Бөтә яңылыҡтар

Урау-урау юлдарҙан... Ҡаршылыҡтар аша...

Йөҙ йыл. Кеше ғүмере аршыны менән үлсәһәң, әлеге һан күп – үҙе бер быуат. Был йәшкә етеүселәр бик һирәк булғанлыҡтан, берәйһенә шунса йәш тулыуын белһәң, аптырап та ҡалаһың, хатта мөғжизә һымағыраҡ та ҡабул ителә. 2019 йылдың етенсе ноябрендә арабыҙҙан киткәндә Талха Ғиниәтуллинға туҡһан дүрт йәш ине. Үҙе әйтмешләй, был гонаһлы донъяла оҙаҡ йәшәне. Ошо көндәрҙә паспорты буйынса уға йөҙ йәш тулған булыр ине. Паспорты буйынса, тигәнем шунан: 1926 йылда тыуһа ла, һуғышҡа барып өлгөрәйем, тип метрикаһын силсәүиттә бер йәшкә өлкәнәйтеп “төҙәттереп” алған...

Әлбиттә, бәхетһеҙ ғүмер кисергән, тип әйтергә тел әйләнмәй. Ул йәшкә етеү, етә алыу – үҙе бәхет. Ыуыҙ малай сағында үкһеҙ етем ҡалып өләсәй ҡулында тәрбиәләнеү, быуындары ҡатмаған көйө колхоз эшенә егелеү, ФЗО-ла уҡыу, завод, ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа эләгеү (ниһайәт, хыялы тормошҡа аша!), һуғыштан һуңғы йылдарҙа төрлө төҙөлөштәрҙә, заводтарҙа тир түгеү, оҙаҡ йылдар фатирһыҙ интегеү, дөйөм ятаҡ тормошо, ижад кешеһе өсөн иң аяныслыһы – тәүге әҫәрҙәрен оҙаҡ йылдар дауамында баҫтыра алмау – ул үткән оҙон юл. Эйе, йәшлеге ауыр йылдарға тура килә, үҙ быуыны күргәнде ул да күрә, әммә байтаҡ йылдар аралашып йөрөгән саҡтарҙа уның үҙенең яҙмышынан зарланғанын бер ҙә ишетмәнем. Киреһенсә, ауыр тормош сөңгөлдәренән имен-аман сығыуын, бигерәк тә һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта алыуын, хатта бөттөм, үлдем тигән осраҡтарын һөйләгәндә лә хәбәрен гел “повезло”, Аллаһ Тәғәлә аралағандыр, мин етемде йәлләгәндер, тигән һүҙ менән ослай торғайны. Тик мин, Назар Нәжмисә әйтһәк, “бөтәһе лә һуңлап килгәнен”, ләкин шул һүҙҙе әйтеп бөтөрмәгәнен самалай инем. Үҙе әйтмешләй, ғүмер буйы үҙен ҡурсалап йөрөткән фәрештәһенең яҙатайым ишетеп ҡалыуынан ҡурҡҡандыр, тип уйлайым.
Тәүге хикәйәһе (“Айыу таш”) утыҙ алты йәшендә генә донъя күрә, беренсе китабы (“Рябиновая гора”) ҡырҡ дүрт йәшендә нәшерләнә, иң көслө әҫәрҙәренең береһе булған “Атака” повесы яҙылғандан һуң ун биш йыл үткәс кенә баҫыла. Унда ла ныҡ мөнтәлеп – текстан бер нисә ҙур абзацты, бер персонажды бөтөнләй алып ташлайҙар (хужалыҡ взводында хеҙмәт иткән, шул арҡала гел генә ылауҙа йөрөгән, ялан кухняһы тирәһендә уралған персонаж соцреализм методына тоғро әҙәбиәт чиновниктарына, әлбиттә, оҡшамай, уларға мотлаҡ “ура” ҡысҡырып дошман окобына ырғыған алғы һыҙыҡтағы герой һалдат кәрәк). Берәү булһа, минән яҙыусы килеп сыҡманы, мин, бәлки, ысынлап та, һуғышты дөрөҫ күрһәтмәйемдер, ысын һуғыш икенсе төрлө булғандыр, тип башҡаса ҡәләмгә тотонмаҫ та ине. Ә юҡ, ул серәшеп яҙыуын дауам итә. Сөнки ҡасан да булһа яҙмаларының әҙәбиәткә “кәрәк буласағына” ышана. Әлбиттә, икеләнә, журнал редакцияларында, хатта ул баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре, урынбаҫарҙары – фронтовик яҙыусылар кире ҡағып ултырғас, нисек икеләнмәһен! Шулай ҙа үҙенең әҫәрҙәренә “көн” килеренә өмөт менән йәшәй. “Атака” “Знамя” журналында сыҡҡас ҡына (1982 йыл, яҡташыбыҙға илле ете йәш) уға иғтибар итәләр. Эйе, “Атака”ның һөжүме, ниһайәт, уңышлы тамамлана, ошонан һуң яҙыусының хикәйә, повестары, башлыса һуғыш тураһындағылары ҡалын әҙәби журналдарҙа даими күренә башлай. Әҙәби тәнҡит тә үҙ һүҙен әйтә бара, уҡыусылар ҙа йылы ҡабул итә. Һөҙөмтәлә хәрби темаға арналған әҫәрҙәре менән ул “һалдат прозаһы”ның күренекле вәкиле булараҡ ҡабул ителә. Яҡташыбыҙ, үҙе әйтмешләй, һуңлап булһа ла әҙәбиәт олимпына күтәрелә.
Ошо урында, оҙаҡ йылдар дауамында яҙыусының әҫәрҙәре донъя күрмәүенең төп сәбәбе нимәлә булған һуң, тигән тәбиғи һорау тыуа. Миңә ҡалһа, һуғышты бар дөрөҫлөгөндә, бар яланғаслығында, нисек булған – шулай күрһәтеүендә, бәләкәй генә еңеүҙе лә күп ҡорбандар, оло юғалтыуҙар биреп яулауыбыҙҙы, ябай һалдаттың эске кисереш, икеләнеү, ҡурҡыу тойғоларын реаль картиналарҙа тасуирлауында, массовый героизм юҡлығында. Айырым һалдат быны аңлаһа ла, рәсми сәйәсәт, еңеүселәр идеологияһы быны ҡабул итмәне, итергә теләмәне, һөҙөмтәлә еңеү эйфорияһы оҙаҡ йылдар дауам итте, ә шул еңеүгә килтергән ауырлыҡтар, миллион-миллион ҡорбандар аша килеү тураһында һүҙ булманы, булһа ла, йәйә эсендә генә әйттек. Йәмғиәттәге был алдаҡты фашлау өсөн сирек быуатҡа яҡын ваҡыт кәрәк булды – беҙ еңеүҙе һуғыш бөтөп егерме, егерме биш йыл үткәс кенә тейешле кимәлдә байрам итә башланыҡ. Әлбиттә, совет, Рәсәй прозаһында бер Талха Ғиниәтуллин ғына дөрөҫөн яҙҙы, тип аңларға ярамай, һуғышты нисек булған, шулай күрһәткән башҡа әҙиптәр ҙә булды, әммә улар ҙа әлеге тирмән ташына эләгеп, әҫәрҙәре бик һуңлап, йәмғиәткә “йылыныу” осоро килгәс кенә баҫылды.
Талха Ғиниәтуллин прозаһы беҙгә лә бик һуңлап – үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башында ғына ныҡлап “ҡайтты”. Уның башҡорт әҙәбиәтенә ҡайтыуының тәүге һуҡмағын буласаҡ билдәле прозаик, ул саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләгән Рәшит Солтангәрәев һала. Ул яҡташыбыҙҙың “Буян” тигән хикәйәһен тәржемәләп, “Башҡорт аты” исеме аҫтында 1970 йылда гәзиттә баҫтырып сығара. Әлеге хикәйәнән тыш, ул әҙиптең йәнә ҙур булмаған бер нисә хикәйәһен тәржемәләй. Улары ла республика матбуғаты биттәрендә донъя күрә. Был изге эшкә торараҡ Фәрит Иҫәнғолов та ҡушыла – ул Талха Ғиниәтуллиндың “Мәтрүшкә еҫе” тигән хикәйәһен 1976 йылда “Ағиҙел” журналында баҫтыра. Мин үҙем әлеге әҫәрҙе нисәнсе йылдалыр тап “Ағиҙел”дә уҡығайным да. Хикәйә лә, тәржемәһе лә шәп булыуы менән иҫтә ҡалған. Мин уны яҡташ яҙыусының тәүге башҡортса китабына ла (“Тыуған тупһа янында”, Өфө, “Китап”, 1994) индерҙем. Әйткәндәй, әлеге йыйынтыҡта шулай уҡ Әмир Гәрәев тәржемәләгән “Сынығыу” исемле хикәйә лә бар.
Белеүемсә, атаған ошо хикәйәләрҙән һуң Талха Ғиниәтуллиндың ижад емештәре беҙҙең матбуғатта байтаҡ йылдар күренмәне. Һәр хәлдә, мин белмәйем, осратманым. Алда әйткәнемсә, үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башында уның “Вот кончится война” тигән китабына (Москва, Изд. “Правда”, 1988) осраҡлы рәүештә генә юлығып, бән фәҡирегеҙҙең тәржемәләре арҡаһында Рәшит Солтангәрәев башлаған “эш” ялғанып китте – яҡташыбыҙҙың байтаҡ хикәйә, повестарын даими рәүештә тәржемәләп, уларҙы республика баҫмаларында, башлыса, “Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре биттәрендә, унан “Китап” нәшриәтендә өс йыйынтығын сығарыу насип булды (“Тыуған тупһа янында”, 1994, “Тауҙар артында ниҙәр бар”, 1997, “Һин аҡ ҡайын янында тора инең...”, 2007). Дүртенсе тәржемә китабы, бәлки, аталған өсәүһенә ҡарағанда иң күләмлеһелер, күптән нәшриәткә тапшырғанмын. Берәй заман уныһы ла донъя күрер, тигән өмөтөм бар. Бынан тыш, “Китап” нәшриәтендә яҙыусының рус телендә “Загон” (2004), “Красная поляна” (2008), “Одинокий дом в тумане” (2010) тигән китаптары, үҙ ҡулдары менән тапшырып өлгөргән биш томлығының өс томы сыҡты. Ҡалған икәүһе лә нәшерләнер, тигән ышаныстамын. Йыйнап әйткәндә, Талха Ғиниәтуллин прозаһы беҙҙең әҙәбиәткә, башҡорт әҙәбиәтенә лә, рус телле әҙәбиәткә лә ҡайтты. Быға ҡыуанырға кәрәк, башҡорт әҙәбиәтенең талантлы әҫәрҙәр менән байыуына ҡыуанырға кәрәк.
Рәшит Солтангәрәевтең Талха Ғиниәтуллинға етмеш йәш тулыу айҡанлы яҙған мәҡәләһендә (“Ағиҙел”,1995, №5) ошондай һүҙҙәр бар: “... мине уның оҫталығы һоҡландыра. Эйе, прозаның ысын оҫтаһы ул. Хатта бына мин, әҙәби ижадта үҙемсә ярайһы тәжрибә туплаған кеше лә, китаптарын уйлап сығарылған әҫәр итеп түгел, ә ысын итеп, тормоштан күсереп яҙылған хәлдәр итеп ҡабул итәм. Сөнки авторҙың ышандырыу көсө ҙур. Был, берҙән, оҫталыҡтан килһә, икенсенән, яҙыусының яҙған материалын шул тиклем ныҡ белеүенән килә. Әҫәрҙәрендә бер ниндәй биҙәкләү, яһалмалылыҡ юҡ, ысын итеп һүрәтләй ҙә ҡуя. Минең ҡарашымса, бындай прозаик милли әҙәбиәттәрҙә генә түгел, хатта бөгөнгө рус әҙәбиәтендә лә һирәк...”
Хаҡ һүҙҙәр. Яҡташыбыҙ ижадына ҙур баһа.
Оҫталығынан һәм яҙған материалын ныҡ белеүҙән тыш, әҙип ижадының йәнә бер үҙенсәлеге бар. Ул – ихласлыҡ. Уның прозаһы күңелдәргә май булып яғылырлыҡ ихлас, ышандырғыс, тәбиғи, унда эстет булып ҡыланыу, юғары материялар тураһында аҡыл һатыу юҡ, әҙип ябай ғына, ҡәҙимге көндәлек ваҡиғаларҙан тәрән фекерле, шул уҡ ваҡытта тормошсан әҫәрҙәр ҡоя ла ҡуя. Уларҙа геройҙарҙың психологик кисерештәре – уйланыуҙар, икеләнеүҙәр, сағыштырыуҙар күп, геройҙар тап реаль тормоштағыса йәшәй. Әҙип өсөн һәр персонаж – үҙе бер донъя, ҡабатланмаҫ донъя, ул үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле менән көн итә. Шуға ла уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йөҙө, үҙ характеры, индивидуаль һыҙаттары бар.
Үҙе лә ябай халыҡ араһынан сыҡҡан әҙип булараҡ, ул, башлыса, ябай кешеләр – малсылар, көтөүселәр, механизаторҙар, старателдәр тураһында яҙҙы. Был социаль ҡатлам кешеләренең тормош-көнкүрешен, проблемаларын белеп, күреп, аңлап, хатта кисереп, эсенә кереп яҙҙы, шуға ла уның ауыл, уның кешеләре тураһындағы хикәйә, повестары, алда әйткәнемсә, тормошсан булыу менән бергә бик ихлас һәм дәүер картинаһын бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтыра.
Яҙыусының хәрби прозаһы шулай уҡ бик ерлекле, хатта натуралистик яланғас. Уларҙың күпселеге, әҙип үҙе әйтмешләй, “пехтура” (пехота), йәғни окоптағы һалдат хаҡында. 1943 йыл башында хеҙмәткә алынған, ун һигеҙе лә тулмаған үҫмер һуғыштың бөтә әсеһен-сөсөһөн күрә. Ярым ас йөрөү, даими йоҡо бөтмәү, йыш ҡына командирҙарҙан туҡмалыу (һуңынан уларҙың был ҡылығын, йоҙроҡ ярҙамында улар беҙҙән малайлыҡты сығарып, ысын һалдат яһаны, тип аҡлаясаҡ) йәш кеше өсөн әллә ни ауыр ҙа булмағандыр, эшләп үҫкән ауыл малайына физик күнекмә генә, ә бына фашистарҙың йыртҡыслығын, ҡан, мәйеттәр, иптәштәренең үлемен, ауыл, ҡала харабаларын күреү, һөжүм ваҡыттарында пулемет, автомат утына ташланыу һәр нәмәне йөрәгенә яҡын алып өйрәнгән малай психологияһына ныҡ тәьҫир итә. Һуғыштан ул тәне лә, йәне лә яраланып ҡайта, оҙаҡ йылдар дауамында алған контузияһы менән йонсой, депрессия кисерә. Етмәһә, 1945 йылда, һуғыш бөткәс, ул хеҙмәт иткән 17-се гвардия кавалерия дивизияһын Германиянан Көнбайыш Украинаға күсерәләр. Бында бандеровсылар менән ҡаты алыштар барған була. Уларға частан сығырға рөхсәт итмәйҙәр, әммә урманға утын йыйырға, күрше хуторҙарҙағы ҡыҙҙар янына барған күп һалдаттар “хәбәрһеҙ” юғала. Эҙләргә сығалар – урындағы халыҡ күрмәмеш тә белмәмеш, ә төнөн шул кешеләр ҡорал тотоп йәнә совет һалдаттарын үлтереп йөрөй...
Яҙыусы 1948 йылда ғына демобилизацияға эләгә.
Әгәр һуғышҡа бармаһам, моғайын да, яҙыусы була алмаҫ инем, тигән фекерҙә булды Талха Ғиниәтуллин. Бер уйлаһаң, ғәжәп тә, парадоксаль да фекер. Тимәк, һуғыш уға тема биргән, материал биргән, һуғышта күргән-кисергәндәр ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән. Биш йыл ут эсендә йөрөгән фронтовик ер йөҙөндә тағы ла һуғыш уты тоҡанмаһын өсөн үҙенең күргән-кисергәндәрен йәш быуынға яҙып ҡалдырырға кәрәклеген аңлаған. Сөнки, тип уйлаған ул, ваҡыт үтеү менән беҙҙең изге һуғышты онотторорға, икенсе төрлө итеп күрһәтергә тырышыусылар мотлаҡ табыласаҡ, шуға ла тере сағыбыҙҙа беҙ уны ҡағыҙға теркәп ҡалдырырға бурыслы. Беҙ бөгөн Украинала, Европала, АҠШ, башҡа илдәрҙә ошо сәйәсәт алып барылғанын, был сәйәсәттең дәүләт кимәлендә пропагандаланғанын, беҙҙең фашизмды еңеүҙе кешелек хәтеренән юйырға тырышҡан сәйәсәтте күрәбеҙ түгелме? Тап шулай.
Талха Ғиниәтуллин һуғышы үҙенә башҡа, уның һуғышы еңеүле аҙымдарҙан тормай, уның һуғышы, башлыса, ябай һалдат эсендәге уй-кисерештәрҙә. Айырым бер һалдат полк, дивизия, армия масштабында фекер йөрөткәндә, бархандағы бер ҡом бөртөгө, әммә шул уҡ сүллек бихисап ҡом бөртөктәренән торған һымаҡ полк, дивизия, армия айырым һалдаттарҙан йыйыла бит. Уларҙың берәүһен, икәүһен, йәки отделениены, взводты, ротаны биләгән участкаһынан алып ҡара, тотҡан оборона һыҙығы йәки һөжүмгә күтәрелгән аралыҡ яланғасланасаҡ. Шуға ла әҙип һуғыштағы ябай һалдат ролен күтәрергә, мандатын киңәйтергә тырыша һәм һәр еңеүҙең, бәләкәйме ул, ҙурмы, уңыш йәки уңышһыҙлыҡ тап әлеге һалдат эшмәкәрлегенән тора, тип раҫлай.
Әҙиптең хәрби повестарын журнал редакцияларының кире бороуының төп сәбәбе тап шунда ла – улар окоп дөрөҫлөгөн, ябай һалдатты алғы планға сығарыуҙы ҡабул итмәне. Ҡайҙа беҙҙең офицерҙар, генералдар, уларҙың тактикаһы, стратегияһы, көр тауышлы бойороҡтары? Улар булмаһа, беҙ нисек алға барҙыҡ та, нисек еңеү яуланыҡ һуң? Һалдат эргәһендә ярылған мина, снарядтан, осҡан пулянан ҡурҡып окоп төбөнә һылаша икән, улар уйынса, ул насар һалдат, ул икеләнеүҙе, ҡурҡыуҙы белмәҫкә тейеш, сөнки коммунистар партияһы шулай ҡуша. Тимер логика. Тап шул сәбәптән Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре, алда әйткәнемсә, байтаҡҡа һуңлап, урау-урау юлдар, йылдар үтеп донъя күрә.
Талха Ғиниәтуллиндың хәрби прозаһы (“Каска”,”Һуғыштағы йөҙ аҙым”, “Мина яланында”, “Ҡурҡыу”, “Бына һуғыш бөтһә...”) әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт белгестәре тарафынан бик йылы ҡабул ителә. “Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡтарында, “Красная звезда”, “Советский солдат” гәзиттәрендә, хатта сит илдәрҙә рус телендә сығыусы матбуғат сараларында, әҙәби журналдарҙа үҙенең әҫәрҙәре менән бер рәттән рецензиялар, мәҡәләләр баҫыла, исем-шәрифе башҡа фронтовик яҙыусылар исем-шәрифе менән бер рәттән күп милләтле Бөтә Союз, Рәсәй әҙәбиәте контексында яңғырай башлай.
Талха Ғиниәтуллин әҙәбиәтебеҙҙең бәхете ул. Прозабыҙҙың сифат кимәлен бер баҫҡысҡа күтәреүсе, офоғон киңәйтеүсе, уны яңы геройҙар, яңы формалар, яңы алымдар менән байытыусы интеллектуаль яҙыусы. Ул беҙгә юғары художестволы әҙәбиәт нисегерәк булырға тейешлеген күрһәтеүсе өлгө, ориентир...

P.S. Яҙыусы ғүмере, башлыса, Мәскәүҙә үтте. Баш ҡалала йәшәй башлауының тәүге йылдарында ул, белеүемсә, бигүк ҡайтмай. Һуңғы ярты быуат ғүмере, һәр хәлдә, шуның яртыһы, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклемге миҙгеле тыуған ауылы Ураҙҙа үтә торғайны. Быныһына инде үҙем шаһит. “Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡайтыу тураһында уйлай башлайым, – тигәне хәтерҙә. – Мин Яйыҡ буйында йөрөр, Ирәмәлгә ҡарар, Ғәйбәт тауына, Мышағырға, Өсҡолонға күтәрелер, Көмөшәй йылғаһына барыр өсөн ҡайтам. Ауылымдың тирә-яғын байҡау, бала саҡ хәтирәләренә бирелеү, атай-әсәйем ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу миңә бөткөһөҙ көс, күңелемә ләззәт, рәхәтлек бирә, мин бында ысын мәғәнәһендә тереләм, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлайым...”
Һәр башҡорт һымаҡ, ул тәбиғәт балаһы ине.
Бөгөн уҡыусыға тәҡдим ителгән “Миләшле тау” йәки “Миләштау” (“Рябиновая гора”) тигән хикәйәһен әҙип ҡырҡ йәштәр тирәһендә, Ураҙға ҡайтып, бала сағы үткән ерҙәрҙә йөрөгәндән һуң тыуған тәьҫораттар нигеҙендә яҙған. Хикәйә шул исем аҫтында сыҡҡан тәүге китабына ингән. (Москва, Изд. “Советский писатель”, 1969). Икенсе китабында ла бар (“Айыу-таш”, Москва, Изд. “Советская Россия”, 1975). Уның тыуған ауылы тирәһендәге тәбиғәтте нисек һағынып ҡайтыуы, бала саҡ хәтирәләре менән бөгөнгө көн ысынбарлығын сағыштырыуы, асылда ике дәүер, ике ваҡыт, хатта ике кешенең эске донъяһын параллель һүрәтләүе ҡыҙыҡ, ул хәс тә натуранан төшөрөлгән картина. Һүҙ менән яҙылған был картинала күпме һағыш, ностальгия бар, үткән ғүмерҙең бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын аңлау, үкенес бар. Ҡасандыр кендеге ҡырҡылған ергә бәхетле бала сағы өсөн бөтмәҫ рәхмәте лә, ата-әсәһенә бирә алмаған, биреп өлгөрә алмаған ҡәҙер-хөрмәте лә бар...

Әмир ӘМИНЕВ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 4-се һанында донъя күрҙе).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас