

Хәҙерге башҡорт һүҙ сәнғәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре лайыҡлы урын биләй. Үҙенең илле биш йәшлек юбилейын ул ярайһы тос ижады менән ҡаршы ала.
Һуҡмаҡтарҙан – оло юлға
Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре замандаштарының, ҡәләмдәштәренең, әҙәбиәт белгестәренең иғтибарын тиҙ йәлеп итте. Иң беренселәрҙән булып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик, билдәле ғалим Ғайса Хөсәйенов “Ҡыуандырҙы әҫәре” (“Башҡортостан”, 2009, 29 июль) тигән мәҡәләһендә йәш әҙиптең “Тәңре өрөк ҡапҡанда” хикәйәһенә ҙур баһа бирҙе, башҡорт әҙәбиәтенә өмөтлө прозаик килеүен билдәләне: “Идея-проблематик даирәһе, композицион-структур төҙөлөш йәһәтенән ыҡсым повестарға торошло ул. Эстетик ҡеүәһе менән дә күңелде күтәрҙе был әҫәр. Психологик нескәлек менән һуғарылышы, йәшәүҙең мәғәнәһе, тормоштоң эске ҡаршылығы һәм илаһи матурлығы, бәхеттең асылы хаҡындағы әллә күпме уйҙар, хис-тойғолар донъяһына илтеүе менән арбай”...
Ҡул арты еңел булды олуғ ғалим Ғайса Хөсәйеновтың. Мөнир Ҡунафин ижады һәм уның айырым әҫәрҙәре хаҡында әҙәбиәтсе-ғалимдар Р. Бикбаев, Ғ. Ҡунафин, Р. Аҙнағолов, Г. Гәрәева, З. Әлибаев, Р. Илешева, Ғ. Ғәлина, Ғ. Бүләкова, билдәле яҙыусылар Н. Мусин, Ә. Әминев, Т. Ғарипова, Ә. Үтәбай, С. Әбүзәр һәм башҡаларҙың бер-бер артлы мәҡәләләре донъя күрҙе. Шулай ҙа яҙыусының ижады баһаланып бөткән, фәнни әйләнешкә ныҡлы ингән тип әйтеп булмай әле.
Нәфис әҙәбиәткә ул шағир булараҡ килә. Тәүге әҫәрҙәрен мәктәп йыл- дарында уҡ яҙа башлай, улар “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, “Пионер” журналында баҫыла. Студент сағында ла ижади ҡаҙанда ҡайнай, ҡәләмен ташламай.
Ғүмер тигәндәре уймаҡ икән, Уйын ғына һәр бер ҡылығы. Ваҡыт үҙе шаян – кис тә төшкән, Үткән инде ғүмер ҡыҙығы.
Сағыштырмаса йәш кенә ваҡытта уҡ шундай уйсан юлдар яҙған шағирҙың бала сағы, йәшлек йылдары тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай ҙа кеүек. 1971 йылдың 17 мартында Ғафури районының Сәйетбаба ауы- лында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимна- зия-интернатын, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. “Шундай мәлем” (Өфө: Китап, 2001), “Ғүмер тигәндәре” (Өфө: Китап, 2005) тигән тәүге китаптарына ингән шиғырҙарында лиризм, шул уҡ ваҡытта хис-тойғоларға ғына һыйып бөтмәгән эпик-фәлсәфәүи фекерләү хас икәне лә асыҡ тоҫмаллана. 2005 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивалендә еңеүсе була.
Яҙыусының хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. “Йәшлек” республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, “Ватандаш” журналында бүлек мөхәррире,
2012-2020 йылдарҙа “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире булып эшләй. 2020 йылдың февраленән алып республиканың төп әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы – “Ағиҙел”дең баш мөхәррире.
Бөгөн яҙыусы Мөнир Ҡунафин проза һәм драматургия өлкәһендә лә әүҙем һәм уңышлы эшләй. “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә”, “Шаҡмаҡ ҡояш”, “Ҡартайған ҡояш аҫтында” кеүек китаптарын уҡыусылар йылы ҡабул итә. Был өлкәлә ярайһы уҡ уңыштарға ла өлгәшә: 2010 йылда Бөтә Рәсәй Василий Шукшин исемендәге хикәйәләр конкурсы (Вологда), 2015 йылда республика Башлығы грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби бәйгеһе еңеүсеһе, Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы лауреаты була.
Проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла үҙен һынай – Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…”, “Люксембургка барып ҡайтҡансы”, “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы”, Салауат башҡорт драма театрында “Тоғролоҡ”, Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ”, Туймазы татар драма те- атрында “Һинең өсөн үҙем үлермен” пьесалары ҡуйылды.
Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙар башланғас, яҙыусы ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтты. Ошо сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә тынғыһыҙ әҙип “Бер ғүмер етмәй икән”, “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине”, “Уттарға буталып алмалар яуғанда”, “Егерме икенсе снаряд” исемле очерктарын яҙҙы. “Бер ғүмер етмәй икән” (“Самрау”, 2023), рус телендә сыҡҡан “СВОими глазами” (“Китап”, 2024) китаптары тиҙ үк таралып бөттө. Ә Мәскәүҙәге АСТ нәшриәте тарафынан донъя күргән “СВО: я вышел из боя живым...” (2025) китабы иһә уҡыусылар араһында киң резонанс тыуҙырҙы, Өфөлә, республика райондарында уның презентациялары ла шаулап үтте һәм яҙыусыны Рәсәй кимәлендә ныҡлы танытты.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән” спектакле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналған һәм республика хәрбиҙәренең батырлығы, ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеген данлаған беренсе сәхнә әҫәре булды. Өфөнөң “Нур” татар дәүләт театры иһә тамашасыға яҙыусының махсус хәрби операция батырҙарына, уларҙы көткән ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә бағышланған “Һине көтәләр” спектаклен тәҡдим итте.
Яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафиндың был өлкәләге әүҙем эшмәкәрлеге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы, Баш- ҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” республика конкурсында еңеүсе дипломы менән баһаланды.
Был әҙәби уңыштар һәм ҡаҙаныштар барыһы ла авторҙың ижад йөҙөн, уның башҡорт әҙәбиәтен байытыуҙағы фиҙакәр хеҙмәтен билдәләй.
(Яҙыусы прозаһында мифопоэтик мотивтар һәм алымдар)
Ни яҡтары менән отошло һәм үҙенсәлекле һуң яҙыусының әҫәрҙәре?
Яҙыусы Мөнир Ҡунафин стиленә психологик реализм алымдары, юғары дәрәжәгә еткерелгән эмоционаллек хас. “Сәхиуллович ниндәй жанрға мөрәжәғәт итһә лә, иң беренсе сиратта шағир булып ҡала. Уның хикәйә-по- вестарынан, пьесаларынан шиғри моң һарҡый. Иң мөһиме – әҫәрҙәренән яҡтылыҡ, сафлыҡ бөркөлә, хатта уның геройҙарының күҙ йәшендә лә нур сатҡылары емелдәй”, – тип билдәләгәйне ошо хаҡта билдәле әҙип Салауат Әбүзәр ҙә “Донъяның ҡояшлы яғында” мәҡәләһендә.
Кеше күңеленең, йәненең иң әсе, ауыр ғазаплы яҡтарын асып һалған бындай типтағы әҫәрҙәр хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә күп түгел. Образдарының ҡабатланмаҫ булыуы, нигеҙҙә, яҙыусының үҙенсәлекле фәлсәфәүи-психологик ҡараштары менән дә бәйле. Шулай ҙа Мөнир Ҡунафин әҫәрҙәренең нигеҙенә һалынған, сюжетты барлыҡҡа килтереүсе мотивтар яңы кеүек тойолһалар ҙа, асылда, улар – быуындан-быуынға ҡабатланып килгән, халыҡтың күҙаллауҙарын сағылдырған рухи хазина ҡылдары.
Яҙыусының ижадында күҙгә ташланған һыҙат – ваҡиғалар, ошо ваҡиғалар эсендә геройҙың “ҡайнауы”, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе идея- лар. Әйтергә кәрәк: был идеялар реалистик пландағы һүрәтләү алымдары аша ғына бирелмәй, улар уҡыусыға һиҙелер-һиҙелмәҫ нескә ептәр аша төрлө формалағы мотивтар, архетиптар, образдар аша еткерелә.
Әйтәйек, кешенең килеп сығышы хаҡындағы фәлсәфәүи мотив. Был мотивтың тамырҙары боронғо осорҙарға уҡ, антропогоник мифтарға барып тоташа. Уның барлыҡ халыҡтар мифологияһында, һуңыраҡ халыҡ ижа- дында йыш күҙәтелеүен рус ғалимы Е. Мелетинский “Әҙәби архетиптар хаҡында” (“О литературных архетипах”) хеҙмәтендә ентекләп тикшерҙе.
Әйтәйек, Мөнир Ҡунафиндың “Тәңре өрөк ҡапҡанда” хикәйәһенә ҡарата “Әҫәр нимә тураһында?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап биреп тә булмайҙыр. Ләкин уның нигеҙендә тәрән фәлсәфә ятҡанын уҡыусы үҙе лә аңлай. Ул – кешенең йәшәйеше хаҡындағы фәлсәфә. Хикәйәгә эпиграф итеп шундай юлдар килтерелгән: “Имеш, Аллаһ балсыҡтан Кешене әүәләп яһағанда, файҙаланып бөтмәгән киҫәге ҡала. Аллаһ Кешегә: “Һиңә тағы нимә әүәләргә?” – тигәс, ул унан үҙенә бәхет әүәләүен һорай. Әммә Аллаһ өндәшмәй генә уның усына балсыҡ киҫәген һала”. Эйе, Аллаһ та кешегә бәхетте әүәләп кенә тоттормай шул. Әҙәм балаһының килеп сығышы хаҡындағы ҡараш хикәйәлә үҙенсәлекле яңғыраш ала, йәғни М. Ҡунафин үҙ “мифын тыуҙыра”.
Яҙыусының күпселек әҫәрҙәрендә Кеше ниндәйҙер ҡотолғоһоҙлоҡтан ғына торған Яҙмыш алдында яңғыҙы ҡала. “Тәңре өрөк ҡапҡанда” хикәйәһендә лә алтмыштан үткән Фәйрүзә яҙмыш һынауына дусар була. Дауаханала ауыр сир менән ятып сыҡҡан, үҙенең һауығыуына өмөтө өҙөлгән ҡатын ғүмер буйы бергә йәшәгән иренең оҙаҡламай яңғыҙ ҡалыуын уйлап, йәлләй, үҙәге өҙөлә һәм “ир бирмәк – йән бирмәк” булһа ла, уға хәстәрлекле тормош иптәше эҙләп, яҡын әхирәте Зөләйхаға мөрәжәғәт итә...
Ошонда йәндәрҙең ергә индерелеүе мотивы ла (Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде үҙе яралта. “Мин кешене ҡуйы һәм төҫөн үҙгәртеүсән балсыҡтан ҡойоп яһайым, – ти фәрештәләренә. – Тейешле һынды эшләгәс, уға Үҙемдең йәнемде өрәм. Алдында хөрмәт менән баш эйегеҙ”) сағылып ҡала. Был фекер-идеяны автор әҫәрҙә Зөләйханан әйттерә: “Өләсәйем һөйләп улты- рыр ине. Кеше яҙмыштары ете ҡат ғаләмдә, күк өҫтөндә хәл ителә тип. Тәңре үҙе һәр йән эйәһенең ғүмерен танып, яҙмыш мөһөрөн һала икән. Бер бәхетлегә бер бәхетһеҙ, бер бәхетһеҙгә бер бәхетле тип. Ауыҙына өрөк ҡапҡан сағындамы, бер бәхетлегә бер бәхетле, йә бер бәхетһеҙгә бер бәхетһеҙ тип яңылышып та китә, ти. Бына Мәргән ағай менән һинең яҙмышыңды мөһөрләгәндә, апай, бәхетлегә бәхетле тура килһен, тип дөрөҫ яңылышҡандар. Кеше нуры күктән килә бит ул. Үҙеңә тейешле бәхетте бүләк итеп тә, мираҫ итеп тә ҡалдырып булмай. Минең бәхетһеҙ яҙмышымды һинең әжәлең дә, һинең Мәргәнең дә бәхетле итә алмаҫ. Маңлайыңа шундай мөһөр һуғылғас... – тыныс ҡына тыңлап ултырған Фәйрүзәгә ҡараны. – Димләмә миңә Мәргән ағайҙы”.
Яҙыусы тыуҙырған мифологема буйынса, “Тәңре өрөк ҡапҡанда” хикәйәһендә кешенең “йәне Күктән-Аллаһтан индерелгән” үҙаллы бер суб- станция итеп ҡарала һәм ауыл ерендә йәшәп ятҡан ҡарамаҡҡа ябай ғына, ҡәҙимге генә кешеләр – Мәргән һәм Фәйрүзә образдары аша яҡтыртыла. Улар бер-береһен былай ғына юғалта алмай.
Һомғол буйлы, бәһлеүәндәй кәүҙәле, сибәр Мәргән армияла ҡазаға тарып, бер аяғынан яҙа. Уның яратҡан ҡыҙы Сәбилә был хаҡта белгәс, сит яҡтарға китеп, шунда кейәүгә сыға. Нәфис заттарға, тормошҡа ышанысын юғалтҡан егет (“Ул мәңге үҙенә тиң тапмам, мин Квазимодо, тип һәм шуға ныҡлы ышанған иҫәргә әйләнгәйне шикелле”) буйҙаҡ йәшәүен дауам итә. Бухгалтерлыҡҡа уҡып сыға, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Шул ваҡытта уға колхоз рәйесе, райүҙәктән ултырып ҡалған бер уҡытыусыны димләйек әле үҙеңә, ҡустым, тигәс, һис көтмәгәндә, ҡапыл риза була ла ҡуя. “Ултырып ҡалған”. Төп геройҙың хәленә инерҙәй иң татлы һүҙ ошо була. Бер- береһенең ҡәҙерен белеп, бик матур ғүмер кисерәләр Фәйрүзә менән Мәргән. Улдар үҫтерәләр.
Автор уҡыусыны уларҙың Хоҙай тарафынан инселәнгән, бер-береһенә тиң парҙар икәненә геройҙарының күңел донъяһы, төрлө символик образ- дар, психологик картиналар, художестволы деталдәр аша шул тиклем ышандыра. Ҡыуыш, торналар, арба, юл, арба күсәре һ.б. образдарҙың тәрән символик мәғәнәһе буйынса әллә күпме һүҙ алып барырға мөмкин булыр ине. Һәр береһенең башҡорт халҡының ғына түгел, донъя халыҡтарының картинаһы һәм күҙаллауы менән бәйле үҙенсәлекле идея-тематик йөкмәткеһе, тәрән фәлсәфәүи ассоциациялары бар. Әҫәрҙең был өлөштәре үҙе бер моңло йыр кеүек. Яҙыусы тарафынан лиризм, сентименталь психо- логизм алымдары бар тулылығында ҡулланыла.
Мәргәндең характерын күҙҙән кисергәндә ирекһеҙҙән, әҫәрҙә ул турала һүҙ бөтөнләй булмаһа ла, тағы бер мифологик мотив – “ҡатындың ҡабырғанан яратылыуы” иҫкә төшә. Әҙәм балаһы йәннәттә һис тә тынғылыҡ таба алмаған. Яңғыҙлыҡтан күңеле һыҙлаған. Ә бер саҡ уянып китһә, баш осонда бер кеше ултыра икән (Аллаһ уны Әҙәмдең ҡабырғаһынан яһаған). “Кем һин?” – тип һораған Әҙәм. “Мин – ҡатын”. “Ни өсөн яратылдың?” “Һиңә йыуаныс булыр өсөн”. Анабыҙ Һауаның шулай ҡабырғанан яратылыуына бәйле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм аҙаҡ ошондай һүҙҙәр әйткән: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһағыҙ, уны һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”. Ошо мотивтан сығып ҡарағанда, Мәргәндең ҡатынына һәм ғаиләһенә ҡарата изге һәм бөтөн күңеле, йомшаҡ мөғәмәләһе, уңғанлығы уны идеаль герой кимәленә күтәрә.
“Иң тәүҙә һүҙ булған” тиелә изге китапта. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ысынлап та, барлыҡ башланғыстарҙың нигеҙендә һүҙ ятҡанлығын аңлауы ауыр түгел. Яҙыусының “Код, йәки тәгәрәп тә китте бер төймә” повесының (“Ағиҙел”, 2022, №10) сюжет нигеҙендә һүҙ көсө мотивы ята. Танылған шәхес дәрәжәһенә күтәрелгән төп герой Басир Аҡбулатовтың төп хатаһы – әсәһе бүләк иткән ғүмерен ҡыйырға ынтылыу. Аҙаҡ был уйынан кире ҡайтһа ла, юғары көстәр программалаштырыуҙы ҡабул итеп өлгөрә. Ғалимә Гөлфирә Гәрәева билдәләүенсә, “Сиселештә код – тормошоңдо алдан про- граммалаштырыу, Хоҙай биргән ғүмергә үҙең сик ҡуйыу һәләкәткә килтерә тигән фәлсәфәүи, ниндәйҙер кимәлдә фәнни ҙә, мистик та фекер раҫлана” (“Ағиҙел”, 2023, №11, 102-се бит).
Мөнир Ҡунафин әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан йәнә бер ҙур мотив – кеше һәм йәмғиәт араһындағы мәңгелек көрәш.
Был ҡаршылыҡҡа асыҡ миҫал итеп яҙыусының “Артта – Мәскәү” повесын килтерергә була. Халыҡ мөлкәтен шәхси кешеләрҙең ҡулға төшөрөүе хаҡындағы әҫәрҙәр беҙҙә яҙылманы түгел. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Ноғман Мусин (“Һуңғы солоҡ”), Әмир Әминев (“Ҡытайгород”), яҙыусы Рәшит Солтангәрәев (“Кешеләр”) әҫәрҙәре иҫкә төшә. Уларҙың барыһында ла социаль ҡараш алғы планға сыға. Мөнир Ҡунафиндың повесы ла заман ҡаҙағына һуғыусы үткер әҫәр. Уның сюжетында һыйырҙы аталар, малын эҙләп биләмәләренә ингән өсөн һыйыр хужаһы Дәүләтҡолдо туҡмап сығаралар.
Ғәҙеллекте юллап йөрөгән Дәүләтҡол райондың полиция башлығы ка- бинетында йығылып, дауаханаға оҙатыла һәм шунда йән бирә.
Фәлсәфәүи-психологик мотивтарҙың береһе – яңғыҙлыҡ та сағылыш тапҡандай үрҙә әйтелгән яҙыусыларҙың социаль яңғырашлы был әҫәрҙәрендә. Яңғыҙлыҡ халәтен тыуҙыра торған тағы бер сәбәп – герой күңеленең тормоштан көткәнгә ҡарағанда “артыҡ киң булыуы”. Күп осраҡта кеше, йәшәйешкә, тормошҡа яраҡлашырға теләп, бер нисәгә бүленә, йәғни эске донъяһын йәшерергә тырыша, хатта битлек кейә. Ошондай геройҙың асыҡ миҫалы – Зөбәйер (“Соҡор”).
Беренсе көн... икенсе төн... өсөнсө көн һәм төн... Төп геройҙың соҡорҙағы һәр көнө кеше күңелендәге тәрән төпкөлдәрҙе аҡтарып сығара. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең хаҡын, ҡәҙерен белер һәм аңлар өсөн мотлаҡ ғазап, һынау кәрәкме икән ни? Китап уҡыусы бик ябай булмаған ваҡиғаларҙа үҙенең дә халәтен, бөгөнгө тормошон күрә... Зөбәйер менән бергә ҡайғыра, уның уйҙарын уртаҡлаша, бергә көлә, бергә илай.
Кешегә күп кәрәкме ни? Йәнде ситлектәге ҡош менән сағыштырыу мотивы ла бар был әҫәрҙә. Шуның нигеҙендә мәңгелек Бәхет, Аҡыл, Хәтер сағылышы булған бөйөклөккә ҡайтырға теләү идеялары ятмаймы икән? Төп герой Зөбәйер шулай ти: “Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә”.
Яҙыусының фәлсәфәүи әҫәрҙәрендә тағы бер фекер бар. Ул – донъяла төрлө боҙоҡлоҡ, мәхшәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүен аңлатҡан мотив. “Инстинкт, йәки Күктә йондоҙҙар болара” повесы ҡурҡыныс хәбәрҙәрҙән башлана: ҙур йыһан есеме ергә яҡынлаша, кешелек юҡҡа сығыуы мөмкин, ҡайһы бер илдәрҙе һыу баҫа башлаған, йәмғиәттең айырым “ҡаймаҡлы” ҡатламы йыһан караптары, осоу станциялары төҙөй икән, тигән имеш- мимеш, тәбиғәттең үҙ асылын юғалтып, ҡапыл ҡартайыуы... Шакираның да күңеле тыныс түгел, етмәһә, һыйыры ике башлы быҙау килтерә. Ике аҙна ҡалған мәхшәргә. Ташлыҡая ауылы халҡы мәж килә, өмөтһөҙлөккә бирелә. Һәр персонаж ахырзаман яҡынлашҡансы ни булһа ла ҡылып ҡалырға теләй. Автор әҫәренә юҡҡа ғына Зигмунд Фрейдтың һүҙҙәрен алмаған: “Два основных инстинкта человека по Фрейду: инстинкт жизни и инстинкт смерти. Инстинкт жизни включает силы, побуждающие человека сохранить и продолжить жизнь, свой род. Общее название этих сил – Эрос. Инстинкт смерти группа сил проявления агрессии, жестокости, стремления к перекрещению жизни, уничтожению, смерти – Тонатос. Главным, основным и сильнейшим З. Фрейд считал сексуальный инстинкт. Мощная сила сексуальных инстинктов – Либидо”. Ошо ғәҙәти булмаған шарттарҙа һәм ваҡиғаларҙа кешеләр үҙ-үҙҙәренә хужа түгел. Инстинкттары уяна. Урманда яңғыҙ йәшәгән Жак кәзәһенә ташлана. Ансар һунарға тигән булып, урманға китә, шунда йөрәге түҙмәй, йән бирә. Уның ҡатыны Шакира урманға килеп иренең үле кәүҙәһен күргәс, юғалып ҡалмай, ҡыҙҙарын, балаларын уйлап, өйөнә ашыға. Агент Николай, исмаһам, ҡыҙым Гвандоя иҫән ҡалһын, тип байтаҡ аҡсалар түләп, балаһын ҡотҡарыу станцияһына ебәрергә тырыша. Әммә Гвандоя атаһының ярҙамсыһы Митхунға ғашиҡ, уның менән урманға ҡаса.
Автор, бер уйлаһаң, иманһыҙ, динһеҙ йәшәгән, иҫереклеккә, харамға батҡан бәндәләргә аяуһыҙ хөкөм дә сығара кеүек: Гвандоя менән Митхун мәмерйәлә һәләк була, Жактың өйөнә ут ялҡыны килеп төшөп, соҡор ғына ҡала, Николай мәхшәр ваҡытында ла һыйыр артынан йүгереп аҡылдан яҙа һ.б. Ә ваҡиғалар көтөлмәгәнсә тамамлана: “Был ваҡытта ғаләмдә Ер тигән иң гүзәл, иң миһырбанлы һәм иң мөхәббәтле планета эргәһенән, уға ҡойроғо менән дә ҡағылырға баҙнат итмәй, Ивәл тип нарыҡланған билдәһеҙ Х Планетаһы үтеп бара ине”.
Шулай итеп, әҫәргә Аллаһтың язаһы мотивы ла килеп инә. Әйткәндәй, был мотив яҙыусының әҫәрҙәрендә йыш ҡына урын ала.
Бына “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһе. Әҫәрҙә һүҙ Нәфисә исемле ҡатын һәм уның ире Иҙристең ғаилә тарихы тураһында бәйән ителә. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаилә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙың бер ҙур проблемаһы бар – оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, сәбәп Иҙристә була. Нәфисәне был мәсьәлә бик борсой һәм нисек булһа ла был хәлдән сығыу юлын эҙләй һәм ул иренән бер генә тапҡыр хыянат итергә рөхсәт һорай. Йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде һайлауы ла юҡҡа түгел... Ләкин ғаиләгә бәхет килтермәй был гонаһ: телһеҙ, күҙһеҙ бала тыуа. Ғаилә ауыр һынау, ҡылған гонаһтарға яуап биреү алдында ҡала.
Ауылдаштарын эскелек һаҙлығына батырған сауҙагәр Хамматтың фажиғәһе (“Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә”), Ғәфүр Ҡәйүмовичтың яуызлыҡтарының, ҡырын эштәренең ҡырҡ йылдан һуң да беленеп, ҡулға алыныуы (“Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны”), бер гонаһһыҙ Әкрәмде психдиспансерға ебәргән Мөхәррәмде үгеҙ һөҙөп үлтереүе (“Ҡартайған ҡояш аҫтында”), нәфсеһенә, холҡона баш була алмаған Сәлимдең үлеме (“Йыназанан һуң ике аҙна”) һ.б.
Выждан ғазаптарына дусар булған персонаждары ла күп яҙыусының: ике ус бойҙай арҡаһында Йәмиләнең тормошон боҙған Әнүәр (“Үсме, хисме?”), саф мөхәббәтенә хыянат иткән, тормошонан уңмаған Сәбилә (“Тәңре өрөк ҡапҡанда”), дуҫына ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрмәгән Зәйни (“Ҡартайған ҡояш аҫтында”)...
Эйе, бер ҡалыпҡа һалып, ошондай темаға яҙылған, шундай композицияға ҡоролған, тип кенә әйтеп булмай яҙыусы Мөнир Ҡунафин әҫәрҙәрен. Китап уҡыусы ла төрлөсә ҡабул итеүе, хатта әҙиптең ҡайһы бер фекерҙәре менән килешмәүе лә мөмкин. Тап “Шаҡмаҡ ҡояш” хикәйәһендәге кеүек: кемдер өсөн ҡояш йомро, өсмөйөш, ә кемдер өсөн ул шаҡмаҡ, сөнки һәр кемдең был донъяға үҙ ҡарашы бар...
Махсус хәрби операция донъя тарихының барышын, сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларға ҡараштарҙы үҙгәрткән ваҡиға булды. Башҡортостандың сәйәсәтендә лә Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға өлөш индергән күренекле шәхестәр алғы планға сыҡты. Мәҫәлән, ошо йүнәлешкә ярашлы республи- кала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы М. Шайморатовтың, күренекле дипломат, Советтар Союзының Сәғүд Ғәрәбстанындағы илсеһе Кәрим Хәкимовтың иҫтәлектәрен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөлә М. Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Республикала уның исемендәге орден һәм миҙал булдырылды. Нәфис әҙәбиәттә лә Уның яҡты образын һынландырған бик күп әҫәрҙәр ижад ителде.
Башҡортостан Журналистар союзының рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире В. Исхаҡов етәкселегендә республика журналис- тар делегацияһы Башҡортостан хәрбиҙәре янында булды, уның составында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Э. Ҡусҡарбәков, Октябрьский мәғлүмәт үҙәге директоры Р. Камалтдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире М. Ҡунафин, “Аргументы недели в Башкортостане” баҫмаһының баш мөхәррире С. Кудряшов, “Ҡыҙыл таң” вәкиле Ф. Гәрәев, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы В. Фәйзуллин бар ине.
2024 йылда “СВОими глазами” китабы донъя күрҙе. Уға махсус хәрби операция тураһындағы очерктар, эссе һәм репортаждар индерелгәйне. Журналистар М. Ҡунафин, С. Кудряшов, Н. Кузнецова, Е. Костицына, Э. Му- сина әҫәрҙәрендә Башҡортостан яугирҙәре һәм офицерҙарының батырлығы, хәрбиҙәрҙең Оборона министрлығы менән контракттарының илһөйәрлек мотивтары, табиптарҙың, гуманитар ылауҙа ҡатнашыусыларҙың, хәрби дин әһелдәренең эше тасуирлана.
Шулай уҡ МХО биләмәһенә БР Яҙыусылар союзы рәйесе А. Баймөхә- мәтов, яҙыусылар М. Ҡунафин, М. Ҡаһарманова, Л. Абдуллина, З. Бураҡаева ла барып ҡайтты.
Махсус хәрби операция тураһындағы әҫәрҙәр ҡатмарлы хәлдәрҙе аңларға ярҙам итә, китап уҡыусыларҙы яугирҙәрҙең батырлыҡтары, яҙмыш тарихтары менән таныштыра, шулай уҡ экстремаль шарттарҙа кеше кисерештәренең тәрәнлеген аса. Уларҙың авторҙары – хәрби корреспон- денттар, яугирҙәр, ирекмәндәр һәм яҙыусылар – һуғыш хәрәкәттәре хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, мәңгелек темалар – илһөйәрлек, мөхәббәт, дуҫлыҡ, намыҫлылыҡ, батырлыҡ тураһында уйланалар.
Мөнир Ҡунафин – ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтып, хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, яҡташ яугирҙәребеҙ менән һөйләшеп, барыһын да ҡағыҙға түкмәй-сәсмәй күсергән әҙип. 2025 йылдың яҙында Мәскәүҙәге АСТ нәшриәте тарафынан рус телендә донъя күргән “СВО: я вышел из боя живым...” китабына уның МХО яугире Фәнис Хөсәйеновҡа арналған “Бер ғүмер етмәй икән” очеркы, һуғыш биләмәһенә барып ҡайтыуҙарын һүрәтләгән “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине”, “Уттарға буталып алмалар яуғанда”, “Егерме икенсе снаряд” исемле юлъяҙмалары ингән. Һәр береһендә илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙәребеҙ та- рихы, улар менән әңгәмә, авторҙың уйланыуҙары урын ала.
“Киске Өфө” гәзитенә биргән интервьюһында ул шулай тип билдәләй: “Ҡыҙғанысҡа, һуғыш мине лә ҡыуҙырып етте, миңә лә әсе яҙмыштарҙы күрергә, улар хаҡында тыңларға, һыҙланырға, снарядтар шартлауын, пуля- лар һыҙғырыуын ишетергә, баш осонда ғына квадрокоптерҙарҙың осоп йөрөгәнен күреп, ҡот осҡос тойғолар кисерергә тура килде. Хәтәр “уйын” икән ул һуғыш, кесерткәндәрҙе сабып ауҙарған ишеләй генә лә түгел – кеше ғүмерҙәре ҡыйыла... Ләкин был тарих, аяныслы, ҡанлы, киләсәк хаҡына данлы тарих. Ил яраһы яҙыусы йөрәге аша үткәндә, әҙип булараҡ, был те- манан ситтә ҡала алманым. Яҙыуы еңел түгел, тик кәрәк. Киләсәк өсөн кәрәк. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың мәғәнәһеҙ ҡулдары алдаҡ тарих тыуҙырасаҡ.
Кемдеңдер һөйләүенән, кисерештәренән генә сығып ижад ителгән әҫәр- картиналар ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәһә, ышанмай, тигәндәй, нисек тә һалдаттарҙың окоп тор- мошон күреп, уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап, улар менән бер һыныҡ икмәкте уртаға бүлешеп, дары еҫен еҫкәп, һуғыш яланына баҫып, еңеүсе ата- бабаларымдың рухын тойоп ижад иткем, ҡасандыр Илья Эренбург, Констан- тин Симоновтар беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек, минең дә браттарымды данлағым килде!” (“Киске Өфө” гәзите, №18, 9-15 май, 2025 йыл).
Мөнир Ҡунафиндың публицистикаһына, юлъяҙмаларының стиленә шундай һыҙаттар хас.
Икенсе полк әле көтөү зонаһында, йәғни бар хәрби әҙерлек менән алға ынтылырға бойороҡ көтәләр. Дошмандар уларҙың позицияһын белмәй. Һәм белергә лә тейеш түгел. Был ҙур сер. Беҙгә лә урынды бер генә мәғлүмәттә лә күрһәтмәҫкә тип ҡаты итеп иҫкәртеп ҡуйҙылар, яҙма рәүештә лә, фотоһүрәттә лә”.
Йәшеренеү селтәре бик һаҡлай икән. Ул булмаған саҡта дошмандың күктәге “һайыҫҡандары” күреп, кәрәкле нөктәне “шыҡрыҡлай” торған. Хәҙер маскировка селтәре булғас рәхәт, ғүмер өсөн борсолмай йөрөргә була, тине бит әле. Апай-инәйҙәр, ҡыҙҙар-һеңлеләр, һеҙ тырышып теккән, йыйған селтәрҙәр күпме егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай, ана. Әйтәм бит, бында һәр мөһим һәм кәрәкле объект, һәр техника “йәшел шәл” ябынған. Һәр хеҙмәт, ярҙам йөҙөнән һалынған һәр һум, хатта селтәрҙәге һәр “япраҡ” – еңеүгә илткән аҙым, дошманға төбәлгән ҡорал ул. Селтәргә бәйләнгән һәр “япраҡ” һаҡлап ҡалынған бер ғүмер, иҫән бер яугир булыуы ла бик ихтимал икән – мин шуны аңланым. Ҡайтҡас та ун, йөҙ, юҡ, мең “япраҡ” бәйләйәсәкмен”.
“Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым, Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып, Урта быуат уттарына һалып,
Яндырҙылар, һәләк иттеләр?” – тигән кеүек, Рәсәйгә ҡарата нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ уятырға теләп, Пушкин, Толстой, Достоевский, Чайковский кеүек даһиҙарҙың китаптарын, әҫәрҙәрен юҡҡа сығарыуға барып етеүҙәрен камил кешелек мәңге кисерәсәк түгел. Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтеп йәшәү осоро үтте”.
Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “СВО: я вышел из боя живым...” китабы ябай ваҡиғалар хроникаһы ғына түгел, ә һуғыш аша үтеп, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышанысын һаҡлап ҡалған кешенең уй-кисерештәре лә ул. Өфөлә, республика райондарында уның презентациялары ла шаулап үтте. Халыҡ бик яратып ҡабул итте яҙыусының махсус операция биләмәһендә булып, үҙ күҙҙәре менән күреп яҙған был әҫәрҙәрен. Ысын талант һәм аҡыл емешен, илһөйәрлек өлгөһөн халыҡ барыбер тоймай, күрмәй ҡалмай, күрәһең...
Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин – заман ваҡиғаларынан тороп ҡалмай, яңыса фекерләүсе әҙиптәребеҙҙең береһе. Ул үҙенең хикәйәләү манераһын, һүрәтләү алымдарын, поэтикаһын бөтә донъя әҙәбиәте поэтикаһына йүнәлеш тотоп төҙөй. Күңел донъяһы, рухи ынтылыштар, кеше һәм йәшәйеш хаҡындағы фәлсәфәүи ҡараштарҙың үҙенсәлекле бирелешен, образдар системаһында боронғо һүҙ сәнғәтендәге традицияларҙың, фекерләүҙең яңырышын тоябыҙ. Быны беҙ ошо мәҡәләлә тик бер аспекттан – архетиптар һәм мифо- поэтик мотивтарҙы тикшереү өлгөһөндә генә күрһәттек.
Әҙәбиәтебеҙҙе яңы асыштарға байытҡан әҫәрҙәре, китаптары өсөн авторҙы ихлас ҡотларға һәм ошо йүнәлештәрҙә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүен теләргә кәрәк.