Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре "Ағиҙел"гә сәләм ебәрҙе
Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙәренә үткән айҙа гуманитар ярҙам ебәргәндә "Ағиҙел" журналының бер нисә һанын да һалғайныҡ. Билдәле булыуынса, унда башҡорт егеттәре күп, шулай уҡ туғандаш халыҡтарыбыҙ ҙа телебеҙҙе аңлай.
"Ағиҙел"де яугирҙәр бик ҡыуанып ҡабул иткән. "Егерь", "Муса", "Эльдорадо", "Ҡурай", "Бөрйән" һәм башҡа ҡушаматлы егеттәребеҙ йылы сәләм ебәрҙе.
"Башҡорт телендә сыҡҡан бер быуатлыҡ журналыбыҙ шул ҡәҙәр ҡәҙерле бүләк булды. Беҙ уның һәр һанын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Тыуған ерҙән ситтә милли баҫмаларҙың, туған телдең тәмен айырыуса ныҡ тояһың икән! Күңел рухи ҡиммәттәргә сарсай. "Алла бирһә, тыуған яғыбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтырбыҙ, милли баҫмаларыбыҙҙы күмәкләп алдырып уҡырбыҙ" тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ.
"Ағиҙел"ебеҙҙе 100 йыллыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға киләсәктә лә әлегеләй бай йөкмәткеле булып ҡалыуын, яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ. Ә журналдың хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларына ҙур уңыштар, иҫәнлек, ғаилә бәхете насип итһен! Донъяла тыныслыҡ булһа, "Ағиҙел"ебеҙ ҙә һил ағыр, һайыҡмаҫ", - тип изге теләктәрен еткерҙе Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре.
Әйткәндәрегеҙ килһен, барығыҙға ла имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, ҡәҙерле ир-егеттәребеҙ! Рәхмәт һеҙгә!