“Башкиры” тигән мәҡәләне ҡарап сыҡҡандан һуң, туҡта әле билдәле башҡорттар тураһында берәй нәмә яҙғандармы икән, тип “Салауат Юлаев” мәҡәләһен әҙләргә тотондом. Һәм “Салават” тигән мәҡәләгә тап булдым.
Бында мине Салауат Юлаев шәхесенә бирелгән характеристика бик тә ғәжәпләндерҙе. Сөнки унда былай тип яҙылған: “Салават (по отчеству Юлаев) – башкир, участник Пугачевского бунта и главный виновник восстания башкир и других инородцев в Оренбургской губ. Сын волостного старшины, богатого и влиятельного, знаток татарского языка (төрки яҙма теле - А.Я.) и Корана, обладатель “сверхъестественной” силы”. Салауат Юлаевты беҙ яугир, шағир-импровизатор, тип беләбеҙ. Ә Брокгауз менән Ефрондың “Энциклопедик һүҙлегендә” Салауат Юлаев Ҡөрьәнде яҡшы белгән, кәрәмәттәргә эйә булған кеше булараҡ та һынландырылған. Энциклопедия төҙөүселәр был мәғлүмәтте һауанан алып яҙмағандарҙыр, моғайын.
Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, Салауат Юлаевтың шәхесе башҡа яу башлыҡтарынан айырылып тора. 19 йәшлек егеттең яу башлығы булып китеүе, халыҡтың абруйын ҡаҙаныуы бер феноменаль күренеш бит. Нисек йәш егет үҙ артынан халыҡты яуға әйҙәй алды икән, ниндәй сифаттары менән ир-уҙамандары араһында абруй ҡаҙанды икән? Хикмәт үрҙә телгә алынған сифаттарында бәйле түгелме икән? Сөнки башҡорт яуҙарының башында күп осраҡта муллалар, абыҙдар торған. Килмәк абыҙ Нурышевты, Кинйә абыҙ Арыҫлановты иҫебеҙгә төшөрәйек. Йә булмаһа, 1740 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе, һуңғы башҡорт ханы Ҡараһаҡалды алайыҡ. Уның Ҡөрьәнде яҡшы белеүе, хажи булыуы, кәрәмәттәр, әүлиәлек көсөнә эйә булғанлығы тураһында тарихтан билдәле. Салауат Юлаев та әүлиәлек сифаттарына эйә булғандыр, күрәһең. Йәш егет үҙенең батырлығы менән генә халыҡ алдында абруй ҡаҙанмағандыр, ахыры. Халыҡ Салауат Юлаевты Ҡөрьәнде белгән, кәрәмәттәргә эйә булған Аллаһтың һайланмыш бәндәһе, көслө рухлы шәхес булараҡ та яратып, уның артынан яуға барғандыр, моғайын. Уның ижады ла ошоға ишара яһай. Мәҫәлән, “Яу” исемле шиғырында бындай юлдар бар:
Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
Тағы бер ҡыҙыҡлы фактты әйтеп үтмәй булмай: Пугачев әсиргә алынғандан һуң, яуҙа ҡатнашҡан башҡорт старшиналары батша властарына баш һала, тик Салауат Юлаев ҡына аҙағынаса изге һуғышты дауам итә.
Әйткәндәй, Салауат батырҙың әүлиәлек сифаттарына эйә булыуын 1773–1775 йылдарҙағы ихтилалды өйрәнеүсе ғалим, тарих фәндәре кандидаты Салауат Таймаҫов та раҫлай. Кемдәр ҡыҙыҡһына, Салауат Хәмиҙуллиндың “Лик Салавата” исемле документаль фильмын ҡарағыҙ, унда тарихсы Салауат Таймаҫов тап ошо хаҡта һөйләй.
Азат ЯРМУЛЛИН.