Бөтә яңылыҡтар

АҠҠОШ КИТКӘН ЮЛДАН АҠ ҠАР ЯУА

Йәштән етди ине ул, минең елбәҙәклегемә аптырап та ҡуя торғайны. Мәҡәләне нисек яҙыу буйынса ла баштан уҡ ҡәтғи генә талаптар ҡуйҙы, уныһына, үҙемдең уйымса, тиҙ төшөндөм. Бер һүҙҙе тотош абзацта ҡабатлап ҡулланырға яраманы. Ошо ҡағиҙәнән әле лә тайпылмаҫҡа тырышам. Матбуғат даирәһе өсөн бик кәрәкле дәрес ине был.

Телгә маһир милләтебеҙ борон замандарҙан да шиғри һүҙгә ҡытлыҡ кисермәгән: уның бөйөк ынйылары әле лә рухи йәшәйешебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә. Бөгөн дә, интернет аша «Бәйләнештә» селтәренә күҙ һалыу менән, әллә күпме шиғыр юлдарына юлығаһың.

Халыҡ ижады гәүһәрҙәре иң талапсан мөхәррир – ваҡыт һынауы аша үткән. Шиғриәт кимәлен нәмә билдәләүе хаҡында онотмау һәр дәүерҙә лә мөһим, минеңсә.

Ғалимдар, талантлы кеше ни менәндер шөғөлләнгәндә, уның мейеһендә аңлатып булмаҫ үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүен күҙәтеүгә ирешкән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, талантты бит тотоп ҡына иҫбатлау ҙа ауыр. Ул – ғаләм төпкөлөндә йондоҙҙар яралыуы һымаҡ уҡ йыһан сере.

Әҙәбиәт ғилеме күҙлегенән ҡарағанда, бығаса бүтән әҙиптәр туплаған тәжрибәне ҡабатламай, донъяны тик үҙеңсә асҡанда ғына күренеш һаналырҙай әҫәр тыуҙырырға мөмкин.

 

«Шағирәнең үҙ тауышы, үҙ темаһы, үҙ ҡарашы, аҙаҡ килеп, үҙ моңо, аһәңе бар, сөнки ул шағирәләрҙең генә түгел, хатта әлеге шағирҙарҙың береһенә лә оҡшамаған, нәҡ үҙенә оҡшаған. Бындайҙар һирәк», – тип яҙған Факиһа Туғыҙбаева тураһында Хәким Ғиләжев.

Һәр яҙыусы, ул хатта бик әүәлге ваҡиғалар хаҡында һөйләһә лә, үҙ осоро һәм яҙмышы аша яҙа. Факиһа Туғыҙбаеваның тик үҙенсә әйткән һүҙенә йәшәгән йылдары, хыял-кисерештәре илһамландырған.

«Яуап көнө», «Тәүбә», «Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр», «Ҡыңғырау» поэмалары, байтаҡ шиғырҙары үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымында бығаса билдәһеҙ фажиғәләрҙең ҡапыл килеп асылыуынан хасил булған тетрәнеүҙәргә бәйле. Мәшһүр ғалим һәм тәнҡитсе Ғайса Хөсәйенов был мәлдәрҙәге ҡайһы бер юлдарын оранға тиңләй, поэмаларында халыҡ ижадындағы ҡаһарманлыҡ традициялары эпик формала киңәйтелә, тип билдәләй.

«Бабич менән тағы осраштым мин», – тип башлана «Тәүбә» һәм һәр күрешеү һайын тарихыбыҙҙағы аяныслы хәлдәр тасуирлана.

«Шағирына килеп һыйынғандың

Күңеленән китмәҫ иман нуры» тигән өмөт уятыусы һығымта менән йомғаҡ яһала.

«Яуап көнө»ндә иһә:

«Таянайым, тиһәм, ҡәләмемә –

Ул да төшөп китә ҡулдарымдан.

Йоҡоһоҙ төн мине алып китте

Салауаттың алыш юлдарынан», – тип өҙгөләнә.

Бына шулай әҙибәнең тынғыһыҙ йәне, ғәрәсәтле өйөрмәләр буйлап уҙа-уҙа, йөрәген ҡағып торған һорауҙарға яуап эҙләй.

«Эй, яҙмышым минең – Башҡортостан», – тип ижад иткән шәхес бүтәнсә булдыра алмағандыр. Сөнки уның көнитмеше эске булмышынан айырылғыһыҙ.

«Тик бер тапҡыр килгән тормошто мин

Ҡабул иткем килмәй фажиғә тип.

Атам-әсәм ҡушҡан исемем дә

Ожмахтағы емеш – Факиһа бит», – тип аңлата быны үҙе.

Шағирә булыу... Ҡатын-ҡыҙ күңеле былай ҙа әллә күпме сөңгөлдәрҙән тора, ә инде ғәҙәти көнкүрешкә шиғри илһам тигән тылсым да килеп өҫтәлһә, ниҙәр күреп, ниҙәр кисергәнен үҙе генә тойор шағирә. Йөрәк өсөн был бик ябай түгел.

Бурандарға инеп аҙаштым мин,

Елгә асып башым-йөҙөмдө,

Ҡалғандаймын аҡҡош араһында –

Аҡҡош итеп тойҙом үҙемде.

Хистәрҙең бындай дауылы миңә лә үҙ. Шағирәлек тураһында минең дә ошоға ауаздаш шиғырым бар:

Аҡҡош ниндәй матур осҡан саҡта,

Ниндәй гүзәл һыуҙа йөҙгәндә,

Ергә төшөү, ярға баҫыу менән,

Матурлыҡтан улар өҙөлә .

Йорт ҡаҙылай, ябай йорт ҡаҙылай

Хәрәкәте ерҙә аҡҡоштоң,

Эй, шағирә, донъя көткән саҡта

Һин дә шул бисара аҡҡошһоң.

Факиһа апайҙы ғүмеренең төрлө миҙгелдәрендә әсәй һәм ир ҡатыны, журналист һәм баш мөхәррир, талантлы һәм егәрле әҙибә сифатында күрергә, аралашырға тура килде.

1979 йылдың февралендә «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзитенә бишенсе курс студенткаһы ғына көйө эшкә килеп ингәс, мине Факиһа апай етәкләгән әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә ултырттылар. Йәштән етди ине ул, минең елбәҙәклегемә аптырап та ҡуя торғайны. Мәҡәләне нисек яҙыу буйынса ла баштан уҡ ҡәтғи генә талаптар ҡуйҙы, уныһына, үҙемдең уйымса, тиҙ төшөндөм. Бер һүҙҙе тотош абзацта ҡабатлап ҡулланырға яраманы. Ошо ҡағиҙәнән әле лә тайпылмаҫҡа тырышам. Матбуғат даирәһе өсөн бик кәрәкле дәрес ине был.

1980 йылда донъя күргән «Мәк ялҡыны» китабына исем һайлағанда, ул дәүерҙәге баш мөхәрриребеҙ Сафуан Әлибаев менән кәңәшләшеүе хәтеремдә ҡалған. Әлбиттә, Факиһа апай менән бик оҙаҡ эшләргә тура килмәне, ул шул уҡ йылда “Пионер” журналына күсте. Әммә был ике баҫманың эшмәкәрлеге бер-береһенә үрелеп барыу сәбәпле, һуңынан да аралашыуҙар өҙөлмәне.

Факиһа апайҙар яҡында ғына журналистар өсөн төҙөлгән йортта күркәм фатир алғайны. Ул бик хужалыҡлы ине үҙе, өйөн йәмләр өсөн ни кәрәген бөтә йөрәктән хәстәрләй торғайны.

Бәләкәй генә Зөлфиә редакцияға гел тигәндәй килеп йөрөнө. Әсәһе ҡыҙын шул тиклем ҡәҙерләп үҫтерҙе. Инде Зөлфиә үҙе ғаилә ҡорғас та, ҡурсалауынан айырманы.

Факиһа апайҙың тәбиғәтендә тәрбиәсе һәләте лә барлығы гел һоҡландырҙы. Үҙ балаһына биргән матур сифаттарҙы бүтән кескәйҙәр күңеленә лә улар өсөн ижад иткән әҫәрҙәре, «Аҡбуҙат» журналы аша һалырға тырышты. Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе булараҡ, бүтән әҙиптәрҙе лә ошо изге маҡсатҡа әйҙәне. 

Өйҙәге журналдар араһынан Башҡортостан яҙыусыларының 14-се съезы материалдары баҫылған «Ағиҙел»дең 2006 йылғы 6-сы һаны килеп сыҡты. Факиһа Туғыҙбаеваның сығышы ла бар.

«Тәүге ҡарамаҡҡа, балалар баҡсаһының йәки балалар әҙәбиәте һәм матбуғатының ҙур сәйәсәткә бер ҡағылышы ла юҡ кеүек. Ә төптән уйлап ҡарағанда, милләттең яҙмышын хәл иткән бөтә тамырҙар ҙа ошоларҙан һут ала.

Туҡһанынсы йылдар башынан илебеҙҙе ялмай килеүсе эскелек, наркомания, фәхишәлек, «массовая культура» үҫмер быуындың йәнен дә, тәнен дә имгәтә килә. Был насар күренештәргә иммунитет булдырыу – яҙыусыларҙың мөҡәддәс бурысы», – тип өндәшә ул ҡәләмдәштәренә.

«Нимә һуң ул балалар әҙәбиәте? Эйе, ул йәш быуынға тәғәйенләнеп ижад ителгән әҙәбиәт. Шул уҡ ваҡытта тотош талантлы әҙәбиәт. Мәктәптәр өсөн әҙәбиәт программалары һәм дәреслектәр, быуаттар буйы килгән әҙәби процесты күҙ уңында тотоп, балалар өсөн махсус яҙылмаған иң яҡшы әҫәрҙәрҙән төҙөлә. Шулай итеп, ҙурҙан алып ҡарағанда, беҙ бөтәбеҙ ҙә – балалар яҙыусылары, йәш быуындың рухи халәтен, идеалын ижад итеүселәр», – тип тә өҫтәй.

Яҙыусы үҙен ни дәрәжәлә ҙур һәм яуаплы тойһон өсөн ошонан да артыҡ ни әйтәһең.

Факиһа Туғыҙбаева шиғриәткә әсәлек темаһын киң һәм ҡыйыу алып инеүсе лә булды. Был бигерәк тә тәүге йыйынтыҡтарында күҙгә ташлана. Донъяны нескәрәк тойған һайын, был мәңгелек һәм изге төшөнсә йылмайып ҡына торған бәхеттән, ғөмүмән, йәшәү хаҡындағы тәрән мәғәнәле уйланыуҙарға әйләнә.

«Кисер, балам!

Сабый ҡулың менән

Аҡҡан йәштәремде һөртәһең.

Күҙ-йәш әселеген, минең кеүек,

Татыйһың да бигерәк иртә һин.

........................

Яҙмыш йәки тормош тураһында

Беҙ серләшер инек һуңынан.

Кисер, балам! Кисерә күр мине,

Күҙ йәшемде һөртә ҡулғынаң».

Был шиғырға бәйле әҙибәнең бала сағы тураһында ла телгә алыу кәрәктер. Бөйөк Ватан һуғышынан һаулығын тамам юғалтып ҡайтҡан атаһы Һаҙый Мөхәмәтвәли улы яҡты донъя менән хушлаша. Кескәй Факиһаның йөрәгенә әсәһе Саҙиҡа апайҙың күҙ йәштәре лә яра булып уйылғандыр.

Ике апайы менән ағайы ҙурайып өлгөрһә лә, ҡустыһы Исламморатҡа ике йәш кенә. Дүртенсе генә көҙөндә етемлек кисергән ҡыҙ беренсе тапҡыр ҡайғының ни икәнен тоя. Ошо уҡ йылда өйҙәре янып китә, быныһын да шағирә яҡшы хәтерләй ине. 

«Һуғылғанда һуңғы сиктәргә мин, –

Эй, ҡатмарлы ғүмер ағышы, –

Саҡыр мине,

Саҡыр бейеклеккә

Үҙем йәшәү биргән сабыйымдың

«Әсәкәйем!» тигән тауышы».

Ошо шиғырҙы мин бик яратам. Әсәлек бурысы һәр ҡатын-ҡыҙҙы көслөрәк, уңғаныраҡ итә, уның йәненә тәбиғәт үҙе өҫтәмә ғәм, сабырлыҡ һала, һәр көнөнә ҙурыраҡ үлсәмдәр менән ҡарарға өйрәтә, һуңғы сиктәрҙә лә юғарылыҡ ҡына ҡотҡарыуына инандыра. Сөнки ғаләм уға оло бүләк, ғәжәйеп яуаплылыҡ – яңы тыуған сабыйҙың яҙмышын тапшыра. Ә шағирә өсөн йәшәйеште сағылдырыу офоҡтарын да киңәйтә. Был хаҡта Рауил Бикбаевтан да отошло әйтеп булмайҙыр:

«Бер ҡулығыҙ бишек бәүелткәндә,

Икенсеһе бәүетә Ер шарын».

Факиһа Туғыҙбаева 45 кенә йәшендә «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Салауат Юлаев премияһына лайыҡлы тип табылды. Ошо ваҡиға үҙе генә лә ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенең ҙур ҡаҙанышылыр, моғайын. Тап шуның өсөн дә әҙибәләр ҡәләмдәш әхирәттәренең шатлығын ҡыуанып уртаҡлашты. Факиһа апай уларҙың барыһын да, өйөндә табын ҡороп, саҡырып алды.

Мин «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә мөдир инем. Ниндәйҙер сәбәп менән бара алманым. Факиһа апай икенсе көнөнә үк гөлләмә тотоп килеп еткән. Сәскәләр менән мин барырға тейешле инем дә бит... Гәзит уның ижадын ихласлап күтәреп яҡтыртты былай. Элегерәк баҫмалар быны мөһим бурысы һананы, әҙиптең үҙенән ойоштороу көтөп ултырыу һәм хатта уның ҡыҫылыуы килешмәгән ғәҙәт иҫәпләнде.

Йәмәғәтселек тормошона килгәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә алып барған эшмәкәрлеген, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының мәктәптәр менән эшләү буйынса комиссияһы рәйесе булараҡ тырышлығын, ул хатта бөтә Союз уҡытыусылар съезында ҡатнашты, быны ла билдәләп үтергә кәрәктер.

Шулай ҙа башлыса үҙенең һәм теләктәш дуҫтары, таныштары ынтылышы менән «Аҡбуҙат» журналына нигеҙ һалыу, әлбиттә, киләсәккә аманат кимәлендәге баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте. Белеүебеҙсә, башта ул «Ағиҙел» журналында «Бәпембә» тигән бүлек ине. 1991 йылдың ғинуарында 22 мең тираж менән беренсе һаны донъя күрҙе, бер йылдан 33 мең уҡыусыһы иҫәпләнгән мауыҡтырғыс баҫмаға әүерелде. Факиһа апай бәләкәстәр өсөн яҙыуға һәммәбеҙҙе ылыҡтырып ҡараны, хатта Мостай Кәрим дә ситтә ҡалманы. Бөйөк әҙип журналды бик яратты, уның даими авторына әйләнде.

1999 йылдан Факиһа апай менән, ике баш мөхәррир булараҡ, тығыҙ ғына аралашырға тура килде. Ул саҡтарҙа минең, көнөмдө һис бер икеләнеүһеҙ тамамламай, икенсеһенә күсә алмаған ғәҙәтем бар ине. Шуға ҡайһы бер кәңәшмә, йыйылыштан һуң фекер алышыр өсөн Факиһа Һаҙый ҡыҙының, шылтыратып, маҙаһына тейә башланым. Ул бер генә лә күңелемде ҡыйманы. Яйлап мин дә үҙ башым менән һығымта яһап өйрәндем.

2000 йылдың ғинуарында шағирәнең 50 йәшлек юбилейы рәсми кимәлдә матур билдәләнде. 14 ғинуарҙа Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбаев, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов, Таңһылыу Ҡарамышева, Рәсимә Ураҡсина, Фәрзәнә Аҡбулатова һәм, әлбиттә, Факиһа апай тормош иптәше Мансур ағай менән – байтаҡ ҡына кеше республикабыҙға өс Салауат Юлаев премияһы лауреатын биргән Бүздәк районының Ҡаңлы-Төркәй ауылына юлландыҡ.

Яҡташтары шағирәне бик ҙурланы. Һалҡын миҙгелдә яланда уҡ ҡаршы алдылар. Ауыл мәҙәниәт йортонда яҡтылыҡҡа сорналған ихлас кисә үтте. Үҙе бер нур, бер ҡабатланмаҫ гүзәллек тәшкил иткән башҡорт милли кейемендәге апайҙарҙың йырлап тороуы бигерәк тә хәтеремдә уйылып ҡалған.

Район хакимиәте етәксеһе Ринат Әмир улы Шәрипов та (ул да мәрхүм инде) аҙаҡҡаса ҡатнашты. Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған сарала ла матур тәбрикләү һүҙе әйтеп, шағирәнең иңенә затлы тун һалды. Мостай ағайҙың ҡотлауы мәртәбә өҫтәне. Тәнәфестә күрешкәндә, ошо бала-сағаға ла илле тулды бит, тип шаяртты. Сәхнәгә ашҡынып бармаған әҙибә бүтәнсә кисәләр уҙғарыу менән мауыҡманы шикелле. Ә бына юбилей тантанаһы уның үҙе хаҡында ҡәҙерле иҫтәлек булып ҡалды.

Беҙҙе Факиһа апай менән бәйләүсе хәтирәләр Мостай Кәрим менән дә бәйле, икебеҙ ҙә был бөйөк шәхесте сикһеҙ ихтирам иттек. Мостай ағай үҙенең мөһабәтлеге менән бүтәндәрҙе бәләкәсәйтмәй, ә, киреһенсә, ҙурайта торғайны.

Беҙгә лә ул «подругтар» тип өндәште. Подругтары менән серҙәрен бүлеште ҡай саҡ, беҙ был ышаныстың баһаһын һис түбән төшөрмәнек. «Көндәлектәр»ендә лә беҙҙе телгә алған урындары бар. 2003 йылдың 22 авгусында икебеҙ тураһында былай тип яҙған: «Телевизорҙа Факиһа йә Йомабикә күренеп ҡалһа, экран яҡтырып китә. Хатта ниндәйҙер үләндәрҙең, сәскәләрҙең хуш еҫе аңҡып ҡала төҫлө».

Мостай ағайҙы вафатынан һуң фатирына алып ҡайттылар. Факиһа апай менән мин дә барҙым. Бындай мәлдә кешенең кисерештәре йөҙөнә сыға. Факиһа апайға ҡарау менән, уға нисек ауыр икәнен аңланым. Шағирәнең әҙипкә мөнәсәбәте эскерһеҙ ине.

Миңә лә бер аҙ үпкәләберәк: «Мин бит һинең иң тоғро апайың», – тип әйткәне булды. Уның холҡонда ирҙәрсә ныҡлыҡ ҡына түгел, балаға хас ышаныусанлыҡ та бар ине, был яғы менән ул бик яҡын күргән кешеләренә генә асылды. Ә мин бының ҡәҙерен белеп еткермәгәнмен...

Факиһа апай арабыҙҙан иртәрәк китте. Был үкенес һыҙландыра. Бәлки, беҙҙең кеүек бер аҙ йүләр, саҡ ҡына сабырһыҙ ҡыланһа, һаулығы ҡаҡшамаҫ ине, тип әрнейем. Үтә лә нескә шағирә йән ғазаптарын берәүгә белдермәне, йөрәгенә ятҡан таштарҙы сырайына ла сығармай, егеттәрсә күтәреп йөрөй бирҙе.

Шағирәлек иң тәүҙә тәбиғәт биргән һәләтеңә хыянат итмәүҙә сағыла. Бының өсөн ғүмер буйы ниндәйҙер бейеклектә ҡалыу зарур.

«Аҡҡош киткән юлдан аҡ ҡар яуа,

Төшөнмәһәң-төшөн серенә:

Бейеклеккә күтәрелгән ҡоштоң

Күләгәһе төшмәй еремә».

Тормошҡа ҡоштар юғарылығынан ҡарап, яҡтылыҡҡа күләгә төшөрмәгәндә генә ижади асыл юғалмай. «Ағиҙел» журналында Фәнил Күзбәков менән әңгәмәлә (2010 йыл, 11-се һан) әҙибә: «Шиғриәт – иң юғары әхлаҡ», – ти. Әҙиптең шәхесе әҫәрҙәре менән бер бөтөн булыуы ни тиклем мөһим икәнлеген билдәләй.

Шағирәнең үҙ йәнендәге камиллыҡтан яралған ижады яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәүсе ҡөҙрәте менән баһалап бөткөһөҙ.

 

Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас