Тәтешле районында, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фәнис Хөсәйеновтың тыуған ерендә, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса Милли йәштәр театры тарафынан ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән” спектакле уҙҙы.
Тамашаға был юлы Фәнистең әсәһе Фәриҙә ханым менән яугирҙың бәләкәс ҡыҙы Әминә лә килгәйне. Өләсәһе әйтеүенсә, ҡыҙсыҡ атаһын уйнаған актер Байегет Мөхәрләмовты күреп сәхнәгә уҡталған.
“Саҡ тотоп ҡалдым”, - ти Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы.
“Әминә спектаклдән һуң ярты сәғәт Фәнис булып уйнаған Байегетте муйынынан ҡосаҡлап тик торҙо. Атаһы тип күрҙеме... Ҡыҙҙа атай ҡаны, иҫ киткес шәп, зирәк, теремек бала, күҙ теймәһен. Уға исемен Фәнис үҙе ҡушҡан.” - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты пьеса авторы Мөнир Ҡунафин.