Ә бына 1945 йылда Берлин ҡалаһында Гитлерҙың бункерын алған башҡорт командиры, подполковник Исхаҡ Ғүмәров тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров 1912 йылда Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылында тыуған. 1932 йылда ул Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан тау-металлургия техникумына уҡырға инә. Бер йылдан Ҡаҙан ҡалаһындағы татар-башҡорт хәрби мәктәбендә уҡый башлай. Хәрби мәктәпте Исхаҡ Иҙрисов 1936 йылда тамамлай. Ошо осорҙан алып ябай ауыл егете ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Хәрби мәктәптән һуң егетте Камчаткаға ебәрәләр, бында ул полк мәктәбендә взвод командиры була, артабан рота менән етәкселек етә. Һәләтле командирҙы Мәскәүгә М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияға уҡырға ебәрәләр. Академияны ул 1941 йылда, һуғыш алдынан ғына тамамлай.
1941 йылдың июленән Исхаҡ Ғүмәров Көнбайыш фронттың 120-се уҡсы дивизияһының 504-се уҡсы полкы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың Ҡыҙыл Армия өсөн ауыр һуғыштарҙа капитан Ғүмәров фронт һыҙығының алғы рәтендә йөрөй, үҙен ҡыйыу һәм тәүәккәл командир итеп таныта. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн уны Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим итәләр. “Наградной ҡағыҙы”нда уның батырлыҡтары тураһында былай тип яҙылған: “Капитан Гумеров работая начальником штаба полка не раз находился со своим штабом в исключительно трудных условиях, но всегда находил выход проявляя мужество и отвагу, сам лично уничтожая противника выводил свой штабной аппарат без потерь.
22 октября 1941 года после сильной авиационной и артиллерийской подготовки, противнику удалось переправиться через р. Зушь в районе Марс под Мценском и первая группа танков противника численностью до 22 штук пошли в обход правого фланга полка, а вторая группа танков до 24 штук с 2-я батальонами пехоты атаковали в стык между 3-м и 1-м батальонами угрожая окружением.
В это время капитан Гумеров был направлен на передовой наблюдательный пункт для управления огнем и боем подразделений полка и благодаря его умелому управлению, атаки танков противника были отбиты, где противник потерял 8 танков. 24 танка противника с 2-я батальонами пехоты подошли к наблюдательному пункту на расстоянии 200-300 метров, где находился капитан Гумеров, который взял на себя корректирование огнем из батареи и атаки танков и пехоты противника были отброшены, где противник потерял 5 танков и 50% личного состава, а образовавшаяся брешь между 3-м и 1-м батальонами была ликвидирована”.
Тәүәккәл офицерҙы тиҙҙән полк командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнҙәр, ә инде 1942 йылдың авгусында Ғүмәровҡа 284-се уҡсы дивизияһының 1045-се уҡсы полкы командиры вазифаһы йөкмәтелә, 1944 йылдың апреленән ул 1050-се уҡсы полкы менән командалыҡ итә. Батыр башҡорт командиры Мәскәү, Старлинград янындағы ҡанлы алыштарҙа, Днепр йылғаһы аша сығыуҙа, Көнбайыш Украинаны, Молдавияны һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1942 йылда уға майор, 1943 йылда - подполковник дәрәжәһе бирелә.
1945 йыл Германияның баш ҡалаһы Берлинды алыуҙа Советтар Союзы Маршалы Г.К. Жуков етәкселегендәге 1-се Белоруссия фронты төп роль уйнай. 5-се удар армияһы командующийы генерал-полковник Н.З. Берзаринға фашистарҙың үҙәк идара органдары баҫып алыу бурысы йөкмәтелә. 5-се армия составындағы подполковник Исхаҡ Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се уҡсы полкы 1945 йылдың апрель аҙаҡтарында Берлин ҡалаһында ҡаты һуғыштар алып бара. Ғүмәровтың полкы Трептов-парк, артиллеристар һәм танкистар ярҙамында Анхальт тимер юл вокзалын, үҙәк универмаг һәм "Европа" ҡунаҡханаһын ала. Бынан тыш, 1050-се полк авиация министрлығын, почтамт, гестапоны алыуҙа ҡатнаша. Бынан тыш Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се полкка Гитлерҙың бункерын һәм рейхсканцелярияһын алырға насип була.
Исхаҡ Иҙрис улы былай, тип хәтерләй: “Гитлерҙың бункерын һәм рейхсканцелярияны баҫып алыу бурысы 301-се һәм 248-се дивизияларға йөкмәтелгәйне (Ғүмәровтың полкы 301-се дивизия составында һуғыша – А.Я.). Апрель аҙағында минең полк башҡараларға ҡарағанда рейхсканцелярияға иң яҡын ерҙә урынлашҡан ине, 300 метр тирәһе. 30 апрель көнө кисек сәғәт биштә миңә 2-се батальон командиры майор Ф.К.Шапошников шылтыратты һәм “Ҡаршылағы йорттоң подвалынан аҡ флаг болғайҙар. Нимә эшләргә?”, - тип һорай. Мин: "атышты туҡтатырға" , тип әмер бирҙем. “Подвалдан немең һалдаты сыҡты, һаман да аҡ флаг болғай”, - тип майор Шапошников тағы хәбәр итте. Мин уға әҙерәк көтөргә бойорҙом. Тиҙҙән беҙҙең яҡҡа дүрт немец йүнәлде. Шаповаловҡа уларҙы команда пунктына килтерергә ҡуштым. Ошо хаҡта дивизия командиры полковник В.С. Антоновҡа хәбәр иттем. Оҙаҡламай дивизия командиры һәм дивизия штабы начальнигы полковник М.И. Сафонов минең команда пунктына килде. Немец парламентерҙары үҙҙәре менән таныштырҙы.
– Германияның яңы рейхсканцлеры Геббельстың референты полковник Хейнесдорф.
Беҙ, бер аҙ аптырап киттек. Гитлер ҡайҙа булған һуң? Ошо хаҡта һорап та өлгөрмәнек, икенсе немец үҙе менән таныштырҙы:
– подполковник Зейферт.
Уларҙы лейтенант (тәржемәсе Зегер) һәм винтовкаһының штыгына аҡ флаг таҡҡан ефрейтор оҙатып килгән ине. Немец полковнигы тәржемәсе аша үҙенең хәбәрен артабан дауам итте:
– 30 апрель, бер сәғәт элек, Гитлер үҙе ирке менән донъянан китте. Германиялағы бөтә власты ул рейхапрезидент грос-адмирал Денингҡа, рейхсканцлер Геббельс, партия фюреры Борманға тапшырҙы. Беҙ Геббельстың ҡушыуы буйынса һуғышты туҡтатыу тураһында һеҙҙең командалыҡ менән һөйләшеү өсөн килдек.
– Һеҙ Германияның капитуляцияһын иғлан итергә вәкәләтлеме? – тип һораны дивизия командиры.
– Юҡ, һеҙҙең юғары командование менән һөйләшеүҙәр башлау өсөн ҡоро ер ғәскәрҙәренең генераль штабы начальнигы генерал-майор Кребс һеҙҙең яҡҡа сығыу өсөн рөхсәт алырға тейешбеҙ.
– Ни өсөн ошондай мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн Геббельс Кребсты ғына һайлаған?
– Генерал-фельдмаршал Кейтель, генерал-полковник Йодль Берлинда түгел. Улар Берлинға ҡайта алмай, сөнки ҡала һеҙҙең ғәскәрҙәр тарафынан ҡулсаға алынған, – тип яуап бирҙе подполковник Зейферт.
Штаб начальнигы Сафонов көлөп ҡуйҙы һәм мыҫҡыллы йылмайыуын йәшермәйенсә, былай тине:
– Дөрөҫ әйткәндә, Гитлерҙы ла, Геббельсты ла һәм Борманды ла бөтәһе ташлап ҡасҡан, тик Кребс ҡына ҡалған булып сыға.
Штаб начальнигының рекпликаһы яуапһыҙ ҡалды. Ә немец полковнигы үҙенекен тылҡый:
– Һөйләшеү өсөн генерал Кребсты ҡабул итегеҙ. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Дивизия команды үҙенең команда пунктына китер алдынан, немецтарҙың үтенесен юғары командованияға еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Ер сәғәттән дивизия командиры армия командующийының әмерен еткерҙе: немецтарҙы ебәрергә, Кребстың беҙҙең яҡҡа сығыуына ҡамасауламаҫҡа, дошманды тағы ла нығыраҡ ҡыҫырыҡларға.
Әммә Кребс менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтә килтермәй. Немец генералы һуғышты туҡтатып тороу хаҡында килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Совет командованиеһы Германия бер шартһыҙ капитуляция иғлан итергә тейеш, тигән ҡәтғи талап ҡуя. Әгәр ҙә 2 майҙың иртәнге сәғәт 10-ға капитуляция хаҡында яуап бирмәһәгеҙ, Рейхсканцелярия һәм Гитлерҙың бункеры штурм менән баҫып алынасаҡ, тип фронт командующийы урынбаҫары Соколовский немец генералы Кребсты иҫкәртә.
Әммә Геббельстан яуап булмай. Фашист башлыҡтары СС ғәскәрҙәре, гестапо ярҙамында тағы ла бер нисә көн булһа ла совет ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтергә тырышалар. 1945 йылдың 2 майында 10 сәғәт 40 минутта совет ғәскәрҙәре һөжүм башлай. Подполковник Ғүмәров етәкселек иткән 1050-се полктың 2-се батальоны һалдаттары беренсе булып Рейхсканцелярияға бәреп инә, икенсе яҡтан 1-се батальон яугирҙары һөжүм итә. Артабан Ғүмәров полкының яугирҙары Гитлерҙың бетон бункера ташлана, бында ҡаты һуғыш була. Әммә 2-се батальон һалдаттары немецтарҙың ҡаршылығын һындырып, тағын да беренсе булып Гитлерҙың бункерын баҫып ала. 2 майҙың 15 сәғәтенә совет ғәскәрҙәре фашистарҙың ояһын тулыһынса яулап ала.
– 2-се батальон командиры майор Шаповалов менән паркты ҡарап сыҡтың, – ти һүҙен дауам итә Ғүмәров. – һәр аҙым тиерлек үлгән немец һалдат һәм офицерҙары ята. Улар араһында Германияның генераль штабы начальнигы генерал Кребс та бар ине. Күп кенә офицерҙар үҙ-үҙенә ҡул һалғаны күренә ине. Бомбанан ҡалған бер соҡорҙа яндырып, тупраҡ менән күмелгән ике кешене кәүҙәһен күрҙек. Улар, Гитлер менән Ева Браундың мәйеттәре икәнен, һуңыраҡ ҡына белдек.
3 май 5-се удар армияһының командующийы генерал-полковник Берзарин һәм хәрби совет ағзаһы генерал-лейтенант Боков килде. Боков оҙаҡламай бында Жуков киләсәк, һеҙ бункер янында булығыҙ тине. Бер сәғәттән маршал Жуков һәм фронттың хәрби советы ағзаһы Телегин килде. Улар Рейхсканцелярияның бинаһын ҡарап сыҡты. Гитлерҙың бункера төшөп торманылар. Жуков беҙҙе еңеү менән ҡотланы, - тип хәтерләй ҡаһарман башҡорт командиры Исхаҡ Ғүмәров.
Берлин операцияһында ҡатнашып, фашистарҙың төп ояһын алған подполковник Ғүмәров бер ниндәй ҙә награда менән бүләкләнмәй. 1945 йылдың ғинуарында уҡ 5-се армия командующийы тарафынан полковник звание биреү тураһындағы приказ үтәлмәй, Ленин ордены менән бүләкләү тураһындағы наградной ҡағыҙы 5-се армияның кадрҙар бүлеге начальнигы подполковник Борецкий тарафынан юҡ ителгән була. Ә бына Исхаҡ Ғүмәров командалыҡ иткән 1050-се полк Берлин операцияһы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм полкка Бранденбург почетлы исеме бирелә.
Тыуған яғына ҡайтҡас, ҡаһарман офицер оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Калинин районы хәрби комиссариатында хеҙмәт итә, артабан БАССР-ҙың Социаль тәьминәт министрлығында эшләй. И.Ғүмәров яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ (1945 йыл), 1-се һәм 2-се дәрәжәләге Ватан һуғышы (1944, 1945 йй.), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Польшаның “Батырҙар тәреһе” (1946 й.) ордендары менән бүләкләнә. Исхаҡ Ғүмәров 1993 йылдың 6 майында, сираттағы Бөйөк Еңеү байрамына өс ҡалғанда донъя ҡуя. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһындағы урамға ҡаһарман офицерҙың исеме бирелгән.
АЗАТ ЯРМУЛЛИН