Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 18:24

Конкурсыбыҙға Ғафуриҙар — «Мағаш тауышы» ҡушыла

«Мағаш тауышы» берекмәһе ағзалары араһында олоһо ла, кесеһе лә бар. Хеҙмәт ветерандары – Еректән Миңнимер Кәримов, Ватандан сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина, Игенйылғанан Зилә Сәйетбатталова, мәғариф ветерандары – Красноусолдан Рәмзиә Монасипова, Гөлшат Вәлиева, Юлыҡтан Рима Рафиковаларҙың шиғырҙары айырыуса иғтибарға лайыҡ. 

Конкурсыбыҙға Ғафуриҙар — «Мағаш тауышы» ҡушыла
Конкурсыбыҙға Ғафуриҙар — «Мағаш тауышы» ҡушыла

Һоҡланғыс әҙиптәр ғаиләһе лә бар районыбыҙҙа. Үҙбәк ауылынан оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән Фәрғәт Галин (мәрхүм – рухы шат булһын), уның ҡыҙы Гөлфира Ғәлина, Фәрғәт ағайҙың энеһе , ауыл мәсетенең имам- хатибы Илфат Ғәлиндең әҫәрҙәрен күптәр бик йылы ҡабул итә. Был йыйынтыҡҡа шулай уҡ Ташлы мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Рәүфилә Ибраһимова, Ибраһим ауылынан “Табын” гәзите меән күптән хеҙмәттәшлек иткән Зилә Рәхмәтиҙең күңел хистәре зауыҡлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

"Мағаш тауышы"на нигеҙ һалыусы танылған шағир, яҙыусы, журналист, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы директоры урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының Почетлы гражданы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, "Табын" гәзитенең тәүге мөхәррире Ниязбай Булатбай улы Сәлимов.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас