Бөтә яңылыҡтар
Яҙмышы китап яҙырлыҡ
1 Декабрь , 12:56

РУХТЫ НЫҒЫТЫР МОҢ БАРҘА...

Күренекле яҙыусы, әҙәбиәтсе-ғалим, педагог, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевты белмәгән кеше бармы икән? Башҡарған вазифалары, күңел ҡушыуы, тынғыһыҙ хеҙмәте менән йәш яҙыусылар һәм журналистарҙы әҙерләүгә тос өлөш индерһә, фәнни хеҙмәттәре аша башҡорт әҙәбиәте тарихын, әҙәбиәт ғилемен, әҙәби тәнҡитен байытты, әҫәрҙәре иһә милли прозабыҙға яңы төҫ-һыҙаттар өҫтәне. Ул – СССР һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.

Беҙ уны юғары уҡыу йортона килгәнсе үк күренекле яҙыусы, уҡытыусы, ғалим булараҡ белә инек. Мәктәп йылдарында республика буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында әүҙем ҡатнашҡандар иһә уны иң ғәҙел жюри рәйесе тип тә хөрмәт итте.
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 1-се курста уҡып йөрөгән тәүге көндәр. “Әҙәбиәт ғилеменә инеш” дәресенә етди ҡарашлы, уртаса буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле уҡытыусыбыҙ килеп инде. Үҙе менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, дәрес темаһын иғлан итте, бер аҙ яңғырауыҡлы, көр тауыш менән лекцияһын башлап ебәрҙе. Шунда уҡ белеме, эрудицияһы, итәғәтлеге менән арбап, серле әҙәбиәт донъяһына алып инеп китте ул. Беҙ, студенттар, Мирас Хәмзә улының дәрестәрендә тәүге парталарға ултырырға тырыша торғайныҡ. Сөнки уның лекциялары бик йөкмәткеле, мәғлүмәтле, төрлө миҫалдарға бай, дикцияһы аңлайышлы, ҡағыҙға ла ҡарамайынса, матур интонация, эске ихласлыҡ менән мөкиббән бирелеп һөйләй, семинарҙары һәм практик дәрестәре лә бик йәнле үтә. Талапсан, ғәҙел уҡытыусыбыҙҙың имтиханда ла үҙенең методикаһы – һорауҙарға билетты алыу менән яуап бирергә кәрәк. Бер уйлаһаң дөрөҫ тә – уҡыған студентты төндә уятып һораһаң да, белгәнен һөйләп бирә ул.
Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың төп һөнәре – юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. 1983 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Башҡорт дәүләт университетында белем бирә. Ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларынан алып профессор дәрәжәһенә тиклемге баҫҡыстарға күтәрелгән шәхес. Ошо осор эсендә унан һабаҡ алған йөҙәрләгән студент билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, уҡытыусылар, радио, телевидение, матбуғат, нәшриәт һәм башҡа мәғариф һәм мәҙәниәт тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре булып китте.
Мирас Хәмзә улының тәрбиәүи-педагогик эшмәкәрлеге тураһында һүҙ йөрөткәндә, шуны ла әйтергә кәрәк: ул байтаҡ йылдар данлыҡлы “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә етәкселек итте. Ошонда тарихҡа ҡайтып, йәш уҡытыусы Мирас Иҙелбаевтың “Киңлектәр саҡыра” тигән мәҡәләһенән өҙөк килтереү урынлы булыр. “Бөгөнгө шоңҡарсылар үҙҙәренең ижади коллективының оҙон ғүмерле традицияларын уңышлы дауам итмәксе. Түңәрәк ағзалары әҙәби тормошта актив ҡатнаша. Студенттарҙың иң яҡшы әҫәрҙәре республиканың ваҡытлы матбуғатында донъя күреп килә, телевидение һәм радио аша йыш яңғырай. Әҙәбиәт һөйөүселәргә газета-журналдар аша Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәмил Дәүләтҡолов, Әлнисә Алдырханова, Фәйрүзә Абайҙуллина, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Рәйес Түләков, Марсель Искәндәров, Рәйсә Абдуллиналарҙың исемдәре таныш булырға тейеш. 1982 йылғы “Йәш көстәр” альманахында түңәрәк старостаһы Рәйсә Ҡунаҡбаеваның, “Шоңҡар”ҙың бөгөнгө ағзалары Фирҙәүес Шафиҡова, Лилиә Ҡәйепова, Розалиә Вәлиуллина, Әнисә Аҫылғужина, Рәшиҙә Шәмсетдиноваларҙың шиғри шәлкемдәре баҫылып сыҡты” (“Ағиҙел”, 1984, №11, 97-се бит).
Түңәрәк ултырыштарын даими үткәреү, шиғыр кисәләре, билдәле яҙыусылар менән осрашыуҙар әҙерләү, ваҡытлы матбуғатҡа шәлкемдәр тәҡдим итеү, ғилми конференциялар ойоштороу, ғөмүмән, элекке традицияларҙы өҙмәйенсә дауам итеү өсөн ни тиклем фиҙакәрлек һәм тырышлыҡ кәрәк бит. Мирас Хәмзә улы етәкселек иткән “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә уҙған быуаттың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарында ҡанаттарын нығытҡан, әҙәбиәткә һөйөү менән янған студенттарҙың күбеһе бөгөн танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар. Уларҙы һанай башлаһаң, ҡағыҙ биттәре лә етмәҫ.
М.Х. Иҙелбаев әҙәбиәт һәм журналистика күгенә шоңҡарҙар сөйгәндә – уҡыу-уҡытыу, тәрбиәүи эшмәкәрлек араһында ғына ла – мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тиҫтәләгән уҡыу программалары, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары төҙөй, фәнни монографиялар яҙа. Бөгөн ул Рәсәй ҡалаларында һәм сит илдәрҙә баҫылған алты йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Мирас Иҙелбаев – фән өлкәһендә уңышлы һәм емешле эшләүсе ғалимдарҙың береһе. Уның төрки һәм башҡорт әҙәбиәттәре тарихы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнеүгә, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына бағышланған. Тынғыһыҙ фән эшмәкәре алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н, “Башҡорт халҡының тарихы”, “Урал әҙәбиәте тарихы” китаптарын яҙыуҙа, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын, ете томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”н төҙөүҙә ҡатнаша.

(Дауамы бар).

Луиза КИРӘЕВА.

Мәҡәләне тулыһынса 12- се журналдың 12-се һанында уҡырһығыҙ.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: