Журналдың сентябрь һаны шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союздары ағзаһы Айгөл Йәмилеваның өр-яңы повесы менән асыла.
“…Ҡояштың иртәнге мәлгә генә хас яҡты нурҙарына сорналған бүлмәнең уртаһындағы аҡ япмалы өҫтәлдә үтә күренмәле сынаяҡҡа сәй ҡойолған. Ҡуян ҡаны һымаҡ ҡыҙғылт үҙе. Сынаяҡ янында таҫма менән бәйләнгән миләүшә сәскәләре бәйләме ята. Киләһе һүрәттә был күренештә арығанлығы, насар кәйефе йөҙөнә сыҡҡан ҡыҙ хасил була. Ул телефонын өҫтәлгә һелтәй ҙә сынаяҡҡа үрелә. Сәйҙе ирендәренә килтергән ваҡытта, телефон дисплейы тоҡана: кемдер шылтырата. Ҡыҙ телефонына эйелә лә, осраҡлы рәүештә сәйе аша күренгән дисплейға ҡарап, ҡатып ҡала: уның алдында һүрәттәр һәм һандар бейеүе ҡапыл ғәжәйеп бер донъяға әүерелә: ҡояш нурына сумған бейек өй түбәләре, зәңгәр күктә күпергән болоттар, алтын тамсыларын тирә-йүнгә сәскән фонтан, йәшел газондар... Ҡыҙ йөҙөнә йылмайыу ҡайта, ул был тылсымлы сынаяҡтан уртлай ҙа, ҡуян артынан ҡыуып килеп, ер ҡыуышындағы төпһөҙ тишеккә ҡолап, мөғжизәләр иленә эләккән Алиса шикелле, әле үҙе күргән төҫлө донъяға оса.
Тын ҡалып, һәр бер биттә һүрәтләнгән был “йәнһүрәт”кә һәм ваҡиғалар үҫешенә текәлгән Марсель, ниҙер иҫләгәндәй, ҡапыл башын күтәрҙе:
– Ә ни эшләп ул ҡыҙ яңғыҙ? Был донъяла уның сәйер дыуамаллығын һүҙһеҙ аңлаған хыялый дуҫы ҡайҙа?” Заман ваҡиғаларын, йәштәр тормошон һүрәтләгән үҙенсәлекле әҫәр күңелегеҙгә хуш килер, моғайын.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға сентябрҙә 75 йәш тула. Был һанда яҙыусының хәтирәләре, хикәйәләре урын ала.
“Рухи хазиналар” рубрикаһында ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың арҙаҡлы Ғәбит сәсән хаҡындағы мәҡәләһен уҡырһығыҙ.
“Шиғриәт” рубрикаһындағы шағир Рәмил Сурағоловтың йырҙары, Нурислам Низаметдиновтың “Минең данлы Башҡортостаным” поэмаһы тәҡдим ителә.
“Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәковтың яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Һөйөүҙән яралған был донъя” тип атала.
Шағирә Динә Талхинаның тыуыуына быйыл 70 йыл тулды. Ошо уңайҙан яҙыусының әҙәби мираҫынан шиғырҙар донъя күрҙе был һанда.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мират Әхмәтшәрип улы Бикмәтов менән әңгәмәһендә һүҙ Тыуған ереңә, халҡыңа фиҙәкәр хеҙмәт итеү, йәшәйеш һәм кеше бәйләнеше мәсьәләләре хаҡында бара.
“Ағиҙел”гә – 100”, “Беҙҙең календарь” рубрикаларында урын алған материалдар ҙа ҡыҙыҡлы.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!
Луиза Кирәева әҙерләне.