Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.
Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине,
Дошманға тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан –
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам...
Яуҙа йөрөгәндә ауыр уйҙарға бирелмә, һуғыштамын, тип уйлама – был фекере уның, эйе, хаҡ һымаҡ.
– Фәнис үҙе һөйләнеме һеҙгә был хәлдәрҙе? Маҡтаныпмы, нисек? – һөйләшеү һәүетемсә ағымға төштө. Айҙарҙың баяғы, ҡаршы алғандағы, үпкәһе юғалды, йөҙө асылды. Хәлил ағай һалдаттарса ғорур баҫып, үҙенең мәртәһен белеп кенә һөйләүен дауам итте. Шуныһы ҡәҙерле: эскерһеҙ һәм асыҡ ине беҙҙең һөйләшеү, йәшереү ҙә, артыҡ шапырыныу ҙа юҡ.
– Ул бер нимә лә һөйләмәй ине.
– Абсолютно һөйләмәй ине.
– Нисек? Был хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ әтеү? – мыйыҡ аҫтынан йылмаям.
– Беҙ шулай төпсөнөп, төпсөнөп, һорап-һорап ҡына яуап ала инек. Үҙе бер ни һөйләнмәне.
Хәлил ағай уйланып торҙо ла:
– Ашап, сәй эсеп ултырғанда бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Һүҙ һорап кеҫәгә инмәҫ егет булһа ла, был темаға һүҙгә бик һаран ине. Мәғлүмәт бирмәй. Бер генә әйберҙе әйтте: беренсе снайперҙы атҡас та, Хәлил абый, винтовкаһын ҡарармын әле, тигән уй бар ине, ти. Снайперҙарын юҡ иттем дә, малайҙарға әйттем, һеҙ мине ҡаплағыҙ, мин тегенең винтовкаһын барып алып киләм, ҡарайыҡ әле, улар ниндәй ҡорал менән һуғыша икән. Барып алған, тикшергән.
Пулялар араһынан ятып та, шыуышып та, эйелә-боҫоп та йүгергән Фәнис күҙ алдына килә. Ниндәйҙер бер ҡоралды барып алыр өсөн ғүмереңде иҫ киткес ҡурҡыныс аҫтына ҡуй әле. Пулялар ямғыры – бер хәл, икенсе снайпер сәпәп тә ҡуйыуы бар ҙаһа. Һуңынан беҙҙең герой тегеләрҙең ҡоралы менән, моғайын да, тағы ла бер-икәүһен, үҙҙәре әйтмешләй, “снимать” иткәндер, үҙ ҡоралдарынан – үҙҙәренә үлем.
– Сәйер генә яңғырармы был һорауым, шул тиклем тәүәккәл Фәнискә һуғыш уйын кеүек күренгән шикелле. Теге компьютерҙар уйынында шаярған кеүек.
Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Хәлил Фәтҡулла улы телгә килә.
– Белмәйем, юҡтыр. Уйын, тип... Ул яуҙаш дуҫтары, ир намыҫы өсөн ғүмерен бирергә лә риза ине. Илен, тыуған ерен ныҡ яратты. Уйын түгел. Һин бер нимә аңла, Мөнир, ярһыған бультерьер тоҡомло эттәрҙә, мәҫәлән, һуҡһаң да ауыртыу инстинкты юҡ, ә Фәнистә ҡурҡыу, ҡаушап төшөү холҡо булманы. Бөтөнләй юҡ ине.
“Бәйләнештә” тәге битендәге ул саҡтағы ун биш йәшлек Фәнистең тағы ике яҙыуы ялт итеп иҫемә төштө: “На колено только перед Богом” һәм “Лучше умру за братьев, чем буду жить без них”. Ошо һүҙҙәр уның ғүмерлек девизына әйләнгән.
– Ысынлап шулай, ҡурҡыу белмәҫ изге йән ине, – тип өҫтәп ҡуйҙы Айҙар.
– Ә беҙҙең яҡтағылар нисек ҡаршы ала уны? Ни тиһәң дә, дошмандар кейемендә? – Ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Кәмемәйәсәк тә. Фәнисте аса барған һайын ул миңә ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡәҙерлерәк тә.
Хәлил ағай гөрһөлдәтеп көлөп ебәргән булды:
– Тәмәке тартҡанда бер мәл нимә ти, инде үҙебеҙҙекеләргә сығып еткәйнем, ҡарайым, беҙҙең һалдат ҡаршыға сыҡты ла, “муха”ны (РПГ инде) күтәреп, миңә атырға тип сәбәләнә башланы. БТР-ға сығып баҫтым да аҡырам: “ Мин – Хаса-ан, я – Хаса-ан”. Тегеләр ишетмәйҙәр. Шунан ҡапыл танып ҡалдылар ҙа, ҡаршыға йүгерә башланылар, ти.
Минең ниңәлер күңелем тулып китте. Бер-береһен һығып-һығып ҡосаҡлашҡан һалдаттар күҙ алдына баҫа. Күҙҙәрендә – йәштәр, шатлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары. Фәнис ауыҙын йырып сабыр ғына йылмая. Эргәләрендә ғәйепле төҫ менән дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра. Һуңынан уның ҡабырғаһында сатай-ботай хәрефтәр һәм төрлө төҫтәге буяу менән “Башҡортостан”, “Уфа”, “Татышлы” тигән яҙыуҙар хасил буласаҡ та дошмандың тимер аты хәҙер инде көбәген көнбайышҡа табан төбәйәсәк. Әлегә уның эсендә баяғы кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята. Фәнис ирәүәнләп ергә, тыуған еренә һуҙылып ята ла күккә баға. Итеген сисеп ташлай, силғауын киптерергә үләндәр өҫтөнә элә... Ҡайтты әйләнеп Үлмәҫбай.
“Әсир, әсир. Хәҙер үҙеңде
Ҡунаҡҡа алып китәм,
Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:
“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған.
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам”.
Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға, тигәне дөрөҫ бит. Ғүмер генә мәлдәрҙән торған кеүек.
– “Хасан” – уның позывнойы инде. – Айҙар аңлата ла, өҫтәп ҡуя. –Бабай уны ике тапҡыр атып бәрә яҙҙым тей ине.
– Уныһы кем тағы?
– Беҙҙең яҡтыҡы, күрше ауылдан. Ул иҫән ҡайтты. Позывнойы “Бабай” инде.
“Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә”. Аңлауымса, яҡташтарының береһе ошо “Бабай” шикелле. Әңгәмә ҡороусы таныштарым әйтеүенсә, был “Бабай” Фәнис өсөн яҡташ ҡына түгел, өлкән хөрмәтле яуҙаш та булған. Разведкаға йыш ҡына ул оҙатҡан да, буғай. Арҡаһынан һыйпап, фатихаһын биреп. Бәлки, шуға ла һәр саҡ иҫән әйләнеп ҡайтҡандыр егетебеҙ. Һуңынан “Бабай” һөйләүенсә, яуҙа хәтәр хәлдәр булып тора инде. Сираттағы разведканан ҡайтып килә Фәнис.
Ангар артынан шым ғына тегеләр формаһында кемдер килә ятҡанын шәйләй “Бабай”. Автоматын төҙәп, тәтене ҡыҫтым тигәндә генә... “Бабай, бабай”, – тигән тауыш ишетелә.
“Тертләп киттем. Балаҡайым, үҙем атып бәрә яҙҙым даһа, бына саҡ ҡына тәтене ҡыҫаһы ғына ҡалды бит... Ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Фәнис разведканан ҡайтмай тороп башҡаларҙы ла ашатмай инем. Һуңғы "сәйәхәт"енән ҡайтҡас, ҡосағыма килеп һыйынды ла, үлеп ҡорһағым асты, берәй нәмә ашат инде һин миңә, ти. Ашаны ла тағы үҙенең позицияһына йүгерҙе”, – тип һөйләр һуңынан Бабай.
“Бабай” менән был юлы күрешеп булманы. Ситкә эшкә киткән, тинеләр. Яҙған булһа, әгәр һөйләргә теләһә, әлбиттә, уның менән дә бер ирҙәрсә һөйләшеп ултырырбыҙ әле тип өмөт итәм. Үлеп-фәлән китһәм, Әминә балаҡайыма иҫәп асып, киләсәген хәстәрләгеҙ инде, тигән васыятын Бабайға әйтеп ҡуйған Фәнис. Фәриҙә был турала белә, тине Хәлил ағай.
Һөйләшеүҙең ауыр еренә килеп еттек.
– Үлемен нисек ишеттегеҙ? – тимен.
– Нисек тип, интернет... Берсә – тере, берсә – үлгән, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө ләһә. Эйе, туранан-тура яҡташ егеттәр сығыуын сыҡҡандар ине ул... Барыбер ышанманыҡ инде. Пуля муйынынан үтә сығып киткән йә, ярсыҡлы граната шартлап, ярты башы менән ярты ҡулбашы юҡ, тиҙәр. Төрлө хәбәрҙәр булды, ышанманыҡ. Үҙебеҙ күрмәйенсә, – дуҫы башын ситкә бора, офоҡҡа ҡарай.
Декабрь аҙағынан ярты ай бар Башҡортостан Фәнис менән йәшәне. Яңы йыл осоро булһа ла, Тәтешле геройы онотолманы, уның иҫәнлегенә аяттар уҡылды, барыһы ла унан йылмайыулы сәләм көттө. Социаль селтәрҙәрҙә һәр төркөм, һәр кем уның һаулығы, тереме-юҡмы икәне хаҡында мәғлүмәт бирергә тырышты. Кешесә борсолоусылар, батырҙың яҙмышы менән ысын мәғәнәһендә янып-көйөүселәр күп ине. Әлбиттә, Фәнис исеме менән танылыу, лайк йыйырға ынтылыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Аптырайһы түгел, хәҙер ҡайғы ла, шатлыҡ та һатыла бит, тауыштар, йөрәктәр менән дә, аҡсаға ла... Оҙаҡ көттөк рәсми мәғлүмәтте, ул ҡайғылы ине. Фәнистең артыҡ популяр булып китте, эйе, танылған йырсылар кеүек уның һәр аҙымы, һәр "йыры" иғтибар үҙәгендә ине. Танылыу буйынса сая егетебеҙ ҡайһы бер йырсыларҙы “хит-парад”та уҙып китте хатта, тик ҡулында гитара урынына – автомат, сәхнә урынына – БТР өҫтө ине... Һәр замандың үҙ йырсылары.
– Айҙар, һин алырға барҙыңмы?
– Эйе. Екатеринбург аэропортына йөк 200 килеп төштө. Ағас йәшниген емереп, цинк табуттың тәҙрәсегенән ҡарап, Фәнисме-юҡмы икәнен яҡшылап ҡарап, танып, алып ҡайттыҡ. Йәкшәмбе көнө сығып киттек, дүшәмбе ҡайттыҡ, шишәмбе ҡуйҙыҡ.
– Фәнис инеме?
– Эйе, үҙе ине. Оҙаҡ ятҡас, теүәл бер ай бит, ҡурҡҡайныҡ, йөҙө боҙолған, еҫ кергән, тип уйлағайныҡ та, бөтәһе лә һәйбәт ине. Танып була.
Хәлил ағай һүҙгә ҡушыла.
– Аллаһҡа шөкөр, бер тигән ҡайтҡан, йыуғанда иғтибарлап ҡараныҡ. Яурынындағы ГРУ-ның ҡара ябалаҡ эмблемаһы ла, "Наилә" тигән яҙыуы ла үҙ урынында ине...
– Йыуҙыҡ, тиһегеҙме?
– Беҙ уларҙы Өфөлә мәйетханала көтөп торҙоҡ. Шунда уҡ цинк табутты киҫкеләп, мәйетте йыуып, ысын мосолманса кәфенлеккә төрөп алып ҡайттыҡ.
– Яраһын күрҙегеҙ инде, снайпермы?..
– Эйе, йыуғанда ентекләп ҡараныҡ бит. Ташҡа үлсәйем, пуля эйәгенең осонан ғына сыйып үтә лә, шунда сигарет менән яндырған кеүек кенә эҙе бар, муйынынан инеп, һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге аҫтынан килеп сыға мәрхүмдең...
Фәнистең ҡулында ҡатҡан ҡан эҙҙәре була. Күрәһең, үҙе аңғармай ҙа ҡалғандыр, ахыры, ниндәй серәкәй тешләне, тип эйәк, муйын тирәһен тотҡан булғандыр... һәм күккә баҡҡандыр.
Айҙар әйтеүенсә, ул көндө Фәнистән башҡа уның янында бер юғалтыу ҙа булмай. Позицияла, окопта уның бер үҙен генә... Барыһы ла иҫән. Янында яҡташтары ла булған. Ул бер ҡасан да башлығын баҫырып кейергә яратмай, баш осонда ғына йөрөтә... Әллә шуға ҡарап? Фәнис өсөн һунар хәтәр барҙы шул. Батырлыҡтарын күрһәтеп, бар донъяға шаулап, фото, видеоларын йыш ҡуйып, үҙебеҙ дошман снайперына “бына ул” тип төртөп күрһәтмәнекме, тип уйланам бөгөн. Уның башына тәүҙә – ете миллион, һуңынан 12 миллион доллар ҡуйғандар, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө бит. Дошмандың бар армияһын мәсхәрәгә ҡалдырған Үлмәҫбайҙың башы бик кәрәк булғандыр уларға. Һунар булғандыр. Быны Фәнис үҙе лә аңлағандыр. Баяғы шул ҡурҡыу белмәҫ һәләтенә ышанғандыр ҙа...
Әллә үлемесле уҡ яңылыш килеп һуғылдымы уға? Фәнис миңә тереләй таныш булмаһа ла, видео-фотолар аша шул тиклем һөймәлекле булып күренде, пуля уны мәңге алмаҫ, ҡояштай яҡты егеткә тейергә оялыр кеүек ине.
– Беҙ ҙә шулай тип уйлағайныҡ, – тип ҡуйҙы Хәлил ағай. – Әжәл әшәке, мәрхәмәтһеҙ шул...
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, “Йәшлек”тә эшләгәндә осорҙа, командировкала, Ҡариҙел районында 105 йәшлек бабай (исемен онотҡанмын, подшивканы ҡарап алырға кәрәк) менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның Әжәл хаҡындағы бер фекере. Сыуаҡ ҡояшлы көн ине. Тәпәш кенә өйҙә икәү һөйләшеп ултырабыҙ, ҡарт һәм мин. Өҫтәлдә – икмәк, май, тәҙрәнән ҡояш баға. Сәйнүктә һыу ҡайнаған моңло ғына тауыш. Янымда быуат менән тиңдәш бабай, аҡ сәсле, аҡ мыйыҡлы һәм һәр һыры, йыйырсығы йылмайып, йырлап торған алсаҡ йөҙлө. Уның бар ҡыланышы, һөйләшеүе, хәрәкәте, йылмайыуы... һис тә туҡтатҡы килмәгән, мәңге тыңлап туймаҫ бер моң кеүек. Ул миңә сәй яһай. Мине бабай түгел, Быуат үҙе тәмле һый менән һыйлай.
– Ун һигеҙенсе йылдың йәйге ошондай аяҙ көнөндә (үткән быуат инде) өйөбөҙҙөң ишек алдында ҡыҙылдар командиры йығып һалып сыбыртҡыһы менән ярҙы. Уларҙың отрядына ҡушылмаған өсөн, – тип һөйләне 105 йәшлек ҡарт. – Саңланып бөткән битемә наганын терәне шунан. Әсәйем мөлдөрәп ҡарай, ауылдаштар ах итеп тора. Атам, тип тәтегә баҫырға ғына ҡалғанда, ауылдың икенсе осонда шау-шыу ҡупты. Былар барыһы ла йәһәт кенә атҡа атландылар ҙа шул яҡҡа саптылар. Ни тере, ни үле ятып ҡалдым... Тәтегә баҫып өлгөрә ине. Баҫманы. Үлем һуңынан да һәр ерҙә һәр саҡ һағаланы. Тик... минең әжәлем, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, миһырбанлыраҡтыр, күрәһең. Шуға ғүмерем оҙо-он булды.
Ана нисек, әжәлдең дә төрлөһө бар. Миһырбанлы әжәл. Ә 24 йәшлек Фәнистең әжәле күңелгә яра, һулҡыуҙан туҡтамаҫ яра булып ҡалды. Бер үк ваҡытта әшәке һәм мәғәнәһеҙ ҙә, икенсе яҡтан ил өсөн барған яуҙа мәңге данға күмер ҙә үлем. Фәнис кеүек донъяны, илеңде, тыуған ереңде яратып, йылмайып-көлөп йәшәр өсөн бер ғүмер етмәйҙер ҙә ул.
“Бәйләнештә”ге битендә 15 йәшлек Фәнис-үҫмерҙең яҙып ҡуйған тағы ике фекерен теркәйем әле ошо мәлдә:
“ – Брат.
– Әү.
– Бөгөн мин һуңғы көн йәшәйем, тиһәм, һин нимә тип яуап бирерһең икән?
– Иртәгә күрешербеҙ... күктәрҙә, брат!”
“Не в наших планах жить вечно – в наших планах жить достойно!”
Үҫмер сағынан алып бар күңеле, йөрәге менән, әйтерһең, ошо яуға, ошо данға, ошо ҡанлы үлемгә әҙерләнгән кеүек тә булып китә.
Хәлил ағайҙың тауышы һиҫкәндереп ебәрә.
– Нәфрәтле, ҡурҡытыу хаттары уның “Бәйләнештә”ге битендә лә күп булды. Беҙ һине табасаҡбыҙ, тип ҡурҡыттылар һәр саҡ. Теге яҡ, декабрь уртаһында уҡ, русский терминатор уничтожен, тип һөйөнөп яҙып сыҡты. Дошмандар уны терминатор тип йөрөткән. Терминатор тип әйтерлеге инде, сираҡ кеүек малай ул, 50-60 кило тартамы шунда, көлкө инде, тик йөрәге ун терминаторға торошло...
Дауамы бар.