- Фасоль - 1 кг.
- Башлы һуған - 0.5 кг.
- Кишер - 0.5 кг.
- Борос, болгарский - 0.5 кг.
- Помидор - 2 кг.
- Шәкәр ҡомо - 0.5 стакан
- Тоҙ - 1.5 аш ҡалағы
- Көнбағыш майы - 250 г.
- Ҡыҙыл әсе борос - 1-2 шт.
- Һарымһаҡ - 3 баш ( эреләр)
- Аш һеркәһе 70% - 1 сәй ҡалағы.
Әҙерләү:
1. Фасольде бешереп алабыҙ.
2. Һуғанды яртышар түңәрәкләп турап майҙа ҡурып алабыҙ.
3. Помидор м-н боросто түңәрәкләп турайбыҙ.
4. Кәстрүлгә фасоль, һуған, помидор, борос, тоҙ шәкәр,май һалабыҙ.
5. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 30 минут бешереп алабыҙ.
6. Бешеп сығыр алдынан 5 минут ҡалғанда, әсе борос, туралған һарымһаҡ һәм аш һеркәһен өҫтәйбеҙ.
7. Әҙер булған салатты банкыларға һалып, ҡапҡастарын ябып, һыуынғанса төрөп ҡуябыҙ. (Сания Солтанова)