Бөтә яңылыҡтар

Брайль шрифын башҡортлашты­рған ҡаһарман

Матур, яҡты донъяларҙан да йәм тапмай, ризаһыҙ йәшәгәндәр күп. Киреһенсә, ҡараңғылыҡта ла үҙе өсөн генә түгел, башҡаларға ла йыуанырлыҡ, йылынырлыҡ яҡты ҡуҙ табып өләшә белгән оло йөрәкле кешеләр була. Брайль алфавитын башҡорт теленә ҡулайлаштырыуҙы уйлап тапҡан, һуҡырҙар өсөн башҡорт телендә лә китаптар сығарыу хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндергән ҡаһарман йөрәкле ысын башҡорт батыры Мәкәрим Төхвәтшин – тап шундайҙарҙан.

2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указы буйынса республикала Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының 90 йыллығы билдәләнә. Уның тарихы Мәкәрим Төхвәтшиндең асышы менән тығыҙ бәйле.
1992 йылда Башҡортостан республика махсус китапханаһы базаһында һуҡырҙар өсөн эксперименталь тифломәғлүмәт бүлеге булдырыла. Ул һуҡыр уҡыусыларға мәғлүмәтте оператив рәүештә асыҡ формала биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бүлекте ҙур тәжрибәле программист Юрий Иванович Босов етәкләй. Китапхана Брайль китаптарын сығарыуға тотона, беренсе сиратта – башҡорт телендә.
Китаптар нәшер итеү нигеҙенә китапхананың һуҡыр ҡулланыусыһы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшиндең брайль системаһы буйынса уйлап сығарған башҡорт алфавиты һалына, ә Ю.И. Босов (ул да шулай уҡ күреү һәләте буйынса инвалид) башҡорт телендә ҠНШ китаптарын эшкәртеү һәм баҫтырыу өсөн программа булдыра.
Мәкәрим Төхвәтшин башҡорт алфавитын һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырыу эшен 1970 йылдарҙа уҡ башлай. Әммә был хыял 1992 йылда ғына тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, йәмғиәт эшмәкәрлегенең тәүге йылдарында Мәкәрим Хөсәйен улы баҫылған китаптарҙы тикшерә, кәңәш бирә, рецензиялай, төҙәтмәләр индерә.
Беренсе китап ҙур ҡыйынлыҡтар менән баҫылып сыға. Артабан китапхана брайль буйынса «Башҡорт алфавиты»н нәшер итә. Ул шунда уҡ Өфө ҡалаһында һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн эшләп килгән 28-се махсус мәктәп-интернатта белем биреүҙә ҡулланыла башлай.
Мәкәрим Төхвәтшиндең исемен республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Чехияның Брно ҡалаһындағы һуҡырҙар музейында донъяның төрлө халыҡтары телдәрендә Брайль шрифын уйлап табыусылар тураһында материал бар. Унда Мәкәрим Хөсәйен улына арналған стенд та лайыҡлы урын алған.
Үткән йыл Мәкәрим Хөсәйен улының тыуыуына 100 йыл тулды. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн яраҡлаштырылған башҡорт телендәге әҙәбиәтте пропагандалау республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү махсус китапхананың нәшриәт эшмәкәрлегендә лә ҙур сағылыш таба килә һәм был эшмәкәрлек һәр ваҡыт Мәкәрим Төхвәтшин исеме менән тығыҙ үрелеп бара.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин 1924 йылдың 30 декабрендә тыуа. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Биш йәшендә күреү һәләтен юғалта. Бөрө ҡалаһында һуҡырҙар өсөн мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай. 1960–1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында рус теле, әҙәбиәте, тарихы уҡытыусыһы, һуңынан һуҡыр һәм насар күреүсе йәштәр өсөн махсуслашҡан Куйбышев өлкә-ара эшселәр мәктәбенең Өфө консультация пунктында мөдир булып эшләй. Хеҙмәте өсөн 1967 йылда уҡ “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Өс бала атаһы була.
Ғүмеренең аҙағынаса ул махсус китапхананың ҡыҙыҡһыныусан һәм әүҙем уҡыусыһы була, төрлө әҙәбиәт менән ҡуллана, үҙенең донъяға ҡарашын киңәйтеп, һуҡырҙар өсөн башҡорт телен үҫтереү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләй. Уның эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифы уйлап табыла.
Был эштең һөҙөмтәһе булараҡ, әлеге ваҡытта һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлауҙы, өйрәнеүҙе һәм үҫешен тәьмин иткән тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу бара. Һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн башҡорт телендә мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре булдырылған.
Мәкәрим Төхвәтшин уйлап сығарған башҡорт шрифын Брайль системаһы буйынса ҡулланыуҙың сағыу миҫалдарының береһе – уның Өфө ҡалаһының III-IV төрҙәге 28-се махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында белем алған һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусыларына белем биреү процесында даими ҡулланыу. Тап уның ярҙамы менән һуҡыр һәм насар күреүсе балалар донъяны, тыуған ерҙәренең, үҙ халҡының тарихын өйрәнәләр, үҙ-үҙеңде гражданлыҡ яғынан идентификациялау һәм илһөйәрлек буйынса ныҡлы нигеҙле тәрбиә алалар. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре буйынса законды тормошҡа ашырып, йыл һайын Өфө ҡалаһының 28-се махсус коррекция мәктәп-интернаты өсөн Брайль шрифы менән “Башҡорт теле” дәреслектәре нәшер ителә.
2020 йылдың 8 апрелендә Республика Хөкүмәтенең ҡарары менән һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исеме бирелә.
Был, һис шикһеҙ, уның исеме халыҡ хәтерендә нығыныуына, башҡорт милли мәҙәниәтенә индергән өлөшө онотолмауына булышлыҡ итә һәм мәғлүмәт алыуҙың башҡорт телле һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, уның сиктәрендә лә мөмкин булыуы, үҙ сиратында гражданлыҡ үҙаңды, этномәҙәни ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүҙе һәм милли үҙенсәлекте үҫтереүгә килтерә.
Лайыҡлы уҡытыусы һәм башҡорт теленең новаторы Мәкәрим Төхвәтшиндең исемен мәңгеләштереү махсус китапхананың мәғариф традицияларына тоғролоғон да күрһәтә.
2022 йылда ҡабарынҡы-нөктәле башҡорт шрифтын уйлап табыусы тураһында лекция менән Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының фондтарҙы каталоглаштырыу һәм үҫтереү бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендәге тарихи шәхестәр тураһында интерактив онлайн дәрестәр үткәреү конкурсында еңеү яуланы. Конкурс “Йәштәр социаль-иҡтисади башланғыстары” йәмәғәт берекмәләренең дөйөм Рәсәй союзы, “Ватан тарихы” фонды һәм “Минең илем” белем биреү һәм социаль-иҡтисади программаларҙы һәм проекттарҙы алып барыу һәм үҫтереү фәнни-методик үҙәге ойошторҙо. Онлайн лекция арҡаһында башҡорт Брайль шрифын булдырыусы шәхесебеҙ тураһында бөйөк илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә белделәр.
Мәкәрим Төхвәтшин донъяны үҙ күҙҙәре менән танып белә алмаһа ла, һис кенә лә үҙен бер кемдән дә көсһөҙ йә кәм тоймаған, киреһенсә, заман менән бергә атлаған, йәмғиәт проблемаларына бер ҡасан да битараф булмаған оло шәхес була. Ил ағаһы булараҡ, ил эштәре менән ҡайнап йәшәй, шуға ла бик күп билдәле кешеләр үҙҙәренең хәтирәләрендә уның хаҡында ла яҙып ҡалдырған, фекерҙәре менән бүлешкән. Шуларҙың бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
Яҙыусы Сәғит Агиш хәтирәләренән өҙөк:
– Төхвәтшин менән мин 1957 йылда “Йоматау” шифаханаһында таныштым. Ул кемдер менән шахмат уйнай ине, ә эргә-тирәһенә халыҡ йыйылған. Ҡаршыла ултырған кеше фигураларҙы шылдырғанда, ул:
– Ҡайҙа һәм нимә менән йөрөнөң? – тип аныҡлап ала йәки “Шунда барҙыңмы?” тип раҫлауҙы талап итеп ала ине.
Тирә-яҡтағыларҙың барыһы ла тиерлек Төхвәтшиндең еңеүен теләй. Уның уңышлы хәрәкәттәренә шатланалар, уңышһыҙына ауыр һулайҙар. Төхвәтшин миңә таныш кеүек тойолдо. Әйтерһең дә, мин уны элек ҡайҙалыр күргәнем бар. Оҙаҡ ғазапланырға тура килмәне, уның менән тәүге осрашыу иҫкә төштө.
Биш-алты йыл элек уны беренсе тапҡыр Яҙыусылар союзы рәйесе кабинетында осратҡайным. Тома һуҡыр бер кеше етәксебеҙҙән уларҙың клубына яҙыусылар ебәреүен һораны.
Шахмат уйнаусыларҙың береһе тап шул кеше бит! Алдында ултырған кешегә ул киләһе хәрәкәт тураһында уйларға ла ваҡыт ҡалдырмай, сөнки үҙ позицияларын да, дошман фигураларын да бик яҡшы хәтерләй.
Яҙыусы булараҡ, уның әҙәбиәткә мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, ул уҡырға ла бик ярата икән.
– Мин бары тик Брайль китаптарын ғына уҡыйым, – ти ул. Мин унан Слесаревтың «Палата №3» повесына баһа биреүен һораным. Повесть Ватан һуғышы йылдарында һуҡыр ҡалғандар тураһында һөйләй. Брайль алфавитына тәржемә ителеүенә һәм Мәкәрим уның менән таныш булыуына мин бер ҙә шикләнмәнем. Һәм яңылышманым!
– Яҡшы әҫәр, әммә, күрәһең, автор күҙе күргән һау кешелер, сөнки һуҡырҙар психологияһы ҡайһы бер урындарҙа бөтөнләй дөрөҫ бирелмәгән. Был хаҡта Боровиков һуҡырҙар өсөн журналда тәнҡитләп яҙҙы. Мин уның фекеренә ҡушылам. Боровиков – Һарытау ҡалаһы һәм өлкәһе һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе. Һуҡырҙарҙың психологияһын ул яҡшы белә, – тине ул.
Был осрашыу аҙағында Төхвәтшин шундай теләк белдерҙе:
– Башҡорт һәм татар яҙыусыларының әҫәрҙәре менән беҙ тик радио һәм театр аша ғына танышбыҙ. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Брайль системаһы буйынса баҫылмай. Ә кәрәк ине!
Туғаны Дилара Төхвәтшинаның хәтирәләренән:
– Бала сағымда мин оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу менән атайымдың һуҡыр ағаһы Мәкәрим ағайымды күҙәтә инем, – үҙ-үҙен онотоп, ҙур, ауыр ҡабарынҡы-нөктәле китаптар уҡый ине ул. Уға төрлө һорау менән дә мөрәжәғәт итергә була ине. Ул уҡытыусы булып эшләне һәм һәр ваҡыт бик яҡшы итеп аңлата белде. Минеңсә, уны уҡыусылар ҙа яратты. Уның тауышынан, көлөүенән, тәртибенән дә ниндәйҙер үҙенсәлекле тылсым һәм рух көсө бөркөлә ине.
Ҡайҙан килгәндер ул көс? Ас-яланғас бала саҡтанмы икән? Атаһын ун йылға Сталин лагерҙарына оҙаталар. Әсәһе иһә береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы менән яңғыҙ ҡала.
Үҙешмәкәр яҙыусы, Башҡорт республика һуҡырҙар ойошмаһы ағзаһы Фәниә Нәбиуллинаның хәтирәләренән:
– Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин тураһында мин беренсе тапҡыр 1958 йылда ишеттем, ә һуңынан уның менән танышыу бәхете лә насип булды. Уның тураһында беҙгә һоҡланыу һәм ихтирам менән 10-сы киске мәктәп уҡытыусылары һөйләне. Беҙ унда урта белем тураһында аттестат алыр өсөн уҡырға ингәйнек.
10-сы киске мәктәп Ленин урамындағы трамвай ҡулсаһында урынлашҡан мамыҡ-ҡағыҙ комбинатына терәтеп төҙөлгән ағас бинала (хәҙерге Ҡунаҡһарай) урынлашҡайны. Уҡытыусылар һуҡыр уҡыусылар Төхвәтшин һәм Казаковтың нисек дәрестәргә әҙерләнеүе, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да дәрес ҡалдырмай йөрөүҙәре, уҡыуҙы уңышлы тамамлауҙары тураһында һоҡланып һөйләне.
Мәкәрим Хөсәйен улының башҡорт телендә ҡабарынҡы-нөктәле китаптар нәшер ителһен өсөн нисек итеп Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифын булдырырға маташыуы тураһында һөйләгәнен хәтерләйем. Был мәсьәлә менән ул оҙаҡ ваҡыт шөғөлләнде һәм һөҙөмтәлә булдыра алыуына ихлас ҡыуанды.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Спорт журналистары союзы премияһы лауреаты, журналист Рәшит Әйүповтың хәтирәләренән:
– Мәкәрим ағай менән беҙ алтмышынсы йылдарҙа, ул ғаиләһе менән ятаҡта күрше булып йәшәгәндә, таныштыҡ. Тәүҙә мин Төхвәтшин Мәкәрим абыйҙың улдары менән дуҫлаштым, ә һуңынан үҙе менән аралаша башланыҡ. Уның менән беҙ төрлө темаларға һөйләшә инек.
Элек минең һуҡыр кеше менән бер ҙә аралашҡаным булманы, баҡтиһәң, Мәкәрим Хөсәйен улы Өфөнөң башҡа кешеләре кеүек үк йәшәй, әүҙем тормош алып бара: баянда бик яҡшы һыҙҙыра, йырлай, домино, шахмат уйнай, бар нәмәне лә белә. Радио тапшырыуҙарын да даими тыңлай ине. Ҡайһы берҙә, уның үтенесе буйынса, мин ҡысҡырып гәзиттәр уҡыным. Мәкәрим Төхвәтшин, өҫтәүенә, бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр ҡулланманы, тәмәке тартманы. Бер һүҙ менән әйткәндә, өлгөлө ир һәм атай булды.

Нәзилә ДӘҮЛӘТХАНОВА,
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһының бүлек мөдире.

Гөлназ Мөхәмәҙиева тәржемәһе.

Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 7-се һанында баҫылып сыҡты.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас