүмерен өҙҙө. Ерҙәге, фанилыҡтағы тормошо сағыу, фәһемле булды. Танышыуыбыҙ, мөхәббәтебеҙ, ҡауышыуыбыҙ, ғаилә тормошобоҙ, ижтимағи эшмәкәрлегебеҙ, йорт-илгә бәйле яҙмышыбыҙ – үҙе бер оло хәтирә.
Роман-эссела минең мәктәп директоры, журналист, яҙыусы шөғөлөмә бәйле хәл-ваҡиғалар, йорт-еребеҙ, тәбиғәтебеҙ торошо, тарихыбыҙ, халҡыбыҙ тормошо, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, аралашыуҙар, уларҙың яҙмышы һәм эшмәкәрлеге киң даирәлә сағылдырыла”.
“Журнал уҡыусылар ижады” рубрикаһында урын алған Шишмә районынан Лилиә Сәлихованың (“Күңелем тәҙрәһендәге биҙәктәр”), Илеш районынан Мөнәүис Низамиҙың (“Йондоҙҡай бәхиллеге”) хикәйәләрен дә йығылып ятып уҡырлыҡ.
“Беҙҙең календарь”ҙа әҙиптәр Сөләймән Муллабаевтың, Хәкимйән Зариповтың, Самат Ғәбиҙуллиндың тормошо һәм ижадына байҡау яһала.
Ҡаҙаҡ яҙыусыһы, ғалим Мөхтәр Әүәзовтың “Абай юлы” тигән бөйөк әҫәре “Ағиҙел” журналында ҡасан донъя күргән?
Ә БР Милли әҙәбиәт музейы фондында ниндәй үҙенсәлекле экспонаттар һаҡлана? Журнал тышлығының 3-сө, 4-се биттәрендәге мәғлүмәттәр ҙә бик ҡыҙыҡлы.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, киләһе айҙарҙа һеҙҙе бик мауыҡтырғыс һандар, яңы проекттар көтә. Ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде Матбуғат йортоноң 1-се ҡатында урынлашҡан киосктан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Луиза Кирәева әҙерләне.