Кеше. Шағир. Шәхес. Әлбиттә, был төшөнсәләр барыһы ла бер-береһенә ныҡ бәйле, ғүмерҙең үҙе кеүек бер бөтөн булып береккән. Уларҙы бүлгеләү йәки айырып ҡарау мөмкин дә булмаҫтай хәлдер.
Шағир шәхес уны уратып алған мөхит эсендә, тыуған ер, тыуған тәбиғәт ҡосағында, йәмғиәт ҡаршында – ил өҫтәндә, ҡыҫҡаһы, бөтә оло донъя менән тығыҙ бәйләнештә, мең-мең төҫтәр балҡышында, бихисап өн-моңдар солғанышында, меңләгән образдар айышында һынлана булыр.
Шулай булған тәҡдирҙәрҙә лә, кеше асылып бөтмәҫ бөйөк сер булып ҡала әле ул. Халыҡ шағиры үҙе әйтмешләй, “әҙәм яҙмышының серҙәрен асып бөтөрөү мөмкин түгел”.
Бөйөк шағирҙың, олуғ шәхестең, аҡыл эйәһенең ижади һынланышы бөгөнгө һәм килер быуын шиғриәт һөйөүселәр өсөн уҡып бөтөлмәгән китап, үтелмәгән юл кеүек, көтөлмәгән яҡтары менән асылһын әйҙә.
***
Мостай Кәримде мин үҙемә иң тәүҙә шағир булараҡ астым. Хатта миндә уның 1964 йылда районыбыҙ үҙәге Аҡъярҙа кибеттән һатып алған “Мостай Кәрим. Шиғырҙар һәм поэмалар” тигәне китабы әле лә һаҡлана. Ул йыйынтыҡтың донъяға сығыуына ла инде 75 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән (Өфө, 1948 й.). Был ҡыҙыл ҡатырға тышлы китап хәҙер инде миңә бер изге ҡомартҡы кеүек: ҡайҙа күсһәк тә, ҡайҙа йәшәһәк тә ғүмер буйы мине оҙатып йөрөгәндәй. Айырылғаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр. Бында шундай ул китап яҙмышы – гүйә кеше яҙмышы. Ысынлап та шулай бит: ҡайнар хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөргән йәш шағирҙың бынан 88 йыл элекке (1936 йылдан башлап яҙған шиғырҙарынан алып!) уй-кисерештәре һеңгән дәбаһа унда! Алһыу-ҡыҙыл төҫлө шиғыр китабы гүйә яуҙан яңы ҡайтҡан һалдаттың хәрби билеты кеүек. Ул 29 йәшлек яугир шағирҙың ергә именлек хәбәрен еткереү бурысын йөкмәгән тыныслыҡ ораны кеүек.
Һуғыш ғәрәсәте эсендә үлемесле йәрәхәт алып ҡайтҡан яугирҙең йәшәүгә өмөтө һүнмәгән, уйҙары изге, теләктәре яҡты: хәләл тире тамған, һабан һөргән, иген иккән һутлы тупраҡтан шытып сыҡҡан һәр бер ҡыяҡ уның бер аҙ ҡатҡан да, ҡырыҫ та күңеленә дауа ише; ҡоштар һайрауы ла, урман шаулауы ла уның йөрәк түренән сыҡҡан йырҙарына ауаздаш.
Бына ошо тыуған ере хаҡында ул аҙаҡ ҡайнар йөрәгенән сыҡҡан уллыҡ һөйөүен былай тип белдерҙе: “Минең бөтә йәшәүемдең башы ошо ерҙә: тәүге һуҡмағым да, иң тәүге йырым да. Ошонда минең бишегем зәңгәр көмбәҙ аҫтында бәүелгән, тыуған еремә тәүләп яланаяҡ баҫыуым менән беренсе тапҡыр уның йылыһын тойғанмын. Ул йылы минең күңелемә үткән һәм, йонсоу көндәрҙә лә, сатлама һыуыҡтарҙа ла мине йылытып, хәсрәтле һәм һағышлы көндәремдә лә мине йыуатып, мәңгелеккә шунда – йөрәк түремдә тороп ҡалған...”
Мостай ағай – үҙенең тыуған ере менән бәхетле яҙмышлы кеше. Хатта үҙенең шиғырҙарын беренсе тапҡыр тыуған яғында – Шишмә ҡасабаһында (хәҙерге район үҙәгендә) уҡырға насип булған! Был турала Мостай ағай үҙе бына нисек хәтерләй: “Йәш кенә сағымда уҡ әле мине Шишмәнең үҙендә шағир тип атанылар. Был хәл райондың пионерҙар слетында булды. Мин шунда үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр халыҡ алдында шиғырҙарымды уҡыным. Сараны алып барыусы: “Хәҙер Келәштән билдәле йәш шағир Мостафа Кәримов сығыш яһай”, – тип иғлан итте бит. Тыңлаусыларым татар, башҡорт, урыҫ, украин ауылдарынан килгән минең ише балалар ине. Әлбиттә, мине һәр береһе аңламағандыр ҙа. Уҡып бөтөүемә барыһы ла берҙәм һәм көслө ҡул сапты. Йәнәһе лә, кем генә булһа ла, ниндәй телдә яҙһа ла, был йәш ижадсы – үҙебеҙҙең егет бит!..”
Әйтерһең, яҙмыш ҡына түгел, ә тарих үҙе шулай хәл иткән: ергә шағир булыр бала тыуған. Буласаҡ шағир тыуған йылда нәшриәт тә, милли театр ҙа ойошторолған. Был, әлбиттә, осраҡлы ғына тап килеш. Ә заманаһы шундай булған – бөтә илдә яңырыу барған. Кеше менән бергә донъябыҙ ҙа бығаса булмаған үҫеш кисергән
Тормоштағы һиҙелерлек үҙгәрештәргә хатта беҙ ҙә – балалыҡ осоро уҙған йөҙ йыллыҡтың 40-50-се йылдарына тура килгән быуын – шаһит булдыҡ һәм шул яңырыу, үҫеш, алға ынтылыш мөхитенең эсендә үҫтек.
Мостай ағайҙың ғүмер буйы тиерлек алып барған яҙмаларының йәнә береһенә мөрәжәғәт итәйек әле. Унда әҙиптең ижадташ быуыны хаҡында фекер йөрөтөүе йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә лә фәһемле булыр тип уйлайым. “Үҙемдең поэтик шәжәрә ағасымды барлағанда мин иң әүәл яҙмышымдың тәү сығанаҡтарын һәм юлдарын асыҡ күҙ алдына килтерергә тейешмен – ҡайҙан мин, кем мин, ниңә мин? Минең быуын шағирҙары һуғыш осоронда яралды. Һуғыш – ул беҙҙең йәшлек, беҙҙең ир етеү, беҙҙең онотолмаҫ йән яралары һәм хәтер. Һуғышта үҙеңдең әйтер һүҙеңдең тыуыуын (өлгөрөүен) аңлай һәм тоя башлайһың. Унда мине иң ныҡ тетрәндергән нәмәләрҙең барыһын да, теләпме-теләмәйме, хәтерҙә ҡалдыра барҙым. Әгәр ҙә тере ҡалһам, күргән-кисергәндәрҙең барыһын да ҡасан да булһа бер ҡағыҙға төшөрөрмөн тигән уй ҙа булманы...”
Мостай Кәримдең тыуған телендә яралған әйтер һүҙе үҙ тыуған ерендә – Башҡортостанда тәүләп танылды. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Дим йылғаһы буйында тыуып үҫкән Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) ижады тап Урал күкрәгендә мәғрур үҫкән имән кеүек – Европа менән Азияны тоташтырыусы, ошо бөйөк ике ҡитғала йәшәгән халыҡтарҙы берләштереүсе, йәшәйешен сағылдырыусы ижад та ул.
Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағынаса үткән яугир егет ҡулына утлы ҡоралы менән бергә журналистлыҡ ҡәләмен дә алып, йөрәк ялҡынын дошманға үс менән бергә ҡушып, шиғырҙар һәм поэмалар ижад итә. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, “Атлылар анты”, “Сталинград һаҡсыһы”, “Атлылар йыры”, “Гвардия байрағы”, “Һағына һалдат һөйгәнен”, “Днестрҙа май” кеүек шиғырҙары, “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре, “Декабрь йыры” (1942 й.) һәм “Үлмәҫбай” (1942–44 й.) поэмалары һуғыш йылдарының шағир йөрәге аша үткән үлемһеҙ хис-тулҡындары.
Оҙон ижад ғүмерендә Мостай Кәрим шиғыр оҫтаһы булып ҡына танылманы, ә уның драма әҫәрҙәре республикабыҙҙа ғына түгел, киң илебеҙҙең бик күп театрҙары сәхнәләрен шаулатты. Проза өлкәһендә лә әүҙем эшләне шағир: повестарын, хикәйәләрен, балалар өсөн әкиәттәрен барлыҡ уҡыусылар ҙа яратып ҡабул итте.
“Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Йылғалар һөйләшә”, “Ҡара һыуҙар”, “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Ярлыҡау”, “Ауыл адвокаттары”, “Ғүмер миҙгелдәре”... Күп улар. Уларҙың бөтәһе лә үҙебеҙҙә йәшәүгә хоҡуҡ һәм ғүмерлек прописка алды, унан – ут күршеләр ҡабул итте, сит батшалыҡтарҙы ла айҡаны, үҙәк нәшриәттәрҙе лә үҙ итте.
Әҫәрҙәре менән Әҙип нисек йәшәргә өйрәтмәне, бары йәшәүҙең матурлығы, мәғәнәһе менән һоҡландырҙы, һыҙландырҙы, яраттырҙы. Китаптары аша тормошта үҙен раҫланы. Уларҙы уҡып, донъяға айнығыраҡ, асығыраҡ, уяуыраҡ, уйлыраҡ күҙ менән ҡарайһың, кешеләргә рәхимлерәк, йомартыраҡ, ә үҙеңә талансаныраҡ та булаһың.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, дәүләт һәм хужалыҡ етәкселәре араһында Мостай Кәрим айырым иғтибар күрһәткән (мәҡәләләрендә яҙған, сығыштарында әйткән) шәхестәр күп булды. Был арҙаҡлылар исемлегендә төрлө тарихи дәүерҙәрҙә йәшәп киткәндәр ҙә, үҙе күреп белгән, аралашҡан замандаштары ла байтаҡ. Улар ҡатарында әллә күпме яҡын дуҫтары, яуҙаштары, ҡәләмдәштәре, рухташтары... Әҙип уларҙың һәр береһе хаҡында йылы һүҙ әйтеүҙе урынлы тапты, уңыштарына бергә ҡыуанды, табыштарынан көнләшмәне, ихластан һөйөнә белде, өлгәшкәндәрен әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең һәм илебеҙҙең дөйөм милли ҡаҙанышы тип уҡыусыларға танытты.
***
Тарихта иҫ киткес тап килеш тиһәң дә, юғары илаһи көстәр тарафынан һайланмыш заттарҙың яҙмыш-өлөштәренә тәғәйенләнгән ғәжәйеп серле хәл тиһәң дә аҙ һымаҡ... Әммә, башҡорт әҙәбиәте тарихында бәхәсһеҙ бер факт бар. Ул шунан ғибәрәт: бөйөк мәғрифәтсе-шағир Аҡмула Златоуст өйәҙенең Миәсс ҡалаһы янында 1895 йылда ялланған юлбаҫарҙар ҡулынан фажиғәле рәүештә һәләк була. Тап шул йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Әсән ауылы муллаһы Мөхәмәтзакир ғаиләһендә Шәйехзада тигән бер ир бала – башҡорттоң буласаҡ бөйөк шағиры Ш. Бабич донъяға килә. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ул талант эйәһенә ни бары 24 йыл ғына ғүмер бирелгән булып сыға – 1919 йылда Шәйехзада Бабич Йылайырҙа ҡыҙыл ғәскәрҙәр (Смоленск полкы) ҡулынан һәләк ителә. Йәш ғүмере хәтәр синфи көрәш утында янған был ярһыу талант эйәһенә алмашҡа тигәндәй тап шул 1919 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Келәш ауылында урта хәлле Сафа Мөхәмәтсадиҡ улының Мостафа исемле малайы тыуа. Был даланлы улан – башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәтенең буласаҡ даһийы Мостай Кәрим ине.
Аҡмулла – Бабич – Мостай... ХIХ–ХХ быуаттар һандалында һыналып та, утлы-дауыллы солғаныштарҙа ҡалып та бирешмәгән башҡорт шиғриәтенең алтын бағаналары ул: Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим. Уларҙың әҙәби мираҫтары үлемһеҙ.
Аҡмулла менән Бабич тураһында, әлбиттә, Мостай Кәримдең үҙ ҡарашы, үҙ фекере билдәле. Үҙенән алдағы фажиғәле яҙмышлы, әммә халҡыбыҙ күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған бөйөк рух илселәре хаҡында ул һис шикһеҙ тәрән уйланған. Был турала М. Кәримдең яҙмалары асыҡ дәлилләй.
1981 йылда мәшһүр башҡорт мәғрифәтсеһе һәм сәсән-шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләгән осорҙа. “Кызыл таң” гәзите М. Кәримгә Аҡмулла тураһында үҙенең фекерен белдереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Мостай ағай үҙ заманында әҙәбиәтебеҙ тарихын төплө өйрәнгән һәм дөйөм әҙәби процесты даими күҙәтеп барыусы әҙип булараҡ, матбуғатта үҙенең етди уй-ҡарашын уҡыусылар иғтибарына еткерә. Бына ул гәзиттә донъя күргән яҙманан өҙөк: “Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу уңайы менән үткәрелгән был юбилей, беренсе сиратта, халыҡтың үҙ мираҫына, үткәндәге рухи ҡаҙаныштарға хөрмәт күрһәтеүҙең бер билгеһе ул. Әлбиттә, Аҡмулланың ижады, тарихи шарттарҙың сикләнгән булыуы сәбәпле, үҙ ваҡытында ла, унан һуңыраҡ та халыҡҡа киң таралып өлгөрмәгән. Шулай ҙа уның яҙған шиғырҙары ул ваҡыттағы зыялыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Бының дәлиле итеп, мәҫәлән, Риза Фәхретдиновтың Аҡмуллаға биргән баһаһын килтерергә мөмкин. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури һәм Шәйехзада Бабич, татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡай, ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең данлыҡлы вәкилдәре Абай Ҡонанбаев, Сәкен Сәйфуллин Аҡмулла ижадына мөрәжәғәт итәләр һәм уның шиғри үрнәктәренән файҙаланалар...
...Дөрөҫлөк йәнә шуны талап итә: беҙ, бөгөнгө әҙиптәр һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Аҡмулланың ижадын, рухи мираҫын киң халыҡ ҡатламдарына еткереү өҫтөндә күп эшләргә тейешбеҙ әле. Юбилей үткәндән һуң да уның ижадына ҡарата иғтибар кәмергә тейеш түгел. (“Кызыл таң”, 1981 йыл, 27 ноябрь). Аҡмуллаға бына шундай хаҡ баһалы юлдар арнап, Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк мәғрифәтсе шағирына оло ихтирамын белдерә.
Ә Шәйехзада Бабич тураһында Мостай ағай уның ижадына тәрәнерәк тә үтеп, төплө өйрәнеп тә яҙҙы. Бабичтың шиғри фекер бөйөклөгөн, талант ҡеүәһен асыу менән бер ҡатарҙа М. Кәрим, нескә һәм үтә һиҙгер әҙәбиәт ғалимы кеүек эш итеп, Бабичтың ижадына ныҡ иғтибарлы, һаҡсыл ҡарашта булырға саҡыра: “Уның тураһында эреһен – эрегә, вағын – ваҡҡа, алтынын – алтынға, баҡырын баҡырға айырмай, бөтәһен бер өйөмгә өйөп һөйләү, бер көйгә көйләү шағирҙы монар аша төҫмәрләнгән шәүләгә, таушалған мифҡа әүерелдереүгә килтерер ине. Уның мираҫы иһә – тере инеш, шәхесе – реаль, тарихи. Уның ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә (туғыҙ йыл) ғәжәйеп осоштар, йәғни күктәргә олғашыуҙар ҙа, түбәндәрәк кәйелеүҙәр ҙә булды... Ә инде ҡайһы бер ваҡ шаярыуҙар, ирмәк һүҙ уйнатыуҙар, телмәр йәки нотоҡҡа тартымыраҡ нәмәләр, айға менеүҙе, ҡояшҡа үрләүҙе дәғүә итмәй, үҙ урындарында ҡалырға һәм үҙ кимәлдәрендә баһаланырға тейеш. Уларҙа заман күренештәре. Ошо рәүешсә айырып ҡарау булғанда, “ап-аҡ алтын йырҙар” оторо сағыу балҡыясаҡ, оторо көслө яңғыраясаҡ”.
Ш. Бабич образын асыуҙа Мостай Кәримдең үҙ концепсияһы бар. Уға тарихи ваҡиғалар эсендә ҡайнаған Бабич ябай ғына яугир, хәрби хәбәрсе генә түгел, ә уның ярайһы уҡ уҡымышлы, төплө ҡарашлы, үҙ фекерле, үҙ баһаһын белгән сәйәси шәхес, үткер публицист шағир икәнлеге лә мәғлүм. Ш. Бабичтың бына тап шундай булғаны өсөн дә М. Кәрим уны шып-шыма ғына ыҫпай бер егет, бер яҡлы көрәшсе, йәмәғәтсе – Башҡорт хөкүмәте Шураһы (Советы) секретары итеп кенә күреүҙән алыҫ. Мостай Кәримдең Бабичы – ҡатмарлы шәхес. Милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, яңы, ирекле тормош өсөн көрәшкә күтәрелгән ялҡын йөрәкле шағир, музыкант, декламатор; үҙе мулла балаһы була тороп, дингә ҡарата ла уның үҙ ҡарашы, үҙ аршыны (“Әллә Алла, әллә Иблис алдалай?”).
“Бабич... ул беҙҙең йөрәктәрҙә һүнмәҫ яҡты сыраҡ та, уңалмаҫ яра ла булып йәшәй. Эйе, сыраҡ та, яра ла...” – тип яҙҙы М. Кәрим Бабич хаҡында әрнеп “Ал да сәс нур халҡыңа” тигән мәҡәләһендә, – хатта уның һәләкәте лә ижадын һәм тормошон аңлата, асыҡлай... Уның йәшәүе, ижады, һәләкәте – тотош бер балҡыш, бер оран, бер моң, һәм беҙ уны шулай ҡабул итәбеҙ ҙә”.
Мостай Кәримдең “Бабич өнө” шиғыры уҙған быуаттың аҙағындараҡ (1995) яҙылыуы менән дә уйландырып ҡуя: Мостай ағай Бабич хаҡында шуға ҡәҙәр ҙә бик яҡшы белгән дәбаһа. Ә әҫәр байтаҡ һуңғы осорҙа ғына яҙылған. Тимәк, булған (билдәле) сығанаҡтарҙы өйрәнеү, фекер төйнәү процесы барғандыр тип тә фаразлап була. Икенсе яҡтан уйлағанда, Бабич хаҡында еңел-елпе генә яҙып булмағандай, М. Кәримдә Бабичҡа ҡарата булған юғарылыҡ үлсәме яуаплылыҡты көсәйткән генәлер. Һәм ул Бабич тураһындағы һуңғы һүҙен әйтергә ашыҡмағандыр.
Шул уйланыуҙары осоронда М. Кәрим Шәйехзаданың “Йәш шағирҙың ҡәбер ташында” тигән шиғырына (1916 й.) килеп төртөлә. Әҙип йәнә уйға бата булыр: нисек инде – әйтәйек, егерме бер йәшлек егет үҙенең алдағы фажиғәле тәҡдирен өс йыл алдан уҡ һиҙгән булып сығамы ни?!
Тормошта ғәжәп тә, сәйер ҙә ҡабатланыш түгелме ни? – Мостай ағай үҙе лә бит әле Бөйөк Ватан һуғышынан өс йыл алда (1938 й.) “Дуҫтың үлеме” шиғырында: “Ул, ауыр һулап, түшенән/ Комсобилетын алды,/ Һәм билетының тышына/ Тәңкә булып ҡан тамды...” – тип яҙғайны. Бөйөк Ватан һуғышында инде үҙенең йөрәк тапҡырында ятҡан комсомол билетын дошмандың мина ярсығы тишеп үтә. Был хаҡта шағирҙың “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” исемле шиғыры ла (1954 й.) уҡыусыларға яҡшы таныш.
Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә М. Кәрим Мәскәүҙә СССР ижади ойошмаларының берлектәге конференцияһында (1985 йыл, 10 апрель) һөйләгән телмәрендә һуғыш хәтирәләрен шулай иҫкә алғайны: "Ғөмүмән, ҡарт Европа хәҙер хәтерһеҙгә әйләнде. Был хәл бигерәк тә йәл, әлбиттә. Ҡырҡ йыл элекке ялҡын аша мин иһә һаман да шул йәш һалдаттарҙың тирле йөҙҙәрен күрәм, һәләк булыусыларҙы иҫкә алып йәш ҡоям... Көнбайышҡа беҙҙе бөйөк ярһыу менән бөйөк үс әйҙәне. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙҙың емереклектәрен уҙған саҡта беҙ дошман тарафынан яндырылған торлаҡтарыбыҙ, һәләк ителгән балаларыбыҙ өсөн ҡон ҡайтарырға ант иттек. Ләкин көнө килгәс, беҙ үс алырға һәләтһеҙ булып сыҡтыҡ. Ҡон юлларға теләмәнек. Һуңғы маҡсатыбыҙ беҙҙең үс ҡандырыу түгел ине. Германияға, хатта ки Германияның үҙенә, беҙ язалаусылар рәүешендә түгел, ә азатлыҡ илтеүселәр сифатында килдек. Һәм беҙҙең һалдат ят илдең ят балаһын йәлләп үҙ күкрәгенә һыйындырҙы... Мин һөжүм ваҡытында дошман минаһы ярсығы менән тишкеләнеп, йөрәгем ҡанына һуғарылған комсомол билетымды һәм яҙыусылыҡ танытмамды ҡәҙерләп тотам. Уларҙы мин иҫтәлек өсөн генә түгел, ә тәүге мәртәбә һәм иң ахырғы тапҡыр үҙем һайлаған тормош һәм идея позицияларымда нисек итеп тайшанмай торорға кәрәклегемде, ҡулыма ҡәләм тотҡан килеш хәйләләшмәҫкә, ялағайланмаҫҡа, яманлап һөйләмәҫкә, юҡ-бар сәйнәмәҫкә тейешлегемде үҙемә иҫкәртеп тә һаҡлайым. Әгәр ҙә яҙа баҫһам йәки хәйләләһәм, минең шәхесемде раҫлаусы был төп танытмаларым мине танымай башлаясаҡ...”
Әле Бөйөк Еңеүгә 80 йылға яҡын ғүмер үтһә лә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 1985 йылдағы әйткән һүҙҙәре бөгөнгө заманыбыҙға ниндәй ауаздаш һәм актуаль иҫкәртеү булып яңғырай!
Ә инде Бабич менән Мостай Кәримдең юғарыла телгә алынған ике шиғырына әйләнеп ҡайтһаҡ, һәр икеһенең ижадындағы һәм яҙмыштарындағы уртаҡ хәл-кисерештәрҙе сағылдырмаймы ни улар?! Әйтәйек, 21 йәшлек Бабич үҙенең өс йылдан буласаҡ ҡотолғоһоҙ һәләкәтен алдан тойоп (юрап?) шиғыр яҙған булһа (“Йәш шағирҙың ҡәбер ташында”), 19 йәшлек М. Кәрим дә дошман пуляһы комсомол билетын тишеп үтеп йәне ҡыйылған яугир яҙмышын тасуирлап “Дуҫтың үлеме” шиғырын (1938 й.) – бәләне саҡырған кеүек! – яҙғандан һуң биш йылдан үҙе менән дә тап шул уҡ хәл ҡабатлана бит (1942 йылдың 25 авгусында күкрәгенә ауыр йәрәхәт ала).
Осраҡлы тап килеүме былар, әллә һиҙемләүме? Мистикамы, әллә илаһи көстәрҙең алдан киҫәтеүеме (эшкәртеүеме)?
Нисек кенә булғанда ла... Мостай ағайҙың үҙе әйтмешләй, “әҙәм яҙмышының серҙәрен асып бөтөрөү мөмкин түгел. Ундай һәләт беҙгә бирелмәгән. Тик самалап һиҙемләй генә алабыҙ...”
Әҙип үҙен Бабичтың ижад ғүмерен дауам итеүсе, унан рухи эстафетаны алып ҡалыусы булараҡмы, бер мәлдә өлкән уҙағының (йәғни Шәйехзаданың) өнөн ишеткәндәй була. Уяуҙағы кеүек ап-асыҡ ишетә ул мәңгелек ғазапҡа дусар ителгән Шағир өнөн. Был илаһи көстәр тарафынан тыуҙырылған мөғжизә лә, төштәге һаташыу ҙа түгеллеген аңлай Әҙип. Шуны белгәнгә күрә, ул ҡапыл тыуған был сәйер хәлде туҡтатырға ла, нимәлер эшләргә лә ашыҡмай, бер ниндәй ҙә ҡарарға килмәй: йыһандан һарҡылған өндө нисек ишеткән – шул килеш һеңдерә күңеленә; яғымлы сәйер өн уны ҡурҡытмай ҙа, һиҫкәндермәй ҙә. Һәм Әҙип ҡапыл бер нәмәгә төшөнә: яҡында ишетелгән өн – Шәйехзаданың әруахы ул; кисерелгән ғазап булып, әйтелмәй ҡалған васыят булып, яҙылмай ҡалған шиғыр, йырланмаған йыр, утлы заманының бөгөнгө быуындар алдындағы һағыш ҡатыш үкенеү-әрнеүҙәре булып үрһәләнгән йәне. Тоноҡ та, әммә зиһенде арбарлыҡ ипле генә моң булып ағыла был өн. Әйтерһең, ул Әҙиптең эсендә, күңел түрендә ағыламы ни?! Уны бары тойорға, һиҙемләргә, күңел һағы аша бары тик үҙ туған телеңдә төшөнөргә генә мөмкин. Әҙип әллә ниндәй йылы бер хис тулҡынында сайҡалғандай, берсә боҙланды, берсә ҡуҙланды. Әммә уны тыйманы ла, туҡтатманы ла. Атҡан таң һарыһы менән өн, үҙе әкренләп, һүрәнләнә барып тымды... Һәм, ниһайәт, башҡорт ғәскәренең хәрби хәбәрсеһе, гәзит мөхәррире Шәйехзада Бабич күп тапҡырҙар үтеп-кисеп йөрөгән Йылайыр йылғаһы бөгөлөндәге Түңәрәк туғайҙа тигеҙ генә ҡалҡып сыҡҡан ҡурпы үлән кеүек ҡупшы хәрефтәр аҡ ҡағыҙ битендә теҙелеп китте:
Бабич өнө
Мостай Кәрим
Ай нурына манып, йырҙар теҙҙем,
Халҡым өсөн, тинем, яҙғаным.
Нур өләшеп, ҡараңғыла ҡалдым,
Мин бисара – Шәйехзадамын.
Дан татыным. Уртаһында булдым
Ел-дауылдың, бәлә-ҡазаның,
Илем өсөн ҡаныма сәсәп ауҙым,
Үкенмәйем – Шәйехзадамын.
Заманымдың барлыҡ ҡылғанына
Үҙем – аҡлау, үҙем – язамын,
Егерменсе ошо быуат – мин ул.
Мин – Бабичмын, Шәйехзадамын.
Мостай Кәримдең оҙаҡ йылдар алып барған “Көндәлектәр”ендә ошондай яҙыу бар:
“21.02.95. Ике көн яҙмаларымды дауам иттем. Кисә көтмәгәндә “Бабич өнө” тигән шиғыр яҙҙым. Күрәһең, күптән күңелдә йөрөгәндер. Мусаға оҡшаны. Өс кенә строфа. ХХ быуатҡа киңерәк характеристика биреп, һуҙырға ла мөмкин булыр ине. Шыйыҡланыр, тип уйланым. Көтмәгәнерәк концовка килеп сыҡты. Шул еткәндер: “Егерменсе быуат мин ул...” (“Әҫәрҙәр”, 10-сы том. “Китап”, Өфө, 2019. 247-се бит).
***
Ысын һәм ихлас дуҫтар бик күп булмай, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ та барҙыр. Әммә Мостай ағайҙың ғүмерлек тип әйтерлек тоғро дуҫтары күп ине. Йән тартҡан, күңел ятҡан ижадташтарын ул үҙенең көндәлек яҙмаларында ла һағынып иҫкә ала: Александр Твардовский, Михаил Дудин, Ярослав Смеляков, Николай Атаров, Әсхәд Мохтар, Семен Данилов, Виль Липатов, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Константин Симонов, Давид Кугультинов. Абдижәмил Нурпеисов, Сыңғыҙ Айытматов, Елена Николаевская, Михаил Алексеев, Ғариф Ахунов, Муса Ғәли һ.б.
Ярайһы уҡ оҙон ғүмер йомғағын тағатҡанда иң яҡын дуҫлыҡ хистәре шулай ҙа дүрт туғандаш халыҡ – авар, балҡар, башҡорт һәм ҡалмыҡ халыҡтары – вәкилдәренең йөрәгендә нығыраҡ һаҡланғандыр. Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Мостай Кәрим һәм Давид Кугультиновтарҙың оҙайлы дуҫлығы киң илебеҙҙең барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәренә лә яҡшы билдәле ине. Уларҙың дуҫлығы хаҡында күп яҙҙылар, легендалар һөйләнде. Күренекле рус шағиры Ярослав Смеляков айырылғыһыҙ дуҫтарға шиғыр арнаны. Был турала Мостай ағай үҙе лә теркәп ҡуйған икән. 1985 йылда ул Мәскәү дауаханаһында ятҡанда, Рауза апай Ҡайсын Кулиевтең вафат булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәс, Мостай Кәрим үҙен ситлектән сыға алмай үрһәләнгән ҡош кеүек хис итә: “... Ҡайсын тураһында ул хәбәр көтөлә ине. Бына аҡрынлап ҡайғы баҫа килә, баҫа килә... Ерләүгә бара алмайым. Үҙемдең хәлем бигүк шәптән түгел. Врачым, барыу мәсьәләһен әйткәс, ҡырт киҫте.
Ярослав Смеляков үҙенең бер шиғырында беҙ дүртәүҙе – Ҡайсын, Рәсүл, Давид, мин – бер арбаның дүрт тәгәрмәсе, бер юртаҡтың дүрт дағаһы тип яҙғайны. Бер күсәр һынды. Бер тәгәрмәс ситкә тәгәрәне, бер даға осоп китте. Өсәүебеҙ генә тороп ҡалдыҡ.
Йыназаға барыу-бармау хаҡында врач менән ризалаштым да, бәлки, аҙаҡтан үкенергә лә тура килер. Иҫән ваҡытта Ҡайсынға ҡарата иғтибарлы булдым. Был йәһәттән үкенесем юҡ кеүек.
Тышта ел. Эстә – хәсрәт”.
Был дүрт әҙип дуҫлығының илебеҙҙәге халыҡтар дуҫлығын да кәүҙәләндереүе “Дуҫлыҡ арбаһы”ның иң һуңғы тәгәрмәсе, юртаҡтың иң һуңғы дағаһы Давид Кугультиновтың 2005 йылдың көҙөндә Мостай Кәрим исеменә ебәргән хушлашыу һүҙендә тағы ла тәрәнерәк асыла: “...Я остался один, последний из четырех колес “поэтической телеги”, как назвал нас когда-то великий русский поэт Ярослав Смеляков.
Пусть же не сочтут за высокопарность, если я скажу, что не Мустая Карима не стало, но части неизмеримой души башкирского народа, ибо он не только был частью, но и создателем ее. А без Башкирии сейчас не мыслима Россия. Мустай Карим был великий поэт, писатель, побыв наедине с которым ты потом ощущал себя мальчишкой, карманы которого добрый дядя наполнил сказочными сладостями. Он мог утешить, он мог убедить и, наконец, одарить крыльями.
Заканчиваю это прощальное слово уверенностью, что выдающийся, смелый, умный башкирский народ, может быть, в какой-то степени в сегодняшнем виде созданный и Мустаем Каримом, воздаст ему достойно, как и все народы России. Ведь помнять же Салавата Юлаева. Столько же будут помнить и его. Вечная память другу моему!”
Ошо урында, яҙмабыҙ нисек кенә оҙонға китмәһен, Мостай ағайҙың яҡын дуҫтарының береһе, рус әҙәбиәтенең танылған ҡәләм оҫтаһы Михаил Алексеевтың фекере менән юғарыла әйтелгәндәрҙе нығытып ҡуйғы килә. Сөнки ул, беҙҙең өсөн “оло ағай” вәкиле булһа ла, үҙен “бүтән милләт әҙиптәренән бер башҡа юғарымын икән” тигән уйҙа йөрөмәгән тиң ҡәләмдәшебеҙ булды: “...Әҙәбиәттә һәр кем үҙ юлы менән китте, әммә (йәнә фронттағыса) бөтәбеҙ ҙә – бер маҡсатта. Әҙәби ижадта беҙ илле йыл гел бергә хеҙмәт иттек, уртаҡ ватаныбыҙ Рәсәйҙе данлап китаптар яҙҙыҡ, бер-беребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәнек. Миндә башҡорт халҡына ҡарата һөйөү тойғоһо айырыуса көслө, ни өсөн тигәндә, бер ваҡыт башҡорт Мостай беҙҙе, миллионлаған төрлө милләт кешеләрен, бер һүҙе менән берләштерҙе, бер шиғри юлда бөтәбеҙҙең дә уй-хистәребеҙҙе әйтеп бирҙе: “Рус түгелмен, ләкин россиян мин!..”
Бала сағынан туған халҡының һәм Башҡортостанда йәшәгән бүтән халыҡтарҙың йыр-моңдарын, аһ-зарҙарын ишетеп, тыңлап, күңеленә һеңдереп үҫкән ҡайнар хисле, тәрән тойғоло, һиҙгер йөрәкле шағир...
Ғәрәсәтле һуғыш юлдарын үткән, ҡаты яралар алып, әжәл менән байтаҡ алышҡан яугир, ил һаҡсыһы...
Ғаилә башлығы, һөйөклө балаларына хәстәрлекле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә – яратҡан олатай...
Ил улы, Ил азаматы, Ил терәге...
Ил ни күрһә, шуны күреп, оҙон ғүмер юлы үткән ябай кеше...
Нәҫел-нәсәбе юғары ҡатламдан сыҡмаған ябай кеше булараҡ, Мостай Кәрим ғүмере буйына йыр яратты. Айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп, онотолоп тыңлар ине. Үҙе йырламаны, мәгәр күңеле тулы йыр ине. Йырға мөнәсәбәте халҡына мөнәсәбәте менән бер ине. Был хаҡта шик тә юҡ. Мостай ағай үҙе лә “Йырҙар иҫтәлеге” тигән хәтирәләрендә был турала асыҡтан-асыҡ фекерҙәре менән уртаҡлаша: “Ғүмер буйы йыр минең йәнемде тетрәтте, зиһенемде дауаланы. Дәрттәремә, һағыштарыма үлсәү булды. Хәйер, үҙем ошо көнгә тиклем эсемдәге моңдо йыр итеп тышҡа сығарғаным юҡ. Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән, әммә күңелемде һаңғырау итмәгән. Ишетә ул. Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле!..”
Мостай ағайҙың “үҙемдеке” генә тип һанаған йыры ла бар ине. Ул “Бейеш” йыры: “Был минең йырым. Үҙемдеке”, – тип аныҡлай аҡһаҡал. “Бейеш”те йәш сағында ишеткәне булһа ла, һуғыштан һуң, үпкәһендәге яраһынан йүнәлеп китә алмай Өргөн күле буйында ҡымыҙ менән дауаланып ятҡанда Рауза апай йырлап, уға ошо йырҙы бүләк итә. “Миңә яңы дәрт өҫтәлә, дарманым арта. Йырға эйәреп барғанымда яңы һулышым асыла. Мин инде үҙемдән дә йәшерәкмен... Әйтерһең, артымда һуғыш та, ғазаптар ҙа, әжәл янауы ла булмаған...” Шул осорҙан алып “Бейеш” йыры Мостай ағайҙың үҙенең генә һәм уларҙың ғаилә йыры булып китә.
Учалының мәшһүр йырсыһы Абдулла Солтанов башҡарыуында тыңлаған “Томан” йырына ла Мостай ағайҙың битараф түгеллеген мин аҙағыраҡ аңланым. Был йыр улы Илгизгә арналған шиғырында эпиграф итеп тә алынған. Шиғырҙа һығымта ябай ҙа, бөйөк тә:
Көйө бар әҙәмдәр көй көйләһен,
Тартынмаһын, ундай һәләт булғас.
Иман итеп шуға ышанайыҡ:
Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ.
Китапта Мостай ағайҙың әсәйенә, ғүмер юлдашы Рауза апайға, улы Илгизгә, ҡыҙы Әлфиәгә, ейәне Тимербулатҡа арнаған әҫәрҙәре күп кенә. Шиғырҙарында – йөрәк хистәре, йөрәк һыҙланыуҙары: әсәһенең улын яуҙан көтөп, аҙаҡ алыҫ сәфәрҙәрҙән ҡайтырын көтөп аңҡы-тиңке булыуҙары, борсолоу-һағыштары; улын төшөндә күрһә лә иҫән йөрөүенә өмөтләнеп йыуаныуҙары...
Ә һөйкөмлө ҡатыны Рауза апайҙы, шағир “донъялыҡта донъя йәмләп”, ғаиләне инә ҡорттай бер күскә туплап, өй ҡотон һаҡлап йәшәүсе сифатында һынландыра...
Әлфиә Мостай ҡыҙы үҙе хаҡында артыҡ күп һөйләп бармай. Атаһының 85 йәше тулыу айҡанлы “Йәшлек” гәзитенә биргән интервьюһында ла (2004 йыл, 19 октябрь) ул күберәк атай-әсәйе тураһында һөйләй: “Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙебеҙ хаҡында бик һөйләргә яратмайым. Беҙҙе тыйнаҡ итеп тәрбиәләнеләр. Атайым үҙе лә тыйнаҡ, ғәҙел, йомарт, көслө кеше. Әсәйем дә тәбиғәте менән йыйнаҡ, тыйнаҡ кеше булды. Нисектер улар беҙҙе, шулай булығыҙ, тип ҡәтғи өйрәтеп тә үҫтермәне, ә үҙҙәре миҫалында, эштәре, ҡылыҡтары менән тәрбиәләне. Нисектер бөтәһе лә тәбиғи рәүештә килеп сыҡты. Улар беҙҙе артыҡ иркәләне, боҙҙо тип әйтә алмайым. Улым Тимербулат та ҡартатаһы тәрбиәһендә үҫте... Атайым – ул ижады һәм тормошо гармонияла булған кеше. Әҫәрҙәрендә – уның ғүмер юлы. Беҙҙең ғаиләлә балаларға тиң кешеләргә ҡараған кеүек ҡарала. Күңелде һаҡһыҙ рәнйеткән кеше булманы. Йылылыҡты тойоп үҫтек... Беҙҙең ғаилә өсөн атайым – иң аҡыллы кеше. Беҙ уның менән һәр саҡ фекерләшеп, кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Ул үҙе лә беҙҙең менән кәңәшләшә. Мин уның менән фекер алышып йәшәй алыуыма ҡыуанам. Элегерәк булһа, мин был хаҡта әйтергә тартыныр инем, хәҙер һис уңайһыҙланмай әйтәм: атайым – ҙур ижадсы! Ә минең өсөн ул – иң тәүҙә иң һәйбәт атай”. (Лариса Абдуллина әңгәмәләште).
Ҡыҙы Әлфиәнең бына тап шундай тәрбиәле, итәғәтле, кеселекле, ғорур һәм үҙ фекерле булғаны өсөн дә Мостай Кәрим уға ана ниндәй шиғри юлдар арнаған:
“Мин үҙемә үҙем кәрәк түгел,
Кәрәкмендер, бәлки, бер балама –
Оҙон-оҙаҡ ғүмерҙәрем буйы
Мине терәп торған бағанама...”
Бына шулай: ҡыҙы Әлфиә Мостай Кәрим өсөн иң яҡын, ғәзиз кеше лә, иң ышаныслы терәк тә, серҙәш һәм рухташ та була.
***
Мостай Кәрим шәхесе һәм уның ижад мираҫы хаҡында барлыҡ белгәндәреңде һәм уйҙарыңды бөтәһен дә бер юлы һөйләп тә, ҡағыҙға төшөрөп тә бөтөрөү мөмкин түгел. Әйткәнебеҙсә, ул күп ҡырлы, киң ҡоласлы ижадсы булды.
Мостай Кәримдең ижады һәм донъяға ҡарашы тураһында үҙе иҫән саҡта уҡ монографиялар һәм айырым китаптар сыҡһа ла, яҙыусы-художник, яҙыусы-философ булараҡ, ул тулыһынса асылып бөткән тип булмайҙыр әле.
Шәхес булараҡ Мостай Кәримдең ижади портретын тормоштағыса бөтә тулылығында тергеҙеү, күҙаллау өсөн хәҙер инде уның үҙенең ҡараштары менән, көндәлек яҙмаларында һибелеп ҡалған фекерҙәре менән байытып, сағыштырып өйрәнеү ҙә күп нәмәләргә асыҡлыҡ индерер, олуғ шағир һәм аҡыл эйәһенең рухи донъяһы тураһында әҙәбиәт һөйөүселәрҙең мәғлүмәтен һис шикһеҙ тағы ла ишәйтер ине.
Бер йылды шулай Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөткән 158-се гимназияла осрашыуҙа беҙгә “Мостай Кәрим кем ул һеҙҙең өсөн?” тигән һорау бирҙеләр. Уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта бик урынлы, уйландыра торған һорау ине был. Әйтәйек, ишетелгән яуаптарҙың күптәр өсөн фәһемле лә булыу ихтималлығы бар. Әле үҙемдең шул мәлдә гимназистарға биргән яуабымды яҡынса ғына иҫкә төшөрәм: “Минең өсөн Мостай Кәрим – иң беренсе сиратта, остазым ул. Замандашым да, сөнки мин уның менән байтаҡ йылдар бергә йәшәп, бер дәүерҙә – уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып ХХI быуаттың биш йылын – бер әҙәбиәт ҡаҙанында ҡайнаныҡ. Мостай ағай фекерҙәш тә, оло ҡәләмдәш тә, яҡын кеше, серҙәш тә булды. Ҡайһы бер донъяуи, тормош-көнкүреш мәсьәләләрендә ул миңә шылтырата, йә өйөнә саҡырыр ине.
Минең өсөн Мостай Кәрим йәнә – ижады менән үлемһеҙ бөйөк шағир, бөйөк шәхес, бөйөк Ил улы ла. Ил улы тигәнде бер аҙ аңлатып үтәм: 1990 йылдарҙағы үҙаллылыҡ, республика суверенитеты өсөн көрәш мәлендә Мостай Кәрим милләтебеҙ өсөн аҙ эшләмәне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡаршыһында сығыш яһап, республикала йәнә бер дәүләт теле – башҡорт теле булырға тейешлеген бик матур, аныҡ ҡына итеп төшөндөрөп биргәс, сәйәсәт бизмәне ыңғай яҡҡа ауышты. Мостай Кәримдең абруйы башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән ҡанлы көрәштәр һәм сикһеҙ юғалтыуҙар аша килгән изге хыялын – үҙ аҫаба ерендә үҙенең телендә һөйләшеп йәшәр дәүләтле булыу теләген – тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес роль уйнаны. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ рус теле менән бер ҡатарҙан ҡабул ителде. Был фактты һис кенә лә оноторға ярамай.
Ниһайәт, Мостай Кәрим – башҡорт халҡының ғорурлығы, дөйөм төрки халыҡтары шиғриәтенең дә сағыу бер вәкиле булараҡ, бөтә донъя кимәлендә яҡты һәм һүнмәҫ рухи маяҡ. Киләсәктә башҡорт ерендә Рәсәй һәм төрки телле әҙәбиәттәр кимәлендә бөйөк авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың “Аҡ торналар” фестивале тибындағы Мостай Кәрим шиғриәте байрамын үткәреү фарыз бит! Һәм быға Мостай Кәримдең шиғриәте тулыһынса хаҡлы! Мостай Кәрим шиғриәтен оло форум кимәлендә күрһәтеп, башҡорт халҡы үҙен, мәҙәниәтен һәм телен дә бөтә донъяға танытыр.
“Кеше. Шағир. Шәхес” тинем һүҙемдең башында. Ә ул шағир ғына түгел. Ябай ғына кеше лә түгел. Хатта шәхес кенә лә түгел. Шул билдәләмәләрҙең бөтөнөһө бергә булғанда ғына уның тулы ижади портреты, тәбиғи булмышы күҙ алдыбыҙҙа төҫмөрләнәсәк. Ә ул ошо сифаттарҙың барыһын да берләштереп йәшәгән, ижад иткән зат ине.
Әҙиптең әҫәрҙәре ҡайһы ғына осорҙа тыуған булһалар ҙа, һәр береһе – шағирҙың бер миҙгеле, көнө, мәле; аҡыл эйәһенең тапҡыр фекере, уйҙары, күҙәтеүҙәре, һығымталары; кешенең ҡатмарлы ла, хәүефле лә, еңеүле лә, хәйерле лә, табышлы ла ғүмер юлдары; замандашыбыҙҙың биниһая тойғо-кисерештәре, тормош һабаҡтары...
Шағир донъяһы – асылып бөтмәҫлек сер. Уларҙы, яйлап-яйлап, артабан да беҙгә, уҡыусыларына асырға ҡала.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
май, 2024 йыл.
(Мәҡәлә 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 10-сы һанында баҫылды)