5 февраль, ағайым, шағир, уҡытыусы, яҙыусы, күп иман йорттарына нигеҙ һалыусы Ғилман Ишкининдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 14 йыл булды. Яҡты иҫтәлек кенә ҡалды. Яҡшы кеше булды! Иҫкә алып, доға ҡылайыҡсы.
Мин ул саҡта Учалыла эшләп йөрөй инем.
Сәүиә апайым шылтыратып "Һиңә икене шылтыраттым, алмайһың, ағайың аварияға осраған, больницала" тине. РУВД начальнигынан машина һораным, сәғәт 10-да микән юлға сыҡтым.Төнгө икелә Сәүиә апайымдарҙа инем, икәүләп балниска барҙыҡ. Бөтә кәүҙәһен нимәгәлер аҡҡа сорнағайнылар. "Селезенка ғына йыртылған, иҫенә килер ул" тигән булдылар. Янында берәүҙе лә ҡалдырманылар. Өйгә ҡайттыҡ. Мин креслола ултырып йоҡлап киткәнмен, оҙааааҡ йоҡлаған һымаҡ булдым. Ысынында әллә 20 минут ҡына үткән булған. Сәүиә апайым илап уятты: "Ғилманды үлгән тиҙәрсе, нисек үлһен ул, селезенка менән кеше үлмәй" ти, бер быймаһын кейгән, бер быймаһын мин тотҡанмын. Балнисҡа кире йүгерҙек. Килһәк, ағайымдың битен ак простыня менән ҡаплағандар ине инде.
Ағайымды ерләргә ауылға ҡәрсәмдең өйөнә апҡайттылар, бөтә оҙатырға килгәндәр беҙҙә ине. Кеше күп булды. Бер заман Тимур кейәү "Һарай яғында әллә ниндәй тауыш ул" тип йүгереп ингән. Икәүләп йүгерҙек һарайға. Әтейемдең аты йүгәненә аҫылынып, тояҡтары менән стенаны типкеләй ине. Айнурҙар ағайымды һаҡлап ултыралар, Хәйҙәр ағайым ҡайтып килә ине беҙгә. Мин ҡәрсәйҙәргә йүгерҙем. Айнур йүгереп ҡайтты. Атты өҙәнгеһен ҡырҡып төшөргәндәр, шикелле. Һәр кем үҙенсә ҡайғырҙы, һәр күңел үҙенсә иланы. Хатта хайуандың да йөрәге был фажиғәне күтәрә алманы. Ағайым йылҡы малын ныҡ ярата ине шул.
Ағайым күрәҙәсе һымаҡ булғандыр, тейем. Һәр һүҙе, шиғыры бөгөнгө көн ҡаҙағына тап килә. Үҙенең һуңғы сәғәттәренең дә тап ҡыш миҙгелендә булырын белгән кеүек яҙған бит шиғырында: "ауғым килде ҡар болото кеүек" тип. Ауҙы инде бына, яуҙы ҡар булып. "Әнейемдең хәлен белеп киләм" тип ашҡынып, әллә нисә тапҡыр шылтыратып юлда, ҡайтып килгән була ла бит, тик әсәһен күреп, һөйләшергә генә насип булмай шул. Ҡәрсәмә балаһынан юлда туҙырап ятҡан гәзит ситтәренә сыймаҡланған шиғри юлдар ғына ҡайтып етә. Уның юл сумкаһында һәр ваҡыт һәр төрлө гәзит, журнал булыр ине. Ул гәзит ситтәренә һәр саҡ онотолмаһын өсөн сыймаҡланған шиғыр юлы йә берәй һүҙ яҙылған булыр ине.
Дәрүиш һымаҡ булды ағайым. Бер ерҙә лә оҙаҡ тотҡарланманы, ғүмере буйы үҙен үҙе эҙләне. Йөрөгән ерендә ят кешеләр дуҫҡа, дуҫтары туғанға әйләнеп, йәнә саҡырып ҡалыр ине. Ә ихласлығы, ябайлығы, эскерһеҙ, тура һүҙлелеге, бер ҡатлылығы... Башындағы фуражкаһын йә таҡыяһын, өҫтөндәге курткаһын, ҡулындағы бирсәткә, барсеткаларҙы кеше оҡшатып ҡарап торғанды һиҙһә, йә уға кәрәгерәк тип белһә, ике уйламай, "һиңә нығыраҡ килешә, минең тағы берәү бар ул, мин бындайҙы оҡшатмайым, еңгәң кей тигәнгә кейәм" тип ике уйламай сисә лә тоттора ине.
Редакцияларға бер ваҡытта ла күстәнәсһеҙ йөрөмәне ул. Сәй, шәкәр, кәнфит тотоп барыр ҙа "ҡайҙа әле, шул районға китеп барам, гәзитте таратып китәйем" тип бер пакет гәзит-журнал алып китер ине.
Үҙе мосафир һымаҡ ине ағайым. Торламай ине оҙаҡлап. Тик шул инеп сыҡҡан мәлдәрендә һине ыңғай энергетикаһы менән көйләп, йәшәргә дәрт уятып, маҡтағанын маҡтап, йә шелтәләп өлгөрөр ине. Шелтәһе инде "килмәйһегеҙ, туғандар аралашып йәшәргә тейеш, балалар бер-береһен белеп үҫергә тейеш" һымағыраҡ ине. Үҙенең хәлен һораһаң, уныҡы һәр саҡ "шәп" ине. Йәшлегем менән аңламағанмын ағай, эстәрең тулы ут булғандыр шул һинең. Үҙең ятаҡта көн күрҙең, кешегә фатир белешеп, ул йәшәргә тейеш, ижад өсөн тыныслыҡ кәрәк, уның яҙғаны фәһем алырлыҡ, тарих бит ул, тип күтәреп һөйләр инең ҡайһы бер лжидуҫтар тураһында. Ихласлығың менән һуҡыр булдың ағай, ә улар меҫкенләнеп, ҡойроҡ болғап, һине йәлләмәйенсә ҡулланды. Үҙенең шиғыр юлдарындағы кеүек булған икән: "Мәңге бикле ишек кенә шығырламай"... Ағайым һоранманы, ялағайланманы, эсендәге ялҡынын тышҡа бөркмәне, шығырламай ғына ауҙы.
Эх, йәшәргә ашҡынды ул, үҙенсә, үҙенә генә хас итеп, үҙе белгәнсә, кешеләрҙе яратып йәшәне. Һәр кешенең күңеленә юл табыр ине, уйлана белгәненә уй, хыялдарына шытым бирер ине. Үҫтереп, бәләкәй генә эшеңде ҙур итеп күтәреп алыр ине. Ә көлөүе һуң?! Ниндәй ихлас, яңғыратып, ҡысҡырып көлә ине ул. Ябайлыҡтың үҙе ине ағайым. Йәш аралары байтаҡ булһа ла, мине тыңлай белде, аңлағанға ишара тип ваҡытында ымлап йүнәлеш бирҙе.
Ағайым ныҡ шәп рәссам булды. Һинең менән һөйләшеп ултыра, шул арала һинен портретты һыҙмаҡлап, простой ҡәләм менән аҫтына Ғ. Ишкинин тип яҙып та ҡуя ине. Тауышы ҡәрсәмдеке һымаҡ көслө булды. Матур итеп көсәнмәйенсә халыҡ йырҙарын да йырлар, һине сәнскеләп шаяртып таҡмаҡлап та ебәрер ине.
Ныҡ белемде булды. Ҡулынан китап төшмәне. Заманында нефтянойҙа уҡыған кеше. Сәнғәт институтының театроведение факультетын, Стәрлетамаҡ пединститутын тамамланы. Уның кеүек сит ил классикаһын яҡшы белгән ижадсылар бармы икән?
Ул балаларҙы, балалар уны яратты. Айнурҙың улы Ильяс ағайым өсөн мәңгелек Торсонбай булды.Ҡыҙы Ләйләнең сәсен тарап үрер, үҙе садикка алып барыр ине. Хатта ҡыҙы Ләйлә бик оҙаҡ ваҡыт атайым менән йоҡлайым, тип уны ҡосаҡлап ятып, айырым йоҡламаны. Йәл, Ихтирам улы атаһын күреп өлгөрмәне, ул киткәндә әсә ҡарынында ҡалды. Айһылыу ҡыҙының балаларына олатай, ҡартай булып ҡалай ҡыуаныр ине. Яҙмыштарҙан уҙып булмай икән шул. Күпме әйтелмәгән һүҙҙәрең, яҙылмаған китаптарың ҡалды ағай. Уны күрергә тип ҡайтып килгән ҡәрсәм, балаһын ерләгәнде лә белмәй, ауырып тора алмай ятып ҡалды. Аҙаҡ һине һорап, һиңә шылтыратып үҙе менән үҙе һөйләшеп ҡаңғырҙы.
26 ғинуар ағайыма 60 йәш тулған булыр ине. 46 йәшендә йәшендәй йәшнәп китеп барҙы.
Ниндәйҙер бер трактористың эшенә илке-һалҡы ҡарапмы, урынынан ҡуҙғата алмаймы бесәнле "дөңғөрәй"ен трассала ҡалдырып китеүе, таксист ирҙең Ай һай Мөрсәләй тапҡырынан үтеп барғанда, юлда ҡалдырылған дөңгөрәй янында ғына күҙенең эленеп китеүе осраҡлы хәлме, яҙмышмылыр инде, әйтеүе ауыр. Ә бына ике райондың скорыйҙары һәләкәт урынына килеп тороп " Мөрсәләй ике район сигендә, һеҙҙә тыуған, һеҙгә китеп барған, һеҙ алығыҙ" тип, ейәнсураларҙың "Мөрсәләй Күгәрсен районына ҡарай һеҙ алып китегеҙ" тип бәхәсләшеүе лә, ваҡытты һуҙып финалдың йән өшөткөс булыуына килтергәндер, сөнки ағайымдан башҡа ҡаза күреүселәр тағы бишәү ине. Хәл иткес минуттарҙа фәрештәләре үҙҙәренсә хәл иткәндәрҙер инде. Ваҡсылбыҙ шул, был донъяға мәңгегә килгән һымаҡ йөрөйбөҙ. Такси машинаһына "дөнгөрәй" аҫтына инеп сәнселеп торорға күп ваҡыт кәрәкмәгәндер.
Ә юл ситенә ағайымдың пакетынан әсмүхә сәй, ҡаплы кәнфит һәм йышылып, ялтырап бөткән блокнот биттәре һибелгән ине. Кешелеккә һуңғы сәләм Ғилмандан!
Килде. Йәшәне. Китте. Ысын тормошҡа күсте. Атаһы-әсәһе янындалыр, ожмахталыр, тип ышанам. Ошо ҡыҫҡа ғына яҙмаларым доға булып барып етһен ине ағай, һиңә.
Айгөл ШӘҺИЕВА.
ЙЫЛЫ ҒЫНА ҠАРЛЫ ЙЫР
Ғилман Ишкинин
Бөгөн яуған беренсе ҡар кеүек
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде.
Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә
Ҡар болото кеүек ауғым килде.
Арып-талып борма юлдарынан,
Интектергән саҡыр-соҡорон
Ҡарҙар һылап, бер елдереп кенә
Ҡайтып төшкө килде кис ҡорон.
Ныҡ көттөргән ҡар бөртөгө булып,
Һирәкләнгән керпек, сәсенән
Тәгәрәгем килде әсәйемдең
Аяҡ аҫтарына сәселеп.
Урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы урап,
Һыҙылғанда мейес төтөнө,
Ел-буранһыҙ ғына күмгем килде
Ауылымдың айлы бер төнөн.
Ашыҡмайса ғына ағылғанда
Аҡ юрғанын һөйрәп ҡар-болот,
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде
Йылы ғына ҡарлы йыр булып...