Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Август 2023, 17:17

Бауырҙан торт

Еңел һәм тәмле рецепт

 Ингредиенттар :
500 грамм самаһы бауыр
2 баш һуған
1 стакан ҡайнаған һөт
3 йомортҡа
ҡыҙыл борос, тоҙ
4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы
0,5 стакан он
Әҙерләү :
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән(мясорубка) үткәрәбеҙ
ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ
йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.
килеп сыҡҡан шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға ҡоймаҡ ҡойған һымаҡ, ике яғынан да бешерәбеҙ
Эслеккә:
2 баш һуған
2 кишер
ҡаймаҡ
соус
тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр һалабыҙ.
Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ
торт йәймәләре араһына һылайбыҙ.
бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сыға
☕Өҫтәлдәргеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🩷

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: