Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2023, 11:04

ӨЙҘӘ БЕШЕРЕЛӘ ТОРҒАН СЫРОК РЕЦЕБЫ

Тәмле генә килеп сыға.

КӘРӘК БУЛАСАҠ:
• Эремсек 360 г
• Шәкәр пағы 3 аш ҡалаҡ
• Шоколад 100 г (молочный)
• Аҡ май 20 г (сливочное масло)

ӘҘЕРЛӘҮ:
1. Шоколад менән майҙы ҡушып иретергә, уның менән формаларҙы майларға һәм туңдырғысҡа 12 минутҡа ебәрергә.
2. Эремсек менән шәкәр пағын ҡушып болғарға.
3. Формаларҙы алып эремсек өҫтәргә.
4. Өҫтөнән шоколад ҡойоп, һыуытҡысҡа 5 минутҡа ебәрергә.
5. Әҙер сырҙарҙы формаларҙан алырға.

Читайте нас: