“Тамырҙарым менән береккәнмен ошо ергә мин дә ғүмергә...”
Гөлнараның шиғриәтенә милли йәшәйеште фәлсәфәүи планда сағылдырыу хас. Яңғырауыҡлы лозунгтарҙан, ҡоро һүҙҙәрҙән азат, һалмаҡ ағышлы, тәрән фекерле, әммә ялҡындай хисле уның ижады. Традицион образдар, этнографик күренештәр, һүҙ байлығы йыйнаҡ композицияны, бер бөтөн поэтик туҡыманы барлыҡҡа килтерә.
Шағирәнең “Кемдәр ҡыҙыҡмаған был ергә”, “Башҡортостан”, “Мин дә бер сатҡылыр”, “Илһөйәрлек”, “Тыуған ер”, “Ер һулышын тоя табаным” кеүек шиғырҙарында тыуған илен, тәбиғәтен яратҡан лирик героиня һынлана. Кисерештәр ҡуйы буяуҙарҙа, ә тарихилыҡ, боронғолоҡ әкиәти мотивтар менән асыла:
Күлдәр бында ялтыр – яҡты сырай,
Көҙгө итеп ҡыҙҙар шунда ҡарай.
Тулҡын-толомомдо ялбыратһам,
Һыу инәһе сығып сәсем тарай.
“Кемдәр ҡыҙыҡмаған был ергә” шиғырында йондоҙ-сулпылар сыңлағанда, башы күккә тейерҙәй булып шатланған, ҡыҙыл ситек кейеп ҡая-ташта тыпырлаған ҡоралай-ҡыҙҙың тыуған яҡ менән ғорурланыу, шатлыҡ хистәре, ырыҫ-ҡотҡа тәңкә ырғытыуы гүзәл картина булып күҙ алдына баҫа.
Гөлнара Хәлфетдинованың ижадында әйберҙәр донъяһы, художестволы предмет башланғысы милли ерлекле. Сәңгелдәк, еҙ батмус, ҡабарып торған шәл, уҡ-һаҙаҡ – башҡорттоҡо. “Ул үҙемә килешә” шиғырын ғына алайыҡ. Лирик героиня туған телде һанһыҙ күҙҙән торған күпереп торған, шағирҙары тараған, сәсәндәре һәр береһе яңы суҡ үргән, ойпалған һайын йылы биреп ҡабарған шәл менән сағыштыра.
Минең телем һанһыҙ күҙҙән торған
Күпереп тә торған дебет шәл.
Уның ҡосағында шундай йылы,
Ул үҙемә шундай килешә.
Минең шәлем аҡ болоттай ҙур ул,
Күҙҙәрендә сикһеҙ ҡото бар.
Янғандарға уның яуыны бар,
Өшөгәнгә уның уты бар.
Халҡың менән ғорурланыу, ереңде һөйөү кеүек тәрән һәм мөҡәддәс тойғоно башҡаларҙың күңеленә лә һалырға тырыша ул: “Бер матур халыҡтың балаһы һин”, “Ир бала”, “Ер һулышын тоя табаным”, “Беҙҙең ауыл”, “Аҡтамыр” һ.б. Күңел әләмен юғары тоторға, күстән айырылмаҫҡа саҡырған, бахырланыуҙы, түбәнһенеүҙе ҡабул итә алмайынса, “Әсәләре илар” шиғырында шулай тип тә белдерә:
Юҡ тимәгеҙ беҙҙә аҫыл ирҙәр,
Әсәләре рәнйер аҫылдарҙың.
Был һүҙҙәрҙе әйтә алған кеше
Милләтенең белмәй асылдарын.
Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәтендә халыҡ ижады традициялары һәм мотивтары йыш күҙәтелә. Улар ҡоро ҡулланыу алымы ғына түгел, ә поэтик туҡыманы һуғарып, тулыландырып килә. Тәрән мәғәнәле әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр, халыҡ әкиәттәренән, эпостарынан, мәҡәл-әйтемдәренән килгән реминисценциялар – барыһы ла шағирәнең әҫәрҙәрендә яңыса асыла, художестволы үҙгәреш кисерә, фәлсәфәүи тәрәнлеккә килтерә.
Әйтәйек, “Ҡалҡаныбыҙ” тигән шиғырҙа Ҡояш алтын ҡалҡан менән сағыштырыла.
Ҡалҡҡан, ҡалҡҡан, тағы ҡалҡҡан ҡояш,
Беҙҙе онотмаған, ҡабынған.
Илай-көлә ошо түңәрәккә
Нисә быуын бабам табынған.
Лирик героиняның кешеләргә әйтергә теләгән идея-фекере лә тормошсан: ни өсөн беҙ ҡояш кеүек түгелбеҙ, ҡараңғылыҡты һайлай икән күбебеҙ?
Һәр бер кеше үҙен эҙләп бара
Түңәрәктә кеше артынан.
Тик кешеләр түңәрәк кенә түгел,
Улар тора ярым-яртынан, –
тип белдерә һәм өҙгөләнә ул.
Ҡыҙғанысҡа күрә, был ярым-яртылыҡ, күңел бөтөнлөгөнөң булмауы милли тойғоларҙа ла һиҙелә. Ни өсөн ғорурланыу менән бергә моңланыу, әрнеү, өмөтләнеү кеүек хистәр ҙә урын ала һуң? Бәлки, ҡан хәтерен, тарихты, туғанлыҡты юғалтыу юл ҡуялыр быға?
Бер бүре бар минең йөрәгемдә,
Һаҡ һәм өркәк, берсә бик зәһәрҙер.
Мәңге тере, үлем алмаҫ рухлы,
Бәхет микән, ә бәлки ҡәһәрҙер?..
“Ҡан хәтере”, “Бер бүре бар минең йөрәгемдә”, “Туғанлыҡ”, “Ах, Туҡ-Соран!”, “Минең ғәзиз халҡым ул”, “Әсәй, минең бер ҡош булғым килә”, “Иләү тураһында”, “Шеш”, “Төрки донъя”, “Ғағауыз ерендә”, “Яңғырап торорға тейеш ниндәй йырҙар?” кеүек шиғырҙарҙа тарих һәм бөгөнгө ҡушыла, заман менән бәйле проблемалар (милләт, ил, тел, тәбиғәт) күтәрелә.
“Бөгөн бер бушлыҡмын” шиғырында лирик героиняның үҙенең асылын эҙләүе, тормош мәғәнәһен, киләсәген күҙаллауы бик күп һорауҙар тыуҙыра:
Мин ни булдым икән әлмисаҡта,
Ҡурай моңо, сулпы сыңымы?
Ҡалҡан битендәге бер тәңкәме,
Булат ҡылыстарҙың ҡынымы?
Шиғырҙағы художестволы әйберҙәр донъяһы, образдар, һәр өн, һәр тауыш (ҡарағайға төшкән тамға, яу атының ал ҡаны, йылҡы тире һеңгән йүгән, шығыр-шығыр килгән күгән, ҡаптырманың аҫыл ҡашы, туҫтаҡтағы икмәк башы, урҙаларҙа кипкән әрем, ыҫланған ҡорот, ҡаҙан аҫтындағы ҡором, ҡаурый ҡәләм, төҫө уңа төшкән әләм, уҡ һыҙғырыуы) аң ағышындағы хәтер төпкөлдәрен аҡтара кеүек. Халҡыбыҙҙың ерҙәрен, үҙ йөҙөн, тарихын юғалта барыуы, хатта уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген күҙ алдына килтерә алмау әҫәрҙең финалында әрнеүле фекерҙәргә килтерә:
Ҡолаҡ ярып килер бер тынлыҡмын,
Бушлыҡтарым күбеп шартлар сиктә...
Ниндәй инем әле әлмисаҡта,
Иҫкә төшмәй тора бер нисек тә.
Бар нимәне лә тартып алырға мөмкин, әммә рухты, йырҙы, ҡан хәтерен тиҙ генә юйып булмайҙыр. Ас бүреләй ыржая, бөркөт булып саңҡый, аҡ йылан булып һырғалана, аждаһалай ҡалҡа, арыҫландай ажғыра, әммә ҡан хәтере Аҡбуҙаттай кешнәп, бикле мәмерйәне яра, ҡоралай ише ҡаянан ҡаяға һикереп, лирик героиняны саяға әйләндерә.
Шағирәнең бындай йөкмәткеле шиғырҙарында йыш ҡына эпостарҙан килгән традицион образдар (Урал батыр, Шүлгән, Аҡбуҙат, Һомай, дейеү, аждаһа, Әзрәҡә) урын ала. Был образдар ҡоро биҙәк түгел, улар аша халҡыбыҙҙың йәшәйеше, тарихы, бөгөнгөһө, холоҡ-фиғеле лә асыла. Халыҡ күңеленең тәрәнлеге – төпһөҙ Шүлгән күле, хыялы – меңйәшәр Һабрау ҡарт, йөрәге – Уралға тиңдәш итеп сағыштырыла.
Күҙәтәм ҡурай осонан
Берсә балдың тамғанын,
Берсә ҡандың тамғанын,
Сәмреғоштоң әле балға,
Йә ҡанға тамшанғанын.
Башҡорт халыҡ ижадындағы “Аҡъял батыр”, “Ҡурай моңо” әкиәттәрендәге образдар һәм сюжет элементтары авторҙың әйтергә теләгән фекерен, эмоциональ-мәғәнәүи планды ныҡ тәрәнәйтә “Минең ғәзиз халҡым ул” шиғырындағы был юлдарҙа. Төрлө сәбәптәр арҡаһында комментарийҙар бирге килмәй. Тик күңел әрнеүе генә күҙҙәргә йәш булып тығыла, йөрәккә тама...
Гөлнара Хәлфетдинованың лирик героиняһы Ҡояштан тыуған Уралдың ҡатыны кеүек боҙҙарҙы иретер көскә эйә булһа ла, янһа ла, яңынан терелгән Һомай һәләте бирелһә лә, хыял артынан ҡыумай, күккә лә осмай, болоттарға ла тағылып китмәй, ул – тормош-йәшәйештең үҙәгендә, тамырҙары менән ергә береккән, усаҡты яңыртып һәм күңелдәрҙе яҡтыртып, донъяны йылыта.
“Усаҡ янғансы, тамсы тамғансы...”
Йәшәйеш диңгеҙенең тулҡындары кеше күңеленең ярҙарына ниндәй генә кисерештәр алып килмәй! Шатлыҡ, борсолоу, әрнеү, үпкә, өмөт... Тиҫтәләрсә быуын кешеләре шулай йәшәгән: хыялланған, нимәнелер юғалтҡан, нимәнелер тапҡан һәм өмөтләнгән.
Ғүмерҙең уҙыуы, ҡартлыҡ хаҡында кеше күңеленең төпкөл ҡатламдарындағы уйланыуҙарҙа, хатта үлемдән ҡурҡыу хисендә лә фанилыҡҡа мөнәсәбәт һәм мөкиббәнлек ята бит. Үҙеңдең асылыңды онотмау өсөн был донъяның ваҡытлыса икәнен иҫкә төшөрөү ҙә етәлер. Гөлнара Хәлфетдинованың “Аҡ йүргәк һәм аҡ кәфендең араһында”, “Байыу”, “Мине лә берәү саҡ ҡына көтһөн ине”, “Төш кенә икән был донъя” кеүек әҫәрҙәрендә йәшәйеш һәм үлем араһындағы бәйләнеште асыуға ынтылыш яһала. Хәҡиҡәтте эҙләү ҙә, уға барған юл да еңел түгел. Шуға ла лирик героиня тынғыһыҙ уйҙарында, эҙләнеүҙәрендә Хоҙайға, Тәңрегә (“Доғаларҙан кирәм аҡ сатыр”) мөрәжәғәт итә, шиғри туҡымаға дини мотивтар ҙа килеп инә:
Яҡла, Хоҙай, мине тыуҙырғанды,
Һаҡла, Тәңрем, минән тыуғанды.
Фарыз ғәмәл, хәләл ризыҡ, айыҡ аҡыл, сауаплы эш, яҡты күңел, хаҡ иман – бына ошолар маяҡ булырға тейеш тигән фекер үткәрелә “Берәгәйлек” шиғырында ла:
Тайпылмаһын кеше изгелектән,
Тайпылмаһын донъя күсәрҙән.
Хәҙистең дә аҫты-өҫкә килә,
Өтөрө генә хатта үҙгәрһә.
Һүҙ ҙә юҡ, кеше мәңгелек йәшәйеш тураһындағы метафизик һорауҙарына яуапты тик изге китаптарҙа таба ала. “Нисек һеҙ Аллаһҡа ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ, Ул һеҙҙе терелтте, һуңынан Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, тағы терелтер, шунан һуң һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ”, – тип әйтелә бит сүрәлә лә. Рухи ҡиблаларына тоғро булғанда ғына, донъя ла, кеше лә имен буласаҡ...
Һыу кеүек аҡҡан был ғүмерҙә, “даңғыр-доңғор донъя дөмбөрө дауы”нда тағы нимә һаҡлай кеше күңелен? Әлбиттә, мөхәббәт, яратыу! Бына нимә ти шағирә “Көтөү һәм хушлашыу араһында” шиғырында:
Һәр тере йән үҙенең ярҙарынан
Йә шаршыға баға, йә ятыуға,
Күңел монаяты туплай шулай
Мәңгелеккә әйләнеп ҡайтыуға,
Тик һыуһыны уның һис ҡасан да
Ҡанмай бер нәмәгә – яратыуға.
Тормош гүзәл мәлдәре менән ҡәҙерле. Ғәзиз, яҡын кешеләр менән генә лә күпме кисерештәр, яҡты хис-тойғолар йәшәй күңелдә. “Терәүҙәр”, “Бәхет һүрәте”, “Өләс балаҫы”, “Атай һүҙе”, “Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан...”, “Беҙ арҡалы атай атта саҡта”, “Әсә йөрәге”, “Бишек йыры”, “Әсәйҙең ҡояштары”, “Һөйөүемде минең ҡабул ит”, “Ә ул көндәр бик ямғырлы ине”, “Улымғынамды”, “Еҙ батмус” һ.б. шиғырҙарҙа тормоштоң бар асылы, мәғәнәһе асыла, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, әхлаҡи йөҙө күҙәтелә, быуындан-быуынға күсеп килгән иң татлы, иң ҡәҙерле мәлдәр яңыра. Изге төшөнсәләрҙе яңыртыу көсөнә эйә, тәбиғи моң менән тулы был шиғырҙар шул яғы менән ҡиммәтле лә.
“Ҡайнай бәхет һурпаһы, кәмемәһен, алығыҙ...”
Шағирә яңыраҡ сыҡҡан китабын “Бәхет һурпаһы” тип атаны. Фәлсәфәүи-лирик атамаларға күнегеп бөткән фекерләүебеҙгә ҡапыл ят һымаҡ булды ул. Шулай ҙа китапҡа исем биргән шиғырҙы һәм ошондай метафорик-символик образдарға ҡоролған әҫәрҙәрҙе лә уҡығас, бөтөнләй ҡараштар үҙгәрә.
Ғөмүмән, башҡа әҙәбиәттәрҙе байҡап ҡарағанда, XXI быуат поэзияһында иң популяр жанрҙарҙың береһе – поэтик рецепт, ә форма текст-рецепт икән. Рус шағиры С. Соловьевтың бер әҫәре, мәҫәлән, “рецепт” композицияһына ҡоролған: “Зелень мелко нарезать / присыпать солью / мясо вымочить в молоке / край леса / одно солнце / на медленном огне / тушить / помешивать / снимать накипь / верить, пробовать, добавлять / звезд оранжевых капли / Ждать / дуть обжигая пальцы / черные как наждак / терпеть / петь / дать отстояться / Брать / золотые кольца / дрожащие как липит / солнце / вынуть из пены / к губам поднести / пить / Выключить / выжить / подле свернуться / ждать ждать ждать / Оклик услышать / успеть обернуться / и – не назвать”.
Һуңғы йылдарҙа семиотика фәненә структуралист-ғалим Р. Барт “орнаменталь кулинария” тигән термин индерҙе. Уның раҫлауынса, аҙыҡ-түлек ашау өсөн кәрәк, әммә ул символик мәғәнәгә эйә (Барт Р. Система Моды. Статьи по семиотике культуры. – М., 2003. – С. 199-204). Унан башҡа әҙәбиәт ғилемендә “гастрономик поэтика” (Е. Самоделова), “поэтик кулинария” (О. Северская) тигән төшөнсәләр ҙә осрай башланы. Бик ғәжәп, әммә прозалағы, поэзиялағы, атап әйткәндә, Ғ. Хәйәм, А. Пушкин, М. Лермонтов, С. Есенин, В. Шаламов һ.б. ижадын “гастрономик поэтика” күҙлегенән тикшергән хеҙмәттәр ҙә бар бөгөн.
Башҡорт шиғриәтендә милли аштар темаһы айырыуса балалар әҙәбиәтендә (Т. Ғәниева, Г. Юнысова, Р. Ураҡсина, Г. Ситдиҡова, Ф. Ғөбәйҙуллина, С. Ғәләүетдинов, Г. Ғәлиева, З. Ҡотлогилдина) урын ала. Иң йыш осраған аҙыҡ-түлек образдары – икмәк, ҡымыҙ, буҙа, бал, бауырһаҡ, ҡорот, бишбармаҡ. Улар күберәк балаларҙың тел байлығын үҫтереү, милли аш-һыуҙарға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, этнопедагогик бурыс үтәү яғынан әһәмиәтле.
Ризыҡ семантикаһы, аш-һыу поэтикаһы шағирҙарҙың ижад лабораторияһы үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн яңы офоҡтар аса. Уны төрлө аспекттарҙа (мифопоэтика, антропологик поэтика) ҡарап була. Яҙыусыларҙың был өлкәлә ижади алымдары ла айырыла: аш-һыу жанр, сюжет, мотив, персонаж, һүрәтләү саралары элементтары булараҡ һүрәтләнергә мөмкин. Тормош-көнкүреш һыҙаттары һәм географик факторҙар ҙа йоғонто яһамай ҡалмай.
Гөлнара Хәлфетдинованың әҫәрҙәрендә милли колорит көслө – сағыштырыуҙар, метафоралар ҙа шул ерлектән алына: “был мәлдәрҙә йәнә минең йәнем сөрөш кенә, кипкән ҡороттай” (“Дуҫтарыма”), “бер батмусҡа һыйынышҡан матур сынаяҡтарҙай” (“Еҙ батмус”), “йөрәгемде телмәйем мин, теләм бауырһаҡ” (“Ҡайҙа һинең ирлегең тип...”), “ә ҡулымда йәнә бәхет – кескәй өшә” (“Һуңғы тамсы һығылып төштө йәндән...”) һ.б.
Шағирәнең “Ҡорот” тигән бик шәп шиғыры “Ҡыңғыраулы ғына яланда” тигән беренсе китабында уҡ урын алғайны.
Йәнем тағы кипкән ҡорот һымаҡ,
Ыҫланыуҙан бөткән сирылып.
Ярылмағас, сүкешләп төйөүҙән,
Һыҙланыуҙан киткән һурылып.
Йәмшек-йөмшөк кенә булып ҡалғас,
Йәмһеҙлеге үҙем биҙерлек.
Сүкеүҙәре ҡорос иҙерлек тә,
Ғазаптарға әҙәм түҙерлек,
Ҡатын-ҡыҙҙа түҙем-түҙемлек –
Үҙ йәндәрен үҙе өҙөрлөк.
Кем ҡоротто сүкеп өҙә инде,
Майлы һурпа ғына иҙерлек.
Шиғыр тулыһынса метафорик сюжетҡа ҡоролған: ҡатын-ҡыҙҙың күңел халәте, психологияһы, булмышы асыла был юлдарҙа.
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡамыр баҫыуы... Шунан да гүзәлерәк шөғөл бармы икән тормош-көнкүрештә? “Өшәнеү” шиғырының композицияһында ошо күренеш хаҡында һүҙ барһа ла, мәғәнәүи ҡатлам бөтөнләй икенсе юҫыҡта асыла: кемгәлер ул “Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын”, “Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә ҡатын”, “Ир – баш, ҡатын – муйын”, “Өлөшөңә төшкән көмөшөң” тигән мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫләтер, кемгәлер яҙмышты, тормош ҡамырын (ҡамыр – яҙмыш, йәшәйеш символы) үҙ ҡулыңа алыу кеүек аңлашылыр. Ни булһа ла, ваҡиғалар драматизмы, сюжет динамикаһы, психологизм көслө был әҫәрҙә:
...Өлөшөңә төшкән генә
Өшәнең –
Ысынындың ҡамыр ғына булыуынан
Өшәнеү...
Йәне булған, йәме булған
Кешене
Бахыр итә, батыр итә алыуыңа
Төшөнөү...
Алдарымда, алдарымда
Өлөш кенәм – ҡамырым,
Ҡеүәтемдән, ҡөҙрәтемдән
Ҡурҡып киттем, ҡаңғырҙым.
Китапҡа исем биргән “Бәхет һурпаһы” шиғыры ла метафорик-символик образдарға бай. Этнографик күренештәрҙән туҡылған, шул уҡ ваҡытта “донъя көтөү рецепты” бирелгән был әҫәр тел байлығы, фольклор жанрҙарынан килгән традицияларҙы үҫтереүе менән дә үҙенсәлекле.
Юҡты бар итә белеү –
Барҙы юҡ итеү түгел.
Тандыр яҡһын усаҡҡайың,
Таштырып ҡуйма, түгеп –
Усағыңда ут һүнер,
Шаштырып яҡһаң утыңды –
Ялҡынһыр һурпа, күмһер, –
тип һәр нәмәлә сама белеүгә (“әсинәкәй, әсекәй, ипләп һемер, мәсекәй!”), сабырлыҡҡа (“сабырһыҙға бер ҙә йоҡмай, сабырҙыҡы – һайыҡмай”), ғүмер ҡәҙерен баһаларға өндәй лирик героиня.
Башҡорт халыҡ әкиәттәренең береһендә ғаилә башлығы өс улына васыят итеп шулай тип әйтә: “Оло улым, һиңә – кәҫ сапҡысы; уртансым, һиңә – тин янсығы; кинйәм, һиңә – тел асҡысы...” Уландарҙың бәхете, артабанғы яҙмышы был мираҫты файҙалана белеү-белмәүгә ҡайтып ҡала ла инде.
Ата-бабаларҙан беҙгә ҡалған аманаттар араһында тел асҡысы – быуаттар буйына оҙата килгән халыҡ ижады ла бар. Әгәр әкиәттәребеҙ, ҡобайырҙарыбыҙ, мәҡәл-әйтемдәребеҙ булмаһа, шиғриәтебеҙ ни тиклем ярлы булыр ине.
Шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың поэзияһында ла халыҡ ижадынан килгән традицион образдар урын ала. Урын ала тип әйтеү генә аҙ, улар шиғри туҡыманың һәр ебенә һәм биҙәгенә тәбиғи үрелеп килә:
Тараҡ ташлаһа – урмандар,
Көҙгөһөнән күл хасил,
Үҙе көслө, үҙе көсһөҙ,
Шыр йомаҡ уның асыл.
“Әйләндер йылмайыуға” шиғырында, күреүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙ психологияһын, тормош-көнкүрештәге ролен ҡалай халыҡсан һәм оҫта аса ул. Маҡсат итеп ҡуйһаң, бындай миҫалдарҙы бик күп табырға булыр ине. Образлы итеп әйткәндә, шағирә, көнкүрештең төп ҡоралы булған “кәҫ сапҡысы”на “тел асҡысы”н да бәйләп, тотош бер ижади донъя булдыра.
Ғөмүмән, халыҡтың милли фекерләүенә, этнографияһына таянып ижад итеүгә, әҙәби текстарҙы милли-мәҙәни код менән байытыуға шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың үҙенсәлекле поэтикаһы, художестволы алымдары ҙур өлөш индерә. Шиғри һүҙҙең донъяны үҙгәртер көсөнә инанып йәшәй һәм ижад итә ул.
Гөлнараның милләттәштәренә арналған түбәндәге шиғыр юлдарын үҙенә лә төбәп әйтке килә:
Бер матур халыҡтың балаһы һин,
Бер аҫыл милләттең балаһы,
Урал урмандары йөрәгеңдә,
Күңелеңдә – башҡорт далаһы.
Луиза КИРӘЕВА,
филология фәндәре кандидаты.