Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
13 Ноябрь , 11:22

Конкурсҡа Дәүләкән районының әҙәби ойошмаһы ҡушыла

Улар үҙҙәренең әҙәби берекмәһе хаҡында бына ниҙәр яҙҙы: 

Конкурсҡа Дәүләкән районының әҙәби ойошмаһы ҡушыла
Конкурсҡа Дәүләкән районының әҙәби ойошмаһы ҡушыла

Гүзәл Асылыкүл, Дим буйҙары - илһамлы төбәк.Йәйрәп ятҡан Асылыкүл буйҙарынан, изге Балҡантау, Ярыштауҙан көс-ҡеүәт алған,сөгөрмәкләнеп аҡҡан йәмле Дим, Өршәк һыуында ҡойоноп үҫкән, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ,күңелдәрендә ҡояш йөрөткән ихлас, ябай, алсаҡ халыҡ йәшәй бында.

    Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов, филология фәндәре кандидаты,балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина,Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ш.Бабич премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, С.Юлаев ордены кавалеры, билдәле яҙыусы Мәхмүт Сәлимов, филология фәндәре кандидаты, шағирә Олеся Әхмәтрәхимованың исемдәре әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.

       Дәүләкән ҡалаһының район китапханаһы эргәһендә  күп йылдар “Толпар” исеме аҫтында шиғриәт һөйөүселәр клубы эшләп килде (етәксеһе З.К.Норкина ).

1996 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме менән Әхиәр Хәкимов ошо клуб ағзаларынан өс телдә (башҡорт, рус, татар) ижад итеүселәрҙе йыйып, ”Дим” әҙәби берекмәһен ойоштора һәм етәкләй.

        Әхиәр Хәкимдең вафатынан һуң ул йәшәгән йортта музей асылыуы –ижадсылар өсөн ҙур ҡыуаныслы ваҡиғаға әүерелде, был урын күмәкләп йыйылыу,  матур саралар үткәреү өсөн  ижади утрауға әйләнде. 2004 йылдан 2018 йылға тиклем  берекмәне музей директоры, һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Буранбаева етәкләне, 2018 йылдан был эште Миңзәлә Хәлилова(Байышева) дауам итә.

     “Дим”әҙәби берекмәһе шуныһы менән үҙенсәлекле: бында өс телдә ижад итеүселәр йыйылған. Ижад емештәребеҙ ҙә өс телдә нәшер ителде.

1. «Дим тулҡындары». Башҡорт төркөмө, 2006. 

2. «Поэтическое Давлеканово». Рус төркөмө, 2007.

3. «Йөрәктәр аһәңе». Башҡорт, рус, татар телдәрендә, 2007.

4. «Асылмаған сер». Башҡорт, рус, татар телдәрендә, 2014. 

5. «Ләйсән ямғыр». Башҡорт, рус, татар телдәрендә, 2016.

6. «Күңел моңдары». Башҡорт, рус, татар телдәрендә, 2019.

7. «Асылыкүл ынйылары». Башҡорт, рус, татар телдәрендә, 2024.

 

Арабыҙҙан тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова,филология фәндәре кандидаты Олеся Әхмәтрәхимова, Миңзәлә Хәлилова-Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзалары.

Гөлфирә Ғәскәрова, Миңзәлә Хәлилова, Олеся Әхмәтрәхимова, Ольга Бубнова - Әхиәр Хәким исемендәге премия лауреаттары.  

 

Берекмә ағзалары Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә әүҙем ҡатнашып,призлы урындар яуланы.

1.Миңзәлә Хәлилова – 3-сө урын (1998 йыл),1-сеурын  (2013 йыл).

2.Гөлүзә Буранбаева – 3-сө урын (1999).

3.Любовь Бахтина – 3-сө урын (2004), (2006)

4.Олеся Әхмәтрәхимова – 3-сө урын (2011)

5.Фәннүр Низаметдинов - 2006.

 

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге” конкурсы лауреаттары:

1.Буранбаева Гөлүзә – 2-се урын, 2016 йыл

2.Хәлилова Миңзәлә – 3-сө урын (2018), 1-се урын (2021).

 

ЛИФФТ Бөтә Рәсәй әҙәби журналында баҫылдылар:

1.А.Бондаренко- №1(2018), №2 (2018)

2.Владимир Родин - №1(2018), № 2 (2018)

3.Миңзәлә Хәлилова - №1(2017), №1(2018), №2 (2018), №4 (2018).

 

Бәләбәй ҡалаһында дүрт телдә нәшер ителгән “Йәйғор” китабында әҫәрҙәре баҫылды:

1.Олеся Әхмәтрәхимова

2.Фәнүр Низаметдинов

3.Любовь Бахтина

4.Гөлүзә Буранбаева

5.Миңзәлә Хәлилова

6. Гөлфирә Ғәскәрова

 

Миңзәлә Хәлилованың әҫәрҙәре “Дагестан” журналында (2022), ”Писатель года-2019”  “Фантастика”номинацияһында (Мәскәү ҡ.), ”Писатель года-2020” (Мәскәү) альманахтарында баҫылып сыҡты .”Миһырбанлылыҡҡа мәҙхиә” хикәйәһе “Ғаиләм-ҡәлғәм” йыйынтығына индерелде (Өфө,2022). ”Вестник просвещения” журналында (№39, 2024) “Ҡояш балалары” әкиәте башҡорт, рус, инглиз телдәрендә баҫылды ,шул уҡ әкиәт “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында (2025) донъя күрҙе. Шулай уҡ Миңзәлә Хәлилова Республика “Йор үҙән” фестиваленең Айҙар Байыҡ исемендәге Республика сәсәндәр бәйгеһендә 3-сө, ”Әхмәт әйтеше” бәйгеһендә 2-се , ”Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамында 1-се, Ҡырҡөйлө мең ырыуы йыйынының сәсәндәр бәйгеһендә 1-се дәрәжә диплом, Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған “Салауат йыйыны” фольклор байрамында  “Сәсәнлек традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн” номинацияһында, ”Аҡмулла нәсихәттәре” республика конкурсында  еңеүсе тип танылды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булды. Таңсулпан Ғарипова исемендәге конкурста призлы урын алды. Башҡорт телен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн “Остаз” миҙалы менән бүләкләнде.

 

Гөлфирә Ғәскәрованың уңыштары:

Тәржемәләре төрлө кимәлдәге альманахтарҙа,журналдарҙа баҫылды.

Китаптарҙа баҫылған тәржемәләре:

“Шепот музы”(Фарзана Акбулатова, “Живые камушки”),  

“Под устаревшим солнцем” Мунира Кунафина (повесть “Инстинкт, или небеса взбунтовались” и рассказы “Сати”, “Верность”).

“Своими глазами” Мунира Кунафина (очерк “Одной жизни, видно, мало”).

“Я вышел из боя живым” Мунира Кунафина (10 очерков о бойцах СВО).

Гөлфирә Ғәскәрова 2004 йылдан башлап  “Бельские просторы”журналында башҡорт яҙыусыларының өс тиҫтәгә яҡын әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеп баҫтырҙы.

 

Нажиә Мәғәсүмова татар телендә ижад итә.Әҫәрҙәре “Балҡантау”район гәзите биттәрендә, ”Тулпар“ журналында, ”Ҡызыл таң”гәзитендә баҫылды. 2024 йылдан региональ “Илһам”-“Вдохновение“ әҙәби берләшмәһе проекты буйынса ойошторолған  “Илһамлы еңеү” китабында хикәйәһе, ”Мөжәйдән илһам алып” китабында шиғырҙары донъя күргән. Бөтә донъя татар әҙәби марафонында ҡатнашып, ”Финалист” ,”Еңеүсе” исемдәренә лайыҡ тип табылған.

Ольга Бубнова – ветеран-уҡытыусы, мәктәптә немец теле уҡытыусыһы булып эшләне, рус телендә ижад итә. Ул Рәсәй кимәлендәге күп конкурстар еңеүсеһе, Әхиәр Хәким премияһы лауреаты. ”Рәсәй ғорурлығы”, ”Благодарная память”, “Мәҙәниәткә һәм сәнғәткә индергән өлөшө өсөн” конкурстарының  миҙалдары  менән наградланған, ”Литературная газета”ның маҡтау грамотаһына, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының алтын миҙалына, ”Тәрбиә. Белем.Остазлыҡ. Л.Н.Толстой” миҙалы, ”Мәғарифҡа тоғролоҡ” миҙалы һ.б.менән бүләкләнгән.”Башкирия – мой дивный край” китабы менән Мәскәү ҡалаһында ойошторолған китап күргәҙмәһендә ҡатнашып, ойоштороу комитетының рәхмәт хатына лайыҡ булды. Октябрь айында Дәүләкән ҡалаһында уҙғарылған “Голос.60+” конкурсында Гран-при яуланы. 2007 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе тип билдәләнде.

Ольга Шелест ( Любовь Бахтина) –лирик шағир.Ул “Һүҙ” тип аталған беренсе республика шиғриконкурсында ҡатнашты, шиғырҙары ”Сборник стихотворений победителей, лауреатов и финалистов” (2005) йыйынтығына индерелгән.

 

Һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Буранбаеваныңисеме республика халҡына яҡшы таныш. Ул “Юлдаш йыры-2010” конкурсы лауреаты, 2014 йылда Ҡазан ҡалаһында үткән һәүәҫкәр композиторҙар араһында  “Иң яҡшы композитор” номинацияһында  “Ҡыҙыл миләш” йыры менән,2024 йылда  “Башҡорт һәм татар һәүәҫкәр композиторҙары” номинацияһында 1 урын яуланы.Шиғырҙары “Дим”берекмәһе альманахтарына һәм Татарстанда сыҡҡан “Аманат” йыйынтығына индерелгән. Әлеге көндә ул Өфөлә “Йәдкәр”мәҙәниәт йортонда фольклор түңәрәге алып бара,йырҙарын “Юлдаш”, ”Ашҡаҙар” радиоһында ишетергә мөмкин.

 

 

Китаптар

1. З.К. Норкина «Миром правит любовь». 1994.

2. Ольга Шелест «В заколдованной стране”,  2006.

3. З.К. Норкина «Ведь любви не отнять у души».2006

4. Ф.М.Низаметдинов «Тыуған ерем», 2007.

5. Ф.М. Низаметдинов “Аманатым-бүләгем”,2009.

6. Ф.Низаметдинов «Шиғырҙарҙа – әйтер һүҙҙәрем», 2012.

7. Ф.Низаметдинов “Шиғыр-күңел асҡысы”,2019

8. Р.В. Галимова. Книга-малышка, 2015

9. Р.В. Галимова. Книга-малышка, 2016

10. Т.Ғ.Юсеева «Аҡҡош йыры». 2017.

11. Т.Ғ.Юсеева «Дим ҡыҙы», 2018.

12. Г.И. Гаскарова «От увлечения – к творчеству»,2021. 

13. М.В.Хәлилова “Аҡ елкән”, 2006

14. М.В.Хәлилова “Төштәге осрашыу”, 2017

15. М.В.Хәлилова «Ҡояш балалары», 2023.

16. М.В.Хәлилова «Ҡояшҡа табынам», 2024.

17. Г.Ҡ. Саматова “Бурандарҙа эҙлә яҙмышымды”,2017      

18.О.Н. Бубнова  “Я пройду по земле и рассыплю слово!”, 2019

     19.О.Н. Бубнова “Я рассею добро по земле”, 2020

     20.О.Н. Бубнова  “Башкирия - мой дивный край”, 2022

     21.О.Н. Бубнова  “Не могла не родиться в России”, 2024

 

 

 

Арабыҙҙан иртә киткән ҡәләмдәштәребеҙ ҙә байтаҡ.

Башҡортостандың халыҡ сәсәне Зөләрәм Снигирева, лирик- шағирә Тәнзилә Юсеева,халҡына хисле матур шиғырҙар ҡалдырған Рәмил Фәйзуллин, патриотик шиғырҙар яҙыусы Роза Мөхәмәтрәхимова, юмор оҫтаһы Семен Кошеленко,шиғри китаптар авторы З.К.Норкина... Улар һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә...

Киләһе 2026 йыл “Дим”” әҙәби берекмәһе ағзалары өсөн иҫтәлекле буласаҡ, сөнки ойошмабыҙға 30 йәш тула. Һәр кем был юбилейҙы ниндәйҙер күңел күтәренкелеге менән ҡаршылай. Кемдер типография еҫе сығып торған  китабын ҡулына алып ҡыуаныр, берәүҙәр яңы әҫәрен тамамлар, ҡайһыһылыр юбилей мәшәҡәттәре менән ыуарама килер...

Иң мөһиме - ижад итеү процесы бара, яңы әҫәрҙәр тыуа, әле халҡыбыҙға әйтер һүҙебеҙ күп!

 

Әҙәби берекмә ағзаларының әҫәрҙәре республиканың төрлө гәзит-журналдарында баҫылды:

1.Миңзәлә Хәлилова, Гөлшат Саматова - Ағиҙел”,”Ватандаш”,”Башҡортостан уҡытыусыһы”,”Башҡортостан ҡыҙы”, ”Аманат”, ”Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, Йәшлек”, ”Башҡортостан”;

2. ”Бельские просторы” - В.П.Родин,А.В.Бондаренко, Г.И.Гаскарова;

3.”Тулпар” - Н.Ф.Мәғәсүмова

 Гөлфирә Ғәскәрова

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: