“Теләгән – мөмкинлектәр эҙләр, теләмәгән – эшләмәҫ өсөн сәбәп табыр, тиҙәр. Ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙҙең булдыҡһыҙлыҡты, ялҡаулыҡты, һүлпәнлекте аҡлар өсөн төрлө сәбәп эҙләйбеҙ. Теге заманда, имеш, партия баҫымы баш ҡалҡытырға бирмәне, шунан демократтар ҡамасауланы, хәҙер кризис башҡа һуҡты. Атайым икенсе, һирәк осрай торған кешеләр затынан ине. Ҡуйған маҡсаттарына һәр саҡ иреште, ауырлыҡтарға бер ҡасан да һылтанманы. Аралашыуҙа йомшаҡ, яғымлы кеше булһа ла, принципиаль мәсьәләләргә барып етһә, тимергә әйләнә ине һәм үҙ фекерен яҡлағанда бер кемдән дә ҡурҡмай торғайны”, – ти журналист Рауил Өмөтбаев, “Ағиҙел”дә атаһы, яҙыусы, билдәле дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев хаҡындағы хәтирәләрен тәҡдим итеп.
Журналдың “Танһыҡ әҫәр” тип аталған өр-яңы рубрикаһында талантлы әҙип Рамаҙан Өмөтбаевтың “Һарығолаҡ” әҫәре (уның буйынса күптәр яратып ҡараған нәфис фильм да төшөрөлгәйне) менән танышырға мөмкин.
Шулай уҡ был һанда Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Мәскәү ҡыҙы” романының дауамы, яҙыусы Мансур Һиҙиәтовтың “Йондоҙ ҡашҡа” хикәйәһе, Мәрйәм Шәмсиеваның “Һине көттөм” хикәйәләре лә ҡыҙыҡһынып уҡыла.
“Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһы яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамовҡа 75 йәш тулыуҙы билдәләй. Прозала уңышлы эшләгән әҙиптең ижады хаҡында ғалим Фәнил Күзбәковтың мәҡәләһе урын алған.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың был һандағы хәтирәләрен депутат яҙмалары тип тә атап булыр ине, сөнки ғүмер яҙмалары быуат аҙағындағы ҡатмарлы сәйәси ваҡиғаларға, кеше һәм йәмғиәттең ябай булмаған мөнәсәбәттәренә алып ҡайта.
“Донъяның режиссеры булһам” рубрикаһында (авторы – яҙыусы, журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай) был юлы хәбәрсе, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Рәсүл Сәғитов менән әңгәмә урын ала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, киләһе айҙарҙа һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы һандар, яңы проекттар көтә. Ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!