Бөтә яңылыҡтар
Яҙмышы китап яҙырлыҡ
27 Февраль 2023, 13:59

Шағирҙың аҡ ҡанаты. Гөлнара Хәлфетдинова

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхфәт улы Бикбаевтың һөйөклө тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы мәңгелек йортона юлланды. Ошо ҡайғылы минуттарҙа уның яҡты һынын хәтергә алып, "Ағиҙел"дең 2020 йылғы март һанында баҫылған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Шағирҙың аҡ ҡанаты. Гөлнара Хәлфетдинова
Шағирҙың аҡ ҡанаты. Гөлнара Хәлфетдинова

Илһам булмағанда яҙыусының ҡәләменән яңы әҫәр таммай. Сәнғәтте тыуҙырыусының ижад ҡомарын тоҡандырып, тере тотоусы, йәшәтеүсе йән-юлдаштары була. Ғәҙәттә, улар күренеп бармай, күләгәлә ҡалыуҙы өҫтөн күрә, әммә уларҙың роле лә әҙәбиәттә алыштырғыһыҙ. Шатлыҡ булып киләме ул яҙыусыға илһам сығанағы, әллә уй-һағыш йә хатта хәсрәтле йөктәй елкәһенә ултырып барамы – уныһы мөһим түгел. Уның, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ижадсыға тәьҫире саҡматаш ише дөрләткес, ҡуҙғытҡыс көскә эйә. Яңы рубрикабыҙҙа билдәле ҡәләм оҫталарының алиһәһе, фәрештәһе, дуҫы, таянысы, серҙәше, хатта ҡәҙерле нәфрәте йә буй етмәҫ мөхәббәтле маяғы булған, ижади яҙмыштарына йоғонто яһаған шәхестәр хаҡында бәйән итәсәкбеҙ. Рубриканың тәүге ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың тормош юлдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,

Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы БИКБАЕВА.

 

          Фәриҙә ханыма һеҙ ҡайҙан тигән бер генә һорау биреү ҙә тотош нәҫеле яҙмышын һүтер сәбәп. Бала сағының ҡайһы осорон ҡайҙа йәйләп, ҡайҙа ҡышлағанын һанай китһәң, бармаҡ етмәй. Башҡортостан, Силәбе яғы, Мәскәү – етем ҡыҙ өсөн өләсәй ҡайҙа йәшәһә, һыйыныр ышыҡ шунда була. 

 

– Атайым Ғафури яғынан, Үтәк ауылы кешеһе була. Ҡартатайым, әсәйемдең атаһы Хәсән – Мәләүез районы Ҡабаш тигән ауылдан. Фатима өләсәйем
Баймаҡ районындағы Юлыҡтан. Улар өс ҡыҙ үҫтерә – Мәрхәбә, Рауза, Фирүзә.
Ҡыҙҙар Юлыҡта йәшәп ижад иткән Мирхәйҙәр Фәйзинең “Аҫылйәр” спектаклендә ҡатнашып, төп героиняның өс ғүмер миҙгелен һынландырған. Әсәйем Фирүзә – араларында кинйәкәй. Атайым да һәләтле малай була, мулла итәбеҙ тигәстәре, ризалашмай, ун өс йәшендә, 1919 йылда ситкә сығып китә. Стәрлетамаҡта аяҡ кейеме таҙартыусыла ярҙамсы була, балалар йортона эләгеп, үҙен яҡшы яҡтан күрһәткәс, һәләтле егетте Өфөгә рабфакка, артабан Мәскәүгә йүнәлтәләр. И.М. Губкин исемендәге Тау институтында инженерға уҡый, практикаға Баймаҡҡа эләгә. “Башзолото” ойошмаһында ҡартатайым атайымдың етәксеһе була. Ул ипле егетте оҡшатып, өйҙәренә саҡыра, бергәләп алда телгә алған сәхнә әҫәрен ҡарайҙар. Әсәйем ул саҡта Өфөлә медицина училищеһында уҡып йөрөгән, каникулға ҡайтҡан. Шулай танышалар. Әсәйемдең ата-әсәһенең дә тарихы ҡыҙыҡлы. Улар Силәбе өлкәһендә Балканда таныша, Балкан – Магнитогорскиҙан 40 саҡрымдағы алтын приискылы ҡасаба. Ағалы-ҡустылы Рәмиевтар нигеҙләгән уны. Закир шиғыр яҙған, ә Шакир бай алтын сығарыу менән шөғөлләнгән, Мәләүез яғынан килгән Хәсән ҡартатай ҙа Ғәлихәйҙәр ҡустыһы менән шунда эләккән. Ҡартатайым байҙың ышанысын яулай, уға приискыла тапҡан алтынды Верхнеуральскиға тапшырып йөрөүҙе йөкмәтәләр. Ә Фатима өләсәй Шакир байҙың балаларын ҡарай. Улар шунда танышып өйләнешә, революциянан һуң Юлыҡҡа күсәләр, ҡартатай Баймаҡҡа йөрөп эшләй. Үәт, шунда ул буласаҡ кейәүен күҙләй ҙә инде. Атайым Яҡуп Хәбибулла улы ҡыҙҙарҙың кесеһен һайлай, әсәй – 1913, атайым 1906 йылғы. Балалары оҙаҡ ҡына булмай, 1938 йылда Флүрә апайым тыуа, ә уның менән минең йәш араһы – йыл ярым. Атайым башта Бүребайҙа эшләй, шунан Учалыға ебәрәләр, унда ул беренсе драгалар ҡуйған, уның тураһында ғалим-геолог Басир Мәһәҙиевтың яҙмалары бар. Апайым да, мин дә Учалы эргәһендәге Туңғатар тигән ауылда донъяға килгәнбеҙ. Шунан атайымды ла Балканға ебәргәндәр, унда ул әсәһе Хөбөниса Фәхретдин ҡыҙын һәм бәләкәй ҡустыһы Маратты ла күсереп алған. Хөбөниса өләсәйемдең биш малайы булған. Шулай итеп, әсәйем ҡәйнә менән йәшәгән. Ул өләсәйемде әнкәй тип йөрөттөк. Әнкәй, ҡыҙҙары булмағас, әсәйемде яҡын иткән. Әсәй һыуыҡ тейҙереп йыш ауырыған, атай уны Йоматау, Аксаков шифаханаларына алып барып ҡымыҙ эсереп ҡайтыр булған.
            Һуғыш башланғас атайым үҙ теләге менән фронтҡа киткән, ике айҙан инде хәбәрһеҙ юғалған, тигән хат та килгән. Әсәй ҡайғыһынан арына алмай, 1942 йылда, 29 йәшендә үлеп киткән. Әсәйһеҙ ҡалғанда Флүрәгә – дүрт, миңә ике йәш ярым булған. Ҡартатай менән өләсәй ҡыҙҙары үлгәс, әнкәйемә, бер ҡыҙыңды беҙ үҫтерәйек, икенсеһе һиндә ҡалһын, тигәндәр, тик ул ризалашмаған.
Әммә беҙҙе, алыҫ тимәй, йыл да ҡартатайымдарға алып йөрөнө, улар аҙаҡ Крепостной Йылайырҙа торҙо. Уларға Урта Азиянан күмәк ейәндәр ҡайта, шул
хәтлем күңелле була торғайны. Өләсәйемдәр, ике ҡоҙағый, ныҡ дуҫ ине, бергә йылға буйына сығалар, шунда намаҙ уҡып, күңелдәре булғансы йөрөп әйләнәләр. Әнкәйҙең биш улы ла бер-бер артлы һуғышҡа китә, иң олоһо Ибраһим ағай пленда булып, аҙаҡ Үтәккә ҡайтты, әсир тип яратманылар, ябай колхозсы булды. Икенсе улы Исмәғил ағай, Йәһүҙә тигән өсөнсөһө һәм атайым ҡайтманылар... Бәләкәй сағыбыҙҙа әнкәй беҙҙе йома һайын зыяратҡа алып бара ине, Ҡөрьән уҡый, ғәрәпсә һәйбәт белде, ул Үтәктә мәҙрәсәлә уҡыған, ә кириллицаны өйрәнмәне. Беҙ сәскә йыйып әсәйҙең ҡәберенә ҡуябыҙ, әнкәй илай. Ул илаһа ҡыйын була торғайны, унда барырға булһаҡ, әнкәй илап ауырыр ҙа, үлеп ҡуйыр тип ҡурҡам, Флүрәгә әйтмәйем, әммә эстән шулай ғазаплана инем. Балканда 1950 йылға тиклем йәшәнек. Әнкәй-өләсәйемдең улы Ибраһим һуғыштан Үтәккә ҡайтып, беҙҙе лә күсереп алғанында, мин – өсөнсөнө, Флүрә бишенсе класты бөткән ине.
Һуғыш йылдары хәтерегеҙҙәме?
– Марат ағай ҙа, документта тыуған йылын үҙгәртеп, 1943 йылда һуғышҡа китте. Беҙҙе әнкәйҙең таныштарының күплеге ҡотҡарҙы, йыш ҡына Требье ауылына нуғайбәктәргә ҡунаҡҡа йөрөнөк. Балкан яғында суҡындырылған татарҙар, йәғни нуғайбәктәр күп, шуға минең дә тел шулайыраҡ асылған. Ә мәктәптә урыҫ телендә уҡыныҡ. Хәтеремдә, атайымдың дуҫының Анна Антоновна тигән ҡатыны булды, ике
улы фронтта. Шул апай бер түләүһеҙ беҙгә матур күлдәктәр тегә ине, һәр кем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты. Инәйле-атайлы балаларҙан кәм кейенмәнек. 9 май 1945 йыл, әнкәй беҙҙе йәнә Балкандан өс саҡрым алыҫлыҡтағы Требьеға ҡунаҡҡа алып китеп бара. Ҡыуаҡлыҡ араһынан үткән юл матур, эре шәмәхәләрен дә, һарыларын да һайлап умырзая йыябыҙ. Йөк машинаһы үтте лә, ҡапыл “Әнкәй!” тигән ҡысҡырыу ишетелде. Әнкәйҙе балалары ла әнкәй тигән инде, беҙ ҙә. Ҡараһаҡ, берәү машина туҡтамаҫ борон ҡултыҡ таяҡтарын ырғытты, үҙе һикереп төшөп, таяғына таянып беҙгә ҡаршы йүгерҙе. Марат ағай булып сыҡты, ул осрашыу әйтеп бөтмәҫлек ҡыуаныс ине. Йәшәүҙәре күңеллерәк булып китте, аккордеон алып ҡайтҡан, “Землянка”, “Смуглянка” кеүек һуғыш йырҙарын һуҙа, уға ҡушылып беҙ моңланабыҙ. 1947 йылда Рауза апайға өйләнде, эй, һәйбәт ине еңгәй, уны Туған апай тип йөрөттөк, бергә йәшәнек, беҙҙе иркәләтә, әкиәттәр уҡый. Ул йылды мин беренсе класҡа төшкәйнем. Тиҙҙән Туған апай менән Марат ағайҙың Булат тигән улдары тыуҙы. Ул хәҙер Мәскәүҙә тора, Флүрә апайым менән аралашып йәшәй. Әнкәй беҙҙе эшкә лә өйрәтте, һеҙ һәйбәт уҡырға, әтейегеҙ, әнейегеҙгә оҡшарға, юғары белем алырға тейешһегеҙ, тип һеңдерҙе. Шуғалырмы, икебеҙ ҙә гел “бишле’гә генә уҡыныҡ.
Мәктәп йылдарында яҙмыш ҡайҙа ғына йөрөтмәне. Үтәктә лә, Красноусолда ла йәшәнек. Бер нисә йыл Бөрөлә уҡыныҡ әле. Апайым мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, Ростовтағы Дон яғындағы Новочеркасскиҙа политехник институтҡа инде, атай юлынан китеп, инженер булды. Ары китеп шуны әйтәйем, Флүрә апайым яҡшы уҡығас, йүнәлтмә алырға уны беренсе индергәндәр, үҙе һайлап Мәскәүгә китә. Һаман да шунда ул, ейәндәре айырым, бер үҙе йәшәй. Ире лә, улы ла үлде инде. Ире Виктор Иванович Казанцев МДУ бөтөргән ине, фән докторы, академик булды.
            Марат ағайым өс бүлмәле фатир алғас, туғыҙынсы класҡа Сибайға барҙым. Мәктәптән һуң, ҡасандыр әсәйем уҡыған Өфөгә, ул саҡтағы Башҡорт дәүләт институтының сит телдәр бүлегенә ынтылдым. Инглиз телен аҙнаһына биш дәрес өйрәнгән махсус мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән имтихан биреп, 1957 йылда уҡырға индем. Уҡыуы ауыр булды, төркөмдәге 23 кешенән бишенсе курсҡа 7 генә ҡалды.
Рауил ағай менән абитуриент саҡта уҡ таныштығыҙмы?
– Ул мәлдә ятаҡта һәр бүлмәлә 20-шәр карауат торҙо, унда шул хәтлем тыныс, хатта ишектәр йоҙаҡланмай ине. Көнө буйы имтиханға әҙерләнәбеҙ, ә
кис коридорға атлығабыҙ, күберәк тарих тураһында һөйләшәбеҙ, сөнки тарихтан имтиханды бөтәһе лә бирә. Ҡарайым, бер егет бар һорауҙарға ла яуап бирә, бөтә даталарҙы иҫләй, ниндәйҙер бер ауыл егете нисек барыһын да белә ул, тип уйлайым, русса ла арыу һөйләшә. Уға ҡарап, эй-й, тарихтан имтиханды бирә алмаҫмынмы икән, тип борсолам. “Мин педучилище бөттөм, ә беҙҙе унда ныҡ уҡыттылар, мәктәптәге ише генә түгел”, – ти үҙе. Тарихты “бишле”гә бирҙем, ә Рауил “өслө” алған. Картуф бунты хаҡында өҫтәмә һорау булды, яуап бирә алманым, ти. Бер дәреслектә лә юҡ ине ул тема, мин дә белмәй инем. Ҡиәфәтенән ауыл егете икәне күренеп тора, кемгәлер, бәлки, үтеүселәр һанын кәметергә кәрәк булғандыр. “Өслө” алғас был егет үтмәҫ, тип уйланым, ә ул башҡа имтихандарҙы “бишле”гә биреп, инеп киткән, быларын аҙаҡ һөйләне.
            Уҡырға ингәс, ятаҡта бер бүлмәгә 8 ҡыҙ урынлаштыҡ, Киров урамындағы ағас йорт ине. Күңелле йәшәнек, шәмбелә егеттәр граммофон табып, уйын ойоштора. Рауил бейемәй, килеп ҡарап ҡына тора. Шунан уның үҙемә битараф булмауын тоя башланым. Әммә беренсе-икенсе курста уға иғтибар итмәнем. Ныҡыш булып сыҡты, бер егет менән дә йөрөтмәне, арттан ҡарауыллап килер ине.
Ә нисек ҡаранығыҙ улай булғас Рауил ағайға?
– Инглиз теленән ярҙам кәрәк тип йә башҡа һылтау табып, килеп йөрөй бирҙе, шунан ҡыҙҙар, иртәнсәк беҙҙе уят, тип үҙен йомошлай башланы. Ә ул
ғүмер буйы әҙ йоҡланы, ҡасан уят тиһәләр, шул сәғәттә килеп, тәҙрә сиртә ине. Гел отличник булды, йөрөгән ҡыҙҙары булғанмылыр, юҡмы, белмәйем. Төрлө биналарҙа уҡыныҡ. Шунан беҙҙең факультетта уҡыу ҡатмарлы ине, башҡа студенттар ял көнө театрға, киноға йөрөһә, беҙ текст ятлап ултырҙыҡ. Бер мәл, икенсе курс аҙағы ине, уйынға сыҡтым. Шунда Рауил бейергә саҡырҙы, үҙе айыу һымаҡ баҫа, әммә һыр бирмәне, баш тартыуы әллә нисек бит инде, бейенем. Шул бейеүҙе ул аҙаҡ шиғырға һалған. Дүртенсе курста Рауил телевидениела диктор булып эшләй ине, күренекле егет булып китте, күп уҡый, күпте белә, лекцияларға йөрөмәгәндә лә бүлмәһендә шиғыр яҙып ултыра. Гел эргәмдә булды, эшләгәс, кеҫәһендә аҡсаһы ла бар, кино-маҙарға саҡыра башланы, яйлап мине ыңғайлатып алды. Дүртенсе курс аҙағында курсташтары өйләнешергә тотондо, уларға ҡарап мине лә өгөтләне, бер йыл
уҡырға ҡалғас, ризалатып ҡуйҙы. 1961 йыл өйләнештек, 1962 йылда диплом алдыҡ. Ятаҡта аяҡ кейеме таҙарта торған махсус бүлмә бар ине, шуны юлланы. Тар ғына карауат, өҫтәл урынына бер тумбочка һыйҙы, шулай йәшәп киттек.
Туғандары менән нисек таныштығыҙ?
– Дүртенсе курстан һуң уның ауылына йәйге каникулға киттек. Унда миңә башта бөтә нәмә ят тойолдо, мине бөтә ауыл еңгә йә килен тип атаны, кемдер хатта әбейем дә тине. Ундай мөхиттә үҫмәгәс, Рауилға, мин килен булмайым, еңгә булмайым, тип илайым. Ул, ҡалай итәйем инде, минең ҡатынды улай тип атамағыҙ, тип иғлан яҙып ҡуяйыммы, йолаһы шулай, ти. Нишләйһең инде, туғандары күп, һәр береһе саҡыра. Унда бит бындағыға ҡарағанда эҫе, тәҙрәләрҙе ябып, ут яндырып ултыралар. Мин әҙерәк ашайым да, өйҙәренә ҡайтып китәм, Рауил инәһе менән ҡала. Ҡунаҡта унда бал эсәләр ине. Бал эсеү йолаһы үҙе бер ҡыҙыҡ: башта итле аш ашала, шунан сәй эсәләр, аҙаҡ бөтә нәмәне өҫтәлдән алалар ҙа, сәйнүк менән бал алып киләләр, ике стакан ғына ҡалдырып, шуны йөрөтөп бал эсәләр – шулай тейеш. Беренсе тапҡыр, мин аптырағас, айырым стакан бирҙеләр. Мин бал эсәмме инде, бығаса тамсы ла спиртлы эсемлек тәмләмәгәнмен. Шунан йырлашалар, бейешәләр... Хәҙер ул йола ла юҡ инде, йәл хатта. Ауылда тағы волейбол уйнай инек, шунан барса балаларҙы эйәртеп көн дә быуаға һыу инергә йөрөнөк. Шулай итеп, ундағы туғандар менән танышып, бер ай самаһы торҙоҡ.
          Университет бөткәс Рауилға – аспирантураға, миңә Черниковкалағы 85-се махсус мәктәпкә йүнәлтмә бирҙеләр, мин ауырлы инем. Сентябрҙә улыбыҙ тыуҙы. Етешһеҙ саҡ, бөтә нәмә, аҙыҡ-түлек талон менән, беҙҙең прописка булмағас, талон да юҡ. Ә беҙ айырым өй, имеш, тип, Фрунзе урамында бер йортҡа индек. Сентябрь-октябрь йылы ине, ноябрь башланғайны, кис ныҡ эҫе, мунса һымаҡ, төндә иһә инде биҙрәлә һыу туңа. Сабый ауырып, дауаханаға эләктек, унда оҙаҡ йүнәлтә алмағастары Рауил беҙҙе урлап алып сыҡты. Айҙар улыбыҙ фәрештә һымаҡ матур ине. Аслыҡ, һыуыҡ. Фатирлы эш таба алмайбыҙ, Рауилдың бәләкәй генә стипендияһына йәшәйбеҙ. Шунан уйлаштыҡ та, баланы һаҡларға кәрәк тип, Мәскәүгә, Флүрәләргә киттем. Улар айырым ике бүлмәле фатир алған ине, апайымдың да улы бар. Унда февралгә тиклем йәшәнем, Рауил көн дә шылтыратып торҙо. Киләм тиһә лә, аҡса бөтөрөп йөрөмә, тип рөхсәт итмәнем. Февралдә ҡайттым да, биш айлыҡ бала менән эшкә урынлаштым. Затонға, 5-се интернатҡа индем, унда миңә фатир вәғәҙә иттеләр. Ярты йыл 4 балалы апайҙа шәхси йортта торҙоҡ. Һәйбәт кешеләргә тура килә инек гел, баланы яраттылар, ҡулдан төшөрмәнеләр. Ҡәйнәмде, беҙ әйткәнсә инәйҙе, бала ҡарарға саҡырып алдыҡ. Ҡайтыуыма улым танып талпынып тора ине. Шулай һыу ташып, утын ярып йәшәнек, уларын Рауил эшләне. 1964 йылдың сентябрендә миңә уңайлыҡтары булған фатир бирҙеләр, йылы һыу һәм ванна ғына юҡ. Газ булғас, уныһына бик көймәнек. Фатир биреүҙәре менән ирем инәйҙе бөтөнләйгә яныбыҙға күсереп алды. Ғүмер буйы, 42 йыл ҡәйнә менән йәшәнем. Өс йылдан, 1966 йылда Тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ингәс, Рауилға ла фатир бирҙеләр. Мин Мәскәүҙә инем, ҡаршылағанда, фатир алдым, тигәс, эй, ҡыуандым. Ә ул башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне. Баҡтиһәң, фатир Черниковкала, күрше менән икебеҙгә дөйөм туалет, ванна һәм кухня икән. Беҙҙең ике бүлмә, уныҡы – берәү. Эштән китергә тура килде, алыҫ бит, күрше Наталья Ивановнаның Надя тигән ҡыҙы бар ине, беҙ уның менән шул тиклем дуҫлаштыҡ, улымды ҡарашты. Өйҙәш менән йәшәгәндә Рауилға яҙыусылар күп килә ине. Береһе килгәндә ишекте Наталья Ивановна асҡан, шунан ул, үәт Бикбай йәшәй, өйөндә хатта хеҙмәтсе аҫрауы бар, тип һөйләп йөрөгән. Рауил Рәми ағайҙы алып килә ине төшкө ашҡа. Рәми ағай эшһеҙ, “Туған тел”де телевидениела уҡығанынан һуң уға эш бирмәнеләр. Рауил ҡайҙа барһа ла, Рәмигә лә кейем алып ҡайта. Бер туғаны һымаҡ ҡараны, балалары өсәү булып китте, мин берәй нәмә бешереп, өҫтәп тауыҡмы, итме һатып алып, бәләкәстәрҙе күрергә барабыҙ. Надя менән дуҫ булдым. Беҙгә лә киләләр. Надя Рауил менән бер-береһенә нимәлер иҫбатлап, бәхәсләшеп ултыра, ә беҙ Рәми ағай менән кухняла билмән бөрәбеҙ йә кәтлит йомарлайбыҙ. Рауил, Рәми ағай, Динис (Бүләков) һәм Сафуан (Әлибай) – дүрт ғаилә дуҫ булдыҡ.
          Икенсегә бала табырға теләнем дә, килеп сыҡманы, операция эшләнеләр, клиник үлем кисергәнмен, ҡот осҡос булды. Йәнем матур сәскәләр өҫтөнән осоп йөрөнө, тимәк, теге донъяла булып ҡайтҡанмын. Бала башы менән килмәгәс, әйләндереп маташҡандар, шулай һәләк иттеләр уны, үҙем саҡ
ҡалдым. Бер ваҡыт, операциянан һуң шул хәтлем ауыр хәлдә ятҡанда, ниндәйҙер шау-шыу ишетеп тәҙрәгә баҡһам, бейек ағаста ботаҡ һайын бер бала ултыра – хәлемде белергә уҡыусыларым килгән. Шатланыуымды күрһәгеҙ! Бер ай буйы яттым дауаханала, ирем мине унан алып сыҡҡас, саф һауанан һушымды юйып, ҡолағанмын. Тормош шундай ҡатмарлы була икән ул. Әнкәй үлде, ике йылдан шул бала, унан буй еткергәс улыбыҙ... Һуңғы йылдарҙа Рауил, уның ҡарауы беҙ бүләләрҙең тәмен белдек, тип йыуата ине гел. Шөкөр, ысынлап та шулай! Башҡортса уҡып үҫмәһәм дә Рауилдың яҙғандарын уҡый торғас, туған телде һыу кеүек эсә башланым. Хәҙер үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы ҡалдырмай уҡып барам. Рауил урыҫса яҙһа, мотлаҡ иң тәүҙә минән уҡытыр ине. Рауилдың хаталары әҙ була ине, ике телдә лә телмәре бай булды бит.
          Уҡытҡанда балалар менән гелән уртаҡ тел таптым, бер ҡасан да яза бирмәнем, ата-әсәләренә тәртиптәрен йә насар уҡыуҙарын хәбәр итмәнем, кәрәк булһа уҡыусыны үҙен генә ҡалдырып, шәхсән ныҡлап, төрлө яҡлап нигеҙләп һөйләшә инем. Шунан тырышып уҡып китәләр. Дәресемде уҡыусылар яратты, хатта класымда малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда олимпиадаларҙа күберәк ҡатнаша, башҡалар шуға һәр ваҡыт аптыраны.
          Айҙар 50-се мәктәптә эшләгән сағымда вафат булды. Улым августа китте, ә сентябрҙә эш башларға кәрәк. Беренсе сентябрҙә – Белем көнөндә дәрескә инеп, балаларға ҡараным да, иланым да ебәрҙем. Ә улар, Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, нимә булды, тиҙәр. Мин, был йәйҙә улымды юғалттым, тинем. Ҡыҙҙар ҙа илай башланы, малайҙар ҡарашын аҫҡа төбәне, беренсе дәрес шулай үтте. Аҙаҡ үҙемде ҡулға алдым, әммә был хәлдән һуң уҡыусылар мине һаҡлап ҡына йөрөттө. Егеттәр алдымда береһенә бер насар һүҙ әйтмәне, үҙҙәрен ныҡ тәртипле тоттолар.
– Үҙемде уҡытыусылыҡҡа бағышланым, тиһәгеҙ ҙә, шағир ҡатыны булыу ҙа үҙе бер һөнәр.
– Бер ваҡытта ла кем ҡатыны икәнемде белдереп йөрөмәнем. Ә сабырлыҡҡа өләсәйемдән өйрәнгәнемдер. Шағир ҡатыны булыу бер, 42 йыл ҡәйнә менән
йәшәнем бит. Рауил, һин чемпион, бер яҙыусы ҡатынының да шулай ҡәйнә менән килешкәнен белмәйем, һиңә һәйкәл ҡуйырға кәрәк, ти торғайны. Тормош булғас, төрлө саҡ була, әммә бер ҡасан да инәйҙе Рауилға ошаҡлап һөйләмәнем.
Эштән арып ҡайтам, ярты сәғәт булһа ла ятып торғо килә, әммә юҡ, ҡәйнәм алдында улайтып һуҙылып ята алманым. Һалдат һымаҡ йәшәнем, ул власть яратҡан, үҙһүҙле ҡатын булды, ҡатыраҡ та ине, бер ҡасан да күҙемә ҡарап ҙурламаны, әммә кешегә мине гел маҡтар ине. Рауилға, кешегә яҡшы тип торғансы, үҙемә әйтһен ине шуны, ти торғайным. Юҡ инде, холҡо шулай башҡортса булды. Бик эшһөйәр ине үҙе, ярҙам итте. Айҙар уға әсәй тип өндәште, әсәй, миңә пирожки ҡыҙҙыр әле, тип һорай ине гел. Баҡсала ла 75 йәшенә тиклем эшләне. Исеме Раҡия Латып ҡыҙы, мин уны Рауил һымаҡ инәй тип йөрөттөм. Хәҙер Ырымбур һөйләше буйынса бүләләрем дә миңә әсәй ти. Артур ейәнем менән Сабина ла шулай өндәшә. Бәләкәстәрҙе әсәй тип өйрәтеүемә Рауил бала һымаҡ ҡыуанды.
– Ҡәйнәгеҙгә, ысынлап та, бер тапҡыр ҙа асыуланманығыҙмы?
– Эсемдән генә конфликтҡа ингән саҡтар булды, тик өндәшмәнем, ул бит иремдең инәһе тигән уй туҡтата ине. Ирем уны ярата, ихтирам итә, унан оло кешегә һүҙ әйтеү минең өсөн килешмәгән эш. Миңә ниндәй генә ҡунаҡ килһә лә, ҡәйнәмде һәр ваҡыт түргә ултырттым, хөрмәт иттем. Уны бит Рауил илле йәше лә тулмаҫ элек алып килде. Ул инәһен бик яратты. Икенсенән, беҙ эшләгәс, балаға ла күҙ-ҡолаҡ булды. Хәҙер ҡатындар иң мөһиме ғаилә, бала тип йәшәй, ә мин бит эш тип яндым.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас та 14 йыл эшләгәнһегеҙ, уҡытыусылыҡ ҡомарын аҙаҡ
бүләләргә йүнәлттегеҙ инде?

– Эйе. Эдвард ейәнем өйләнмәгән әле, ул Америкала Калифорния университетын тамамланы. Ә Артурҙың дүрт балаһы бар: Асҡарға ун йәш, шахматсы, шунан Асель, Алина, Алан килә. Асҡарҙы тәүге бүлә булғас, айырыуса яраттыҡ, теле лә саф башҡортса асылды. Сабина киленемде бик яратам, уны аңларға тырышам, көн дә күрешеп торабыҙ. Артур ҙа уҡыуға грант отоп, ғаиләһе менән бер йыл Мичиганда йәшәне. Шул мәлдә скайп аша Асҡар, әсәй (өләсәй) һағындым, тип илай торғас, Рауилды, әйҙә барайыҡ, тип өгөтләнем. Телде беләһең, үҙең генә йөрөп ҡайт, тиһә лә, икәү барайыҡ, тип күндерҙем. Мичиганда – ике аҙна, Майамила ике аҙна яттыҡ. Иҫтәлекле бер сәйәхәт булды ул, океан буйҙарын да ҡыҙырҙыҡ.
– Һеҙ бит башта шағирға сығам, тип кейәүгә сыҡмағанһығыҙ бит инде. Ижадын нисек ҡабул иттегеҙ?
– Шағир төрлөсә яҙа, йыш ғашиҡ була, йәшерәк саҡта яҙмаларына үпкәләгән дә булды, аҙаҡ ижад тип ҡарарға өйрәндем. Әммә мин унда бер ваҡытта ла шикләнмәнем. Аңланым, терәк булырға тырыштым. Уға һәр ваҡыт ижад өсөн шарттар тыуҙырырға ынтылдым. Мәҫәлән, Рәми ағай хаҡында яҙғанда шул хәтлем ныҡ эшләне, архивтарҙа баш күтәрмәй ултырҙы, эшенең ауырлығын аңлай инем, ижадты ла, фәнде лә бер юлы алып барҙы бит ул.
– Ике эшкә мөкиббән киткән кеше бергә тура килгәнһегеҙ икән...
– Тап шулай. Тик Рауил минән айырмалы рәүештә йоҡоһо менән дә иҫәпләшмәй эшләне.
– Рауил ағай илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә, милли хәрәкәттә ныҡ эшләгән. Ҡурҡманығыҙмы уның өсөн, тыйманығыҙмы?
– Ул үҙен уйламайынса, халыҡ тип янды. Ҡара кейемле кешеләр килеп ишеккә шаҡып китәләр ине, ундай хәлдәр ҙә булды. Ул һәр саҡ асыҡтан-асыҡ һөйләне, аудиториялары ҙур була торғайны. Власҡа ярап ҡына йәшәгән кеше булманы, үҙенекен бәреп һөйләй ине. Был миндә уға ҡарата хөрмәтте арттырҙы ғына. Мин үҙем дә уның идеялары, ҡараштары яҡлы инем. 58 йыл бергә йәшәнек, бер тарафҡа ҡарап атлағас, уйҙарыбыҙ ҙа бер иш ине.
– Рауил ағай үтә дини кешегә оҡшамаған ине, нисек хәҙистәрҙе шиғри
юлға һалыуға тотоноп китте?

– Улай тимә, дингә лә яҡын ине ул, уның бит ҡартатайҙары Ҡөрьән уҡыған, иманлы кешеләр. Инәһе лә, минең әнкәй ҙә гел Ҡөрьән уҡыны, уның тәрбиәүи нигеҙе ныҡ булды. Ҡайҙалыр бер хәҙисте ишетеп ҡыҙыҡһынған. Шулай хәҙистәр эҙләй башлап, төрлө телдә сыҡҡандарын йыйып, башта – 101, шунан 303 булды, Светлана Чураеваның тәржемәһендә русса ла баҫылды, хәҙер уны таба алмайбыҙ, тип йыш ҡына һорайҙар ҙа. Меңгә еткерергә хыяллана ине, 777-һе донъя күреп өлгөрҙө. Хәҙистәр уға күңел йыуанысы бирҙе.
– Күңел яраларығыҙҙы ҡуҙғатһам да, ғүмеренең аҙаҡҡы осоро хаҡында ла
һорашмай булмай?

– Ауырып йөрөһә лә, ныҡлы әҙерләнеп юбилей кисәһен үткәрҙе. Мөрәжәғәт итһә лә, машина бирмәнеләр, ә ейәндәр гел генә бушай алманы. Йәмәғәт транспортында йөрөнө, туҡталыштан өйгә саҡ атлап ярты сәғәт ҡайттым, тип килеп инә ине. Аяҡтары ла ауыртты. Үҙ аҡсаһына шул арала биш китап сығарҙы, юбилейына ла сценарийҙы үҙе яҙҙы. Шул кисәһе мәлендә йығылмаһам ғына ярар ине, тип борсолдо, сөнки ул көндө ике сара булды, университетта – фәнни конференция, шунан ҡайтып кейемен генә алмаштырҙы ла, үҙенең кисәһенә китте. Залдан ҡарап, кисәнең аҙағынаса хәле етһә ярай ине, тип ҡурҡып ултырҙым.
– Үҙенең башына ла килмәгәндер инде шулай тиҙ арала китеп барыры...
– Ә кемдең башына килә? Ул да күпме ауырыны, әммә, китәм, тимәне. Йән бирер алдынан ғына, үләм, тине. Йығылһа торғоҙорға бер үҙемдең көсөм юҡ
ине, ярай ҡараусылар алмашынып торҙо, өйҙә лә, дауаханала ла, шулай ҙа мин үҙем дә бер минутҡа эргәһенән китмәнем. Йөрөй алмағанына ышанманы, гел баҫырға тырышты, ә баҫтымы – йығыла. Үҙһүҙле булды бит ул, тынғыһыҙ, торам, эшләйем, тине. Йәшерен инсульт башына көсөргәнеш биргән. Өйҙә дауахананан һуң теүәл ҡырҡ көн йәшәне. Бер туҡтауһыҙ мине таптырҙы, гел эргәһендә булырға тейеш инем. Гәзит-журналдарҙы һорап ала. Торам, йөрөйөм, тип ҡабырғаларын һындырып бөттө, һаман хәленә күнмәне. Рәхмәт, кешеләр күп килде, ныҡ ярҙам иттеләр. Рауил аҙаҡҡа хәтле аңында булды. Бөтәһе 4 ай аяҡһыҙ ҡалып ныҡлы ауырыны ла, ҡапыл китеп барҙы. Өй йылыһын яратты ул, һәр ваҡыт ҡайҙа китһә лә, ҡунмай өйгә ҡайта ине, минең менән булһа ла шул көнө үк өйгә ҡайтып йоҡлайыҡ, минең эш күп, тине, мәңге эш тип хафаланды, өлгөрәйем, тине. Рәми ағай тураһында яҙғанда Надя, мин, күмәкләп Янғантауға барҙыҡ, шунда ла әҙер бүлмәлә йоҡламай ҡайтып китеп, аварияға осраныҡ бит.
– Һуңғы осор Республика кимәлендә депутат булып, сәйәсәт өлкәһендә лә ҡайнаны, шул осор менән үҙе ҡәнәғәт инеме?
– Депутатлыҡҡа әллә нимәләр эшләрҙәй булып, дәртләнеп барғайны ла, тик тора-бара бөгөнгө системанан күңеле ҡайтып, кешеләрҙең ярҙам һорап килгәндәрендә ярҙам итә алмауына асырғанып бер булды. Беҙ региондарҙа исем өсөн ҡурсаҡ булып ҡына ултырабыҙ, ә бер нәмә лә хәл итә алмайбыҙ, тип эстән ныҡ көйҙө. Суверенитеттың эҙе лә ҡалмауы уны төшөнкөлөккә дусар итте, шунда ла башҡаларҙың рухын төшөрмәҫ өсөн, һыр бирмәй эшләп йөрөнө.
– Аҙаҡҡы ижади ынтылышы нимә булды?
– Бабич тураһында материал йыйҙы, хәҙер күп нәмәгә икенсе төрлө ҡарайым, яңынан уйлап, ҙур, матур итеп Бабич хаҡындағы китабымды тулыландырып сығарам, тине. Әҙерләнде, яҙып өлгөрмәне. Бабичҡа һәйкәл була тип килеп әйткәс, ныҡ ҡыуанды, ярай әле һәйкәл булырын, йәмғиәттә әле шағирҙарға ҡарата хөрмәтле ҡараштың тере икәнен белеп китте.
          Йәмғиәт, халыҡ тип йәшәһә лә, ниндәй генә оло шәхес булһа ла, кеше тәү сиратта, яҡын йәндәренең ҡурсалауына мохтаж. Йәшәү көсөн, илһамды бит, күренеп тормаһа ла, тап улар бирә. Шағир ҙа, иң мөһиме, ауыр сағында ғүмерлек йәренең янында булыуын тойоп, ул уҡыған йәсиндәр тулҡынында тыныс киткән. Күңеленә аҡ ҡанатлы фәрештәһенең саҡматаштай ҡараштарынан йылы табып, осҡон алып, яҡты сырай менән ҡуҙғалған хаҡ донъяға. Күпме үлемһеҙ әҫәрҙәрен ҡәҙерлеһенең ипкене арҡылы, уға таянып тыуҙырыуын, бәлки, аңлап та өлгөрмәгәндер, әммә ошо терәге, иңе, ошо нигеҙ һаҡлаусыһы булмаһа, беҙ яратҡан ижад тап шулай хасил булыр инеме икән, юҡтыр! Рәхмәт шуның өсөн, Фәриҙә апай!

 

                                                                       Гөлнара Хәлфетдинова әңгәмәләште.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: