Бөтә яңылыҡтар
6 Май 2022, 14:41

Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтәсәк

Еңеү көнөндә, һәр йылдағыса, традицион акция - "Үлемһеҙ полк" үткәреләсәк. Илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлау, яҡлауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабаларыбыҙға хөрмәт күрһәтеү сараһы ул. 

Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтәсәк
Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтәсәк

"Үлемһеҙ полк" акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән, концлагерҙә булған, партизандар отрядында йөрөгән - Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ көсөн һалған кешенең портреты менән урамға сығырға кәрәк. 

"Үлемһеҙ полк" 9 майҙа, 11:00 сәғәттә башланасаҡ. Теҙелеү ваҡыты - 10:00. Полкта урын алыу өсөн алдан теркәлергә кәрәкмәй, ни бары йыйылыш урынына портрет менән килергә генә кәрәк.

Илдең төрлө мөйөштәрендә үтәсәк сара тураһында мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://www.polkrf.ru.

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән "ҡыҙыу линия": 8 800 20 1945 0.

Атай- олатайҙарыбыҙҙың яуҙағы батырлығы һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә!!!

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: