Шул хаҡта иҫенә төшөрәм Айҙарҙың.
– Эйе, ҡайтҡас, булмай, бармамдыр, тигән кеүек һөйләнде. Мобилизация башланғас, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы йыйғас, был егеттәрҙе нисек ташлап бында ҡалам инде мин, тине лә, уларға терәк булып китте инде.
Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағай һүҙгә ҡушылды.
– Өҫтәл артында ултырғанда, Хәлил абый, был юлы ҡайта алмам инде, ти. Ауыҙыңа һуғырмын, юҡты һөйләйһең, тинем. Бер аҙ тынысланғас, әйҙә военкоматҡа барабыҙ, һөйләшәбеҙ, бер тапҡыр барып ҡайттың бит инде, бурысыңды үтәнең, үҙеңде күрһәттең, тинем. Яҡташтарҙы ҡарарға кәрәк, ауыҙ асып, ас йөрөмәһендәр өсөн юлын өйрәтергә, тегеләр берәм-берәм сүпләп атып бөтөрмәһендәр өсөн әҙерәк һуғышырға өйрәтергә кәрәк, тип йылмайҙы. “Мин бармаһам...” Шулай тип китте. Улар миңә ышанып баралар, тине.
Мобилизация башланғас Фәнистең өйөнә кәңәш-төңәш итергә егеттәр күп килә. Һорашалар, нишләргә, нимәләр алырға кәрәк... Ғәҙәттәгесә, Фәнис уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә ашыға. Бәлки, ҡайһы берҙәрен йәлләп тә ҡуйғандыр, ысын батыр бер ҡараштан кем менән яуға инеп, кемгә иң терәп була, ә кемде яҡларға, өйрәтергә кәрәк... шунан яңынан ҡулына ҡорал алыу уйы килгәндер ҙә.
– Ул ысын патриот ине. Был буш һүҙ түгел, ысынлап та ысын патриот ине, – Айҙар дуҫы хаҡында шулай тип ҡуйҙы.
Фәнистең баш етмәҫ батырлыҡтары хаҡында бар ғәм белә. Башҡортостан үҙ улы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана, һоҡлана. Тик уға һаман да Рәсәй Геройы исеме рәсми бирелмәгән.
– Ни өсөн һаман да герой исеме бирмәйҙәр икән егетебеҙгә? – тип һорайым. Айҙар:
– Судимость булған өсөн, тиҙәр. Военкомат миңә шулай тип аңлатты. Мәғәнәһеҙ шуҡлыҡтары өсөн йыл ярым ултырып сыҡты инде ул. Мөҙҙәте күберәк ине шикелле, иртәрәк сығарҙылар. Ҡайтҡас та Фәткулловичҡа килеп, мине ебәр әле, тине.
– Ҡайҙа? Аңламайым.
– Алда әйттем бит, мин полицияла эшләгәс, бар арыу егеттәр миңә килә ине, тип, – Хәлил Фәтҡулла улы көлөмһөрәп яуаплай. – Рәшәткә артынан шартлы һәм мөҙҙәтенән алда сыҡҡас, уға аҙна һайын милицияға барып теркәлергә кәрәк ине. Хәлил абый, мин ситкә эшкә китһәм, һин мине ҡаплай алаһыңмы, тине. – СВО -ға юлланыуҙы егеттәр үҙ-ара “ситкә эшкә китеү” тип йөрөтә. Ысын хәбәрҙе күптәрҙән, бигерәк тә ата-әсәләрҙән шулай йәшерер өсөн. – Уйлама, уныһы минең эш, иҫән йөрө, матур йөрө, тип икмәк ҡаптырып оҙаттыҡ.
Башҡортта шундай матур йола бар шул, әрме хеҙмәтенә йә ситкә оҙаҡҡа киткән егетте икмәк тешләтеп оҙаталар. Тешләнгән һыныҡ икмәк өйҙә һаҡлана, ҡатып та бөтә, тик хужаһының иҫән-һау йөрөп ҡайтырын, тағы ла бер умырып тешләр мәлен көтөп ята бирә ул.
– Законы ла ҡыҙыҡ инде, махсус операцияға китәм тигән егетте, юҡ, һинең “отметка”ға бараһың бар, тип туҡтаталар, көлкө инде. Махсус операция бара, теләге булғанды йыялар, ә улар... – йәне көйөп китте Айҙарҙың. Хәлил ағай һүҙен дауам итте:
– Фәнистең эше менән прокурорға хәтлем барып еттем. Бына Фәнистең танытмаһы, тим, обучался, присвоена квалификация снайпер, тигән. Телефонды асып фотоһын күрһәтәм: тулы экипировкала. Бына яуҙаш егеттәре менән тора. Ул ҡасып, һыра эсеп ятмай, ҡыҙҙар менән дә түгел. Ул, ҡулына ҡорал алып, илен, Рәсәйҙе һаҡлай. Ғүмерен дә аямай, тим. Шунан прокурор аңланы. Әтеү Бөтә Рәсәй розыскаһына биреп ята. “Отмечаться итмәгән” өсөн.
– Үлгәндән һуң, бәлки, бирерҙәр. Башлыҡ та, беҙҙең герой, тине бит. Уның Фәнис менән хушлашырға үҙе килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.
Айҙарҙың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың матәм сараһында ҡатнашыуын иҫкә алыуы. “Фәнис Хөсәйенов яугирҙәр сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм: беҙ уны онотмаҫбыҙ. Ул – ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр, мәңгелек дан һиңә!” – тигәйне Башлыҡ. Башҡортостан Башлығы ҡаһармандың әсәһенә – Фәриҙә апайға улының генерал Шайморатов орденын да тапшырғайны.
– Фәнис һеҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булды инде...
Айҙар, ну, малай, дә-ә, тип уфтанып ҡуйҙы ла, уның өсөн үҙем китерҙәй булып ултырам, тине.
– Ауылдың бер йәме лә ундай кешеләр. Уның бар торошонан, тотошонан йәшәүгә йәм, ынтылыш сағыла ине. Ҡай саҡ асыуланып, хәҙер тап итһәм, берҙе тартам, тип киләм мин, эйеме, килеп сыға был, ауыҙы йырыҡ. – (Айҙар: “Яйлап, майлап ҡуя инде”, – тип һүҙ өҫтәп өлгөрә, дуҫын күҙ алдына килтереп). – Эй, Хәлил абый, тип килеп ҡосаҡлай. Ҡайҙа йөрөйһөң, һине эҙләп төшкәйнем, тип ебәрә. Бәлки, алдашалыр. Бар асыу юҡҡа сыға ла ҡуя. Уға һуғып та булмай, бер саф күңелле зат ине...
Ҡайтҡас та, әсәһенән һуң, иң тәүҙә миңә инә ине. Был да – әҙәптең бер төрө. Ҡатын, үҙемдең улым кеүек күрәм Фәнисте, шундай һәйбәт егет булыр икән, ти торғайны ла... Һуңғы ҡайтҡанында бысаҡ бүләк итте. Бик иҫтәлекле бысаҡ, афған, чечня һуғышында булған ҡорал... Тегендә хөрмәт йөҙөнән полковник уға бүләк иткән.
– Миңә лә буш ҡул менән килмәне. Рация, бысаҡ бүләк итте. Киткәндә Тәтешлелә күтәреп болғаған Рәсәй флагын миңә ҡалдырҙы. Һаҡлаясаҡмын.
Хәлил ағай рухланып бөтөнләй тарих төптәренә төшөп китте.
– Беҙҙең ауыл Ҡайпандарҙың төп төбәге ул. – Районда өс Ҡайпан ауылы бар. Ҡайпан-танып ырыуы башҡорттарының ере, тип яҙылған тарих китаптарына. – Был тарихи урын. 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышына Салауат Юлаев отрядына Алладин Биктуғанов тигән мулла ауылдан үҙе менән 100 кеше алып китә. Аҙаҡ Салауаттарға ҡушылғас Пугачев полковнигы ла булып китә ул. Берҙәм була бында халыҡ, аҫыл зат һүҙенә эйәрә. Бөйөк Ватан һуғышына ошо бәләкәй генә ауылдан 175 ир-егет китә, уларҙың 74-е генә әйләнеп ҡайта.
– Электән яугирҙәр ауылы булған, – Айҙар көлөмһөрәй. – Ҡайпан тиһәң, һуғыш суҡмарҙары ауылы, тип тә ебәрәләр. Беҙгә бер кем дә һуғышырға ла килмәй, ҡурҡалар. Берҙәм беҙ!
Хәлил Фәтҡулла улының ер тетрәтер тауышы яңғырай:
– Фәнистең батыр, ҡаһарман булыуы Ҡайпан һыуынан, һауаһынан, еренән ул. Белегеҙ шуны!
1700 йылдар башында әлеге Ҡайпан төбәгенән егерме саҡрым ситтә, ҡара урман эсендә, килмешәктәр ауыл нигеҙләп йорттар һала башлай. Ҡайпандар белеп ҡалалар ҙа рөхсәтһеҙ эш ҡылғандары өсөн килмешәктәрҙең барыһын да һуйып сығалар. Был хәл тарихта бар. Бер әбей менән бер бала ғына йәйгеһен ҡапланған сана аҫтында йәшенеп ҡотолоп ҡалалар. Ҡайпандар ҡайтыр юлда аҙашмаҫ өсөн ағастарға юнып билдә ҡуйып барған була, һуңынан шуның буйынса быларҙың эҙҙәренә төшәләр. Ҡайпан ауылы кешеләре икәнен белеп килмешәктәр ауылды яндыралар. Ауыл ике ҡабат яндырыла. “Барыбер ауылыбыҙ бөтмәй, яңынан аяҡҡа баҫа, ерен дә бирмәй. Барҙағаса бар ерҙәр Ҡайпан ҡарттыҡы була. Ул ныҡ тота”, – тип һөйләне үҙ ерен яратҡан, тарихын да белгән, хөрмәт иткән уҙаман Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин.
Был ҡанһыҙ ваҡиғаны, бәлки, теркәмәҫкә лә кәрәк булғандыр миңә. Ләкин был – тарих, ерең, илең өсөн көрәш, ул эҙһеҙ үтмәй, һәр заманда үҙ тауышын белдереп торасаҡ. Һәр һуйыш, һәр һуғыш ҡорбанһыҙ ҙа, шәһиттәрһеҙ ҙә булмай, киләсәк хаҡына, дөрөҫлөк хаҡына! “Был беҙҙеке: Ер ҙә, Күк тә, әлмисаҡтан алып мәңгелеккә беҙҙеке!” тигән хаҡлыҡ тантана итеү хаҡына! Дошман менән ҡаты һәм аяуһыҙ булмаһаң, улар һинең ереңде генә түгел, динеңде лә, күңелеңде лә тартып алып, үҙенеке итәсәк. Бөгөн Көнбайыштан килгән яу шуны күрһәтте түгелме һуң? “Иреклек”, “демократия” тигән һүҙҙәр артында йәшенгән ғүмерҙә беҙ белмәгән оятһыҙлыҡтар, киреһенсә, рухи һәм күңел бығауҙары алып килде. Был бығау ҡулдарыбыҙҙы ғына түгел, аңыбыҙҙы ҡыҫа ине. Һәм ул мәңге бөтмәҫ бер язаға әүерелеп, бар булмышыбыҙҙы ағыулай торғандыр. Тиҙ генә ҡотола ла алмабыҙҙыр, кем әйтмешләй, “фастфудтары-бушботтары бөтөрҙө тауығымды, сериалдар-порнолары үлтерҙе зауығымды”. Сик кәрәк ине күптән. Көнбайышта илебеҙҙең иҫ киткес данлы һәм шанлы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ яғына бороп, боҙоп күрһәтеүҙәр ғәҙәти хәлгә әйләнеүе бер эсте бошорһа, Рәмиҙең “Табыныу” поэмаһындағы
“Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым,
Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып,
Урта быуат уттарына һалып,
Яндырҙылар, һәләк иттеләр?” – тигән кеүек, Рәсәйгә ҡарата нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ уятырға теләп, Пушкин, Толстой, Достоевский, Чайковский кеүек даһиҙарҙың китаптарын, әҫәрҙәрен юҡҡа сығарыуға барып етеүҙәрен камил кешелек мәңге кисерәсәк түгел. Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтеп йәшәү осоро үтте.
“Донъя күләмендәге психоз ниңә көсәйгәндән-көсәйә бара? Был һорауҙар мине, мине генә түгел, бик күптәрҙе көндән-көн нығыраҡ борсой. Элек мосолмандың мосолманға ҡаршы сығыуы оло гонаһ һаналған. Бөгөнгө мосолман донъяһындағы ҡан-ҡойош, һуйыш-үлтереш һымаҡ һәләкәттәрҙе тарих белмәй. Бер мәмләкәт, бер халыҡ эсендә һуғыштар бара, илдәр тарҡала, дәүләт етәкселәрен — Саддам Хөсәйен, Ҡаддафи һымаҡ донъяға танылған тарихи шәхестәрҙе аҫалар, аталар, үлек кәүҙәләрен мәсхәрәләп, витринаға элеп ҡуялар.
Цивилизациялы Европаның үҙендә ниндәй емерткес эштәр башҡарыла! Югославия тарҡатылды, тереләй туралды, ил юлбашсылары, нахаҡҡа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырылды.
Бындай фажиғәле ваҡиғалар бөгөн Рәсәй сиктәренә лә килеп етте. Гүзәл Киевтың үҙәге ҡанлы Майҙанға әйләнде, илдәге власты ҡулға алған ҡораллы йыртҡыс майҙансыларҙың янъялдары арҡаһында Украина дәүләтселегенең киләсәгенә ҙур ҡурҡыныс янай.
Яңыраҡ бер иптәшем шылтырата, “Көндәлектәр”ҙең икенсе томының 346-сы битен асып ҡара әле, ти. 2004 йылдың 19 декабрендә унда ошондай һүҙҙәр яҙғанмын икән: “Украиналағы хәлдәр, уның икегә тарҡалыу ҡурҡынысы, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы мине ныҡ уйландыра. Украина бүлгеләнһә, Рәсәйҙе лә төрлө яҡҡа йолҡҡолай башлаясаҡтар. Ә берҙәм Рәсәй булмаһа, Башҡортостанды йоторға әҙер торалар. Рәсәйһеҙ Башҡортостандың киләсәге хәүефле”, – 2014 йылда уҡ халыҡ шағиры Рауил Бикбай шулай тип яҙа. Тимәк, бөгөнгө хәлдәр тиҫтә-тиҫтә йылдар килә. Түҙгәнбеҙ. Махсус операция, бәлки, иртәрәк тә кәрәк булғандыр...
Үҫкән саҡта олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр беҙҙе һөйөп яратҡанда ла, өгөт-нәсихәт уҡығанда ла, йә берәй сәбәп сығып изге теләктәрен еткергәндә лә һәр саҡ тиерлек, тик һуғыш булмаһын, балалар, күк йөҙө аяҙ булһын, тип теләй торғайнылар. Ул теләкте ысынға ла алманыҡ, өйрәнеш буйынса элекке йырҙарын һуҙалар инде, тип ҡул һелтәп ҡараныҡ. Беҙ – һуғыш күрмәй үҫкән быуын, ядро, атом заманында кем автомат күтәреп һуғышып йөрөһөн, юҡ-бар менән баш ҡатыралар, тигәнерәк вайымһыҙ уйҙар менән йәшәгәнбеҙ. Ул беҙҙе һәр саҡ һағалап торған икән, баҡһаң.
– Хәлил ағай, беҙҙең быуында һуғыш булыр тип ғүмерҙә лә уйламағанһыңдыр, ивет? – тим, был ир-азаматтар күңелемә яҡын була бара, була бара. Элекке хәрби кеше оҙаҡ ҡына уйланып торҙо.
– Һәр быуын үҙ һуғышын күрмәй үтмәйҙер, тигән ҡарттарҙың әйткән һүҙе бар. Хаҡтыр, күрәһең. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, тип теләргә ҡала. Беҙ һаҡламаһаҡ ғәзиз Ватанды, яттармы ни ҡурсалар?!
“Үҙ һуғышы” тигәне , бәлки, мотлаҡ ул теге мылтыҡ, пушкалар тауышы булыуҙы ла аңлатмайҙыр, тормош тирмәне әйләнә бит, рухһыҙлыҡ, битарафһыҙлыҡ менән асыш-табыштар көрәше, рух менән нәфсе алышы, байҙар менән ярлылар, ғәҙелһеҙлек менән тоғролоҡ һуғышы һәр заманда, һәр осорҙа зиһенде тарҡата, күңелде иләкләтә. Дары еҫе түгел, икмәк еҫе еҫкәп йәшәгеләр килә лә бит, тик ил, ватандан да ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡ. Уға ҡурҡыныс янай икән – алға, яуға!
– Мобилизация, Айҙар, һиңә лә ҡағылырға мөмкин, – тим. Утыҙҙы уҙған ир сая ҡарашы менән өтөп алды:
– Ил саҡырһа, барабыҙ. Бында икеләнеп тораһы түгел. Юрған аҫтында йәшенеп ҡалмаясаҡбыҙ. Ҡулда Фәнис тапшырған Рәсәй флагы бар, борсолмағыҙ, тап төшөрмәбеҙ.
Айҙар менән хушлашып, зыяратҡа юлланабыҙ. Фәнистең ҡәбере сәскә-веноктарға күмелгән. Тынлыҡ. Иҫ киткес тынлыҡ. Күк йөҙө сатнап китерлек дәрәжәлә зәп-зәңгәр. Батыр рухына белгән аяттарымды уҡыйым. Урының йәннәттә булһын, Фәнис!
Ҡайтыр юлымда Фәнистең яҡты йөҙөн, ғәзиз һынын, рухи булмышын, нур һәм ялҡын бөркөп торған йөрәген күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк аҡыллы күңелдәргә һәм данлы илебеҙгә күпме йыр, күпме өмөт ҡалдырып китте. Батырлығы уның башҡаларға ышаныс бирер, күңелдә лә, ил тарихында ла һәйкәлгә әйләнер.