Ул әмерҙә янау, йәбер юҡ
Бала саҡтан уның ихлас йылмайып торған портреты иҫтә ҡалған. Шағирҙың сабыйҙарса ихласлығы, сабыйҙарса ҡарашы бала күңелен дә тиҙ үк арбап ала. Хатта уға барып һыйынғы килә ине. Ихласлығы һәм ябайлығы менән бергә уның һәр һүҙенән, һәр сабыр өндәшеүенән Урал тауындай бейеклеген дә, ил, донъя масштабында фекерләүсе мөһабәтлеген дә тоя инек, әле лә тоябыҙ.
Әлфиә апай менән осрашыуға мин бер тулҡынланыу менән барҙым. Шағир исемендәге фонд офисында осрашырға тип килешкәйнек. Ул тап Мостайҙың һәйкәле ҡаршыһындағы йортта булып сыҡты. Фатиха алайым тип шағирҙың ҡорос һынына бағам. Тура мәғәнәлә. Ҡоростай Мостай рухына милләтен яратҡан әҙәм былай ҙа йыш мөрәжәғәт итеп торалыр. Көн эҫе, ҡояш иҫ киткес ҡайнар, сатнамаған, шөкөр. Ер ҙә түңәрәк, үҙ яйына тәгәрләй яй ғына. Йөрәктә ут яна, ғүмер шулай аға. Бер йотом һыу булһа донъя бөтөнләй бөтөнгә әйләнәсәк. Бер аҙ һәйкәлдәге һынға бағып торам.
– Ҡыҙыңа юл тоттом, Шағир! – тип өндәшәм.
– Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Күктә лә мин шундай юламан,
Көндөҙ мин - ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам. Сәләм әйт, – шағир моңо, Мостай ауазы ҡолағыма яғыла, күңелемә һеңә, хәтер-зиһенемде яҡтырта.
Офиста һалҡынса, ләкин яҡты, ныҡ яҡты. Әлфиә Мостаевна һеҙҙе көтә, тинеләр. Ишеге шар асыҡ бүлмәгә инәм һәм... бала саҡтан күңелде иретер Мостай йылмайыуы ҡаршы ала. Улаҡ-улаҡ булып нур бөркөлә. Бына ҡайҙа ул яҡтылыҡ, бына ҡайҙа ул йылылыҡ. "Йылмайыуҙан көслө әмер юҡ, ул әмерҙә янау, йәбер юҡ". Үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Һеҙ Мостай Кәримгә оҡшағанһығыҙ! – тинем. "Атайығыҙға" тип әйтер урынға...
– Шулай тиҙәр, ҡыҙы бит, – сабыр ғына йылмайыу тағы ла бүлмәне нурлап ебәрҙе. – Бигерәк эҫе, сәй эсәһегеҙме, һыумы?
– Сәй! – тим. Донъя, шөкөр, бөтөнләй бөтөнгә әйләнә былай булғас. "Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ бүтәнен" тип иркенләп ултырып алам.
– Атайығыҙ ҡулынан сәй эскән булды беҙҙең, – тим Әлфиә апайға.
– Булғандыр. Беҙҙән бит кеше өҙөлмәне тиерлек, – шулай ҙа һорап ҡуйҙы. – Ҡасан?
– Шағирҙың 80 йәшенә материал әҙерләргә тип һеҙҙең фатирға барғайныҡ, шунда. Һеҙ әсәйегеҙ янында, дауаханала инегеҙ.
Оло талант эйәһе менән был осрашыу мәңге хәтерҙә ҡалды. Республика халҡы, ил уның 80 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына ине. Беҙ, дүрт егет, ошо оло ваҡиға алдынан иң абруйлы замандашыбыҙ менән осрашып һөйләшергә тәүәккәлләнек. Ни тиһәң дә, кеше ғүмере сикле, ундай мөмкинлек тағы эләгәме-юҡмы, тигәндәй. Беҙ, Салауат Әбүзәр, Рәлис Ураҙғолов, Булат Тимерғәлиев һәм мин, Шағир йортона киттек.
Мостай өйҙә яңғыҙы, тормош иптәше-йәндәше Рауза апай дауаханала. Ә Әлфиә ҡыҙы, эйе, әсәһе янында ине. Ҡыҫҡаһы, беҙгә аулаҡ. “Арыу-арыу егеттәрҙең юлын Хоҙай миңә борған даһа. Күптән көтә инем”, – тип йылмайып ҡаршыланы шағир. Был һүҙҙәре беҙҙең тартыныуҙы, уңайһыҙланыуҙы шунда уҡ һыпырып ташланы. Һәм шуға әңгәмә лә, ғөмүмән, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, хатта күпмелер серләшеү, тип тә әйтергә ярайҙыр, бик тә ирекле һәм асыҡтан-асыҡ үтте. Шағир бер тапҡыр ҙа “быныһы матбуғат өсөн түгел”, “быныһы үҙегеҙҙә генә ҡалһын” кеүек һүҙбәйләнештәр ҡулланманы. Ул ысынлап та беҙгә улдары, әҙәбиәт киләсәге кеүек ҡараны, шуға ла өгөт-нәсихәт бирмәй, тик аҡыл, тәжрибә бүлешеп, үҙ тиңе итеп, шәхестәр, шағирҙар күреп аралашты. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ, ул саҡта бындай шәхес янында һин үҙең дә тормош ваҡлыҡтарынан күпкә юғары тороп, азат булып һәм үҙеңде мөмкин тиклем аҡыллы һәм тыйнаҡ тоторға мәжбүрһең. Иреклек тотанаҡһыҙлыҡты аңлатмағанын шунда уҡ аңлайһың.
Әңгәмә шағирҙың эш кабинетында ике-өс сәғәт барғандыр. Беҙ шағирҙың эш өҫтәленә ултырып, ручкаһын тотоп яҙып та ҡараныҡ, төрлө тарафтан төрлө кешеләр (ил башлыҡтарынан алып ябай уҡыусыларға тиклем) бүләк иткән сувенирҙарға һоҡландыҡ, төрлө телдәге китаптарға күҙ һалдыҡ... Мостай тыйманы, беҙ тартыныу тойманыҡ, тик ипле ҡыландыҡ.
Бик оҙаҡлап киткәс, әҙәп һаҡлап ҡайтырға йыйынғайныҡ, Шағир: ”Ҡунаҡ ул – Хоҙай бүләге, уны мотлаҡ сәй менән һыйлау беҙҙең йола. Атайым беҙҙе шулай өйрәтте, әйҙәгеҙ әле”, – тип беҙҙе сәй эсергә саҡырҙы. Сәй ҡайнағансы, төрлө мәҙәктәр һөйләп, илатҡансы көлдөрҙө. Ярҙам итәйек, тиһәк тә, һәр беребеҙгә үҙ ҡулы менән сәй яһап бирҙе. “Рауза апайығыҙ ҡулынан тағы ла тәмлерәк булыр ине лә, Мостай сәйе менән генә һыуһынығыҙҙы ҡандырырға яҙған бөгөн”, – тигән булды. Беҙ, дүрт егет, быуат шағирының күңеленән дә, ҡулынан да баллы сәй эсеү оло бәхет икәнен ул саҡта уҡ аңлаған инек.
Хәтирәмде тыңлағас, Әлфиә апай:
– Эйе, атайым шундай ябай кеше ине лә ул. Өйҙә бигерәк тә. Ижад итһен, дәүләт эштәренә ваҡыты күберәк ҡалһын өсөн, әсәйем уны һәр көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырырға тырыша торғайны, әлбиттә. Тик уның һәр эште белеп тотоноуы һоҡландыра ине, сүкеш-балта тотһонмы, тәмле итеп аш бешерһенме, сәй эсерһенме... Төнөн уянып китеп, атайҙың эш кабинетына күҙ һалһаң, аҡ ҡағыҙға текәлеп, башын баҫып эшләп ултырғаны һаман күҙ алдында. Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһында сәркәтиб булғанында өс айға тиклем Мәскәүҙә ятып эшләй торғайны, һағына инек үҙен. Шулай күңелен, ваҡытын биреп иленә хеҙмәт итте.
"Теймә уға! Минең тыуаһым бар!"
Әлфиә Мостаевна: "Бөгөн беҙ минең турала түгел, ә атайым, уның иҫтәлеге, уның исемендәге фонд эшмәкәрлеге тураһында һөйләшһәк һәйбәт булыр ине”, тигән теләк белдерһә лә, әңгәмәсемдең ихлас мөғәлимәһенән, йәнде иретерлек итеп йылмайыуынан ниндәйҙер бер иркенлек, күңел азатлығы тойоп, шағир ҡыҙының бала сағы, ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбе хаҡында ла ҡыҙыҡһынмай булдыра алмайым.
– Бала сағығыҙҙа иҫтә ҡалған тәүге тәьҫоратығыҙ ниндәй? – тип һорағас, Әлфиә Мостай ҡыҙының яуабы бер аҙ ҡыҙыҡ та тойолдо, уйға ла һалды.
– Свердлова урамындағы 49-сы иҫке кенә йортобоҙ алдындағы йәшел үлән һәм иҫ киткес сағыу зәңгәр күк!
Яуап аңлашыла ла, шағир ҡыҙы шулай яуап бирергә тейеш тә кеүек. Шулай ҙа сәйер. Әлфиә Мостай ҡыҙы лирик түгел, ул педагог, ғүмер буйы студенттарға инглиз теленән белем биргән. Ике сәғәт аралашыу мәлендә ул, улай уҡ хисле кешенән бигерәк, һәр өлкәлә - сәйәсәт, мәҙәниәт, мәғариф, башҡаһы булһынмы, яҡшы аңлаған практик булараҡ асыла.
Мостай Кәрим һуғыштың бар ауырлығын, бар ғәрәсәтен, бар мәғәнәһеҙлеген башынан алып аҙағынаса тиклем үтә. Күп тапҡыр үлем менән күҙмә-күҙ осраша. Һуғыштан шағир имгәнеп, өҫтәүенә сиргә һабышып ҡайта, ныҡ ауырый, үлем менән йәшәү араһында көн итә. Ике тишек үпкәһенән ҡан төкөрә. Фронтовик дуҫы Ғабдулла Әхмәтшин Нижегородканан берәҙәк эттәрҙе һатып алып, уларҙың майын ауырып ятҡан Мостай дуҫына алып килә. Йәнәһе лә, эт майы туберкулездан ярҙам итә. Һуңынан төрлө шифаханалар, Мәскәү дауаханаларында ятып мөғжизә менән төҙәлеп иҫән ҡала шағир. Еңеүҙән һуң алты йыл ғүмер үткәс кенә, йәғни 1951 йылдың 22 июнендә генә Әлфиә ҡыҙы тыуа Мостай ағайҙың-Рауза апайҙың. Ул саҡта ун йәшлек Илгиз ағаһы был көндәрҙе яҡшы иҫләй. Әлеге Свердлов урамындағы бәрәкәтле йорт алдында Мостай, Михаил Дудин, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин һәм башҡалар менән бергә төшкән фоторәсемгә ҡарап ул былай тип яҙа: "1951 йылдың июнь аҙағы. Атайым өсөн үтә лә иҫтәлекле ваҡыт, 22 июнь минең Әлфиә һеңлем тыуҙы. Ҡарағыҙ әле, атайымдың йөҙө ниндәй бәхетле, ҡалай ул ихлас, ҡәнәғәт һәм бер үк ваҡытта шундай мөһабәт һәм мәртәбәле лә". Шулай булмай ни: ғәрәсәт эсендә, һуғыш яланында әжәл боғаҙҙан быуып алғанда, ғазраилдың ҡанатына бер бөртөк нур төшә һәм нисә йылдарҙан һуң тыуасаҡ Әлфиә йәне яугирҙы үлемдән аралап ҡала: "Теймә уға! Минең тыуаһым бар!" Шағирға икеләтә, йөҙләтә ҡәҙерле был һуғыштан һуң тыуған сабыйы. Шуға ла уның йөҙөндә сабыр шатлыҡ-бәхет тә, ҡабатланмаҫ һағыш-мәғәнә лә бар. Сабый Әлфиәнең тәүге хәтерҙә ҡалған күренеш булып йәшел үлән, зәңгәр һауа булыуы шуға дөрөҫ тә кеүек. Йәшәү көсө һәм тыныслыҡ сағыла был һүҙҙәр ҙә.
– Ленин урамындағы дүрт ҡатлы йортобоҙҙо иһә асыҡ хәтерләйем. Данлыҡлы кешеләр йәшәне ике подъездлы был йортта. Шағирҙар Шәриф Бикҡол, Хәниф Кәрим, композитор Рафиҡ Сәлмәнов, актер Туҡаев, йырсы Хөснийәровтар... Бар балалар татыу ғына уйнай, Якутов паркына барып килә инек. Ишек алдындағы ихатаны двур тип йөрөтә инек, - беҙҙең балалыҡ дәүләтебеҙ ине ул, патефондан сихри моңдар ағыла, уйын-бейеүҙәр, шаярып көлөүҙәр... Кешеләрҙең күңеле иҫ киткес йылы, ҡыҙҙар-малайҙар шат, бәхетле, шуға ла микән көн һәр саҡ сыуаҡ, аш-сәй тәмле булып иҫтә ҡалған. Һағынам шул саҡтарҙы...
Атаһы менән әсәһе улына, ҡыҙына ла етеш тормош, уңыштар шөкөр итә белеүҙән, ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтә белгәндә генә килә, тип тә өйрәткәндер. Шунда ғына улар еңеү ҡәҙерле. Атаһы, йыш ҡына уларға, әсәйегеҙ менән өйләнешкәс тә тәүге һатып алған мөлкәтебеҙ ошо, карауатыбыҙ ҙа юҡ ине әле, тип бәләкәс кенә ултырғысты күрһәтер булған. Ә уйлаһаң шул ултырғыста күпме Шатлыҡ, күпме Бәхет баҫып балҡып торған, күпме Кисләсәк, күпме Өмөт ултырып ял иткәндер. Сөнки Кәримовтар һуңғы көндәренәсә был ҡомартҡыны ташламай һаҡлай.
– Беләһегеҙ инде, һуғыштан атайым ҡаты ауырып ҡайта. Әсәйем менән яй ғына атлап йөрөргә сығалар. Әҙ генә барабыҙ ҙа туҡтап ял итәбеҙ, тип һөйләр ине атайым. Шулай бер саҡ подвалда йәшәгән кешеләрҙең тәҙрә ишараты аша самауырҙарын күреп ҡалдыҡ та, ҡасан беҙ шулай етеш, кешесә йәшәрбеҙ икән ҡыҙығып торҙоҡ, ти. Ана шулай, юҡ саҡта подвалдағы тормошта ожмах кеүек күренә икән. Бала саҡта, әлеге йортта барыбыҙ ҙа билдәле шәхестәр балалары булһаҡ та, бәлки улай уҡ етеш тә йәшәмәгәнбеҙҙер, тик беҙ үҙебеҙҙе бер ҡасан да бәхетһеҙ тойманыҡ. Шуныһы бик мөһим. Барыбыҙ ҙа тиң һәм тигеҙ ғүмер кисерҙек.
Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡала балаһы булһа ла ауыл ерен бигерәк үҙ итә. Келәшкә ҡайтҡандарын, Учалы районына Өргөн күле буйына барғандарын бик йылы иҫләй. Мостай Кәрим баяғы сиренән дауаланыр өсөн дуҫы Мөхәмәт Хәйҙәровтарға йыл да тиерлек бара Өргөнгә. Шунда "Өс таған" повесын яҙа халыҡ шағиры.
– Уйлаһаң, ана, шул Вәзир, Ғабдулла, Айҙарҙы мин дә күреп, аралашып үҫтем. Өргөн буйында үҫкән был шуҡ та, аҡыллы ла үҫмерҙәр атайымда шул тиклем тәҫир ҡалдырғандыр, күрәһең, ҡәләмгә тотонмайса булдыра алмағандыр. Миндә лә улар, күл буйҙары әкиәттәге тылсымлы донъя булып хәтерҙә ҡалған. Өргөндә тотҡан сабаҡтар бөгөн дә телгә килер алтын балыҡтар кеүек күренә, – тип көлә Әлфиә Мостай ҡыҙы.
Сәй эсеп бер аҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтыуға фонд эштәре менән килеп сыҡҡан Зөһрә Бураҡаева беҙҙең сәй табынына килеп ҡушылды.
– Зөһрә фонд эшмәкәрлеге менән янып, эшләп йөрөп, атайымдың ижады буйынса шәхси библиографына әйләнде бына, бар һорауҙарға ул да яуап бирә ала хәҙер, – тип тулы сынаяҡ һуҙҙы Әлфиә апай.
– Әлфиә Мостаевна үҙе тураһында бик һөйләргә яратмай ул, ә һеҙ ҡалай күңелле ултыраһығыҙ. Уртаҡ тел тапҡанһығыҙ, ахыры. – Һәр ваҡыттағыса шаулап- гөрләп йөрәгән, әсәһе кеүек кәрәкле ерҙә кәрәкле һүҙен әйтеп өлгөргән Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы бында ла буш ҡалманы. Шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрен һалды. – "Оҙон-оҙаҡ бала саҡтағы" бар донъя Оло инәй янында әйләнгән кеүек, Кәримовтарға, халыҡ шағирына, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә ҡағылышлы ғаләм, фекер, барлыҡ сара был һоҡланғыс ҡатын тирәһендә әйләнһә лә, Әлфиә апай үтә баҫалҡы, сабыр ул.
“Те яҡҡамы, бы яҡҡамы” тип икеләнеп торған Әлфиә сабыйҙың Оло инәй дәрәжәһенә етеүе, фекерләһәң, аптырарлыҡ яңылыҡ та түгел. “Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр” тигәндәй, мәртәбәле аҡһаҡал, зирәк инәй мөхитендә үҫкән бала “кәрәк булһам инем бүтәндәргә” тип йәшәргә тейеш тә.
“Кешеләр тауҙар шикелле”
– Шулай ҙа атайығыҙҙың ғәҙәти кеше түгел икәнен, данлыҡлы шәхес икәнен бала саҡтан уҡ белдегеҙме? - тип һорарға баҙнат итәм. Сөнки бөйөк шәхестәрҙең балаһы булыу еңел түгел, ул оло вазифа ла, ҙур яуаплылыҡ та. Улар, ғәҙәттә, үҙ тормоштары менән йәшәмәгән кеүек миңә. Быуат башында "Йәшлек" гәзитендәге осрашыуҙа был турала Шағирҙың үҙенән дә һорағайныҡ : "Билдәле шәхестең балаһы булыуы ҡыйынмы?" Ул: "Уларҙың үҙ тормошо, үҙ яҙмышы. Малай сағында Илгиз улым ғына, һин шағир улы тип баҫҡыс яндауырынан шыуып төшөргә тыялар тип зарланғанын ғына иҫләйем," – тип йылмайғайны Мостай.
– Ул эшләне, ул өлгө була белде. Атайҙар шулай булырға тейеш тип ҡабул иткәнмендер, – тип талғын ғына һөйләне Әлфиә апай. – Сабый саҡтан уҡ мин уның мөһабәтлеген дә, мөхәббәтле була белеүен дә тойоп, аңлап үҫтем. Әсәйем уға оло ихтирам менән ҡараны, ижади кәйеф, эш мөхите тыуҙырырға ынтылып ҡына торҙо, юҡ-бар мәшәҡәттәр менән борсоманы, уға ҡамасауламаны. Был мөхиттә аҡыллы мөнәсәббәтте күреп үҫкән бала, ата-әсәһе бөйөкмө ул, күренекле шәхестәрме - уны уйламай, ә бары ата-әсәһен яратып, уларҙың мөхәббәтенә яуап итеп оло ихтирам, ҡәҙер күрһәтеп үҫә. Атайым да, әсәйем дә илаһи заттан булғандар. Уларҙа тәбиғи мәҙәниәтлек бар ине. Өйҙән кеше өҙөлмәне, ҡайнар сәй, йылы аш менән ҡаршы алырҙар, яҡты йөҙ менән оҙатып ҡалырҙар ине. Улар бер ҡасан да кеше тикшереп, шәхестәрҙе кәмһетеп ауыҙ ҙа асманылар. Халыҡ, ил киләсәге тип йәшәнеләр. һәм миңә һәр саҡ шулай булырға тейеш кеүек ине.
Үҙ ҡулы менән сәй яһап эсергән осрашыуҙа һикһән йәшлек шағирҙан: “Һеҙҙең мөхәббәт тураһында шиғырҙарығыҙ күп. Рауза апай, башҡаға арнайһың, тип үпкәләмәй инеме?” – тип һорарға баҙнат иттек әле ул саҡта.
— Бер ваҡытта ла ҡулына тейгән, бүтәнгә исемләнгән шиғырҙарҙы тикшереп, кемгә арналғанын һорап маҙама теймәне. Шағир күңелен аңлай ине. Минән шулай уҡ йыш ҡына: “Тормош иптәшегеҙ ижадығыҙға нисек ярҙам итте?” — тип тә һорайҙар. Ҡамасауламаһа, шунан да оло ярҙам юҡ, тип яуаплайым.
Бәхетле ир булған Мостай Кәрим! Шағир өсөн тыуған ояңда һине аңлауҙары барыһынан да мөһимерәк шикелле.
Мостайҙың төп девизы "Ваҡланма!" һәм "Ныҡ булайыҡ, бирешмәйек!" булған. Быны апай бер нисә мәртәбә ҡабатланы. Тормош ығы-зығы хаҡында һүҙ барғанда ла, фонд эшмәкәрлеге тураһында фекер йөрөткәндә лә әйтеп үтте. Ваҡ әҙәмдәр тарих булдырмай, бөйөк эштәр еймәй. "Тормош - сәскәле лә, сүпле лә яландан үткән юл ул, – тип аңғартыр булған атаһы балаларына. – Салбарыңа, күңелеңә йәбешкән һәр дегәнәкте эйелеп, туҡтап ала башлаһаң, юлың ырамлы булмаҫ. Шуға күрә ваҡланмағыҙ, алда бейек тауҙар, бөйөк эштәр көтә". Шулай шул, дегәнәк бәреүселәр ҙә, артыҡ сәскә еҫенән иҫереүселәр ҙә күбәйҙе, шуға ла ваҡтар, ваҡсылдар артты бөгөн, ә бағана кеүек Мостайҙар, Рәсүл, Ҡайсындар тарих яланында, тормош болононда имән булып ҡалҡалар, ҡалалар.
Кеше был донъяла ҡасан ышанысын юғалта? Эйе, ғәҙелһеҙ, намыҫһыҙ йәшәй башлаһа. "Әҙәп ҡайғыһын юғалтмағыҙ, ышанысығыҙ ныҡлы булыр. Күп бәлә заманға дөрөҫ баһа бирмәүҙән килә," тип әйткәнен дә хәтеремдә ҡалған тип ҡуйҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы. Ысынлап та, барыһын да инҡар итеп, саф алтындан да бысраҡ эҙләүселәп күбәйҙе бөгөн. Илде лә, заманды, башлыҡты ла, күршене лә һүгәбеҙ. Айырым ваҡиғаларға, шәхестәргә күңел бизмәндәре, зиһен үлсәүҙәре дөрөҫ баһа бирер урынға, ниндәйҙер фейктарға нығыраҡ һәм тиҙерәк ышанабыҙ нишләптер. Хатта иманды ла баҡырып аңлатырға, һеңдерергә тырышабыҙ. “Ҡарына ямғыр ҡушыла, Ағы түгел аҡ ҡына. Хәҡиҡәттең алтынында балсыҡ та бар саҡ”тип ҡуяһың ирекһеҙҙән. Шуларҙы уйлайым да бөйөк шағирҙың замана пәйғәмбәре булғанына инанғандан инана бараһың. Һәр һүҙе, һәр яҙғаны халҡы, замана йөрәгенә барып тоташҡан уның.
Бер интервьюһында халыҡ шағирының: "Ҡайҙа ғына барһам да, мин һүҙемдә, уйымда, эшемдә, фиғылымда иң элек башҡорт, унан – шағир, унан Мостай Кәрим тип раҫланым үҙемде һәм раҫлай киләм. Халыҡтың исеме минең өсөн һәр ваҡыт алдан йөрөнө", – тигән аҫыл һүҙҙәре иҫемә төштө.
– Атайым минең эске торошома, халәтемә ҡыҫылманы. Үҙенең фекерен бер ҡасанда тағып барманы. Ҡамасауламаны. Ирекле булдым. Партияға инмәнем. Урыҫ егетенә кейәүгә сығыуымды ла аңлап ҡабул итте. Ғүмерем буйы йәштәр менән эшләнем, фән, тәржемә менән шөғөлләндем. Донъя әҙәбиәте классиктарын яратып уҡыным, атайым ошоларға ла иғтибар ит әле тип бер ҙә борсоманы. Уйлаһаң, ирекле булыу ҙа – ҙур бәхет, ирекле итеү ҙә – оло тәрбиә. Улар беҙгә һәр ваҡыт ышанып ҡараны. Мине бөтөнләй белмәгән кешеләр, һеҙ Мостай Кәримгә оҡшағанһығыҙ тиһәләр, мин нисектер кинәнес кисерәм.
Мостайҙың бында ла оло зирәклеге сағыла. Эйе, ғүмер юлында һәр кем үҙ асылына барыбер ҡайта. Бына әле Әлфиә апай менән башҡортса һөйләшеп ултырабыҙ. Башҡорт әҙәбиәтендә ул бар яҙыусыларҙы ла белә, тормошон да, әҫәрҙәрен дә. Фонд эшмәкәрлеге тураһында бәйән иткәндә йәштәрҙе лә күҙәтеп, иғтибар биреп барыуы һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә.
Шағирҙың көндәлектәренә күҙ һалһаң, үҙ балаларынан бигерәк ейәне Тимербулатҡа иғтибарын күберәк бүлгән кеүек тойғо ҡала. Уның тормошондағы ҡыҙыҡтарҙы ла теркәй, өгөт-нәсихәттәрен дә онотмай, бөгөнгөһө, киләсәге өсөн дә бик борсола. Балаңдың балаһы балдан да татлы тигәндәре шулдыр.
Тимербулаттың теле туған телендә асылған. Ике-өс йәшенә тиклем йүнләп русса ла белмәгән... сөнки күпселек ваҡыт олатай-өләсәй ҡарамағында була. “Әсәй, уйтыл”, “Атай, һин дә уйтыл” ти икән. Мәскәүҙә аспирантурала уҡып ятҡан атаһы улының телен аңлап етмәй. Зирәк малай аптырай ҡалмай: “Уйтыл садись, була, шуны ла белмәйһең” тип аңғартҡан. Ә бер ваҡыт атаһынан "Ит би" ти икән. Тағы ла аңламай быныһы. Шунан зирәк малай руссалап "Мясо дауай" тип әйтергә мәжбүр була. Был ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе Әлфиә апай бер кинәнес менән көлөп һөйләне. Илдә билдәле сәйәсмән, эшҡыуар булып киткән Тимербулат Кәримовтың республикабыҙҙы үҙ итеүе, илһөйәр, телһөйәр булыуында олатай-өләсәһенең һис һүҙһеҙ тәрбиәһе ҙур. Башҡортса аралашыуын, Мостай Кәрим исемендәге фонд булдырыуын олатаһының мираҫына тоғро ҡалыу тип аңларға кәрәктер. Юҡҡа ғына уға олатаһы:
“Форсатың бар, балам, аҡҡа
Ҡара яҡма.
Нескә күңел йыуаш була, –
Шуны яҡла. Шуны ҡаҡма. Шуны яҡла.”– тип өгөт бирмәгәндер. Аңлай был һүҙҙәрҙең тылсымын Тимербулат.
Бер аҙ тынлыҡтан һуң: "Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, Мостайҙың ҡайһы шиғыры йә әҫәре уның бар асылын, тормошон тулы килеш сағылдыра икән? – тип һорап ҡуям.
– Атайым йырҙарында ла, йылдарында ла, юлдарында ла, быуаттар араһында ла алдашманы, аҙашманы. Сөнки ул кешеләрҙең, замандаштарының күҙҙәренә тура ҡарап барҙы. Барыһынан бигерәк "Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде", - тиһең..." шиғыры уның, шағирҙың, бар асылын асып биргән кеүек миңә. Атайым ғүмере буйы бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек тынғыһыҙ, фиҙаҡәр тормош менән йәшәне һәм шиғырҙағы кеүек "Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ" тип, заманым, халҡым, шиғриәтем тип йөрәге ярылып ҡапыл ғына китеп тә барҙы.
“Таң әтәстәре ҡысҡыра, сәғәт нисәләр икән?..”
Мостай Кәрим беҙҙең дәүеребеҙ, заманыбыҙҙың оло сағылышы ғына түгел, намыҫы ла булды. Буласаҡ та. Ә намыҫ тоғролоҡта сыныға, тоғролоҡта һынала. Шағир тормошҡа, йәмғиәттәге ҡарашында ла, милләт, ил яҙмышы хаҡындағы ата-бабаларынан килгән аңына, рухына ла тоғро була белде. Ғүмеренең һуңғы йылдарында илдәге үҙгәрештәрҙе ул ауыр кисерҙе, ҡабул итмәй бер булды, сөнки намыҫлы хеҙмәт, илһөйәрлек, кешелекле, изгелекле мөнәсәббәттәрҙең юғалыуын, "бер ҡабул иткән иманын үҙгәрткән кешене" рухы үҙ итмәне. Уныңса, иманын үҙгәрткән кеше яңы иманға ла тыштан ғына мөкиббән китә ул, тормош шарттары ниндәй генә булыуға, ниндәй социаль үҙгәрештәр тетрәтеүгә ҡарамаҫтан, әҙәм балаһын тотоп торған бер үҙәк ҡаҡшамаҫҡа тейеш, эйе, ул -намыҫ.
Ул дуҫлыҡҡа ла бик тоғро була. Дуҫлашҡанда бар күңелен биреп, йәндәш күреп үҙ итә. Ҡәләмдәштәрен тыңлай, ҡәҙерләй белә. Был бик мөһим сифат. Мостайға табындаш, әшнә булырға теләүселәр әҙ булған тиһеңме?! Ул йөрәгенә яҡын, моңона ауаздаш итеп Назар Нәжми, Муса Ғәли, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай, Кирәй Мәргән кеүек тормоштоң әсе һурпаһын, татлы һутын бергә йотҡан замандаштарын һайлаған, йәшерәктәрҙән дә үҙе кеүек аҡыллы һәм даланлы фекерҙәштәрен тапҡан.
– Назар Нәжмиҙең үлемен бик ауыр кисерҙе атайым. Бик тә ҡәҙерле аҫылташын юғалтҡандай булды. "Сират миңә етте", тип көрһөнөр булды. Дуҫ, йәндәш инеләр. Аралары боҙолоп киткәндә лә, атайым уға ҡарата тик йылы мөнәсәббәттә генә ҡалды. Назарҙың ҡыҙы менән аралашып, аңлашып йәшәйбеҙ. Атайҙарҙың дуҫлығы беҙ ҙә дауам итә, – Әлфиә апай атаһының портретына ҡарап ҡуйҙы.
"Назарҙың вафатын ишетеп йәнем тетрәне. Төрлө саҡ булды. Мин һине, Назар, ғүмер буйы яраттым (60 йыл). ...Илле йылдан ашыу уның менән тормош тип аталған, әҙәбиәт тип исемләнгән "трамвай"ҙа бергә йөрөнөк. "Трамвай"ҙың айҡалып-сайҡалып барған, сөйлөгөп-һөрлөгөп киткән саҡтары ла булды. Беҙ бирешмәнек, ҡолап төшмәнек. Аяҡ өҫтөндә ныҡ торҙоҡ. Был юлдарҙы мин уның кәүҙәһен күреп ҡайтҡас, көс-хәл менән яҙам. Сират миңә килеп төртөлдө. Ҡырлы-мырлы дуҫым, көт, оҙаҡламай мин дә һине ҡыуып етермен," –тип теркәй әҙип көндәлегендә.
Әлфиә апай иҫкә алған тағы бер хәтирә мине шулай уҡ тетрәндерҙе. Дуҫлыҡҡа тоғролоҡтоң, йәндәшлектең бер дәлиле, һәйкәле был ваҡиға. Кремлдә, Ленин премияһын тантаналы тапшырғанда, ҡапыл Мостайҙың йөрәген ҡаты сәнсеү ала. Ултыра төшә. Нисек былай булды әле? Бындай бүләк алыу шатлығын ул сабыр кисереп өйрәнгән. Сәнсеү үтә. Һуңынан шул билдәле була, тап шул секундттарҙа, шағирҙың йөрәк өйәнәге тотҡан мәлдә, уның яҡын дуҫы, фронтташы Ғабдулла Әхмәтшиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаған була. Шуны тойған шағир йөрәге.
Интернаттағы (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия- интернатында ул көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе булды) бер осрашыуҙа хәтергә уның бер фекере ныҡ уйылып ҡалған. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар урталарында ул кабинет-музейына комсомол билетын тапшырҙы. Фронтта фашист пуляһы, данлыҡлы был ҡомартҡыны тишеп үтеп, ни мөғжизә менәндер шағир йөрәгенә бер иле генә етмәй ҡала. Ошо ҡатырға уның юлын бер аҙ ҡыҫҡартҡан булып сыға һәм шағир иҫән ҡала. Һуғышҡа тиклем үк Мостай Кәрим әүлиә-күрәҙәсе кеүек “Декабрь йыры” әҫәрендә ошо эпизодты тасуирлап яҙа, геройҙың да түшендә ятҡан билетын тишеп дошман пуляһы үтә.
– Һеҙ уны нисек белдегеҙ икән, алдан күрә белеү һәләте бармы? – тип һораныҡ.
– Быныһы, әлбиттә, осраҡлыҡтыр, ә шулай ҙа шағирҙа алдан һиҙемләү сифаты булырға тейеш, ул заман пульсын, мәл менән мәңгелектең дә тын алышын тойорға тейеш, тип иҫәпләйем. Хатта үҙ заманынан бер, ике, өс... аҙым алға барыуы ла ихтимал, – тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалды.
Ул саҡта бындай оло аҡыл эйәһенең һәр һүҙен аңлап та етмәгәнбеҙҙер, ләкин тормош юлында барған һайын, хәҙер иҫкә төшөп, күпме уйҙарға һала. Шағир йөрәгенең дуҫының үлемен, ни тиклем алыҫта булһа ла, тойоуын аңлап та булалыр. Шуның өсөн дә ул шағир йөрәге, тоғро дуҫ, намыҫлы уҙаман йөрәге.
“Кәрәк булһам ине бүтәндәргә”
– Атайым бөгөн иҫән булһа, нимә менән шөғөлләнер икән? – тип уйландым. Эйе, ижад менән тип әйтерһегеҙ. – Әлфиә апай уйланып ултырҙы ла һүҙен дауам итте. – Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙ яҙҙы, сөнки бик моңһоуланды, донъянан йәм, тәм тапмай башланы. Тиңдәштәре, иңгә-иң терәшкән рухташтары китеп бөттө, инәйем дә мәңгелек донъяһына күсте. Яңғыҙлыҡ һәм моңһоулоҡ биләне күңелен. Ул иҫән булһа, балалары ярҙамы менәнме, халҡын, телен һаҡларҙай берәй сара ойошторор ине, моғайын, тип уйланым. Икенсенән, мин атайымдың һәр саҡ янда булыуын теләнем. Иҫән сағында ла, “имән кәмәһенә ултырып, һуңғы елдәр өргәс елкәнгә” лә... Уның рухы әле бына беҙҙең янда кеүек.
Һәм тормошҡа ашырырға булып, 2013 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд булдыралар Кәримовтар. Фондтың төп бурысы – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү һәм күтәреү.
"Беҙҙең бурыс – мәғрифәтселек”, - тип билдәләй Фонд учредителе, әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов. Фондтың эшмәкәрлеге Мостай Кәримдең һәм уның замандаштары – Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡаларҙың, атап әйткәндә, башҡорт әҙәбиәтенән Баязит Бикбай, Мәлих Харис кеүек онотола барған әҙиптәрҙең дә ижады менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Фонд мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнеүҙе, шулай уҡ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, крайҙы һәм тарихты өйрәнеү буйынса академик программалар булдырыуға булышлыҡ итә.
2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге Фонд Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетында белем алыусылар өсөн гранттар булдырҙы. Гранттар йыл һайын иң яҡшы студенттарға – Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүселәр менән бер рәттән башҡорт телен өйрәнеүҙә уңыш ҡаҙаныусыларға, һәләтле журналистарға тапшырыла.
2019 йылда Рәсәй Мостай Кәримдең 100-йыллыҡ юбилейын билдәләне. Юбилей тантаналары сиктәрендә Фонд эгидаһы аҫтында Өфөлә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургат, Ҡазанда, Алматыла, Рәсәй Федерацияһының башҡа ҡалаларында, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәрҙә Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереүгә арналған байтаҡ мәҙәни саралар уҙҙы.
Ҡайһы бер мөһим эштәрҙе һынап сығыуым шунан да ғибәрәт: республикабыҙҙың әҙәби-мәҙәни һәм мәғариф тормошона оло бер күренеш булып килеп инде был фонд. Нескә, талантлы күңелдәрҙе яҡлап, һаҡлап ҡына ҡалмай, һоро тормошобоҙға нур ҙа өҫтәне ул.
– Йөктөң ауырын, әлбиттә, Илгиз ағайым үҙ иңенә алды. Атайымдың ижадын тулыһынса барлап сығыу, фондтың ижади йөкмәткеһен булдырыу... – ул Мәскәүҙән ҡайтып айҙар-йылдар буйы ятып эшләне. Уға эшләү өсөн шарттар тыуҙырыу, документтар туплау, етәкселәр менән һөйләшеү-кәңәшләшеү эше буйынса үҙем йүгерҙем. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ерҙә асыҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алалар. Атайымдың яҡты рухы шулай һәр ишекте асып ҡуя, шикелле.
Халыҡ ярата, онотмай Шағирын. Планетар масштабта фекерләүсе Мостай менән һөйләшеү фәһем-һабаҡ ҡына түгел, бер тарихи мәл дә ине. "Йәшлек" гәзите редакцияһындағы осрашыу аҙағында:
– Йөҙ йылдан һуң һеҙҙе иҫләрҙәрме икән? – тип тә һораныҡ. Иҫләрҙәренә үҙебеҙҙең шигебеҙ ҙә юҡ. Беҙгә зирәк аҡһаҡалдың яуабы ҡыҙыҡ. Бик баҫалҡы ғына яуап бирҙе шағир:
– Халҡым йәшәһен! Ул саҡта бер генә башҡорт булһа ла минең исемемде йә берәй шиғырымды телгә алыр ул... – шунан йәнгә йылы бирерҙәй итеп йылмайҙы.
Сәй эсә-эсә аралашҡандан һуң, Әлфиә Мостаевна фонд эсе менән таныштырҙы, шунан иҫ киткес оло бүләк - Мостай Кәримдең 1976 йылда (теүәл 45 йыл элек) Мәскәүҙә баҫылған "Жду вестей" исемле китабын тапшырҙы. Ул китапҡа баш һүҙҙе Назар Нәжми яҙған икән.
"Мостай Кәрим янында әҙгә генә булып сыҡҡандан һуң да, үҙеңде кеҫәһе әкиәти тәмлекәстәр менән тулы малай кеүек хис итәһең. Шағир һине йыуата ла, ышандыра ла һәм, ниһайәт, ҡанатлы ла итеп оҙата,” тип яҙғайны уның тураһында Давид Кугультинов. Минең дә бөгөн күңел кеҫәләрем тәмлекәстәр менән тулы, иңдәремдә ҡанаттар ҙа бар, шикелле. Ихлас йылмайыуҙан, ҡайнар сәйҙән һәм йыр-күңел бүлешеүҙән бәхет арта, ҡанаттар үҫә генә ул.
Хушлашҡанда, һеҙҙең өйөгөҙҙөң Аллаһы изге, тинем. Әлфиә апай, килеүселәрҙең күбеһе шулай, ти, беҙ быға бик шат, тип яуаплап та өлгөрмәй, Зөһрә :
– Бында бит шағир күңеле, пәйғәмбәрҙәр рухы йәшәйҙәһә, – тип көлә.
Урамда тормош ҡайнай. Баш осомда – ҡайнар ҡояш, үҙе түп-түңәрәк. Сатнамаған.
Әйткәндәй, осрашыуҙан һуң бер нисә сәғәттән шатлыҡлы хәбәр ҙә килеп етте, Әлфиә апайҙың бишенсегә ейәнсәре тыуған. Мәрйәм тип ҡушмаҡсылар исемде.(Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
Ниндәй ғазап. Ниндәй әрнеүҙәр?
Әле генә уға: «Һөйәм»,— тине
Ун һигеҙе тулған Әнүәр. Шул шиғыр иҫкә төшә.) Кәримовтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Шатлыҡта, мөхәббәттә, бәхеттә генә үҫһен сабый!
(“Ағиҙел”, 2021, №6)