Ҡамыр өсөн:
1 стакан он
1 сәй ҡалағы разрыхлитель
80 г һыйыр майы
2 аш ҡалағы шәкәр
1 йомортҡа
⠀
Эслек өсөн :
500 г творог
0,5 стакан шәкәр
3 йомортҡа һарыһы
1 аш ҡалағы манный ярмаһы
100 г ҡаймаҡ
Ванилин 1 ҡап
⠀
Суфле өсөн:
3 йомортҡаның ағы
3 аш ҡалағы шәкәр пудраһы
⠀
Ондо разрыхлитель менән ҡушып, өҫтөнә һыуытылған һыйыр майын тураҡлап һалабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән бергә ҡушып, унан он өҫтәп ҡамыр яһарға һәм плёнкаға төрөп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға .кәрәк.
⠀
☑ Эслек: барыһын бергә блендер менән болғатырға.
⠀
☑ Суфле: йомортҡа ағын күпертергә, әҙ-әҙләп шәкәр пудраһы ҡушып.
⠀
✴ Әҙер ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, бортиктар яһап йәйәбеҙ.
✴ Шуның өҫтөнә твороглы эслекте ағыҙабыҙ.
⠀
✴180 градуста духовкала 20-30 минут бешерәбеҙ.
⠀
✴ Шунан һуң алып, өҫтөнә суфле һылап, кире духовкала 10-15 минут матур төҫкә ингәнсе тотабыҙ (артығын ярамай).
⠀
✴ Духовканы һүндерәбеҙ, ишеген асып, шунда һыуынырға ҡалдырабыҙ.
✴ 40 минуттан һуң торттың өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа килергә тейеш.