Журналдың май һаны шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәшированың “Донъялыҡты беҙ уйлайбыҙ мәңгелек тип...” тигән шиғри шәлкеме менән асыла. “Шиғриәт” рубрикаһында шулай уҡ әҙибә Фәндидә Харрасованың “Күрелмәгән юлды кискәндә” поэмаһы урын ала.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында күренекле яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай “Йән” романы тәҡдим ителә.
Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула. “Тере хәтер” рубрикаһында Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Батыр исеме алған, ай, Муса, егерме лә ике йәшендә” мәҡәләһе һәм Муса Гәрәевтең һикһәненсе йылдарҙа яҙылған “Әсәй менән һөйләшеү” тигән бик уҡымлы хәтирәһе урын ала.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахмановтың - “Китап яҙырлыҡ тарихтар”, Маһира Ғиләжеваның “Бала сағыбыҙ булманы, уны һуғыш урланы” мәҡәләләрендә дәһшәтле йылдар, тетрәндергес ваҡиғалар бәйән ителә.
Был һанда ла ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә. Отставкалағы подполковник Хәлил Һөйөндөковтың “Журнал шиғыр яратырға ла өйрәтте” тигән хәтирәһе лә бик ҡыҙыҡлы.
Луиза Кирәеваның “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында урын алған мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның поэмалары анализлана.
Журнал уҡыусыларыбыҙ Гөлсимә Иштанова “Иҫке йорт йылыһы” хикәйәһе менән сығыш яһаһа, Байгилде Янбулатов шиғриәт донъяһына саҡыра. Билдәле педагог Лилиә Мирза балаларҙы серле әкиәт донъяһына әйҙәй.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!
Луиза Кирәева әҙерләне.