Мәскәүҙә уҡығанда, иң өлкән студент булараҡ, Башҡортостандан уҡыусы бөтөн студенттарҙың исемлеге миндә булды. Барыһы менән дә аралашып йөрөнөк. Шул йылдарҙа хәҙер "Истоки" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов Әҙәбиәт институтында уҡый ине. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткәндә яраланып, госпиталдә дауаланғанда уйланырға, хәтер һандығында ятҡан хәтирәләрҙе соҡоп сығарырға форсат тыуҙы. Шул ваҡытта беренсе хикәйәмде яҙҙым. Ул уңышлы дебют булды һәм Айҙар ярҙамында “Уфа” журналында донъя күрҙе. Хәрби офицерҙарҙың үҙҙәренең башынан үткәнде, башҡалар күрмәгәнде әҙәби әҫәрҙәр аша бәйән итеүе, уларҙың әҙәбиәткә килеү осраҡтары юҡ түгел. Ундай миҫалдар байтаҡ, бәлки, мин уларҙан балалар өсөн әкиәттәр ижад итеүем менән генә айырыламдыр. Балалар өсөн яҙыу, бәлки, ҡандан да киләлер, ни тиһәң дә, балалар яҙыусыһы Рәсимә апай Ураҡсина менән өс туған булһаҡ та, бер туғандар кеүек аралашып йәшәнек. Шулай уҡ атайым яғынан Әхиәр Хәкимов та туған ине, уның әсәһе сығышы менән минең тыуған ауылым Яңы Яппарҙан.
Атайымды Яңы Яппарҙа ғүмер иткән башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Сафуан Яҡшығолов уҡытҡан. Ә башҡорт мәғрифәтселегенең тамырҙары тәрәнгә барып тоташа. Мин эске гармонияға өлгәшеү өсөн ата-олатайҙарыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тейешбеҙ, тип уйлайым. Традицияларҙың күсәгилешлеге - ул дөрөҫ фәлсәфә.
...Мине Яҙыусылар союзына алдылар. Әҫәрҙәремде Дәүләкән районында, яҡташым Вячеслав Аброщенко “Башҡорт һунарсылары гәзите”ндә сығарып тора, ошо баҫма китапханаһы тамғаһы аҫтында китаптарым донъя күрә. Ғөмүмән, Башҡортостанда нәшриәт эше юғары кимәлдә алып барыла.
Хәҙер күптәр, нимәгә ул гәзит-журнал, интернет бар ҙа инде, ти. Яҡшы әҫәрҙәр, минеңсә, интернет селтәренә эләккәнгә тиклем яҡшы нәшриәттә донъя күрергә тейеш. Профессионалдар еренә еткереп әҙерләгән әҫәрҙе меңләгән кеше уҡыясаҡ, ә интернетҡа теләһә нимә һалырға мөмкин. Ташҡа баҫылғанды ғына интернетҡа һалырға кәрәк һәм уға кешеләр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә интернет селтәренә сыҡҡанға тиклем текст өҫтөндә профессионалдар эшләргә тейеш. Шуға күрә, Башҡортостан әле сығып килгән барлыҡ матбуғат баҫмаларын һаҡлап ҡалһын ине.
(“Киске Өфө” гәзитенән, 2016 йыл)