Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Март 2022, 19:31

“Ағиҙел” журналының 3-сө һанына күҙәтеү

Журналдың март һаны сәсмәүер оҫтаһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем”

“Ағиҙел” журналының 3-сө һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 3-сө һанына күҙәтеү

 

Журналдың март һаны сәсмәүер оҫтаһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” тигән хикәйәһе менән асыла. Әҫәрҙең төп героиняһы Фәрхинур ҡапыл ғына Германияға барырға була: “Кинәт кенә тыуҙы ла ҡуйҙы ул был ниәт. Хәйер, буштан ғына тыуманы инде. Бер ваҡыт БСТ-ла Сәғитова тигән бер ҡәҙимге башҡорт ҡатынының автостоп менән бөтә Европаны йөрөп сыҡҡаны тураһында тапшырыу булғайны. Шуны әҙәм балаһының тәүәккәллегенә, батырлығына хайран булып ҡарағайны. Ана шул һоҡланыуы орлоҡ һымаҡ әллә ҡайҙа бер урында ятҡандыр ҙа, шытып сыҡҡандыр, ахыры. Өлкәнәйгәс, тәүәккәллектең бер ҡыры бар: был ҡарсыҡ алйып бара түгелме, тип шаҡара тыйып ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға күрә ниәтен күптән әхирәте һымаҡ булып бөткән ҡыҙына ла асманы”. Оло йәштәге ҡатындың ҙур юлға сығырға батырсылыҡ итеүе ни менән бәйле?..

“Әҙипкә бер-ике һорау” тигән яңы рубрикала Айгөл Ҡылысбаеваның яҙыусы Гөлсирә Гиззәтуллина менән әңгәмәһе урын ала.

“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында яҙыусы Мәүлит Ямалетдиндың “Ишмөхәмәт сәсән” роман-эссеһының аҙағы, Әлиә Саматованың “Матурһығыҙ!” хикәйәһе тәҡдим ителә.

Яҙыусы, ғалим, журналист Сәлимйән Бәҙретдинов “Һүҙ көсө йәки ни өсөн һүҙ, уй матдиләшә?” эссеһында һүҙ донъяһының серле яҡтарын аса.

Киләһе йыл “Ағиҙел”журналының донъя күреүенә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан был һанда ғалим Флүр Сибәғәтов матбуғат тарихына арналған мәҡәләһен тәҡдим итә.

Күренекле дәүләт эшмәкәре, танылған йәмәғәтсе, ғалим Миҙхәт Мәмбәтовтың “Аҙаштырған болан балаһындай” документаль повесында һүҙ донъяны дер һелкеткән, тетрәндергән дәһшәтле ваҡиғалар осраштырып ҡауыштырған, берәүҙәренең өмөт-хыялдарын селпәрәмә иткән яҙмыштар хаҡында бара.

Сәғирә Шәрәфетдинованың Һиндостанға сәйәхәте менән бәйле тәьҫораттары ла бик мауыҡтырғыс.

Билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкендәре” тигән ғүмер яҙмаларын уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Был һанда ла хәтирәләр дауам итә.

“Сатира һәм юмор”, “Балалар әҙәбиәте” рубрикаларында урын алған материалдар ҙа ҡыҙыҡлы.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алыу йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Луиза Кирәева әҙерләне.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: