Майҙа консерваланған балыҡ 1 банка
Бешерелгән картуф 2 шт
Бешерелгән кишер 2 шт
Бешкән йомортҡа 5 шт
Ҡаты сыр 150 г
Һуған 2 шт
Майонез, тоҙ тәмгә ҡарап
ӘҘЕРЛӘҮ:
1. Йомортҡа ағын һарыһынан айырып, ағын ваҡ ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Уларҙы тәрән тәрилкәгә тигеҙ итеп һалығыҙ-был салаттың беренсе ҡатламы буласаҡ. Уны майонез менән майлағыҙ.
2. Артабан сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, йомортҡа ағына һалығыҙ-2-се ҡатлам. Артабан майонез.
3. Өсөнсө ҡатлам балыҡ буласаҡ, уны алдан ваҡларға кәрәк. Майонез ҡатламы тураһында онотмағыҙ. Шунан һуң ҡырҡылған һәм парланған (ҡайнамаһын өсөн) һуған сираты килә. Артабан майонез ҡатламы.
4. Картуфты өҫтәгеҙ, шунан уны ҡатлап һалығыҙ. Ҡалған балыҡты картуфҡа һалығыҙ, уны яҡшы итеп вилка менән ваҡлағыҙ.
5. Майонез менән майлағыҙ. Йомортҡа һарыһын ваҡлап, улар менән салатты һибегеҙ. Бер аҙ ваҡ итеп ҡырҡылған йәшелсә өҫтәгеҙ.