– “Вечный зов” кеүек фильмдар булды бит әле, һеҙҙең китаптар нигеҙендә лә бына тигән кинолар төшөрөргә булыр ине.
– Эйе, ул беҙҙең тарих, бигерәк тә, улай ҡулымдан килһә, “Алдар батыр” тураһында эшләр инем. Алдар батыр бит Салауаттан бер ҙә кәм шәхес түгел, хатта ҙурыраҡ та хеҙмәт күрһәткән иҫ киткес кеше. Ул әле өйрәнеп бөтөлмәгән. Петр I-нең яҡын дуҫына тиерлек әйләнгән кеше. Ул батша восстаниела етәкселек иткән бөтә кешеләрҙе аҫтырған, киҫтергән, төрмәгә ултыртҡан, ә бына Алдарға теймәгеҙ тип кенә күрһәтмә биргән, ҡағылмағандар. Тик аҙаҡ, Ҡараһаҡал яуынан һуң, күптәрҙе тотоп Минзәлә төрмәһенә ябалар. Алдар шуларҙы, бәлки, танышлығым аша ҡотҡарып булыр тип алданған. Сөнки, Елизавета Иоанн ҡыҙы тигән батшабикә лә уға икенсе тапҡыр тарханлыҡ званиеһы бирә, Алдар батыр ике тапҡыр тарханлыҡ алған кеше, береһен – Петр I, икенсеһен Елизавета Иоанн ҡыҙы ҡулынан. Шуға үҙенә артыҡ ышана. Тәүҙә ул Һамарға барып, шундағы воевода менән һөйләшергә уйлай, ни өсөн тиһәң, Минзәләнең төрмәһе шунда ҡараған, унда ла булмаһа, Мәскәүгә, Петербургка барып етермен тип ниәтләгән. Шул уй менән бер үҙе, бер кемде лә эйәртмәй, юлға сыға, күп кеше йөрөһә оҡшатмаҫтарын аңлай. Һамарға етеп барғанда уны ҡулға алып, Минзәлә төрмәһенә килтереп, шунда ултырған бунтарҙар менән бергә сығарып аҫалар. Үлеменә ҡәҙәр халыҡ тип янып йөрөгән батыр бит ул. Батшалар уны таныған, һанлаған. Елизавета Иоановна, ҡаҙаҡтың Бәләкәй Йөҙөн Рәсәйгә ҡушыу проблемаһы килеп тыуғас, илсе итеп Алдар Иҫәкәевте ебәрергә ҡуша. Алдар ике тапҡыр барып, икенсе барыуында мәсьәләне хәл итеп, Кесе Йөҙҙө Рәсәйҙең подданныйы итеп рәсмиләштереп ҡайта. Алдар Рәсәй өсөн дә күп эшләгән шәхес ул, Аҙау походында черкесты еңеп ҡайтыуы ғына ни тора.
– Һеҙ ул романды яҙған саҡта архивта ғына ултырҙығыҙмы?
– Мин уны 20 йыл эшләнем, ныҡлап яҙырға ултырғанға тиклем 15 йыл өйрәндем, шунан ғына яҙа башланым. Туҡтай-туҡтай яҙылған берҙән-бер әҫәрем.
(Әңгәмәне тулыһынса “Ағиҙел” журналының июль һанында уҡығыҙ)