Бөтә яңылыҡтар

Рух, көс һәм саялыҡ өлгөһө

Вәлиә Ямалова МХО башланғанға ҡәҙәр ҙә яҡындарын юғалта: тормош иптәше менән бәләкәй улы авария һәләк була, инде яу яланында ҡустыһы Вилдандың да ғүмере өҙөлә... Әммә был һынауҙар Вәлиәнең дә, ҡустыһының ҡатыны Зилиә Бакееваның да рухын һындырмай, ҡыҙҙарҙы киреһенсә изге эштәргә, юғары маҡсаттарға өндәй.

Рух, көс һәм саялыҡ өлгөһө
Рух, көс һәм саялыҡ өлгөһө

Әбйәлил ҡыҙҙары Вәлиә Ямалова менән Зилиә Бакиева махсус хәрби операцияла уларҙы туғанлыҡ ептәре менән тоташтырған уртаҡ яҡындарын – ҡустыһын һәм тормош иптәшен юғалта. Ҡайғынан юғалып, һынып ҡалмай улар, тәүҙә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелгән яугир Вилдан Бакиевты эҙләргә ут эсенә юлланғас, ундағы һәр яҡташ батырҙарыбыҙға тылдан ярҙам һәм теләктәшлек кәрәк икәнлегенә төшөнәләр.

“Бер туған ҡустым Вилдан бер йылдан ашыу МХО-ла ине. Сентябрҙә генә беҙгә көтөлмәгән бүләк эшләп отпускыға ҡайтып китте. Октябрь башында ҡапыл хәбәрһеҙ юғалды. Ике-өс көн бәйләнешкә сыҡмағас, эҙләй башланыҡ киленем менән. Дуҫтарының, бергә яу яланында булған егеттәрҙең номерҙарын эҙләп таптыҡ. Ҡайҙа, нисек икәнен тәғәйен генә аңлатмайҙар, юҡ булыуын да инҡар итмәйҙәр. Рәсми рәүештә хәбәр юғалғандар исемлегенә индерелде. Аҙаҡ асыҡланыуынса, һәләк булғанын белгәндәр, эргә-тирәһендә булған хеҙмәттәштәре беҙгә генә өндәшмәгәндәр.

МХО башланғандан алып гуманитар ярҙам менән шөғөлләнгән “Талисман” ирекмәнлек командаһына һәм уның эшмәкәрлеген ойоштороп йөрөгән Вадим Папанинға мөрәжәғәт иттем. “Мине лә алығыҙ үҙегеҙ менән, ҡустым юғалды, барып эҙләп ҡайтайым”, - тим. “Әйҙә, - ти ул, - тик урын юҡ, үҙегеҙҙең машинағыҙ менән бергә сыҡһағыҙ була”. Киленем менән оҙаҡ уйлап торманыҡ, икебеҙҙең дә шофер танытмалары бар, егеттәргә эйәреп юлға сыҡтыҡ.

Барып етәрәк йөрәк йышыраҡ типкәндәй, ут эсенә, хәүефле ерҙәргә аяҡ баҫыуыбыҙҙы һиҙәбеҙ. Егеттәр беҙҙе ҡурсалап ҡына йөрөнө, ә беҙ уларҙың тырышлыҡтарына, изге эштәрен еренә еткереп башҡарғандарына һоҡландыҡ. Нисә егеткә посылка алғандар, һәр береһенә барып етеп шәхсән таратып сыҡты улар. Яугирҙәр менән таныштыҡ, һөйләштек, уларға беҙҙән ярҙам кәрәк икәнен аңланыҡ. Хушлашып ҡуҙғалып киткәнебеҙҙә ирҙәрҙең күҙҙәрендә шундай һағыш сағылғанын күрһәгеҙ...” – ти Вәлиә.

Тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияға берәүһе ҡустыһын, берәүһе һөйөклө ирен эҙләп юлланған ҡатындарҙың йөрәген тетрәндерә был ҡараш та, ғүмер, тигәненең ҡылдан нәҙек һәм ҡыҫҡа булыуы ла.

“Бәлки ҡайһы берҙәре менән тәүге һәм һуңғы ҡабат һөйләшеү булғандыр ҙа... Тап ошо мәлдә киленем менән яугирҙәребеҙгә даими ярҙам итеп торорға кәрәк, тигән ҡарарға килдек”, - тип хәтирәләр ебен тағата Вәлиә артабан.

Гуманитар ярҙам менән ҡыҙҙарҙы эйәртеп юлға сыҡҡан егеттәр уларҙы юғалған яҡындарының часенә илтә.
“Ҡатын-ҡыҙҙарға ул ерҙәрҙә үҙҙәренә генә йөрөүе ҡурҡыныс, ниндәй генә хәл булмауы мөмкин. Ваҡыт яҡтары тығыҙ, эштәре күп булһа ла, юл эсендә ятмаһа ла, егеттәр беҙҙе алып барып еткерҙе”, - тип уларға рәхмәт белдерә ҡыҙҙар.

Яҡындары Шайморатов исемендәге батальон сафында хәрби бурысын үтәгән була. Хеҙмәттәш егеттәре ҡыҙҙарға уның һәләк булыуы, кәүҙәһен сығара алмауҙары хаҡында хәбәр итә, ғәфү үтенәләр.
Ҡустыһын, тормош итптәшен юғалтыу ғазабы нисек кенә аяныс бумаһын, Вәлиә менән Зилиә тәүге тапҡыр МХО-ға барып ҡайтҡандан һуң, ундағы яҡташтарыбыҙға даими гуманитар ярҙам ойошторорға ҡарар итәләр, яуҙағы башҡорт батальондары менән бәйләнеш булдырып, кәрәк әйберҙәр асыҡланғас, уларҙы һатып алыр өсөн аҡса йыйыу ойоштороп ҡына ҡалмайҙар, квадрокоптер, генератор һәм башҡаларын үҙҙәре шәхсән алып барып бирер өсөн йәнә юлға сығалар.

Сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡас, ҡыҙҙарҙа был юҫыҡта ныҡлып эш йәйелдереү теләге нығына ғына.
“Әбйәлилдән гуманитар ярҙам менән шөғөлләнеүселәр күп. Тәүге тапҡыр барғанда тап “Талисман” командаһы егеттәре ярҙам ҡулы һуҙғас, уларға ҡушылырға ҡарар иттек, - ти Вәлиә, - Хәҙер беҙ татыу, ышаныслы, ун бер кешенән торған бер команда”.

Район халҡы яугирҙәргә даими аҡса йыя, “Талисман” уларға кәрәкле әйберҙәрҙе һатып ала ла, МХО биләмәһенә юллана.
“Һуңғы тапҡыр барғанда, 27 егеткә посылка илттек. Ике мунса, УАЗ машинаһы, “Урал” мотоциклын алып барҙыҡ. Унан алдағы сәфәрҙәрҙә лә мунса, генератор кеүек кәрәкле мөһим әйберҙәрҙе еткерҙек. “Талисман” командаһының төп эше – яҡташ егеттәребеҙҙең ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһенә тәғәйенләнгән посылканы алып барып биреү”, - ти ирекмән.

Яу шаңдауы, ирекмәнлек эшмәкәрлеге Вәлиәне төрлө уйҙарға, тормош фәлсәфәһенә, ошо уҡ тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға этәрә.

“Беҙ яҡшы, рәхәт йәшәйбеҙ. Теге яҡта иһә, тормош бөтөнләй икенсе. Хәрбиҙәр тураһында ғына әйтмәйем, унда ябай халыҡ та көн күрә бит. Иртәнсәк уянырын-уянмаҫтарын да белмәйҙәр улар. Тәүлектең һәр сәғәтендә ҡурҡыныс янай. Ут эсендә йәшәйҙәр. Ә беҙҙә тыныс. Ошо уйҙарҙан сығып та, был изге эшкә тотонорға ҡарар иттек. Яу яланындағы башҡорт егеттәренә ярҙам кәрәк. Төрлө ерҙә, төрлө хәрби часттә төрлөсә. Кемдәрҙер бар кәрәк-яраҡ менән тәъмин ителгән, кемдәргәлер хатта аҙыҡ-түлекте ҡулға төшөрөүе лә ҡыйын. Егеттәр менән осрашҡан саҡта, һәр береһе йылмайып, үҙ туғанылай күреп ҡаршы ала. Ҡосаҡлайҙар, хәбәрҙәре менән ихлас бүлешәләр”, - ти ул.

Әлеге көндә Вәлиә менән Зилиә Шухрат Аширов һәм Вадим Папанин етәкселегендәге “Талисман” командаһы менән МХО барған төрлө биләмәләргә: Луганск, Донецк, Запорожье, Херсон өлкәләренә гуманитар ярҙам еткереү менән шөғөлләнә.

Махсус хәрби операцияға барып, ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәс, Вәлиә бер хаҡиҡәткә төшөнә: ҡустыһы һуғыш тураһында һөйләмәй, яҡындарының күңелен аяй. Зарланмай ҙа, ярҙам да һорамай. Был Вилдандың ир-егеттәргә хас сабырлығы, киң күңеллелеге хаҡында һөйләй. Уның һәләкәте Вәлиә менән Зилиәнең яҙмышын ирекмәнлек менән бәйләгәс, ҡыҙҙар батырҙарыбыҙ ни тиклем көслө, тыйнаҡ булмаһын, һәр береһе ярҙамға мохтаж икәнлегенә төшөнә. Һәр бер милләттәшебеҙгә илткән посылка, ҙур булһынмы, бәләкәйме – Еңеүгә мөһим аҙым, Тыуған илебеҙгә терәк бит.

Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар илебеҙҙе лә, шул илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы ла һынай. Ғөмүмән, тормош һынауҙарҙан ҡоролған, кемдер бирешә, кемдер бар донъяға асыулана, ә кемдер үҙенә генә түгел, башҡаларға ла ярҙам итергә, яҡтылыҡ, йылылыҡ, изгелек өләшергә көс таба. Вәлиә Ямалова МХО башланғанға ҡәҙәр ҙә яҡындарын юғалта: тормош иптәше менән бәләкәй улы авария һәләк була, инде яу яланында ҡустыһы Вилдандың да ғүмере өҙөлә... Әммә был һынауҙар Вәлиәнең дә, ҡустыһының ҡатыны Зилиә Бакееваның да рухын һындырмай, ҡыҙҙарҙы киреһенсә изге эштәргә, юғары маҡсаттарға өндәй.

Заманабыҙҙың һоҡланғыс кешеләре, милләтебеҙҙең өлгө алырлыҡ сая ҡатын-ҡыҙҙарының был изгелектәре ерҙә ятып ҡалмай. Хөсәйен позывнойлы яугир уларға “Рәсәй ирекмәндәре” ойошмаһының миҙалдарын тапшыра. Беҙ ҙә көслө гүзәл заттарыбыҙға изге теләктәбереҙҙе һәм бөтмәҫ ихтирам хистәрен юллайбыҙ!

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: