Бөтә яңылыҡтар

БАЛЫҠСЫ ҺӘМ ҺУНАРСЫ

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, милли көрәш батыры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең атаһы Ғаззали Үтәшев хаҡында ҡыҙы Фәриғә Күсәкованың хәтирәләре. 

БАЛЫҠСЫ ҺӘМ ҺУНАРСЫ
БАЛЫҠСЫ ҺӘМ ҺУНАРСЫ

Атайымдың тағы ла бер һөнәрен телгә алмау яҙыҡ булыр – ул оҫта һунарсы ла ине. 1948-се йылдың ҡышында, мылтыҡһыҙ-ниһеҙ биш бүре алған. Һунарға бәйле мажаралары ла етерлек. Бына шуларҙың бер нисәүһе. “Охотсоюзда” ағза булып тора һәм билдәләнгән күләмдә һалымын түләп, тире тапшырыу (ҡуян, төлкө, бүре тиреләре) буйынса заданиеһын үтәп барған. Башмаҡ хәтле ике бүре алғыр эттәре (волкодав) булған. Ҡышҡы һалҡындарҙа иртә таңдан, эттәрен эйәртеп, йәйәүләп сығып китә ине, тип хәтерләй торғайны, әсәйем.

Бер ваҡыт шулай, бер бүрене ҡыуып килә торғас, эттәре ҡамап ала, көҙ көнө була был хәл. Эттәр бүре менән алыша, атайым да урталарында йөрөй һәм нисектер уңайлы мәлен тура килтереп, бүренең елкәһенән эләктереп алыуы була, бүре һыуға һикерә, атай ҙа бүрене ысҡындырмай, елкәһенән матҡып тотҡан килеш һыуға һикерә һәм шулай бергә йөҙөп китәләр ҙә, атайым уны һыуға батырып, тонсоҡтороп үлтерә.

Икенсе бер осраҡта атай һунарҙа йөрөй, Балкан исемле эте алдан бара, шулай бара торғас, йүгереп ағас араһына инеп китә, күп тә үтмәй, мылтыҡ тауышы ишетелә, атай йүгереп барһа, Балкан үлеп ята, эргәһендә мылтыҡ тотоп ике урыҫ йөрөй. Атай килгән ыңғайына тегенең мылтығын урталай һындырып ырғыта ла, икеһен дә ауылға алып килеп, контораға индереп, акт төҙөтә. Балкан һунар эте булғанлыҡтан страховать ителгән була, страховкаһын түләтеп ала. Ә браконьерҙар Орск ҡалаһынан килгәндәр, эт күкһел төҫтә булғас, бүре тип уйлап атҡандар.
Ә бер ваҡыт һунарҙа, эте бүре эҙенә төшөп ала ла, алдан саба, атайым һыбай артынан бара, ҡулында ҡамсынан башҡа ҡорал юҡ. Бына бер саҡ бүрене күреп ҡала, ҡыуып етә лә өҫтөнә һикермәксе була, әммә бүре алдан өлгөрөп, ат өҫтөндәге атайыма ташлана. Бүре һикергән ыңғайына, атай йоҙроғо менән тегенең маңлайына тондора, ике күҙе атылып килеп сыға бахырҙың.

Йәйге кис. Атайым һыбай эштән ҡайтып килә, мылтығы ла үҙендә. “Күк айғыр” үҙәге буйлап төшөп килһә, йылғала ҡамыштарҙы йырып, нимәлер йөрөй, үҙе күренмәй, тик ҡамыштар ғына айырылып, кемдер юл ярғандай ҡыштырҙаша. Атынан төшөп, яҡыныраҡ барып ҡараһа, ҡолас буйы йәйен ята! Нисек ул Таналыҡтың ярына уҡ яҡын килеп, ҡуйы ҡамыштар араһына ингәндер, ҡомға ултырған кәмәләй, йөҙөп китә алмай яфалана. Яр ситендәге һыуҙы болғандырып, алға ынтыла. Бер килке хайран ҡалып, ҡарап торғандан һуң, атай мылтығын алып, башына тоҫҡап, атып ебәреүе була, йәйен ҡойроғо менән һелтәп ебәрә, атай һыуға осоп барып төшә! Ә ул – атайым олоғайғас та бер центнерҙан кәм булманы ауырлығы. Бер һелтәгәндә йыға һуғырлыҡ булғас, йәшәгән йәйен ғәйрәтле булғандыр, күрәһең. Һыуҙан һөйрәп сығарып, эйәр ҡашына бәйләй, ҡойроғо ергә һөйрәлеп ҡайта. Күршеләр йыйылып китә, үлсәп ҡараһалар – буйы 2 метрҙан ашыу, ә ауырлығын үлсәмәгәндәр, бәлки үлсәгестәре булмағандыр, иллә-мәгәр, кесерәк һарыҡ итендәй ите сыҡты, тип һөйләгәйне атайым.

Балыҡҡа бәйле хәтирәләр күп. Бесән ваҡыты. Төшкө ашҡа туҡтағас, бесәнселәр һыу инергә Таналыҡҡа төшәләр. Кемдер ҡамыш араһында суртан ятҡанын күреп ҡала, әкрен генә барып ҡараһалар, ҙур бер сорағай (ҙур суртан) ҡамыш араһында ҡымшанмай ҙа тора, әллә табышын һағалай, әллә һалҡында ял итә. Атайым бер егетте бригада төшкө ашҡа туҡтаған ергә һәнәк алып килергә ҡушып йүгертә, ә үҙе сорағайҙы һағалай, балыҡ – һыуҙан, атай – ярҙан әкрен генә шыуышалар. Бына Рәүеф ағай һәнәкте алып килә һәм атай сорағайҙы сәнсеп ала. Бригадаға алып килеп, бешереп ашайҙар.

Икенсе ҡыҙыҡ хәл. Яҙ. Таналыҡта боҙ китә. Атайым “Алабыртҡан” буйлап, һыбай эштән ҡайтып килә. Тау итәгендә нимәлер ялтырап күренгәнгә, яҡыныраҡ килеп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, селек араһында балыҡтар һикерешеп ята. Ҡоро ерҙә! Абайлабыраҡ ҡараһа, тау битләүендәге селек араһын буйҙан-буйға эреле-ваҡлы балыҡтар һырып алған. Бына ғәжәп! Күрәһең, аҫтараҡ Таналыҡ йылғаһы боҙ менән быуылған һәм һыу йәйелеп, тау итәгенә тиклем килеп еткән, ул тирәлә яр бейек түгел, тигеҙлек. Боҙ йырылып, юл асылһа, һыу ҡапыл тартылып, кире ярына ҡайтҡандыр. Ә яҙ көнө ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта балыҡтар ағынға ҡаршы йөҙә бит инде, үрләгәндә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, көтөүе менән, ташҡын булып ағыла, ти торғайны атайым. Тау битләүендәге ялтырашып ятҡан балыҡтарға бер килке аптырап ҡарап торғандан һуң, ҡайтып, атын егеп, арбаһына балаҫ йәйеп, килеп бер арба итеп балыҡтарҙы йыйып алып ҡайта. Урамда осраған кешеләргә: “Алабыртҡан”да балыҡтар ярға сығып көтөп ята, нишләп барып йыйып алмайһығыҙ”,- тип ҡысҡыра-ҡысҡыра үтә. Әлбиттә, уны ысынға алмайҙар, шаярта, мурҙаға тотҡандыр, тип уйлайҙар. Әммә, алып ҡайтҡан балыҡтарын күләгәрәк урында иреп өлгөрмәгән ҡар өйөмөн ҡаҙып, шунда күмеп, ҡабат киткәс, ышаналар һәм тоҡтарын тотоп, кем күпме, өлгөргәнсе, йыйып алалар. Балыҡтарын Аҡъярға алып барып һатып ҡайта атайым.
Атайымдың көрәшеүе һаман хәтерҙә. Уның беләгенә таҫтамал урап, майҙан уртаһында тороуы бына әле лә күҙ алдымда. Дәғүәсеһен оҙаҡ ыҙалатмай ине ул, майҙанға сыға, таҫтамалы менән партнерының биленән уратып тота ла, алып башынан аша ташлай торғайны. Бил һынашып, көсәнеп, ах-та ух килеп, хәлдән тайып көрәшеп йөрөгәнен күргәнем булманы. Ул көслө лә, оһолло ла ине. Тамашасыларға “Ғәҙел түгел”, йә “Хәрәмләште, фәлән-төгән” тип бәхәсләшергә урын ҡалдырмай, дәғүәсеһен тәүҙә күтәреп ала, һуңынан ташлай торғайны. Уның көрәшеүен ҡарап тороу үҙе бер тамаша, матур күренеш ине. Батырҙар уның менән көрәшеүҙе мәртәбәгә, бәхеткә һананы: “Мин Ғаззали бәһлеүәндең билен тотҡан кеше, йәки, Ғаззали баһадир менән көс һынашҡан кеше әле мин”,- тигән һүҙҙәрҙе әле лә ишетергә тура килә.

Элек, хәҙерге кеүек, ауырлығына ҡарап категорияларға бүлеү, очко һанау (мәрәй), ултыртып ял иттереп алыуҙар булманы. Майҙанға сыҡҡанһың икән, еңгәнсе йәки еңелгәнсе көрәшәһең. Атайым 15-16 йәшлек үҫмер сағында уҡ 30-40 йәшлек ирҙәр менән көс һынашҡан һәм һәр саҡ еңеүгә өлгәшкән.
Етемлектә үҫеп, арҡа терәр кешеһе булмаһа ла, көрәше менән генә түгел, эше менән, ғәҙеллеге менән, тормошҡа үҙ ҡарашы булыуы, төплө фекер йөрөтә белеүе менән ихтирам яулаған ул. Атай кеше булараҡ та ул барыбыҙҙы ла тигеҙ яратты. Бәләкәйерәк ваҡытта, балалар барыбыҙ бер урындыҡта теҙелешеп йоҡлағанда, беҙ йоҡларға ятҡас, һәр беребеҙҙе тупылдатып арҡабыҙҙан һөйөп сыға ине. Йоҡо аралаш ҡулының һәлмәклеген тойоу, шул саҡтағы кисергән бәхет тойғоһо, күңелгә онотолмаҫ кинәнес бирә. Әйтеп үткәнемсә, беҙ Аҡъяр, Подольск мәктәптәрендә ятаҡта йәшәп уҡыныҡ. Киткән һайын ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡалыр, ҡайтҡан һайын ҡаршы сығып алыр ине. Берәйебеҙ ялға ҡайта алмай ҡалһа, көтөп, кискә тиклем ҡапҡа тышында тапаныр ине.

“Атайҙан йәш ҡалдым – аҡылдан буш ҡалдым”- тигәндәй, үтә йәш ҡалмаһам да, ғүмерҙең фани ғына икәнлегенә һәм уның шул тиклем дә тиҙ үтеүенә, йәшәй-йәшәй төшөнәһең икән шул. Әгәр шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарыу мөмкин булһа, һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңлар инем, оҙаҡ-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырға ваҡытымды йәлләмәҫ инем, барыһын-барыһын да һорашыр инем, ғүмеренең һәр миҙгелен тәфсирләп өйрәнер инем. Ләкин был – мөмкин түгел.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: