Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2023, 12:15

Помидорҙар уңһын тиһәгеҙ - айыртылған һөт ҡойоғоҙ

Ата-бабаларыбыҙ һәр саҡта ла ит ашап, ҡымыҙ, буҙа эсеп көн күргән, әлеге ваҡытта киң таралған ауырыуҙар тураһында ишетеп тә белмәгән. Бөгөн заманалар үҙгәрҙе, һатыу кәштәләрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ.

Беҙ ҙә ошоға тиклем магазинда һатылған ризыҡтарҙы бер ниндәй уй-шикһеҙ һатып ала инек. Уларҙың сифаты сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙыра башлағас, ғаиләбеҙ менән үҙебеҙ үҫтергән продукцияға өҫтөнлөк бирә башланыҡ. Мал тотҡас, баҡса үҫтергәс, өҫтәлдән ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, йәшелсә өҙөлмәй. Үткән йәй помидорҙарым ишелеп уңды. Уны үҫтереүҙең үҙем генә белгән серҙәре лә бар хәҙер. Мәҫәлән, күптәр үҫентеләрҙе тура ултырта, ә мин уларҙы ергә йығып һалам, улар үҙҙәре турайып үҫә. Шулай уҡ бер ваҡытта ла помидорҙың артыҡ ян үрендеһен (пасынки) өҙмәйем. Үҫентеләр ныҡ, помидорҙары күп һәм сирһеҙ булһын өсөн уларға айыртылған һөт ҡоям. Үҫемлектәргә лә аҡһым кәрәктер, тигән уйҙан сығып эшләгәйнем быны. Һөт ҡоя башлағандан һуң нәҙек булып ултырған һабаҡтар бер аҙна эсендә йыуанайып, күҙгә күренеп нығынды. Ошо алымдар ярҙам итәмелер, әллә башҡа ғилләһе бармылыр инде, уңыш мул була.
Бөтә ашҡаҙан, эсәк сирҙәре консерваланған продукция ашағандан килә, тип һанағанға, күпләп үҫтерһәм дә, йәшелсәләрҙе маринадламайым, ҡышҡылыҡҡа салаттар ҙа әҙерләмәйем. Уларҙы яңы сағында, түтәлдән өҙөп ашауҙы хуп күрәбеҙ. Шул саҡта уның файҙаһы ла ҙурыраҡ, тәмлерәк тә була. Үҙебеҙҙән артҡанын туғандарға, дуҫтарға, күрше-күләнгә күстәнәс итеп таратам. Быйыл һис уйламағандан ғына ҡорот эшләүҙең еңел ысулын табып алдым. Ҡатыҡ ойоторға, тип, һөт ҡайнатырға ултыртҡайным. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, был турала бөтөнләй онотҡанмын. Көнө буйы ҡыҙарғансы ҡайнаған һөттө ни эшләтергә белмәй, аптырап торҙом-торҙом да, ни булһа ла булыр, тип, ойотҡо ҡойоп ҡарарға булдым. Икенсе көнө асып ҡараһам, өҫтөнә һары һыуы айырылып, ҡәҙимге ҡорот килгән дә сыҡҡан. Айға яҡын әсетеп, ҡаҙан төбөнән китмәй ҡайнатҡан ҡороттан бер нәмәһе менән дә айырылмай, хатта тәмлерәк тә кеүек. Шуға күрә, хәҙер ҡоротто ошондай юл менән дә ҡайната башланым. Оҙаҡ һаҡлана, ҡыш буйы рәхәтләнеп тотонабыҙ.

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

Читайте нас: