Күрешкән һайын, ул, башын бер аҙ ҡыйшайта төшөп, ҙур күҙҙәре менән туп-тура ҡарай ҙа: «Һин Fиләжевтәрҙең ҡайһыһы әле?» — тип һорай һәм шунда уҡ: «Ә-әй, Мансафы бит әле», — тип бөтә урамға ҡысҡырып әйтә торғайны.
Сәғит аға Агиш бөтә һөйләшеүе, хәрәкәте, шаян һүҙлелеге менән ғүмергә хәтерҙә ҡалырлыҡ кеше. Уны бер кем менән дә тиңләрлек тә, оҡшатырлыҡ та, бутарлыҡ та түгел. Хикәйәләре лә уға ғына хас телдә һәм манерала яҙылған.
Бер саҡ уның үҙе менән түгел, ә бер хикәйәһе арҡаһында уңайһыҙ хәлгә юлыға яҙҙым.
Ул былай булды. Алтмышынсы йылдар башында миңә больницала ятырға тура килде. Палаталағы бер ағай үҙҙәренең ауылында булған бер ваҡиғаны һөйләне. Тәүҙә мин был кешенең һүҙгә оҫталығына хайран ҡалдым, унан һуң әҙер хикәйәнең ҡулға төшөүенә ҡыуандым. Больницала дауаланыусы әлеге ағайҙың һөйләгәндәрен бер ултырыуҙа уҡ яҙҙым. Етмәһә, эшкә сығыу менән Әнүәр ағай Fафури (Мәжит Fафуриҙың улы): «Ҡыҫҡа ғына берәй хикәйәң юҡмы? Иртәгә үк ебәрәм», — тип мөрәжәғәт итте (Әнүәр Fафури Башҡортостан радноһында эшләй ине). Теrе хикәйәне килтерҙем дә бирҙем.
Күп тә үтмәне, бүлмә ишеген асып Әнүәр ағай мине коридорға саҡырып сығарҙы һәм хикәйәмде ҡулыма тотторҙо.
— Сәғит Агиш хикәйәһен күсереп яҙғанһың бит. Писарь булырға ярамай, — тип китте лә барҙы.
Ғәрлегемдән ҡаттым да ҡалдым. Битем, ҡолаҡтарым янғанын ғына тойҙом.
Икенсе күреүҙә Әнүәр ағай Ғафуриға эштең серен асып һалғас, ул: «Сәғит Агиш хикәйәләре менән һаҡ булырға кәрәк, күп кеше уның әйберҙәрен, беҙҙә булды, йә күрҙем, тип һөйләргә ярата», — тине.
Мин Сәғит Агиш хикәйәләрен тағы бер ҡат уҡып сыҡтым. Ысынлап та мин «яҙған» хикәйә уныҡы ине. Айырма тик шунда ғына: уның теле матур, шыма һәм әҫәрҙең күләме күпкә ҡыҫҡа ине.
Мин Сәғит аға Агишты тәүге тапҡыр 1951 йылдың көҙөндә күргәйнем. Шунан һуң йыш осрашырға тура килде. Ә инде телевидениела эшләй башлағас, үҙе әйтмешләй, «Мансаф дуҫ»ҡа әйләндем.
Университетта уҡығанда Fабдулла Туҡайҙың тыуыуына 70 йыл тулыуҙы билдәләнек. Сәғит аға Агиш шул кисәлә бөйөк шағирҙың «Китмәйбеҙ» шиғырын уҡыны. Шул саҡ мин уның шиғыр уҡығанын тәү тапҡыр ишеттем һәм оҫта башҡарыусы булыуына таң ҡалдым. Бәләкәйерәк буйлы Сәғит аға Агиштың тауышына зал «тынһыҙ» ҡалды, ә ул үҙе сәхнәлә бәһлеүәндәй күренде.
Сәғит аға Агиш ҡайҙа ғына булмаһын, уның эргәһенә мотлаҡ кешеләр йыйыла. Ҡайһы саҡта уға яҡыныраҡ килергә лә мөмкин түгел. Сер шунда: ул төрлө ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс, оҫта итеп һөйләй. Ваҡиғалар иһә осһоҙ-ҡырыйһыҙ кеүек. Шуға ла мин бер ваҡытта ла ниндәйҙер хәлде ҡабатлап һөйләгәнен ишетмәнем.
Башҡортостан телевидениеһының йәштәр редакцияһында эшләгәндә мин уға әхлаҡ темаларына сығыш яһауын һорап мөрәжәғәт итә торғайным. Ул һәр саҡ студияға ихлас килер ине, студияға килмәү өсөн сәбәптәр эҙләмәне. Хәтеремдә, шулай тәүге тапҡыр ҡулъяҙмаһын бирҙе лә:
— Ҡасан күрһәтәһең? — тип һораны.
— Нимәне?
— Материалды.
— Үҙегеҙ килеп сығыш яһамайһығыҙмы ни, агай?
— Телевизор ашамы?
— Эйе.
— Рәсимә уҡыһа ярамаймы?
— Уҡыуын уҡый ҙа, тик ул Сәғит Агиш була алмай бит. Дөрөҫ, ул да Сәғитовна.
— Шаярма, ундай ҡыҙым юҡ минең. Сәғит ағай ҡысҡырып көлдө лә, етдиләнеп, ҡайҙалыр текәлде. — Кемгә башты бәйләнем. Мин бит, яҙып бирҙем дә ҡотолдом, тип уйлағайным. Бына заманалар, ҡасан ғына әле радио аша һөйләү ышанырлыҡ хәл түгел ине, бөгөн килеп бөтә булмышың менән һәр телевизорлы өйгә бар ҙа кер…
— Сәғит ағай, материалынды бөгөн үк машинкала баҫтырырмын. Был яҡҡа килеп сыҡһағыҙ, инеп алырһығыҙ, килмәйһегеҙ икән, квартирығыҙға илтеп бирерҙәр.
— Бер һөйләмдә «килеү» һүҙен ике тапҡыр ҡабатланың. Шәп түгел. Ә ул текстың миңә ниңә кәрәге бар?
— Әҙерләнергә.
— Мин бит үҙем яҙҙым. Шулай булғас, ундағылар минең фекерҙәр, минең һүҙҙәр. Әгәр ҙә ҡағыҙҙан ҡарап йәштәргә һүҙ һөйләйем икән, мине кем тыңлар. Телевизорҙа сығыш яһаясағымды әлегә кешеләргә әйтмә. Таныш-белешкә, фәлән числоның фәлән сәғәтендә телевизор аша шәп фильм күрһәтеләсәк икән, шпиондар тураһында, тип әйтермен. Баҡһалар — экранда Сәғит Агиш. Бына һиңә шпион…
Тағы ла шуны әйтке килә, Сәғит ағайҙың ҡулъяҙмаһында бер генә һыҙылған, йә иһә төҙәтелгән һүҙ булмай торғайны. Тимәк, ул материал өҫтөндә оҙаҡ ултырған, уны ҡат-ҡат күсереп яҙған.
Сәғит аға Агиш хаҡында күп итеп яҙырға булыр ине, әлбиттә, сөнки ул онотолорлоҡ шәхес түгел. Шуға күрә лә, ҡабатлап әйтәм, Өфө урамдарында йөрөгәндә ҡаршыма ул килеп сығыр ҙа: «Һин Fиләжевтәрҙең ҡайһыһы әле? Ә-әй, Мансаф та баһа», — тиер кеүек.
Мансаф Ғиләжев, журналист, яҙыусы