Бөтә яңылыҡтар

“Янып көлгә ҡалыуҙың ғазабын белә тик көл...”

Исемемде ишетеп, артыма боролоп ҡараным. Ул тирмәләр араһынан сығып, һабантуй майҙаны аша ашығып килә. Ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡояшҡа янған ҡуңыр йөҙөндә баш осондағы күк һымаҡ зәп-зәңгәр күҙҙәр... Яғымлы сырайында – бер ни тиклем тартыныу.– Һаумыһығыҙ, апай! Мин дә Иҙәштән, – тип һүҙ башланы ул килеп етер-етмәҫтән. – Тик мине белмәйһегеҙ. Мин һеҙ ауылдан сығып киткәс тыуғанмын. Мәғәз менән Гөлшаттың улы – Илнур Фазлыев.

Ул йылда тотош республикала бөтә китапханалар ҙа бик күркәм сара – “Башҡортостандың әҙәби картаһы” тигән осрашыу ойошторғайны. Ҡәләм тирбәткән бик күп яҡташтарыбыҙ йыйылышып, ижад тураһында һөйләштек, рухландырғыс итеп аралаштыҡ. Икенсе көнөнә район һабантуйы ине. Район китапханаһының ул ваҡыттағы етәксеһе Нәзирә Кәримованың хәстәрлеге арҡаһында аҡһаҡал яҙыусылар һәм уларға “күҙ-ҡолаҡ” булырға мине лә байрамға ҡалдырҙылар. Киң майҙанда бихисап тирмә ҡоролғайны. Ярыштарҙы, уйын-көлкөнө тамаша ҡылып байтаҡ йөрөлдө. Аҙаҡтан райпоның тирмәһендә иркенләп гәпләшеп, затлы ризыҡтар менән һыйланып ултырҙыҡ. Һәр кемгә үҙенеке ғәзиз, тигәндәй, абзыйҙарҙы үҙебеҙҙең иҙәштәрҙең тирмәһенә лә алып барғым килде. Көтмәгәндә-уйламағанда йылдар уҙғас та һағынып һөйләрлек бер матур күңел байрамына әйләнеп китте ул осрашыу. Иҙәш ҡыҙҙары табында йырлап ебәргән йырҙың һүҙҙәре – хас та алдан белеп махсус әҙерләгәндәр – Марат Кәримов ағайҙыҡы булып сыҡты. Шулай хозурланып аралашҡас, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәгән: беҙҙе Өфөгә алып барасаҡ машинаның көтөп торғанын килеп әйттеләр. Ашығып шул машинаға китеп барғаныбыҙҙа туҡтатҡайны Илнур-Сабит Фазлыев.
– Эйе, Мәғәз ағай менән Гөлшат апайҙы яҡшы хәтерләйем, – тинем.
– Мин роман яҙғайным, – тип шунда уҡ йомошона күсте ауылдашым инде машинаға барып етеп, миңә ҡул болғаған абзыйҙар яғына ҡараш ташлап.
Ауыҙ тултырып “роман” тип әйтергә йөрьәт иткәненә ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуйҙым, сөнки: “Минең яҙмыш үҙе бер романлыҡ. Ултырып яҙырға ваҡыт ҡына юҡ”, – тигәнде йыш ишетергә тура килә... Һиҙгер икән, сырайымдан уҡ уйымды аңлап, ҡыҙарып китте. Йөҙөндә ниндәйҙер бер сараһыҙлыҡ сағылды ла, шул ҡыйыулыҡ биргәндер, ашығып дауам итте.
– “Ағиҙел” журналына алып барғайным, йылдан ашыу инде, уҡымайҙар. Оҙон булып китте шул. Компьютерҙа мең бит. Һуңғы барғанымда Сабир ағай Шәрипов: “Гөлсирә апайың да Иҙәштән бит. Әйҙә, ул уҡыһын. Әгәр ҙә ул, яҡшы яҙылған, тиһә, беҙ ҙә уҡырбыҙ. Йүнле түгел, тиһә инде, үҙең беләһең – үпкәләшкә урын юҡ”, – тип әйтеп ҡайтарҙы.
– Мин уҡырмын да ул, – тинем. – Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Тик кешегә тура ярып әйтә торған холҡом бар. Күтәрә алырһыңмы һуң?
Гәзиттә, нәшриәттә эшләгәндән иң үҙәккә үтеп ҡалған нәмә шул: ваҡытын, көсөн түгеп яҙған һәм ижад емешен һинең ҡулыңа тапшырып, мөлдөрәп күҙеңә ҡарап торған кешегә “бармай”, “килеп сыҡмаған” тип әйтеүҙән дә ҡыйыны юҡ.
– Күтәрәм, – тине Илнур. – Нимә тип әйтһәгеҙ ҙә, ризамын. Тик уҡығыҙ ғына.
Электрон адресымды яҙып тотторҙом. Ҡайтҡанымса, “Ҡара этап” тигән әҫәр электрон почтамда ята ине инде: тығыҙ итеп йыйылған оҙон текст...
Кис һайын асып ҡарайым да, йыбанып, тағы ябып ҡуям. Көн артынан көн үтеп тора. Ә мин һаман һуҙам. Ул арала Иҙәшкә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҡайтырға ваҡыт етте. Бер кис бөтә эштәремде тамамлағандан һуң, ихтыярымды туплап, ултырырға булдым. Өмөтләнеп көтөп торған кешенең күҙенә ни йәнең менән ҡарамаҡ кәрәк! Шулай ҙа үҙемде: “Ярай, тәмен белер өсөн бер ҡаҙан ашты ашап бөтөргә кәрәкмәй ҙәһә”, – тип йыуатып сәғәткә ҡарағаным иҫемдә. Ун ине.
Тәүге биттән үк ҡатмарлы, дауыллы замандарҙың ҡойононда ҡыйналған фажиғәле яҙмыштарға арбалғанмын. Мәғәз, Гөлшат, Мәғмүрә, Абдулла – бәләкәй генә сағымда көн һайын күреп йөрөгән, беҙҙең өйөбөҙҙән күрше урамда ғына йәшәгән кешеләрҙең күргән-кисергәне миңә тормошто бөтөнләй икенсе яҡтан асҡан һымаҡ. Мөкиббән киткәнмен. Бөтөнләй онотолғанмын. Әҫәрҙең аҙағына етеп, уның арбағыс тәьҫиренән айырылғанда яҡтырғайны инде.

***
Тиҙҙән ауылға шәжәрә байрамына ҡайттым. Авторҙы тиҙерәк күреп, һөйөнсөләге, уның ҡыуанысына ҡыуанғы килә, тик Илнур бер ерҙә лә күренмәй. Ошонда ике нәмәне аңғартып китмәй булмай, тыуыу тураһында таныҡлығында ул “Сабит” тип яҙылған булған. Бала саҡтан Илнур тип атап йөрөткәндәр ҙә, Сабит икәнен паспорт алырға ваҡыт еткәс кенә иҫкә төшөргәндәр. Шуға күрә ауылдаштар өсөн ул элек тә, хәҙер ҙә – Илнур. Икенсенән, Иҙәштә тыуып үҫһә лә, ата-әсәһе һуңғараҡ күрше ауылға, Салауат исемендәге колхоз үҙәге булған, ун йыллыҡ мәктәпле Үтәғолға күсә. Шуға күрә яҙыусы Сабит Фазлыев ике ауыл өсөн дә элек тә, хәҙер ҙә – “беҙҙең Илнур”.
Байрамдың тантаналы өлөшө, концерт, уйындар тамамланғас, Иҙәшкә ҡырҙан ҡайтҡан бер төркөм хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Бикеш тигән тәбиғәттең күркәм бер төбәгенә ашҡа саҡырҙылар. Һиммәтлеләр араһына мин дә эләктем. Матур итеп ауылдың ашап туйғыһыҙ ризыҡтарынан табын ҡорғандар. Шишмә буйына аҫылған дәү ҡаҙанда боҫо борҡоп, хуш еҫ аңҡытып ит бешә. Һигеҙенсе кластарҙа уҡығанымда беҙҙең Иҙәш мәктәбендә директор булған Насрый ағай Ҡыуандыҡов ҡарап-ҡарап ултыра ла, ваҡыт-ваҡыт бот сабып: “Ҡара әле, Гөлсирә Ғайсарова ла яҙыусы булып китһенсәле”, – тип көлөп ала. Уҡығанда шаярып шул тиклем үҙәгенә үтеп бөткәнмендер, күрәһең. Ә мин һаман Фазлыевты байҡайым. Аптырағас, хужаларҙан һораным. “Ул бит хакимиәт башлығының водителе булып эшләй, бушамай. Бер туҡтамай кеше ташый. Байрамда мәшәҡәт күп бит”, – тинеләр. Уның Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған юғары белемле тарихсы булғанын, Иҙәш, Үтәғол мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары икәнен белә инем. Саҡ ҡына аптыраңҡыраным. Хәйер, үҙенең башҡаларға сәйер тойолған эске ҡанундары буйынса йәшәгән һәм барыһынан да бигерәк күңел азатлығын өҫтөн күргән шәхестәрҙе ижадсылар араһында күргеләгәнем бар ине инде. Сабит Фазлыев тураһында ҡыуаныслы хәбәрҙе күмәк кеше алдында уртаҡлашҡым килгәнде әйткәс: “Дилбәр һылыу бында бит”, – тип ҡаҙан тирәһендә ҡунаҡтарға аш яраштырған хужабикәләр араһынан Илнурҙың ҡатынын, Үтәғол мәктәбе уҡытыусыһы Дилбәр Миңнәхмәт ҡыҙын саҡырҙылар. “Ауылдашыбыҙ Илнур-Сабит шул тиклем һәйбәт роман яҙған. Уның ошо тәүге әҫәренән үк ысын яҙыусы икәнен күрергә була. Ижады ғүмерле булһын, әҫәрен тиҙ арала китап итеп ҡулға алырға яҙһын”, – тигән хәбәремә гөрләтеп ҡул саптылар. Үкенескә күрә, ул көндә Илнурҙың үҙен тап итеп һөйләшеү насип булманы. Икенсе көн иртәнсәк, мин йәнә Өфөгә юлланырға торғанда, Үтәғолдан елдертеп күстәнәс алып килеп кенә китте. Тәме һаман телем осонда – күстәнәстәр араһында тик һитәле балдан ғына ҡойолған әсе бал да бар ине. Шунда мин уның оҫта умартасы икәнен дә белдем. Хәйер, уңған ата-әсәһенә оҡшаһа, уның, мәҡәлдәгесә, етмеш төрлө һөнәргә эйә булыуы ғәжәп түгел ине.
***
Автор “Ҡара этап” тип аталған романында 1930 – 1955 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. Ике ғаилә яҙмышында тыуған илдәренән алыҫ Себергә, Ҡаҙағстанға ҡыуылған ватандаштар фажиғәһе сағылдырыла, уларҙың Себерҙә күргән михнәттәре, ғазаптары, тайга халҡының йәшәйеше тәьҫирле һүрәтләнә. Ҡатмарлы йылдар айырым кешеләрҙең тәҡдире, кисерештәре, хис-тойғоһо аша кәүҙәләнә, һәр бер уҡыусы, гүйә, үҙе лә шул замандарға эләгә, шул һынауҙар аша үтә һәм шуныһы ҡиммәт – рухы, арҡа һөйәге һынмайынса, тыуған иленә, тормошҡа һәм халҡына тоғро булып, сынығып сыға.
“Әҫәрҙе 12 йыл дауамында яҙҙым. Черный Этап ауылы хәҙер юҡ... Себерҙә йәшәгән ағайым да, кил, йөрөтәм, күрһәтәм, тигәйне, әммә барып булманы, шулай ҙа Том буйҙарын биш бармағылай белгән ҡәрҙәштәрем тайгалағы һәр ауылдың, йылғаның, яландың ҡайҙа урынлашҡанын картала күрһәтеп, ҡағыҙға һыҙып аңлата торғас, һөйләгәндәрен дәфтәргә теркәй барып, уларҙың кисерештәрен үҙ йөрәгемдән үткәргәс, әлеге әҫәр тыуҙы. Эш барышында Новокузнецк дәүләт архивы менән хатлашыу ныҡ ярҙам итте. Хәҙер туғандарҙың күптәре вафат, ауыр тупраҡтары еңел булһын.
Төп “консультанттар” – ҡарсәй менән өләсәй. Атай менән әсәй ҙә Себер тормошон энәһенән ебенә тиклем тасуирламаһа, әҫәр ҡойтораҡ сығыр ине”, – тигән Илнур үҙенең “Ағиҙел”гә яҙған хатында.
Уҡығанда уҡ авторҙың һәләтле яҙыусы ғына түгел, белемле тарихсы ла булғанын шунда уҡ тояһың. Ваҡиғаларға ғаилә күҙлегенән генә түгел, бөтә донъяла берҙән-бер эшсе-крәҫтиән дәүләте төҙөгән тотош ил күҙлегенән дә баһа бирелә.
Мин үҙем дә әсәйем яғынан байҙар тип ҡыуылған һәм уларҙың ҡулдары менән киләсәктә Магнитогорск ҡалаһы төҙөләсәк ҡыу далаға бала-сағаһы, ҡарт-ҡороһо менән алып барып бушатылған муллалар нәҫеленән. Икенсе яҡтан, аслыҡтан шешенеп үлергә ятҡанда ауыҙына: “Ленин ебәрҙе”, – тип тамыҙған сейә кеҫәле арҡаһында әжәл тырнағынан ҡотолоп ҡалған һәм тәүге комсомол ячейкаһын төҙөгән, үлгәнсе совет иле нигеҙләнгән идеяларға тоғро ҡалған атайымдың ҡыҙымын. Синыфтар араһындағы көрәш тигәнде үҙ йөрәгем аша үткәргән кеше булараҡ, яҙыусының үсләшмәй, тарихи факттарға тоғро ҡалып, артабан Бөйөк Ватан һуғышына еңелмәҫ совет кешеләре булып уҡмашып барып ингән быуындарҙың тормошон сабыр, тыйнаҡ һәм ғәҙел итеп һүрәтләй алғанына һоҡланып, юғары баһалағаным иҫемдә. Ә бит Сабиттың һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә илебеҙҙең үҙ-үҙен “элита” тип нарыҡлап, сәнғәткә лә, әҙәбиәткә хужа булып алған, Ватаныбыҙҙың үткәненә ҡарғыш яуҙырыусылар (уларҙың байтағы МХО башланғас ҡасып сығып китте) тирмәненә һыу ҡойоуы һәм шул тулҡында өҫкә үрләүҙе һайлауы ла мөмкин ине.
Бер яҡтан, тетрәндерерлек итеп һүрәтләнгән яҙмыштар һыҙландырғыс тойғолар уятһа, икенсе яҡтан, күңелдә башҡорт әҙәбиәтенә тағы ла бер ысын яҙыусы килгәне һөйөнөслө булды! Ысын яҙыусы, тиеүем шунан: күп йылдар яҙыу-һыҙыу өлкәһендә эшләп, ҙур тәжрибә туплағанлыҡтан, хатта китаптары сыҡҡан авторҙарҙың да ҡайһы береһе яҙыусы, әммә әҙип булып етә алмағанына инанғаным бар. Айырыуса китап нәшриәтендә эшләгәндә, ҡулъяҙманы китап булып сыҡҡансы дүртәр-бишәр тапҡыр уҡырға тура килгәндә, ундай әҫәрҙәр эләкһә, үкереп иларға етешкән саҡтар була торғайны. Бөтәһе лә бар һымаҡ, һөйләмдәр ҙә төҙөк, хатта булған хәлдәр, булған кешеләр ҙә һүрәтләнә, әммә улар үлек кеүек, тылсым юҡ. Кино килеп сыҡмай, тик диафильм. Ә яҙыусы-әҙип, хатта үҙенә ныҡ таныш кешеләрҙе һүрәтләгәндә лә, уларҙы булмышы аша үткәрә, талантының тылсымын ҡулланып, уларға йәшәү һулышы өрә һәм шул саҡ мөғжизә тыуа: персонаждар йәнләнеп, үҙҙәренең тормошо менән йәшәй башлай, яҙыусының ихтыярына түгел, үҙенең характер логикаһына буйһона. Артабан инде тағы ла бер тылсым: әҫәр менән уҡыусы араһындағы мөғжизә барлыҡҡа килә. Әҫәр үҙ яҙмышы менән йәшәп алып китә, гүйә лә, быуын нығытып, үҙ тормошон ҡорған бала кеүек. Романды тәүләп уҡығанда үҙемде ошо яңы ғына тыуған сабыйҙы ҡулыма алған кендек инәһе һымаҡ тойғайным.
Былай итеп яҙа алыу, һис шикһеҙ, тыумыштан. Нервылар системаһының үҙенсәлекле төҙөлөшө, һиҙгерлек, хис, нескә һиҙемләү, үҙеңде башҡа кешеләр урынына ҡуя, донъяға улар күҙе менән ҡарай белеү, эргәңдәгеләрҙең әрнеүен һәм һөйөнөсөн тойоп, бөтә нәмәне үҙ йөрәгең аша үткәреү... Психология фәнендә быны “эмоциональ интеллект” тип атайҙар. Ә бөтә нәмәне күңелеңә яҡын алыуҙы мин “йоҡа тирелек”, хатта “тиреһеҙлек” тип күрәм. Бер ҡараһаң, хәтәр шәп сифаттар, әлбиттә, тик “тиреһеҙ” йәшәү еңелдән түгел. Һәр бер көнөң сей яра булып тамамланған ваҡыттар булып китә. Ә һин йәнә, йәнә шул яраларыңды уңалтыр өсөн ҡулыңа ҡәләм алаһың, тойғоларыңды һүрәтләп, әрнеүҙәреңде дауаға әйләндерергә тырышаһың. “Әгәр ҙә тәүгә күреп торған кешенең ирен сите ҡыбырҙауынан ғына ла уйҙарын аулап, ҡыҙарынғанһың икән, – тип тәүгә осрашҡаныбыҙҙы иҫкә төшөрөп алам, – ғүмер юлынан барыуы һиңә анһат түгелдер”...
Әммә әҙип булыр өсөн тыумыштан бирелгән сифаттар ғына етмәй, әлбиттә. Тәжрибә аша күпте йыйырға кәрәк: үҙенсәлекле фекер йөрөтөү ҡеүәһе, шул фекерҙәрҙе аңлатып биреү өсөн һүҙ байлығы, телмәр оҫталығы ла кәрәк. Ә былар күҙәтеүсәнлекте, күп уҡыуҙы талап итә. Эйе, тәрәнтен белем, йәнә сабырлыҡ, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ һәм, теләкте ғәмәлгә әйләндереү өсөн, һөҙөмтәнән генә түгел, ә ижадтың үҙенән ләззәт алырға өйрәнеү мөһим! Сөнки һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бик күп ултырырға тура килә. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда уҡытыусыбыҙ, профессор Ғәли Сәйетбатталов: “Прозаикка салбар төбөн тишкәнсе ултырмай булмай”, – ти торғайны. Ә инде яҙыуҙың үҙенән, йәғни процестан ғына ла ҡыуаныс алырға өйрәнмәһәң, нисек ошоноң сама ҙур китап яҙмаҡ кәрәк?!
Ошоларҙың барыһы тураһында ла “Ағиҙел” журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов менән оҙаҡ ҡына һөйләшкәнебеҙ хәтерҙә. Һәр талант эйәһе өсөн, әйтерһең дә, уларҙы үҙе тыуҙырған һымаҡ ҡыуана белгән әҙип һәм мөхәррир ең һыҙғанып эшкә тотондо. Тәбиғи, күренекле Яныбай Хамматов кеүек әҙәбиәткә роман менән килгән, ә бындай хәлдәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, йәш яҙыусының әҫәренә, мөхәррирҙәрсә әйткәндә, “ҡул тыҡмай” һис мөмкин түгел. Нәшриәттә эшләгәндә мин инде танылған яҙыусы Яныбай ағайҙың да яңы романдарын Сабир ағайҙың нисек төпсөрләп төҙәткәнен күрә торғайным.
Автор менән мөхәррир бик тығыҙ аралашты. Сабиттың Сабир ағайҙың кеше яҙмаһы өҫтөндә шул тиклем йыбанмай, бөтә күңелен һалып эшләгәненә ғәжәпләнгәне, ә Сабир ағайҙың, үҙ сиратында, йәш яҙыусының һәр бер кәңәшкә иғтибар иткәне, тыңлағаны, ихласлығы һәм ышанысы өсөн ҡыуанғаны һаман күҙ алдымда тора. Бында, ижадсылар әйтмешләй, “балаң һымаҡ ғәзиз күңел емешең”дең ышаныслы, маһир ҡулдарға эләгеүе үҙе бер бәхет булды.
Ҙур күләмле әҫәрҙе төҙәтеү, мөхәррирләү ул бер ни тиклем икмәк ҡамырын баҫыуға оҡшаған. Икмәк уңып бешһен өсөн ҡамырҙы йыбанмай, оҙаҡ итеп баҫырға кәрәк, шунда ғына ул үҙле була, ныҡ ҡабара. Ә баҫыу етмәһә, тарҡау була, йүнләп күпмәй, таралып бешә. Әҫәрҙә лә шулай: ваҡиғаларҙы ни тиклем сағыу, йәнле итеп һүрәтләһәң дә, уларҙы уҡмаштырыу, бер бөтөн итә белеү мөһим. Ә композиция теүәллегенә өлгәшеү өсөн йыш ҡына йәйрәп китеп, иркенләп, яратып яҙған ҡайһы бер эпизодтарҙы үҙ ҡулдарың менән йәлләп тормайынса һыҙып ташларға тура килә. Мөхәррирҙең төҙәтмәләрен ҡабул итеү, үҙ-үҙеңде төҙәтеү өсөн бик күп көс кәрәк. Илнур был һынауҙан да үтеп, бөтә талаптарҙы ла атҡарып сыҡты. Артабан әҫәр “Ағиҙел” журналында донъя күрҙе, шунда уҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы. Шул йылдың аҙағында журналдың йыллыҡ лауреаты булды.
Әҫәре баҫылып сығыу менән үк Сабит Фазлыев киң танылыу алды. Китап булып сыҡҡанға тиклем әллә күпме янырға, көйөргә тура килһә лә, әҫәрҙең һәм яҙыусының яҙмышы бәхетле булды. “Ҡара этап” китабы, заманса әйткәнсә, бестселлер булды, йәғни тиҙ арала һатылып бөттө. Авторҙың үҙенең: “Китабымды эҙләйҙәр, ә минең уны күберәк итеп алып ҡалыу башыма ла килмәгән”, – тип аптырап ҡалғанын хәтерләйем. Уҡыусылар әҫәрҙең руссаға тәржемәһен дә һорай башланы. Яҙыусылар союзына инергә лә Сабит үҙе юллап йөрөмәне, ҡәләмдәштәре үҙҙәре тәҡдим итте – урындарҙа уның һымаҡ халыҡ менән эшләй белә торған белемле, абруйлы кешеләр булыуы союзға ла ҙур таяныс ине.
Әҫәр журналда баҫылғас, Сабир ағай менән бер төркөм яҙыусылар Үтәғолға килгәндә, үкенескә күрә, эш буйынса Санкт-Петербургта булып ҡалдым. Шуға күрә ул ваҡиға хаҡында Сабир ағай Шәриповтың иҫтәлеген килтерәм: “Үтәғол ауылы клубы халыҡ менән шығырым тулы... Бөтәһе лә йәш яҙыусы, тарих уҡытыусыһы Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” роман-хроникаһының исем туйына йыйылғайны (әҫәр журналдың 1-5-се һандарында баҫылды). Күләмле ижад емеше хаҡында Өфө ҡунаҡтары ла, яҡташтары ла мәртәбәле һүҙ әйтте. Спецпереселенец ғазаптарын кисергән Гөлшат Фазлыева, Фәнизә Бикбулатова һ.б. ветерандарҙың иҫтәлектәрен тыңлағанда иһә күҙҙәргә йәш эркелде... Ҡатмарлы теманы тәьҫирле асҡаны өсөн авторға Үҫәргән ырыуы ҡорбашы Марат Түләбаев Маҡтау грамотаһы тапшырҙы, ә район китапханаһы мөдире Нәзирә Кәримова “Ҡара этап”ты дәүләт нәшриәтендә айырым китап итеп ташҡа баҫыу зарурлығын билдәләне. Атаҡлы йырсы Сөләймән Абдуллиндың яҡташтары ул йырлап, ул бейеп, ул ҡурай тартып, сәнғәткә маһир икәнлектәрен раҫланы.
Бына шулай, “Ҡара этап”тың китап булып сығыуын халыҡ һораны (бындай хәл йыш булмай)”.
Эйе, байрамдың ныҡ күтәренкелек менән үткәне, Илнур менән Дилбәрҙең донъяһы тураһында ҡәләмдәштәремдең һоҡланып һәм күңелле итеп һөйләгәнен әллә нисәмә тапҡыр ишеткәнем булды. Ә бит ғүмер буйы йөрөп ятҡан, барған урынында һыйлаған, ҡәҙерләгәндәренә өйрәнеп бөткән яҙыусы, журналистарҙы һоҡландырыу еңел түгел. Улар хужа менән хужабикәнең ихлас алсаҡлығына, күңел байлығына һәм йөрәк йылыһына арбалғайны. Сабир ағайҙың бер һөйләшкәндә: “Ай-һай, яҙыусы бисәһе булыу еңел түгел ул”, – тип Дилбәрҙең сабыр аҡылын, белемен, уңғанлығын үҙенең тәүге уҡыусыһы ла, тәнҡитсеһе лә, талапсан мөхәррире лә булған Зәйтүнәһенә оҡшатҡаны иҫтә ҡалған. Ә “Ҡара этап” китап булып сыҡҡас, “Ейәнсура таңдары” гәзите тарафынан район мәҙәниәт һарайында үткәргән исем туйынан һуң “Аманат” кафеһында ҡунаҡлашып ултырғанда Дилбәр үҙе: “Ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ араһында йәш айырмаһы – ун йыл. Бер таныш шуға аптырағас, мин уға: “Беҙ бит роман яҙҙыҡ”, – тип яуап бирҙем”, – тип һөйләп көлдөргәйне. “Бына был ысын яҙыусы ҡатынының иң лайыҡ аңлатмаһы”, – тинек. Ә бит мәрәкә булһа ла, хаҡлыҡ бар. Эш араһында ғына шундай китап яҙыу ул, ғәҙәттә, ялың, йоҡоң иҫәбенә була. Ижад итеүҙән башҡа, һәр яҙыусының алдында ла көндәлек икмәк табыу бурысы тора бит.
***
Үтәғол менән Иҙәш араһы бына ғына булһа ла, Илнур менән Дилбәрҙең ҡотло, етеш донъяһын бер-ике йылдан ғына, бер ҡараһаң, ҡыҙыҡ, икенсе ҡараһаң, ҡыҙғаныс хәл арҡаһында барып күрергә тура килде. Былай булды. Әхмәр Үтәбай, Марат Әминев Ейәнсураның бер нисә ауылында осрашыу үткәрергә булып киттек. Дәртләнеүебеҙҙең сәбәбе – бынан алда Баймаҡтың тиҫтәгә яҡын ауылында осрашыуҙар үткәреп, ундағы ихлас мөнәсәбәттән рухланып, йәнәһе, үҙебеҙҙе халҡыбыҙҙың иркәһе итеп тойоп киткәйнек. Сәфәребеҙҙе Ейәнсура районының үҙәгенән йөҙ саҡрымдан ашыуыраҡта ятҡан иң төпкөл ауылдан башламаҡсы булдыҡ. Таң һарыһынан юлға сыҡҡан егеттәр арып-талып килеп етте. Ул ваҡытта инде ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланған Илнурҙы ла алдыҡ. Йомро тауҙар араһында ятҡан ауыл урамына килеп ингәнебеҙҙә кәзә көтөүе ҡайта ине. Текә мөгөҙлө, ҡолондай дәү кәүҙәле дебет тәкәләре урам тултырып килә. Әйткәндәй, беҙҙең яҡта халыҡ матур йәшәй, ишле мал тота. Шуға күрә тамаҡ та һыйлы, әлбиттә, мәшәҡәте лә күп. Шул турала гәпләшеп, күтәренке күңел менән осрашыу билдәләнгән китапханаға килеп индек. Залда дүрт-биш кеше ултыра. “Улар килгәнгә лә әлхәм”, – тинеләр. Ысынлап та, әлхәм инде. Кешенең һанында ғына түгел бит, ихлас иғтибарында. Нимәлер белергә, аралашырға теләүендә. “Журналға яҙылырға өндәп йөрөгәнегеҙҙе аңлайбыҙ, – тип шунда уҡ дөрөп алды китапханасы. – Сурытып, оҙонға һуҙып тормағыҙ. Тиҙ-тиҙ генә һөйләгеҙ ҙә, ҡайта һалабыҙ, оҙаҡламай телевизорҙан сериал башлана”.
Биткә сәпәгән һымаҡ булды был һүҙҙәр. Үҙем генә булһам, боролоп ҡына сыҡ та кит тә бит. Баймаҡтағы күркәм сәфәрҙән һуң юлдаштарым алдында ғәрлек. Ни тиһәң дә, үҙемдең тыуған район. Ашыҡ-бошоҡ ҡына Әхмәр сығыш яһаны. Ә мин уның нисек итеп шиғырҙары менән рухландырыр, йәшәүгә дәрт өҫтәр һәләте барлығын беләм, үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар. Унан Марат ҡыҫҡа ғына юморис­тик хикәйәһен ашыҡ-бошоҡ һөйләне. Баймаҡтар уны ла ҡабат-ҡабат һорап һөйләткәйне. Илнур иһә бер-ике ауыҙ һүҙ менән сикләнде: сериалға һуңлатып ҡуймайыҡ, тип ашыҡты. Шунан турһайып ултырған мин ауыҙымды астым, бөтә ғәрлегемде, үпкәмде бер ғәйебе булмаған, телевизорҙан айырылып күрешергә килгән бишәүгә түгеп, үҙем илап, уларҙы илатып, осрашыуҙы тамамланыҡ. “Халыҡҡа беҙҙең журналыбыҙ ҙа, ижадыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә кәрәк түгел икән!” – тигән әрнеүле тойғо менән ҡара көҙҙөң төнгө юлына төштөк. “Ярай, – тине шунда Илнур. – Көймәйек әле. Ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләйек. Ә хәҙер – беҙгә!”
Иҫкәртмәй-нитмәй, ҡараңғыла килеп төшһәк тә, йортоноң шау баҡса уртаһында ултырғанын абайланым. Асығып барып инеүебеҙгә Дилбәр ҡаҙандан ҡоштабаҡҡа боҫо борҡоп торған ит һоҫоп тора. Ни арала өҫтәлгә ризыҡ тулды. Туғыҙынсы тиҫтәне тултырған Гөлшат апай үҙенең улы романында яҙған ауыр тормошонан күҙҙәрҙән йәш сығырҙай итеп көлдөрөрлөк мәрәкә хәлдәр һөйләй. Йәштәрсә сағыу тауышы менән русса частушкалар йырлап ебәрә. “Ҡулдан килгәнен тырыштырырға кәрәк. Ҡалғанын тормош үҙе яйға һала ул”, – тип беҙҙе һынмаҫ рухы менән хайран итте. Егет сағында балаларының атаһы Мәғәз өйләнешергә тәҡдим яһағас, иң элек: “Нормаңды тултыраһыңмы һуң?” – тип һорағанын әйтеп көлдөрҙө. “Үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде тырыштырайыҡ” – тормошоң өсөн шәхси яуаплылыҡ, эске ныҡлыҡ был ғаиләлә нәҫелдән килгәнен шунда әсә менән улдың һүҙҙәренән аңланым: “Әгәр ҙә мин янмаһам, әгәр ҙә һин янмаһаң, әгәр ҙә беҙ янмаһаҡ, ҡараңғылыҡты кем таратыр һуң?”
Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тигәндәй, шул кистә был булдыҡлы, егәрле ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәт һәр ҡайһыһының аҡылына, бер-береһенә ихтирамына, ғәҙел сабырлығына нигеҙләнгәнен тойоп, һоҡланып ултырғаным иҫемдә.
Алғараҡ китеп булһа ла, тағы бер күңелде йылытҡан матур көндө иҫкә төшөргөм килә.
Илнурҙың шул тиклем Өфөлә, әҙәби мөхиттә, башҡа яҙыусылар менән аралашып, ижад донъяһында ҡайнап йәшәгеһе килә торғайны. Ғүмер буйы шул даирәлә эшләгәс, һәр ҡайҙағы һымаҡ, яҙыусылар араһында ла көнсөллөк тә, хөсөт тә, ҡатмарлы мөнәсәбәттәр ҙә булғанын әйтеп, уның был хыялына көлөп ҡарай торғайным. Йәнәһе, хыял үрҙәренән ергә төшөрмәксе булам. Миңә кешенең шундай матур ынтылышын емерергә нимәгә кәрәк булғандыр инде. Хәйер, ҡайҙалыр идеаль тормош барҙыр тип алданыу ҡәҙимге йәшәп ятҡан ысын тормошоңдоң баһаһын төшөрә, ҡәҙерен ебәрә, минеңсә.
Ә ул баш ҡалаға барып, берәй сарала булып, яҙыусылар менән фекер алышып ҡайтһа, күңеле күтәрелеп, дәртләнеп, балҡып йөрөй. Әле хәҙер ана шул ҡыуаныслы мәлдәренә шаһит булған саҡтарын ҡәнәғәтлек менән барлайым.
“Ағиҙел” журналының йөҙ йыллығы айҡанлы бер йыллыҡ сәфәргә сығып киткән “Аҡмулла арбаһы”н редакция коллективы беҙҙең Ейәнсура районында туғарҙы. Бөтә республиканан үҙҙәре йыл буйы алып барған төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан китапханасылар, хат ташыусылар, уҡытыусылар – журналды, яҙыусыларҙың һүҙен халыҡҡа алып барып еткерә торған иң мөһим кешеләрҙе йыйып, уларҙың баһаһын белдереп, бүләктәр биреп, матур байрам үткәрҙеләр. Шундай йылы, туғандарса мөхит булды. Һәр кемгә ниндәй ҙә булһа бүләк, маҡтау ҡағыҙы бирелде, тиһәм, һис тә яңылышмам. Саралар иртәнсәк үк башланғайны. Шуға күрә Дилбәр һылыу башҡа уҡытыусылар менән бергә Иҫәнғолға иртүк киткәйне. Илнур менән беҙ төшкөлөккә, кисә башланыуға килеп еттек. Кисәләге йылылыҡ, рухи берҙәмлек һәм яҙыусылар менән әҙәбиәт һөйөүселәр араһындағы туғанлыҡ тойғолары һөйләп биргеһеҙ. Нисәмә быуын яҙыусыларын, уҡыусыларын берләштергән, йөҙ йыл буйы башҡорт әҙәбиәтенең арҡа һөйәге булған “Ағиҙел” журналы бит ул!
Кисәнән һуң Мөнирҙең әҫәре буйынса “Соҡор” моноспектакле булды. Уны беҙҙең Үтәғолда тыуып үҫкән талантлы егетебеҙ Радмир Дәүләтбәков ҡуйған һәм үҙе уйнай ине. Спектаклдең премьераһында була алмағайным, шул тиклем ныҡ ҡарағым килде. Мине тамашанан мәхрүм итмәҫ өсөн Дилбәр мәктәп автобусында ҡайтырға булды. Илнур минең менән бергә спектаклде ҡабат ҡарарға ҡалды.
Бына “соҡор”ҙо уратып ултырғанбыҙ. Радмир уртала. Бөтә нәмәнең дә шартлы булғаны күренеп, һиҙелеп тора бит инде. Ана ул – ҡул һуҙымында ғына. Әммә ниндәйҙер мәлдә сәнғәттең тылсымы әүрәтеп, ваҡиғалар, кисерештәр эсенә алып инеп китә. Хәтәр уйнай яҡташ егетебеҙ! Спектаклдән һуң унда күтәрелгән проблемалар тураһында фекер алышып, йәнле һөйләшеүгә мауығып, тағы оҙаҡланыҡ. Аҙаҡтан “Ағиҙел”дәр “Аманат” кафеһына киске ашҡа саҡырғас, аптыраңҡырап ҡалдыҡ. Шул тиклем ҡалғы килә лә, ауыл кешеһенең бит әлеге шул мал-тыуары, хужалығы бар. Көнө буйы был сарала ҡатнашып, инде ҡайта һалып йәнә эшкә тотонған Дилбәр һылыу алдында ла уңайһыҙ. Икәү-ара һөйләшеп алдыҡ та, ашығыуыбыҙҙың сәбәбен минең кәзәләргә япһарырға килештек. Тик ай-вайыбыҙға ҡарамай ҡыҫтағастары, бер ярты сәғәткә генә инергә булдыҡ. “Аманат”тың хужаһы, “Ағиҙел”дәрҙең яҡын дуҫы Нәжип Юлдашбаев та үҙенең йырҙары менән кисәне биҙәгәйне. Ә әле түңәрәк өҫтәлде тултырып ашап туйғыһыҙ милли ризыҡтар әҙерләнгән. Өҫтәл уртаһындағы дүңгәләкте өйөрөлтөп, Нәжип әле бер, әле икенсе аҙыҡты тәҡдим итә. “Бөтөн донъяла башҡа бер ерҙә лә юҡ – йыуа пирожкийы”, – тип һыйлай. Ниндәйҙер бер кинәнесле аралашыу: күңелгә күңел яғыла. Арала булмаған ҡәләмдәштәрҙе һағынып иҫкә алабыҙ, төрлө мәрәкә хәлдәрҙе һөйләп көлөшәбеҙ. Ә Әхмәр ултыра-ултыра ла: “Бына бит, Гөлсирә апай! Ә һин кәзә тиһең!” – тип әйтеп ҡуя. Ә мин кинәнеп ултырған Илнурға ҡарайым да төшөнәм: был тап ул хыялланған мөхит! Барыһы ла талантлы, тиң, киң күңелле, дуҫ!
Хәҙер йыш ҡына шул кисте, шул табынды иҫкә төшөрәм дә, әлдә ҡалғанбыҙ, тип ҡыуанам. Тормошто йәмләгән ҡабатланмаҫлыҡ миҙгелдәр! Шулай тип уйлайым да, ҡолағымда Әхмәрҙең шаяртып: “Ә һин кәзә тиһең!” – тигәне яңғырай.

***
2015 йылдан Илнур Үтәғол ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы булып эшләй башланы. Ошонан да тынғыһыҙ хеҙмәтте күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Халыҡ бөтә йомошо менән – ауылға ҡағылған мәсьәлә булһынмы, шәхсәнме – иң тәүҙә биләмә хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Шуға күрә ауылдар яҙмышы, халыҡтың мөрәжәғәттәрен хәл итеү, ярҙамлашыу иң беренсе сиратта биләмә башлығы иңенә төшә. Һыу, юл, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплектәрҙе тәртиптә тотоу, зыяраттарҙы ҡарау һымаҡ бихисап эш уларға йөкмәтелгән. Был мәшәҡәттәр тауыҡ сүпләһә лә бөтәһе түгел. Көн тип тормай, төн тип тормай сабаһың. Уйлап ҡараһаң, биләмә башлығы яуап бирмәгән берәй нәмә бармы икән ауылда? Ир менән ҡатын һуғышһынмы, ике күрше талашһынмы, уҡыусы балалар урлашһынмы, эсеү осраҡтары булһынмы – иң тәүҙә биләмә башлығынан һорайҙар.
Илнур районда ҙур ғына биләмәгә – Юнай, Үтәғол, Иҙәш һәм байтаҡ ситтә ятҡан Лукьяновка ауылдары өсөн яуаплы ине. Кешегә ай менән ҡояш та ярамай, тигән һымаҡ, ни тиклем нығыраҡ тырышаһың, шул хәҙәрлем битәр, зар ишетәһең. Биләмәлә йәшәгән меңдән ашыу кешенең һәр береһе йомошоноң, талабының тиҙерәк үтәлеүен көтә. “Нишләп шуны эшләмәҫкә инде?” – тип зарлана, әрләй. Бына үҙем шаһит булған бер генә мәсьәлә. Беҙҙең Йәштәр урамының осонда юлды күтәртергә кәрәк – саҡ ҡына ямғыр яуһа, үтеп сыҡмаҫлыҡ батҡаҡ, ә яҙғыһын бер аҙна-ун көн бөтөнләй һыу баҫып китә, утрау булып ҡалына. Үҙебеҙҙең тауҙа таш сыға, яҡында ғына. Ун-ун биш “КамАЗ” таш түк тә, экскаватор менән тигеҙлә лә сыҡ. Шулай тип уйлайбыҙ, “Силсәүит эшләмәй”, тип бурылдайбыҙ, ялыу яҙабыҙ. Ә баҡһаң, ауыл эргәһендәге ташлыҡтан юлға түшәргә таш алыу өсөн Мәскәүҙең рөхсәте кәрәк икән. Беҙҙең башҡа һыйырлыҡмы һуң был? Бына шул рөхсәтте үтенеп яҙып ебәргәндән һуң ике йылдан ашыу көттө биләмә башлығы. Хатта хөкүмәт тарафынан юл һалыу өсөн бүленгән аҡсаны алғас та яуап юҡ ине әле. Ә бер көн ҙур-ҙур машиналар шауҙырлатып хәҙер урам, ә элек ташҡын һыуҙар юлы булған уйһыуға таш түгеп, юл күтәрә башлағас, Илнурҙың ҡояштай балҡып йә унда, йә тегендә барып, прораб эргәһендә өйөрөлөп йөрөгәне әле лә күҙ алдында. “Йәнә бер генә машина таш булғанда, һинең өйөңә эркелгән ташҡын һыуының юлын быуырға ла булыр ине лә, етмәне”, – тигән үкенесе быйылғы яҙ тауҙарҙан ҡар һыуҙары эркелә башлағас тағы иҫкә төштө.

***
Хәҙер уйлап ҡарайым да, Илнурҙың биләмә башлығы булып эшләгән осорона республика, ил, хатта донъя өсөн ныҡ ауыр ваҡыттар тура килгән. 2021 йылда йәй бик ҡоро килде. Бындай ҡоролоҡто, нисәмә йыл йәшәп, бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ ине: беҙҙең ауыл һыулаған Иҙәш йылғаһы ҡороп, бөтөнләй ағыуҙан туҡтаны. Тирә-яҡта туҡтауһыҙ янғындар... Иртәнсәк уянып тышҡа сыҡһаң, һауала төтөн аҫылынып тора. Шундай көндәрҙең береһендә ниндәйҙер йомош менән кисләтеп кенә һуғылып китте. Арыуҙан саҡ аяғында баҫып тора, ҡоромға буялып бөткән. “Казанка, Ағурҙа, Биштирәк тирәһендә 120 гектар тирәһе майҙанда урман яна. Янғын ауылдарға килеп инмәһен өсөн 12 сәғәттән ашыу айҡаштыҡ. Тотош һүндереп булманы, әле унда, әле тегендә тоҡана. Иртәгә иртүк йәнә сығабыҙ”, – тигәйне. Үҙе һымаҡ уҡ биләмә, район етәкселәренең, хакимиәт башлығы Дәмин Юлановтың ошондай ауыр ваҡытта халыҡ араһында, кешеләр менән иңгә иң терәшеп бергә булғанынан ҡәнәғәт ине ул. Ғөмүмән, уның өсөн етәкселек, хакимиәт түрәлек түгел, ә халыҡтың хеҙмәтсеһе булыу ине. “Һыу буйынан ҡайтып килһәм, Илнур ҡусты ыҫпай ғына салбарының балағын төрөп алған да, аяғына калуш кейеп, машина юлының ишелеп төшкән бер урынын таш тултырып, һипләп маташа, – тип иҫкә алды бер апай. – Мыртый, һуң һин түрә кеше бит. Ҡушып эшләтһәң ни була? – тинем. Ә ул, ғәҙәтенсә, йылмайҙы ла: “Бер ҡыйынлығы ла юҡ бит, апай. Хәҙер бөтәм”, – тип бына тигән итеп эшләп тә ҡуйҙы”.
Шунан бөтә донъяла – ковид пандемияһы, дөрөҫөрәге, айыҡ аҡыллы, выжданлы белгестәр иҫкәрткәнсә, ҡотороноу, паника пандемияһы... Кемдең кем икәне шунда асыҡ күренде лә инде. Бер депутат, ауыҙынан төкөрөк сәсеп, һынау үтмәгән вакциналарҙы ҡаҙатыуҙан баш тартыусыларҙы “һыйырҙар, һарыҡтар” тип атап, тыңлауһыҙҙарҙы мал һымаҡ көсләп вакцина яһатырға кәрәк, тиеүҙән дә тартынманы. Дәүләт Думаһында уның был оятһыҙ ҡылығын “иҫәргә доға уҡырға ҡушһаң, башын ярғансы тырышыр” тип көлөмһөрәп кенә баһаланылар. Әммә эреле-ваҡлы түрәләр араһында бындайҙар күп ине. Хөкүмәт ихтыярын үтәргә тейеш булған һәм өҫтән килгән баҫым менән халыҡтың ҡаршылығы араһында ҡалған Илнур иһә сама һаҡлай белде.
Мобилизация башланғас, ауыл биләмәһе башлыҡтары өҫтөнә тағы бер ауыр бурыс төштө: повестка тапшырыу. Ул осорҙа Илнур: “Әсәләрҙең күҙ йәшен күргәнсе, үҙем унда китһәм, еңелерәк булыр ине”, – тип әсенеүҙән ҡара көйөп йөрөнө.
Баштараҡ әйткәнемсә, талант менән ҡуша бирелә торған нескә тойомлау һәләте, бөтә нәмәне лә күңел аша үткәреү унда ғәжәп көслө ине. Ошо холҡо менән ике саҡырылыш, йәғни һигеҙ йыл ауыл хакимиәте башлығы бурысын атҡарыу уға еңел булманы, әлбиттә. Үтә ҡыйын ваҡыттарында уны, яҙыусылар араһында таралғанса, “Уның ҡарауы, кәмендә ике романлыҡ материал тупланың”, тип йыуата торғайным.
Сыҙамлығының серен аңлата торған бер сәйер сифаты бар ине Илнурҙың. Бөтә нәмәнән дә яҡшылыҡ эҙләй ине ул. Әйтерһең дә, уны был донъяла яҡшылыҡтың кимәле кәмемәһен өсөн яуаплы итеп тәғәйенләгәндәр. Бер мәл беҙҙең ауылдан бер төркөм уны биләмә башлығынан төшөрөп, икенсе берәүҙе ҡуйыу теләге менән геүләп алды. Үҙе менән көн һайын аралашып, йөктө бергә тартырға тейеш кешеләр. “Улар менән артабан нисек эшләр инде?” – тип хафаландым. Шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, ул: “Мин уларҙы маҡтаным, – тип аптыратты. – Кеҫәһендә генерал погондары йөрөтмәгән һалдат – насар һалдат, тиҙәр бит. Йәштәрҙең үҫергә теләге бар икән, бик хуп. Мин был вазифала мәңге эшләмәм. Шул ваҡытҡа һәйбәт кандидатура өлгөрөп етер”. Әле генә аңлайым: ул яҡшылыҡтан йәшәүгә таяныс тапҡан, үҙенең күңел яраларын яҡшылыҡ менән шифалаған. Моғайын, был да уға тыумыштан, талантҡа ҡушып бирелгән бүләк булғандыр.

***
Ни тиклем мауығып, тырышып эшләһә лә, ошо йылдар буйы ул бер көн килеп ижадҡа тотонорға форсат сығасағын көтөп йәшәне. Ниһайәт, 2023 йылдың көҙөндә өҫтөнән йөк төштө. Мин уны ҡотолоуы менән ҡотлап шылтыраттым. Кәйефһеҙ ине. Нисәмә йылдар буйы тормоштоң уртаһында ҡайнап, аҙнаның ете көнөндә лә тәүлек әйләнәһенә кәрәк булып, ошо тынғыһыҙ тормоштан һуң ҡапыл шаңҡып ҡалыуы тәбиғи ине, әлбиттә. Гүйә, бергәләшкән иптәштәрең карапҡа тейәлеп тормош тулҡынында артабан йөҙөп киткән, ә һин яр буйында япа-яңғыҙ тороп ҡалғанһың. “Апай, әле ваҡытың бармы?” – тип һораны ул. Ғәҙәттәгесә, нимәнелер ныҡ ашығып тәржемә итәм, һуңлата ҡалһам, дөйөм эшкә зыян киләсәк ине. “Бөгөнгә юҡ шул”, – тип яуап ҡайтарҙым. Шунда бер кис ваҡыт тапмағаныма ҡабат-ҡабат уйлап үкенәм хәҙер. Киләсәккә ниәттәре, ҡасан ныҡлап ижадҡа тотонорға йыйыныуы тураһында һөйләшер инек. Үҙемдең баштан үткән булғас, файҙалы кәңәштәр ҙә бирер инем, бәлки. Сөнки пекарня төҙөп, уның эшен яйға һалам тип айҡашып йөрөгән мәлдәремдә үҙем дә ете йыл яҙмағайным. Ә бит ижадтың һүнгән усағын ҡабат ләүкетеп ебәреү, шағир Назар Нәжми әйтмешләй, һүнгән домна мейесен ҡабаттан тоҡандырған һымаҡ, ваҡыт та, тырышлыҡ та, көс һалыу ҙа, хатта ныҡышмаллыҡ та талап итә, ултыра һалып ҡына яҙып китеп булмай. Моғайын, ул да шулай аҙапланғандыр.
Шул арала уға Үтәғол мәктәбенә директор вазифаһын тәҡдим иткәндәрен, уның баш тартҡанын яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалдым. “Ҡолас ташлап ижадҡа тотонғандыр”, – тип ҡыуандым. Көҙ үтеп, ҡыш килде, яңы йыл тыуҙы. 2024 йылдың ғинуар аҙағында районыбыҙҙың үҙәкләштерелгән китапханаһында китабымдың исем туйын үткәрмәксе булдылар. Һүҙ, ғөмүмән, ижад, әҙәбиәт тураһында барһын, тип осрашыуға үҙҙәре ҡәләм тирбәткән ижадсыларҙы ғына йыйырға һөйләштек. Күптән килергә теләге булған Күгәрсен районы ижадсыларын да саҡырҙылар. “Апай, һине фәлән сәғәттә инеп алырмын”, – тип Илнур бер көн алдан уҡ шылтыратты. Үтәғол ауылы китапханасыһы Фәүзиә Йосопова – шағирә, Иҙәш китапханасыһы Зифа Ишмырҙина – прозаик – күптән күнегелгән ғәҙәт буйынса, дүртәү сығырға тейеш инек. Һөйләшелгән ваҡытта Илнур килеп тә етте. Фәүзиә Зифалар янында төшөп ҡалған. Шунда барышлай һөйләшеп алдыҡ.
– Донецкиға яҙыусылар төркөмө барырға йыйына икән, – тине Илнур. – Тәнзилә Дәүләтбирҙина (Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары) шылтыратҡайны, мин вахталамын, тип алданым да ҡуйҙым.
– Нишләп алданың инде? Донецк өлкәһенә барып, ҡасандыр атайым да фашистарға ҡаршы алышып йөрөгән урындарҙың, совет кешеләре күпме көс түгеп һуғыш яраларын уңалтҡандан һуң, йәнә ҡыйралғанын үҙ күҙҙәрем менән күрергә ынтылһам да, минең кеүек өлкән йәштәгеләрҙе ундай хәүефле сәфәрҙәргә алғылары килмәй ине.
– Унда үҙем юлланырға йыйынам. Оборона министрлығы менән контракт төҙөшкәнмен инде, – тине Илнур ябай ғына итеп. Шунан, гүйә, ут эсенә түгел, ә вахтаға йыйынған һымаҡ, донъя мәшәҡәтенә күсте. – Дилбәргә ауырға төшмәһен тип, ваҡ малды кәметергә ине лә, ҡыш уртаһында ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай.
Уның был ҡарарына аптыраманым. Мостай Кәримдең “Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн – мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғырын, фронтовик шағирҙарҙың әҫәрҙәрен ятлап, һуғыш тураһында кинолар ҡарап үҫкән, “Вставай, страна огромная” тигән йыр һәр бер күҙәнәгебеҙҙә һаҡланған кешеләр беҙ. Бөйөк Ватан һуғышы беҙгә аң хәтере менән генә түгел, ҡан, тән хәтере менән дә күсә килә. Һәр бер аят, ҡорбан аштары “Илдә тыныслыҡ булһын. Батшалар бер-береһе менән татыу йәшәһен” тигән теләк менән тамамланғанын тыуа-тыуғандан ишетеп үҫкәнлектән, һуғыштың гелән янда ғына йөрөгәненә күнгәнбеҙ.
Гел ҡәләм тирбәткән, ижад иткән кешеләр генә йыйылғанға күрәме, осрашыу ныҡ йәнле булды. Берәм-берәм һүҙ алып, һәр кем үҙенең ижад емештәре, ниәт-хыялдары тураһында һөйләй торғас, сират оҙон өҫтәлдең арғы яғында ултырған Илнурға барып етте. Ул да биләмә башлығы булып эшләгәндәге ҡыҙыҡтары хаҡында һөйләп, ауыл тормошо тураһында әҫәр яҙырға йыйыныуын әйтте, киләсәгендә бер ниндәй ҙә фажиғәле һиҙемләүҙәр юҡ кеүек ине. Һүҙен йомғаҡлап, ул: “Гөлсирә апай Рәсәйҙең үҙаллылығына, иркенә, уның яуызлыҡҡа ҡаршы тороп, халҡыбыҙҙың ҡиммәттәрен һаҡлай алырына ышанмай ине. Мин уның менән бәхәсләшмәй генә тыңлай торғайным. Тик илебеҙҙең яуызлыҡ алдында тубыҡланырына бер ваҡытта ла ышанманым”, – тине. Башҡаларға был һүҙҙәре аңлашылмағандыр, моғайын, хатта иғтибар ҙа бирмәгәндәрҙер. Ә мин уның нимәгә ишара яһағанын аңланым, әлбиттә.
Был йылдарҙа беҙ донъяла барған хәлдәр – русса әйтһәк, геополитика – тураһында күп һөйләшә торғайныҡ. Беҙҙең Рәсәйҙән тороп фекер йөрөткәндә генә планетабыҙ ҙур, ресурстар мул һымаҡ тойола. Ә Көнбайыш Европа күҙлегенән донъяның ни тиклем тар, Африка күҙлегенән ни тиклем ярлы икәнен күрәһең. Заманса технологияларҙың һуңғы йылдарҙа хайран ҡалырлыҡ йылдам үҫеше Ер шарын тағы ла ыҡсымлатты, хәрбиҙәр әйтмешләй, дошман ракетаһының алыҫлығы хәҙер ҡул һуҙымына, ә осоп килеү ваҡыты минуттарға тиклем ҡыҫҡарҙы.
Ә инде донъяны “цифр концлагеры”на әйләндерергә ниәтләгән аҡса хужаларынан йәшеренеп, боҫоп ҡалырлыҡ урын ҡалмағанын, уларҙың ҡеүәтен беҙ ковид пандемияһы осоронда бик асыҡ күрҙек. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ генә оноттоҡ та!)
Ул мәлдә Илнур менән глобалистарҙың донъяны тиҙ арала үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртергә тырышыуҙарының сәбәптәре тураһында йыш һөйләшә торғайныҡ. Ялған пандемия ваҡытында Австралия, Канада концлагерға, Израиль тикшерелмәгән вакциналарҙы ҡабат-ҡабат һынау лабораторияһына әүерелдерелгән, ошо фонда трансгендрҙар, трансгуманизм идеялары, телгә алырға ла ерәнгес булған башҡа күренештәрҙең өҫтөнлөк алыуы һәм кешелә кешелекте юҡ итеүҙең йылдамланыуы күҙгә күренерлек артҡайны. Кешелек дошмандарының Жак Аттали, Клаус Шваб кеүек рупорҙары донъяны тиҙ арала бөтөнләй икенсе форматта ҡорасаҡтары тураһында инде һис йәшереп тормай яр һалды. Билл Гейтс вакциналар ярҙамында Ер йөҙөндәге халыҡты нисә процентҡа кәметеп буласағы тураһында фәнни конференцияларҙа һөйләне, тыңлаусылар уны хуплап алҡышланы. Бөтә донъяның башлыҡтары йыл һайын Швабҡа һыйыныр өсөн Давостағы иҡтисади форумға ағылды. Әле Рәсәйҙә иноагенттар тип табылған сәйәсмәндәр, журналистар, яҙыусылар, артистар ул осорҙа телевизор экранынан төшмәй халыҡтың мейеһен ағыулай, бөгөн Израиль гражданы булған Моше Израилевич Чубайс бер аҡсалы урынды талап, икенсе урынға һикереп йөрөй... Аҡылдан шашҡан донъя үҙенең башына үҙе етеп, упҡынға ташланырға йыйынған һымаҡ ине. Бындай шарттарҙа мин Рәсәйҙең донъяны тотош яулап алып барған яуыз көстәргә ҡаршы тора алырына ғына түгел, хатта торорға теләйәсәгенә лә ышанмай инем. Сәйәсмән һәм философ Гейдар Джемал вафаты алдынан, үҙенең һуңғы интервьюһында хафаланыуҙың сигенә етеп: “Был иблис көстәренә мосолман илдәре генә берләшеп ҡаршы тора алмаһа”, – тигәйне. Тик бөгөн күреүебеҙсә, мосолман илдәре яуызлыҡ алдында ла берләшә алманы. МХО бына шундай хәүефле фонда башланып китте. Әле бер кем дә тиерлек быны нисек аңларға, баһаларға белмәгән ваҡытта уҡ Илнурҙың: “Был һуғыш Рәсәй менән Украина, йәки Рәсәй менән НАТО, хатта Рәсәй менән Америка араһында тип уйлау бер ҡатлылыҡ бит. Был һуғыш күпкә тәрәнерәк, – тигәне иҫемдә ҡалған. – Был һуғыш Яҡшылыҡ менән Яуызлыҡ араһында бара”.
Һуңыраҡ бер һөйләшкәндә АҠШ-тың Миршаймер тигән политологының: “Украинала барған һуғышҡа Америка ғәйепле. Беҙ, Советтар Союзы менән бергә Рәсәй ҙә үлде, тип уйлап, ныҡ хаталандыҡ. Рәсәйҙе шул ваҡытта уҡ тотош тарҡатырға кәрәк булған. Путин килде лә уны ҡабаттан терелтте”, – тип һөйләгәнен видеонан күрһәткәс, “Әйттем бит һиңә, апай”, – тип ҡарап ҡуйғаны хәтеремдә.
Илнур һуңғы сығышында бына шул һөйләшеүҙәргә ишаралай ине.
Ни өсөн бөгөн килеп ошоларҙы барлайым? Сөнки Илнурҙың үҙ теләге менән һуғышҡа китеүе күптәрҙе ныҡ аптыратты. Ысынлап та, донъяһы етеш: кәртә тулы мал, баҡса, машина, ҡатыны ла, үҙе лә юғары белемле, тәжрибәле белгестәр, ҡыҙҙары юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙе эшкә төшкән. Улдары әлегә эргәләрендә. Өҫтәүенә әҫәрҙәре сығып тора. Яҙыусы булараҡ абруйы үҫә бара. Кинәнеп йәшә лә йәшә, нисәмә йылдар буйы хыялланғаныңса, яҙ ҙа яҙ бит инде.
Әммә ул алдан уҡ был һуғыштың буласағын, унда беҙҙең еңеүебеҙ илебеҙ өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн йәшәү менән үлем кимәлендә мөһим икәнен тойомлай ине. Бер мәл Африканан дуҫтарымдың “Ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ, тик беҙ бында Рәсәйҙең еңеүен теләп даими доға ҡылабыҙ. Беҙҙе бөлдөрҙөләр инде. Әгәр ҙә һеҙ бирешһәгеҙ, кешелек иблис ғәскәренән еңеләсәк” тигән хатын күрһәттем. “Хатта Африкала ла аңлайҙар, ә беҙҙә ҡайһы берәүҙәргә һаман барып етмәй”, – тип әсенеп әйтеп ҡуйғайны.
Кешелек, моғайын, бер ваҡытта ла алдында торған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ҡан ҡойошһоҙ ғына хәл итергә өйрәнә алмаҫ. Ә бөгөнгә донъя карабы глобалистар ихтыярынан ысҡынып, үҙенең иленең һәм халҡының яҙмышын уртаҡлашҡан, кешелек хәүефһеҙлеге өсөн үҙен ҡорбан иткән яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәре, түккән ҡаны, өҙөлгән һеңерҙәре бәрәбәренә ғәҙеллек, яҡтылыҡ яғына табан көскә-көскә боролорға тырышып ятҡан көнө. Һуңғы өс тиҫтәнән ашыу йыл буйы илебеҙгә, үткәнебеҙгә, миллиондарса ғүмер биреп яулаған Еңеүебеҙгә яғылған бысраҡ, әшәкелектәр батырҙарҙың саф ҡаны менән йыуылып төшә. Ныҡ юғары, аяуһыҙ, аяныс юғары хаҡ...
Контрактҡа ҡул ҡуйып, өҫтөнә хәрби кейем кейгән һәм ҡулына ҡорал тотҡан Илнур-Сабит был турала белә ине. Белә һәм үҙе ышанған дөрөҫлөктөң мотлаҡ ғәмәлгә ашырына, илебеҙҙең ныҡлап аяҡҡа баҫырына инанып, әле ҡан ҡойған йөҙәр мең яугиргә арҡалаш, таяныс булып, ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә әҙер ине. Ватанды һаҡлау, яуызлыҡҡа ҡаршы тороуҙы үҙе өсөн намыҫ эше тип ҡуйғанын, был ниәтен күңелендә йылдар буйы йөрөткәнен аңлағайным шунда.
Иҫәнғолдан ҡайтышлай Зифаны төшөрөп ҡалдырғас, Фәүзиә менән мине ҡапҡа төбөмә алып килделәр. “Ҡасан юлланаһың?” – тип һораным машинанан төшкәндә. “Туғандарға әйтеп, хушлашып бөткәнмен. Тик, үс иткәндәй, ныҡ башым әйләнә. Дауаланырға һалып ҡуймағайҙары”, – тине. Был һуғышты уҡып һәм видео ғына ҡарап белгәнлектән: “Кем булып бараһың? – тип һораным. – БПЛА операторҙары күп кәрәк, тиҙәр”. Нишләптер, миңә оператор булыу хәүефһеҙерәк һымаҡ ине. “Мин бит профессиональ водитель, – тине ул. – Шоферҙар ныҡ кәрәк, тиҙәр”.
Әле һаулығын тикшертер, дауаланыр, тип уйланым. Һуңғы тапҡыр күреүем башыма ла килмәне. Өйгә инеү менән интернеттан ни өсөн шоферҙарҙың бик күп кәрәк булғаны тураһында уҡып, эсем янып киткәйне.

***
“Биләмә башлығы булып эшләгәндә, туҡтауһыҙ эш тип сабып, һигеҙ йыл буйы йорт-ҡаралтыны йүнләп ҡарарға форсаты булмағайны. Китергә йыйынғас, өлгөрә алмаҫтай булып, йүгереп йөрөп бөтә нәмәне йүнәтте. Кәртәләрҙе, ҡапҡаларҙы рәтләне, ишек алдында, һарайҙа бөтә ерҙе таҙартты, – тип хәтерләй Дилбәр һылыу. – Башмаҡты һаттыҡ, ваҡ малды әҙәйттек. Беҙҙең тормошобоҙҙо инде тағы нисегерәк еңеләйтергә, тип баш ватҡандыр инде. Бер мәл ҡараһам, миңә мунса тоҡандырырға еңел булһын өсөн күп итеп сыра әҙерләгән. Уларҙы теҙеп һалып, әүеҫләк аҫтында булһа ла, дым тартмаһын өсөн өҫтәренә шыптыр ҡаплап ҡуйған. Резина баллонды ус аяһылай ҡырҡҡылаған, күрһәтә: “Бынауҙы сыра араһына тығып, тоҡандырып ебәрһәң, йәтеш булыр, ләүкеп яныр ҙа китер, – ти. – Ошолар мин ҡайтҡансы етә ул һиңә”. Һыйыр быҙаулағас, безәүкәйҙе мал өйөнә индерергә булдым. Мейесен яғырға сыра тотоп индем дә илап ебәрҙем: усаҡҡа сыра һалып, араһына шул резина киҫәген тығып, утын тултырып, шырпы сыйып тоҡандырырлыҡ ҡына итеп әҙерләп киткән...
Нишләптер 9 майға һуғыштың тамамланырына, үҙенең иҫән-аман ҡайтырына ныҡ ышанды ул. “Мулла олатамдың әруахы ҡурсалай ул мине”, – тип ҡабатлай ине.

***
27 ғинуарҙа таңғы биштә ауылдашы һәм юлдашы Юлай Урманбәтов менән юлға сығалар. 8 февралдә һуңғы тапҡыр ашығыс ҡына бәйләнешкә сыға һәм Авдеевка яғына йүнәлеүҙәрен әйтә.
Украинала Авдеевканы Донбасстың ҡапҡаһы тип иҫәпләйҙәр. Был ҡала Донецкиҙан 22 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Совет заманында уҡ үҙенең Европала иң эреләрҙән һаналған коксохимик комбинаты менән дан алған була. 2014 йылдан алып фронт һыҙығында. Украина хәрби көстәре уны бик ныҡ нығытылған ҡәлғәгә әйләндергән, ер аҫтында күп километрҙарға һуҙылған траншеялар йырылған, бетон менән нығытылған һәм ун йыл буйы унан Донецк, тимер юл үҙәге булған Ясиноватая, Макеевка ҡалаларын һәм тирә-яҡтағы башҡа ҡасаба-ауылдарҙы туҡтауһыҙ ут аҫтында тота. Шуға күрә уны яулау ныҡ мөһим була. Авдеевка өсөн һуғыштар 2022 йылдың февраленән алып барылһа ла, һөжүмдең хәл иткес өлөшө 2023 йылдың октябрендә башлана. 2024 йылдың 31 ғинуарында Рәсәй ғәскәрҙәре баш командующийы В. Путин: “Хәҙер алыштар барған урындарҙағы иң төп йүнәлеш – Авдеевка”, – тип белдерә. Бындағы алышты бөтә донъя күҙәтә. АҠШ-тың Аҡ йорто Авдеевканың бына-бына Рәсәй ғәскәрҙәре ҡулына күсеү ихтималлығынан хафалана һәм Америка конгресын Украинаға өҫтәмә аҡса биреүҙе оҙаҡлатыуҙа ғәйепләй. АҠШ гәзиттәре: “Украина ғәскәрендә боеприпастар етмәй, шунлыҡтан һалдаттар күпләп ҡырыла”, – тип борсола. Украина хәрби көстәре командованиеһы хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булғанын таный һәм иң тәжрибәле частарҙы ошонда ташлауы хаҡында белдерә. Украин һалдаттары алыш зонаһын “Авдеевка тамуғы” тип атай.
Күреүебеҙсә, Илнур Фазлыев менән Юлай Урманбәтов ҡала өсөн барған иң ҡыҙыу, ҡан ҡойошло алыштарға барып юлыға һәм туранан-тура үлемесле ут ҡойоно эсенә атлай. Ҡаланы һәр яҡлап ҙур көстәр менән штурмлайҙар. Авиабомбалар, артиллерия һәм минометтар, танктар, дрондар, ике яҡтан да кешелектең йәнде алыу өсөн уйлап сығарылған бөтә ҡоралдары ҡулланыла – бер ҡарыш, бер ынтылыш, бер аҙым, бер йорт, бер урам өсөн үлемесле һуғыш бара. Ике көн эсендә бер нисә йөҙ метр үтеү ҙур уңыш һанала. Шундай шарттарҙа барған яу һөҙөмтәһендә 17 февралдә таңғы дүрттә Рәсәй Президенты В. Путинға Авдеевканы тулыһынса азат итеү тураһында рапорт бирелә.
Ә Илнур башҡаса бәйләнешкә сыҡманы. “23 февралдә минең тыуған көнөм, – ти Дилбәр. – Нисәмә йыл бергә йәшәп, уның холҡон белеп бөткәнмен: иҫән булһа, нисек тә форсатын табып, мотлаҡ шылтыратыр тип көттөм. Шылтыратманы”.
Артабан – билдәһеҙлек.
Апрель айында уның яуҙашы Юлай Урманбәтовты тыуған ауылы Үтәғолға алып ҡайтып ерләнеләр. Ноябрҙә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юлай Байым улын үлгәндән һуң “Батырлыҡ ордены” менән наградлау тураһында Рәсәй Президенты указы сыҡты. Орденды тантаналы шарттарҙа ҡыҙы Гәүһәргә тапшырҙылар.

***
Кешенең тормошоңда һәм күңелеңдә ни тиклем ҙур урын биләгәнен уны юғалтҡас, йөрәгеңдең ҡанһырап ҡалған сей яраһынан ғына аңлайһың. Беҙ уны ҡыш буйы, яҙ буйы, йәй буйы көттөк. Билдәһеҙлек, сикһеҙ өмөт тулы көндәр, аҙналар, айҙар... “Бәлки, мөғжизә булыр”, – тип ике ил араһында әсирҙәрҙе алмашҡан саҡта телевизорҙан күҙ алмай ҡараныҡ. Бәлки, госпиталдә хәтерен юғалтып яталыр ҙа, бына-бына иҫенә килер тип, өмөтләндек. Әммә, барыбыҙҙы ла хәсрәткә батырып, уның 27 февралдә Донецк Халыҡ Республикаһындағы Ясиноватая районының Северное ҡасабаһы янында (Авдеевканан алты километр) хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғаны тураһында хәбәр килде. 26 декабрҙә үҙе һигеҙ йыл буйы янып-көйөп, ҡолас ташлап, йөҙөп эшләгән ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы алдында уны мәңгелек йортона оҙаттыҡ.
Өҫтәлдә – Рәсәй дәүләт флагы менән ҡапланған табут. Табут алдында – уның портреты. Хәрби кейемдә. Моғайын, был уның һуңғы фотоһылыр. Шундай ҡараш – ундай ҡарашты мин һуғыш аша – Афған, Чечня – үткәндәрҙә, әле яраланып яуҙан ҡайтҡан яугирҙәрҙә күргәнем бар. Алдындағы бушлыҡтың тәрән упҡынына төбәлгән әрнеүле, гүйә, бөтә донъяның хәсрәтен туплаған ҡараш. Моғайын, был фотоға төшкәндә Илнур әле яуҙа булып өлгөрмәгән, әммә йәне-тәне менән ул инде ҡанлы һуғыш эсендә, уның барлыҡ вәхшәтен, дәһшәтен тоя... Һәр күҙәнәге менән тоя һәм күңел күҙе менән күрә, сөнки ысын яҙыусыға күрәҙәлек хас. Донъялыҡтың ҡанундарын, кешеләрҙең күңелдәрен тойоу, тәҡдирҙәрҙе алдан күреү, кешеләрҙе һәм ваҡиғаларҙы үҙенең йөрәге аша үткәреү һәләте. Ул һуғыштың ҡорошторғос һулышын тоя, тик бер ниндәй шарттарҙа ла ниәтенән ҡайтып артҡа боролмаясаҡ. Уның ошо әсенешле ҡарашында бурыс, выждан, һөйөү һәм мәрхәмәт менән тоғролоҡ хаҡына һөйгәненең, әсәһенең, балаһының исемен эстән ҡабатлап, үлемесле ут ҡойонона атлаған меңәрләгән яугиребеҙҙе күрҙем: “Тыуған илем, халҡым хаҡына”...
“Уны бөтә районыбыҙ менән көткәйнек, өмөтөбөҙ аҡланманы”, – тине район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов бәхилләшкәндә. Тәрән, әсенешле үкенес менән әйтте. Илнурҙың үҙенә кәңәшсе лә, таяныс та булғанын һөйләне, бергә эшләгән ваҡыттарын һағынып хәтеренә төшөрҙө. Ул һөйләгәндә был тормоштағы бер сәйер үҙенсәлек тураһында уйланым: кеше йәшәгәндә ни тиклем һәйбәт булһа, күпме яҡшылыҡ эшләһә, күңелдәрҙе яҡтыртһа, вафаты менән шундай уҡ дәрәжәлә хәсрәткә батырып, әрнетеп, юйылмаҫлыҡ йәрәхәт һалып китә. Үкенес ҡалдырып китә. Илнурҙы оҙатырға килгән кешеләргә ҡарап, унан өмөтләнеп яңы әҫәрҙәр көткән һәм әле мәхрүм булып ҡалған меңәрләгән уҡыусыларын күҙ алдыма килтерҙем...
Һуңғы юлға оҙатҡанда рухи туғаныма әйтергә теләгән, әйтергә тейеш булған, күңелемдә йөрөткән һүҙҙәремде әйтә алманым, илай башлармын да, туҡтай алмаҫмын тип ҡурҡтым. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ауыр хәбәрҙән һуң билдәһеҙлек эсендә нисәмә ай ут йотоп йәшәгән әсәһе – туҡһан бишен ҡыуған Гөлшат апай... Ғәзизе алдындағы һуңғы бурысын иренә лайыҡ булырлыҡ итеп теүәл үтәр өсөн бөтөн тәҡәтен туплаған ҡатыны Дилбәр һылыу... Күҙендә мөлдөрәп торған әсе һағышын керпектәре менән ҡаплап, ҡарашын аҫҡа текләгән аяулы ҡыҙы Динара... Атай наҙының, ҡурсыуының ҡосағында иркә генә булып үҫеп килгән, быуындары нығынырға ла өлгөрмәгән, етемлектең әрнеүле асылынан ап-аҡ булып көшмөрәп ҡатып ултырған яңғыҙ улы Ғәлим... Уларҙың ҡайғыһына үҙемдең әсенешемде өҫтәү мәрхәмәтһеҙлек булырын тойҙом. Ә башымда – 29 ғына йәшендә Ватан һуғышында һәләк булған Мәлих Харистың шиғыр юлдары:
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яуланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.
Һигеҙ тиҫтә йыл элек яҙған, ә бөгөн генә яҙылып, хатта ҡараһы ла кибеп өлгөрмәгән һымаҡ! Ниндәй аяныслы: тарих йәнә ҡабатлана...

***
Кис һайын мал-тыуарҙы бикләгәс, өйөмә арҡа терәп эскәмйәгә ултырам да, эңер төшкәнен көтөп, ауылға ҡолаҡ һалам. Аҙашып ҡалған кәзә-һарыҡ тауыш бирә, урман яғынан һуңға ҡалған машина-трактор ҡайта, ҡайһы берҙә мәсеттә киске аҙан тауышы яңғырай. Эңер ҡараңғылығы ҡуйырғандан-ҡуйыра. Бына бер мәл күршеләрҙең өйө ҡаршыһындағы бағанала ут тоҡана. Ут ҡулсаһында керпек ҡаҡҡан мәлдә генә Илнурҙың йылмайған йөҙө шәйләнеп китә. Беҙҙең ауыл осо урамындағы бағаналарға ла яҡтылыҡ килтереүенә ҡыуанып, электриктар эргәһендә йөрөгәндәге һымаҡ балҡыу сағы. Тәүлектең ана шул ҡыҫҡа ҡына миҙгелендә үлемдең юҡлығын, донъяның бындағыға һәм тегендәгегә бүленмәйенсә, бер-береһенә күҙгә күренмәҫ ептәр менән сырмап бәйләп ҡуйылғанын айырым асыҡ тоям... Был бәйләнештең мотлаҡ барлығын унһыҙ ҡалған донъя туҡтауһыҙ дәлилләй. Әле уның романының руссаға тәржемәһе әҙерләнә. Ә нисәмә йылдар буйына уйында йөрөткән тағы бер күркәм хыялын ауылдаштары тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Иҙәш халҡы өмә яһап, ауылдың осонда, ҡасандыр Илнур уҡытҡан мәктәп ҡаршыһында, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап, ошо Еңеүҙе фронтта ла, тылда ла яҡынайтҡан аҫыл заттарға арнап күп итеп емеш ағастары ултыртты.
Дилбәре менән балалары уның менән ҡорған бәхетле тормоштарының, ҡотло донъяларының йылыһын һаҡлай. Өйҙәрендә, һәр ваҡыттағыса, йылы, бөхтә. Тәмле ризыҡ. Муллыҡ. Ихатала алмағастар шау сәскәлә. Ҡаҫмарт буйында үҫкән муйылдарҙың хуш еҫен һулап туйғыһыҙ.
Һөйөү менән тоғролоҡ – фанилыҡ менән баҡыйлыҡты тоташтырған ошо тойғолар Илнур-Сабит Фазлыев һымаҡ саф йөрәкле фиҙакәрҙәр арҡаһында һаман бүҫкәрмәй, йәшәйеште ҡотҡа сумдырып тора булыр.

Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 5-се һанында баҫылып сыҡты).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас