Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
29 Ғинуар 2022, 12:03

«ЙӨРӘГЕМӘ ТАМА ВАҠЫТ... » (Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” китабын уҡығас)

Шиғриәт майҙанына һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа килгән әҙиптәр быға тиклем яҙылған әҫәрҙәрен, ижад принциптарын, донъяуи ҡиммәттәрҙе яңынан күҙ уңынан үткәрә бөгөн. ХХ быуат аҙағында традицияларҙы тик үҙенсә дауам иткән, төрлө ижади тәжрибәләр яһап ҡараған был быуын вәкилдәренең күбеһе, шиғриәттә генә түгел, әҙәбиәттең проза, драматургия кеүек өлкәләрендә лә үҙ һүҙен әйтә башланы. Салауат Әбүзәр ҙә – күптән инде үҙ уҡыусыларын тапҡан, ижадында жанрҙар төрлөлөгөнә, фекерләү киңлегенә ынтылған әҙиптәребеҙҙең береһе.

«ЙӨРӘГЕМӘ ТАМА ВАҠЫТ... »  (Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” китабын уҡығас)
«ЙӨРӘГЕМӘ ТАМА ВАҠЫТ... » (Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” китабын уҡығас)

«ЙӨРӘГЕМӘ ТАМА ВАҠЫТ... »

(Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” китабын уҡығас)

 

Шиғриәт майҙанына һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа килгән әҙиптәр быға тиклем яҙылған әҫәрҙәрен, ижад принциптарын, донъяуи ҡиммәттәрҙе яңынан күҙ уңынан үткәрә бөгөн. ХХ быуат аҙағында традицияларҙы тик үҙенсә дауам иткән, төрлө ижади тәжрибәләр яһап ҡараған был быуын вәкилдәренең күбеһе, шиғриәттә генә түгел, әҙәбиәттең проза, драматургия кеүек өлкәләрендә лә үҙ һүҙен әйтә башланы.

Салауат Әбүзәр ҙә – күптән инде үҙ уҡыусыларын тапҡан, ижадында жанрҙар төрлөлөгөнә, фекерләү киңлегенә ынтылған әҙиптәребеҙҙең береһе. Уның үткән йыл ғына сыҡҡан «Ғәмәл дәфтәре» (Өфө: Китап, 2017) поэтик йыйынтығы ла уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршыланды. Китапҡа инеш һүҙендә автор шулай ти: «Бәй, күҙ асып йомған ара, Ҡояш тирәләй 50 тапҡыр әйләнеп тә сыҡҡанмын, имеш... […] Ә мин һаман да баш осондағы зәңгәр күккә, аяҡ аҫтындағы йәшел үләнгә сабыйҙарса хайран ҡалып, үҙем генә белгән йырҙы һуҙып, осоп барам. Ул йырҙарға минең үткәнем, бөгөнгөм һәм киләсәгем һеңгән. Ул – минең Ғәмәл дәфтәрем». Был һүҙҙәр китаптың атамаһын аныҡлау ғына түгел: уларҙа әҙиптең барлыҡ йәшәү рәүеше һәм ижад принциптары асып бирелә.

«Ғәмәл дәфтәре» китабы шағирҙың тема-проблематика, ижади формалар яғынан эҙләнеүҙәрен күрһәтеүе, сәйәси-ижтимағи тормоштағы күренештәрҙе кешелек ҡиммәттәренә бәйләп, фәлсәфәүи планда асыуы менән билдәләнә. Автор реализмды үҙ итә, традицияларҙы дауам итеп, йәмғиәт, ил, халыҡ тормошона айырым иғтибар бүлә, заман һәм кеше бәйләнешенә хас проблемаларҙы ҡыйыу күтәрә.

Салауат Әбүзәр әҫәрҙәре үҙенсәлекле художестволы алымдары менән күңелде арбай, образлы фекерләүҙәргә, һүрәтләү сараларына бай булыуы менән иҫтә ҡала. «Умарта», «Футбол», «Йыһан емеше», «Бал айы», «Дин», «Ҡармаҡ», «Туп»... Береһенән-береһе сағыу образдар артына йәшеренгән «икенсел йөкмәтке тыуҙырыу» алымы шиғырҙарҙы ҡат-ҡат уҡыуға, уларҙан яңынан-яңы мәғәнәүи биҙәктәр табыуға килтерә, ошо юлдарҙағы матур-матур табыштар һоҡландыра.

Мәҫәлән, «Умарта» шиғырындағы ошондай метафорик-символик юлдарҙы ғына алайыҡ:

Ғәзиз ерем – һутлы кәрәҙ,

Ынйыға бай, йомарт та.

Халҡым, гүйә, егәрле күс,

Ә Ватаным – Умарта.

Ләкин ғорурланыу мотивтары халыҡтың бөгөнгөһө хаҡындағы һыҙланыуҙар менән йыш алышына: әҙер балды кәрәҙҙәрҙән урлап ташыған һурнаҡтар («Һурнаҡ»), тотош күл, тотош урман, завод, газ торбаһын йотоусы фокуссыға ауыҙ асып ҡарап торған халыҡ («Фокус», «Ҡунаҡсыллыҡ»), бөйөктәр илендә меҫкен булып йәшәү («Бөйөктәр»)...

Салауат Әбүзәрҙең йәмғиәт һәм кеше проблемаларын күтәргән шиғырҙарында йыш ҡына эзоп теле, ирония, сарказм урын ала:

Йылғалар хәҙер һайыҡты,

Күктәр шундай тәпәш.

Аҡһаҡаллы ҡарттары ла

Сабый менән йәштәш.

 

Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа

Ерҙә генә шыуа.

Хатта Гулливерҙарҙан да

Лилипуттар тыуа.

Шиғыр композицияһында оксюморон, парадокс алымдары ҡулланылып, фекер үҫкәндән-үҫә, ижтимағи күренештәрҙең ҡатмарлылығы, бөгөнгө йәмғиәттең ҡаршылыҡлы психологик торошо күрһәтелә:

Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе

Һәм бәләкәй тажы.

Үҙ башына үлсәп ҡарай

Уны һәр бер таҙы.

 

Ер шары ла усҡа һыйыр, –

Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.

...Тик үҫкәндән-үҫә бара

Бары ҡорһаҡ ҡына...

Ер шарының саманан тыш кесерәйеүен күрһәткән литота алымы аша автор рух кәмеүен, нәфсе, материаль байлыҡтың беренсе урынға сығыуын һүрәтләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә генә түгел, ижад донъяһына ла был проблемалар ят түгел: «Ямау», «Маҡталыуға ныҡ күнекте кеше» шиғырҙарында эш менән түгел, ә тел менән яраҡлашыуҙы, эше – төймә ҙурлыҡ, һүҙе – дөйә булған мөхитте тәнҡитләй:

Һәм «әтәстәр» күкрәк киреп йөрөй,

Кикрек сөйөп йөрөй, дан булғас.

...Тик күр, ана, «ем»гә өмөт итмәй

Үҙәктәрҙе өҙә һандуғас.

Салауат Әбүзәр шиғриәтендә йыш сағылыш тапҡан мотивтарҙың береһе – яңғыҙлыҡ. «Утрау», «Туп», «Һуңғы пуля», «Футбол», «Лабиринт», «Күләгә» кеүек шиғырҙарҙа лирик герой ысынбарлыҡтың аяуһыҙлығы, кешенең тормош уйынында тик бер үҙе генә көрәшергә мәжбүр булыуы хаҡында уйлана. Утрауҙың кесерәйә барыуы («Утрау»), шәм тотоп көпә-көндөҙ кеше эҙләгән Диоген кеүек, усҡа янған йөрәкте һалып кешеләрҙән һөйөү эҙләү, замандың аборт яһауы арҡаһында йөккә уҙалмай йөрәктең түлһеҙ ҡалыуы («Моң тулғағы тотмай күңел»), «ҡотоптан бер соҡоп сығарырҙар: беҙ – шағирҙар – динозаврҙар», тип һыҙланыу («Шағирҙар»), йәнгә йылы эҙләп ҡоштар тубына эйәреп осоп китерҙәй булған йөрәк («Хыялдарым япраҡ кеүек»), эт шикелле бәйле йөрәктең тешләргә әҙер тороуы («Эт олоуы»), ҡоторған даръяла утрауһыҙ Робинзон кеүек йөҙөү («Һындырып бәрҙем ҡәләмде»), тормоштоң – сүллек, әҙәмдәге һөйөүҙең мираж булыуы («Сүллек»), көйгән ҡанатлы Икарҙың иҙән һеперер хәлгә төшөүе («Икар»), шиғриәттең ҡорбаны булып йән мыҫҡылланыу («Ҡара йөҙҙәр»), көндөҙ шәм менән дә моңға әсир батшаны табып булмау («Әминбәк»)... Күренеүенсә, был шиғырҙарҙың структураһында сағыу метафоралар, эпитеттар, символик образдар йәмғиәт һәм кеше араһындағы ҡаршылыҡтарҙы, шағир һәм халыҡ бәйләнеше мәсьәләләрен, бөгөнгө геройҙың эске кисерештәрен биреүе менән үҙенсәлекле.

Ҡайһы саҡта лирик герой яңғыҙлыҡ позицияһынан сыға алмай ғазапланған маргиналь геройға ла яҡын. Айырыуса йәмғиәттең битарафлығына күнеү бик ауыр уның өсөн:

Дер ҡалтырап тора йондоҙ,

Бөкөрәйгән туң айым...

Һалҡын тынынан халҡымдың

Туңайым да ҡуяйым, –

ти ул «Ер өҫтөн төн ҡосаҡлаған» шиғырында.

«Утрауҙа» шиғырында тишек кәмә, ҡайырылған елкән метафоралары, туйҙарҙан туйып, уйҙарҙан арып ярҙа бөгәрләнеп, ғәрләнеп ятҡан лирик герой һүрәтләнә. Ләкин ул үҙ хәленә күнергә теләмәй:

Робинзон кеүекмен.

Ләкин

Көтмәгеҙ (!), күҙҙе йоммам.

Йән серҙәшем ташламаған:

Йырҙарым минең –

Йомам.

Эйе, лирик герой яңғыҙлыҡтан сығыу юлдарын эҙләй: ул тыуған ер («Ҡайтыу», «Еҙемгә», «Тыуған яҡта»), гүзәл тәбиғәт донъяһы («Аҡ йомортҡа кеүек Ер ҡабығын...», «Ҡармаҡ», «Етегән», «Ауыл көйө»), мөхәббәт («Ҡотҡарыу түңәрәге», «Илау», «Тост», «Гонаһ», «Сәскә болоно», «Бермуд өсмөйөшө», «Әсир», «Якорь», «Бал айы») һәм ижад («Гөлдәр», «Ҡар батшалығы», «Төндәр буйы егеп илһам атын», «Йөрәгем – ҡара һауыты»).

Лирик герой «Дин» шиғырында хатта шулай тип белдерә:

Намаҙлығым – ап-аҡ ҡағыҙ.

Йырҙарым – доға минең.

Табынғаным – Әҙәбиәт,

Шиғриәт – тотҡан динем.

«Төндәр буйы егеп илһам атын» шиғыры ижад процесын метафорик образлылыҡ аша биреүе менән иҫтә ҡала: лирик герой төндәр буйы илһам атын егеп, үткер төрән – ҡәләм менән аҡ ҡағыҙҙы һөрә, фекер орлоҡтарын әллә болот, әллә күңел тулыуы һуғара...

Салауат Әбүзәр «Аҡ йомортҡа кеүек Ер ҡабығын...», «Ҡармаҡ», «Етегән», «Ауыл көйө», «Ҡыш», «Көҙ» кеүек шиғырҙарында үҙен лирик этюдтар оҫтаһы итеп күрһәтә. Мәҫәлән, «Ауыл көйө» шиғырында хәрәкәт, моң, төҫ-буяуҙар үҙ-ара гармонияға килеп тотош бер художестволы картина күҙ алдына баҫа: әтәс – ауыл бригадиры, дәртле баҫып килгән һыйырҙар, тынлы оркестр дирижеры – ҡарт көтөүсе, көй һүҙҙәрен машинкала баҫыусы  урман секретаре – тумыртҡа, һәр бер нотаны бутаусы һаҡау ҡая, ноталарҙың ҡарлуғастар булып тимер сымда эленеп ҡалыуы... Һәр ауыл кешеһенә таныш был таң көйө күңелдә оҙаҡ ҡына сыңлап тора.

Салауат Әбүзәрҙең мөхәббәт лирикаһы ла символик-метафорик образдарға, сағыштырыуҙарға бай: тик ғашиҡ кеше генә сирендәрҙе күпереп ташҡан ҡымыҙ менән сағыштыралыр («Үп, әйҙә»), тик һөйгән кешеңдең ҡаштары ғына – йәйә, керпектәре – уҡтыр («Дуэль»), иң бөйөк асыш – һөйөү тулы күҙҙәргә сумыуҙыр («Эврика»)... Мәҫәлән, «Бал айы» шиғырынан ошо юлдарҙы ғына алайыҡ:

Төнгө күк тулған кәрәҙҙәй,

Тамып тора бал.

Етегәнде ҡалаҡ итеп,

Балын һоҫ та ал.

 

Умартасы бабай кеүек

Аҡ һаҡаллы ай

Ҡаш аҫтынан ғына беҙгә

Йылмайып ҡарай.

Айҙың һағышлы булыуына күнегеп бөткән фекерләүебеҙ ҡапыл балҡып китә: үҙенсәлекле этнопоэтик сағыштырыуҙар, йәнләндереүҙәр иҫ киткес йылы атмосфера тыуҙыра, йәшәйеш гүзәллеге, мөхәббәттең мәңгелеге тураһында уйландыра.

Салауат Әбүзәрҙең фәлсәфәүи лирикаһында йыш ҡабатланған мотив – Ваҡыт. Бөгөнгө көндә иң ҙур проблема – ваҡытһыҙлыҡ. Был төшөнсәне тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә аңларға була. Кеше мәғлүмәт ташҡынында һәм тиҙлек заманында йәшәй, социаль тормоштан алып психологик торошҡа тиклем ваҡытһыҙлыҡ тантана итә. Салауат Әбүзәрҙең «Ҡуласалағы тейен» шиғырындағыса:

Сабам... Сабам... Һаман сабам,

Һамаҡлап яттар көйөн.

Ер – ҡуласа,

Ә мин йүләр –

Ҡуласалағы тейен...

Ҡабатлауҙар, образлы сағыштырыуҙар, градация тиҙлекте, эске драматизмды тулыһынса аса был әҫәрҙә.

Ваҡыт мотивын сағылдырған «Шәм» шиғырында традицион шәм образы бик үҙенсәлекле ҡулланыла:

Күктә яна ваҡыт шәме,

Ваҡыт тама иреп.

Йөрәгемә тама ваҡыт,

Миңә йәшәү биреп. 

Ошондай типтағы лирик-фәлсәфәүи сюжет «Усаҡ» шиғырында тағы ла баҙығыраҡ төҫ ала. Күк йөҙөндә баҙлаған йондоҙ шағир йөрәгенә атылып ҡуна. Ә аяуһыҙ тормош еле шул осҡондо һүндермәксе. Шулай ҙа шиғыр оптимистик рухта тамамлана:

Елдән генә һүнер шәм түгел мин,

Өрөр-өрөр ҙә ул, арып, туҡтар.

Ел таратҡан минең осҡондарҙан

Ҡабынасаҡ әле күпме уттар.

«Ғәмәл дәфтәре» китабы традицияларҙы дауам иткән, ләкин уҡыған һайын яңы мәғәнә, үҙенсәлекле яҡтары менән асыла барған лирик-эмоциональ, шул уҡ ваҡытта модернистик алымдар синтезына нигеҙләнгән шиғри әҫәрҙәре менән иҫтә ҡала. Сәйәси-ижтимағи проблематикалы шиғырҙар ҙа, кеше һәм йәшәйеш, йәшәү һәм үлем, ваҡыт ҡәҙере, кеше ғүмеренең баһаһы, йәшәү мәғәнәһе, шағир һәм халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күрһәткән фәлсәфәүи шиғырҙар ҙа, мөхәббәт лирикаһы ла йыш ҡына әҙәби алынмалар поэтикаһы аша хәл ителә. Шағирҙың интертекстуаль поэтик системаһы төрлөлөгө менән һоҡландыра! Был алымдарҙы шартлыса шулай төркөмләп булыр ине: цитаталар, квазицитаталар, реминисценциялар һәм аллюзиялар.

Салауат Әбүзәрҙең ҡайһы бер әҫәрҙәрендә башҡа бер авторҙың әҫәренән, халыҡ ижадынан алынған цитаталар һис үҙгәртелмәй килтерелә һәм шуға бәйле фекерҙәр үҫтерелә, йәки бәхәсләшеү, полемика алымы ҡулланыла. Мәҫәлән, «Шағирҙар» әҫәрендә Р.Бикбаевтың «Беҙ – шағирҙар – динозаврҙар» тигән юлдары эпиграф итеп алынып, шағир һәм халыҡ, ижадтың үҙ ваҡытында ҡәҙере булмауы мәсьәләләре күтәрелә. «Моң» әҫәрендә «Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, Ир ҡанаты ат була. Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң, үҙ илкәйең ят була» тигән халыҡ йыры, «Ир ҡанаты» поэмаһында «Ир ҡанаты ат була» йыр өҙөктәре бер нисә тапҡыр ҡабатланып, әҫәр сюжетының лейтмотивын билдәләй. Ә бына «Ожмах баҡсаһынан Әҙәм» шиғырының сюжетында киң билдәле риүәйәткә лирик герой «ышанмай»:

Ожмахты, моғайын, Әҙәм

Тамуҡ итеп ҡасандыр,

Һауа менән Ер шарына

Үҙе теләп ҡасҡандыр.

Шиғырҙың финалы һис тә замандаш файҙаһына түгел, кешенең Ер ҡәҙерен белмәүе фашлана:

Хәҙер Ерҙе емерә ул

Нисәмә ғасыр инде.

Ер шарын да тамуҡ иткәс.

Ул ҡайҙа ҡасыр инде?!

«Алмағас» тигән шиғырҙа «Беҙ – аҡтамыр» тигән киң билдәле фекергә нәзирә-бәхәс алымы менән ҡаршы килә: «Беҙ – сүп түгел! Сүптәй беҙ күп түгел».

Салауат Әбүзәр текстың сюжетын тулыһынса, йәки ниндәйҙер өлөшөн аңлы рәүештә үҙеңсә үҙгәртеү – квазицитата алымын да уңышлы ҡуллана. Мәҫәлән, «Һыу инәһе» әҫәре Ғабдулла Туҡайҙың шул уҡ исемдәге әҫәренә квазицитация булып тора, сөнки әҫәрҙең атамаһынан башлап сюжет-композицияһының айырым өлөштәренә, образдарына, тел-стиль үҙенсәлектәренә тиклем ижади ҡулланылған. Ауыл ҡарты ауыҙынан һөйләнелгән сюжет нескә юмор менән яҙылған.

Бер мәлде һыуға төшөргә

Торғанда ҡаттым ҡарап:

Күл ситендә ултыра ҡыҙ

Туҙынған сәсен тарап.

Ул алтын кеүек сәсенән

Көмөш көҙгө-быуаға

Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр

Һыу аға ла һыу аға.

Ҡарт нәфсеһенә хужа булмайынса, ҡыҙҙы барып та ҡосаҡлай. Шул ваҡытта талдар араһынан ҡыҙҙың егете килеп сыға. Ваҡиғаның кульминацияһы былай ҙа билдәле – лирик герой был турала һүҙ ҡуйыртып тормай. Әҫәрҙең аҙағы архитектоник яҡтан Туҡай әҫәрендәгесә тамамлана:

Тик һуңынан, ҡарсыҡ белеп,

Боҙа яҙҙым тормошто.

Бер өҙлөкһөҙ көнө буйы

Орошто ла орошто.

Шунан башлап, ундай эште

Бөтөнләйгә ташланым:

Эйәһеҙ, тип, ҡыҙ-ҡырҡынға

Хәҙер теймәй башланым.

Барыһына ла билдәле сюжеттың композицион-стилистик алымдарын ҡулланыу арҡаһында ундағы ассоциациялар ҙа, әхлаҡи проблематика ла, юмористик йөкмәтке лә тәрәнәйә.

Салауат Әбүзәрҙең яратып ҡулланған алымы – реминисценциялар. Билдәле булыуынса, милли әҙәбиәттең йә булмаһа бүтән әҙәбиәттәрҙең ниндәйҙер бер фактына күпмелер дәрәжәлә мөрәжәғәт итеү әҙәбиәт ғилемендә реминисценция (латин теленән «нимәнелер хәтерләтеү, нимәнелер иҫкә төшөрөү») тигән төшөнсә менән йөрөтөлә. Салауат Әбүзәр ҙә ҡайһылыр художестволы әҫәрҙең өҙөгөн, йә иһә персонажын, йә сюжет-композиция үҙенсәлектәрен ижади үҫтерә. Мәҫәлән, «Шүрәле» шиғырында лирик герой Шүрәлегә шулай тип өндәшә:

Эй, Шүрәле, Туҡай Шүрәлеһе,

Меҫкен хәлдә ҡалған Шүрәле!

Беҙҙең хәл дә бик үк шәптән түгел,

Хәлебеҙҙе, туған, күр әле.

Былтыр абзый бик хәйләкәр икән –

Атын-затын һорап торманы,

Уҙған юлдарында ҡый(ы)ралып,

Ятып ҡалды ҡара урманы.

Ауыҙ асып, бер һүҙ әйталманыҡ,

Беҙ ышандыҡ уға – һармаҡтар!

Сөнки төрлө закон ярығына

Ҡыҫтырылған ине бармаҡтар.

Нәҫелебеҙ һинең нәҫел һымаҡ,

Үтә ышаныусан – тиле беҙ.

Һәм бер мәлде ағас ярығына

Килеп керҙе ғәзиз телебеҙ.

Шиғыр халыҡ, милләт, тел яҙмышы өсөн һыҙланыу мотивтары менән һуғарылған. Лирик герой таныш мотивтарҙы, таныш сюжетты иҫкә төшөрөп, милләттәштәрен иҫкәртә:

Һәр замандың үҙ Былтыры була,

Әҙер тора тишек шоманы.

Һәм бүрәнә ярығына түгел,

Быуыныңа ҡаға шынаны.

Шиғырҙың һуңғы юлдарында реминисценцияның асыҡ төрө – Туҡай әҫәренән алынған цитата ҡулланыла:

Һыҙланаһың, халҡым, өнөң сыҡмай,

Буйһонаһың һаман ҡушҡанға.

Бер көн килеп әйтмәҫтәрме һиңә,

Ҡысҡырма, тип, былтыр ҡыҫҡанға...

Ҡарап торһаҡ, һуң булмаҫмы, тигән иҫкәртеү был. Был шиғырҙа Туҡайҙың бар уҡыусыға ла билдәле геройҙары замана проблемаларына гиперболик яңғыраш биреү өсөн файҙаланыла.

Шағир «Ирәндек» әҫәрендә лә башҡорт халыҡ әкиәтенең сюжетын (Ярлы егет байға ялланып, Ирәндек тауы башынан уға хазиналар ташлай...) бөгөнгө көнгә килеп ялғай.

Әйтерһең дә, халҡым ергә ятҡан,

Быҙау тиреһенә төрөнөп, –

тигән юлдарҙа халыҡтың бөгөнгө хәле асыла. Шағир «хазинаны уңлы-һуллы ташлаған халыҡ мәйет менән тулы ҡаяла тороп ҡалмаһын», тип борсола.

Салауат Әбүзәр бик күп әҫәрҙәрендә әҙәби текстың үҙ эсендә башҡа текстар менән ассоциацияһы аша милләт яҙмышы, система алып килгән үҙгәрештәр, халыҡтың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге кеүек мәсьәләләрҙе күтәрә. Автор интертекстуаль атамалар ҡуллана, ҡайһы бер ҙә атаманан һуң ниндәй әҙәби сығанаҡҡа таянғанын үҙе үк аныҡлап китә. Был алымдарҙы асыҡ реминисценциялар тип атарға була. Ғөмүмән, интертекстуаль поэтикаға ҡоролған әҫәрҙәр байтаҡ Салауат Әбүзәр ижадында: «Этлек» (М.Булгаковтың «Эт йөрәге» әҫәренән сығып), «Ярыҡ ялғаш», «Моцарт һәм Сальери», «Мюнхгаузен», «Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ», «Ирәндек», «Сим-сим», «Алтын балыҡ», «Иван дүрәк», «Юл», «Ҡар батшалығы», «Ҡара йөҙҙәр», «Икар», «Отелло», «Гулливер», «Ожмах баҡсаһынан Әҙәм..», «Бөкө» (Көнсығыш әкиәтен файҙаланып), «Алтын тире», «Эврика», «Робинзон» һ.б.

Шағир ижадында әҙәби алынмаларҙың үҙенсәлекле төрө – аллюзиялар ҙа осрай. Мәҫәлән, шиғри матурлыҡ донъяһын прагматик, һалҡын реаль картинаға ҡаршы ҡуйған «Ябай ғына булып ҡалды донъя» тигән шиғыр шулай тамамлана:

Төҫө ҡасҡан шөкәтһеҙ был ерҙә

Мин үҙем дә, ах(ы)ры, ҡырағаймын.

...Ә бит бары тик бер генә мәлгә

Мин шиғырһыҙ йәшәп ҡарағайным.

Был юлдарҙа шунда уҡ Мостай Кәримдең «Прометей монологтары» циклынан «Ваҡыт туҡталмаһын» шиғырының юлдары иҫкә төшөп, фәлсәфәүи ассоциациялар тағы ла киңәйә.

Салауат Әбүзәрҙең «Ғәмәл дәфтәре» китабында «Орден», «Хәйерсе», «Ир ҡанаты», «Атайһыҙлыҡ» поэмалары, «Моң» хәтирәһе, «Хөкөм» шиғри хикәйәһе урын алған. Реалистик йүнәлештә яҙылған был әҫәрҙәрендә шағир шәхес һәм йәмғиәт, кеше һәм уны уратып алған мөхит, заман проблемаларын лиро-эпик формала ла уңышлы күрһәтеүен дәлилләй. Мәҫәлән, «Моң» хәтирә-поэмаһында ҡасандыр шаулап-гөрләп торған ауылдың юғала барыуы, Ғәҙел ҡартты гармуны менән бергә ерләү күренеше сюжетҡа фажиғәле төҫмөр бирә, хатта ошоноң менән бәйле рухтың һәм илаһи матурлыҡтың кәмеүе лирик геройҙа әрнеү, һыҙланыу хистәре тыуҙыра.

Ғөмүмән, Салауат Әбүзәрҙең «Ғәмәл дәфтәре» китабында хәҙерге башҡорт шиғриәтендә урын аласаҡ, XXI быуат һүҙ сәнғәтен үҫеш-үҙгәрешкә килтерәсәк бик күп стиль тенденциялары ярылып ята: реализм, романтизм йүнәлештәренең яңыса дауам ителеүе, интеллектуаль-фәлсәфәүи башланғыстарҙың үҫеше, модернистик эҙләнеүҙәрҙең алғы планға сығыуы. Был һыҙаттар – Кешелек һәм Кешене иң оло ҡиммәт итеп күтәргән яңы әҙәби моделгә юл ул.

Луиза КИРӘЕВА, филология фәндәре кандидаты

("Ағиҙел", 2018, №6. - 119-124-се биттәр)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: